Зөлфиә Басир ҡыҙы ҒӘЛИЙӘНОВА, гимназия директоры:
– Баш ҡаланың рухиәт үҙәге тип танылған мәктәптең етәксеһе булып килеүемә өс йыл. Миллилек ҡәҙере юғары гимназияға тартылыуыма быға тиклемге эшмәкәрлегем дә этәргес булғандыр, моғайын: Белоретта башҡорт теле уҡытыусылары методисы, унан Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры вазифаларын йәмғеһе егерме йылға яҡын башҡарҙым. Бәлки, милли мәғарифтағы дөйөм стажы өс быуатҡа яҡын мөғәллимдәр династияһынан сығыуым да йоғонто яһағандыр. Билдәле уҡытыусыларҙан, шулай уҡ йәш педагогтарҙан торған коллектив менән татыу, оло ғаилә булып, тауҙай маҡсаттар ҡуйып эшләүебеҙгә бәхетлемен.
Өфөбөҙ уртаһындағы абруйлы белем усағы илле йыллыҡ юбилейын данлы традицияларҙы, быуындан-быуынға күскән алдынғы тәжрибәне арттырып, һоҡланғыс ҡаҙаныштар менән ҡаршы ала. Бурысыбыҙ – затлы белем, аҫыл тәрбиә биреп, илгә терәк улдар һәм ҡыҙҙар үҫтереү. Асылда беҙ еребеҙ хужалары булырҙай лидерҙар, Башҡортостан киләсәген тәрбиәләйбеҙ. Һөнәр һайлауға етди иғтибар бүлеп, өлкән кластарҙа уҡытыуҙы физика-математика, социаль-гуманитар, химия-биология йүнәлештәре буйынса алып барабыҙ. Ошоға ҡәҙәр был тәңгәлдә Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусылары менән берлектә эшләһәк, быйыл Башҡорт кооперация институты менән дә хеҙмәттәшлек итергә, Башҡортостан Фәндәр академияһы ғалимдары менән «Фән сәғәте» проектын бойомға ашырырға ниәтләйбеҙ. Өфө дәүләт нефть техник университетының шәрҡиәт белгестәре уҡыусыларыбыҙға ғәрәп телен өйрәтә башлаясаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса ғәмәлгә индерелеүсе «Үргә ос!» проектын республика мәктәптәре араһында тәүгеләрҙән башлап ебәреүебеҙҙе билдәләп китәм. Мәктәбебеҙҙә уның биш йүнәлеше лә тормошҡа атҡарылды.
Юбилейыбыҙ иһә тағы күп өр-яңы проекттарға дәртләндерә. Алдыбыҙға ҙур бурыстар ҡуябыҙ. Шуларҙың береһен генә атап китәм: ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре исемлегенә инеүҙе маҡсат иттек, был иһә уҡытыуҙы тағы юғарыраҡ кимәлгә күтәреү мөмкинлеген бирәсәк.
Республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең дәрәжәле уҡыу йорттарында, сит илдәрҙә белем алыусы, илдең төрлө төбәктәрендә, ят ҡитғаларҙа йәшәүсе элекке гимназистарҙы бер ҡорға йыйып, ассоциация төҙөү эшен башланыҡ. Улар, туғандарҙай, бер-береһен тартып, күтәреп ғүмер итһен, ғәзиз мәктәптәре барыһын да туплап, йылытып, ҡөҙрәт биреп тороусы ялҡынлы усаҡ булһын, тибеҙ!
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.