0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
3 Март 2021, 16:24

«Тәртипкә тәүфиҡ һәм бәхет эйәрә...»

Билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Башҡортостан» гәзитенең социаль өлкә бүлеге мөдире Гүзәлиә Салауат ҡыҙы Балтабаева (Рәсүлева) Учалы районы Ҡәйепҡол (Һарт) ауылында тыуған. Әммә ул үҙен бала сағы, үҫмер йылдары үткән Өргөн ҡыҙы тип иҫәпләй. Мәғрур Ирәмәл юлында урынлашҡан, Башҡортостанда үтә һирәк осраған ҡарағас урманы уратып алған, күк тулҡынлы күл ярындағы ифрат күркәм ауыл ул. Юҡҡамы ни бөйөк Мостай үткән быуаттың 50-се йылдарында бер нисә йәйен ғаиләһе менән тап унда үткәргән һәм, тәбиғәттең хозурлығына, кешеләрҙең ихласлығына илһамланып, үлемһеҙ әҫәрҙәренең бер нисәһен ижад иткән?...Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында тыуғанғалыр, Гүзәлиәлә сабырлыҡ һәм сама тойғолары көслө. Күңеле бөтөн, донъяһы етеш бәхетле ҡатынға өлгәшелгәндәре еңел бирелгәнме? Әллә ул бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған да шул уның яҙмышын билдәләгәнме? Ғаиләлә ире өсөн һөйөклө ҡатын, улдарына һәм ҡыҙына яратҡан әсәй булыу өсөн ниндәй сифаттар мөһим? Күп балалы әсәгә һөнәри йәһәттән үҫеү, хеҙмәти ҡаҙаныштар яулау өсөн ниндәй булырға кәрәк? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты эҙләнек беҙ уның менән әңгәмәләшкәндә.

Өргөн ҡыҙы
Гүзәлиәнең атаһы Салауат Хәйретдин улы – Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Ижади һәләт, яҙыуға ынтылыш ҡыҙына унан күскән. Хеҙмәттәштәре, яҡташтары Салауат ағайҙы яуаплы, алдынғы ҡарашлы кеше һәм уҡытыусы тип белә. Заманында Өргөн мәктәбен төҙөткән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, фиҙакәр хеҙмәте менән абруй яулаған педагог республика матбуғатында ла йыш сығыш яһай. Билдәле яҙыусылар, ҡәләм оҫталары Мәүлит Ямалетдинов, Сәлимйән Бәҙретдинов – уның ҡорҙаштары. «Атайым күп балалы ғаиләнән. Ғәҙел, яуаплы булғаны өсөн уны бала сағынан «Өлгө Салауат» тип йөрөткәндәр. Белорет педагогия училищеһынан һуң БДУ-ның фило­логия факультетын тамамлаған. Әсәйем дә университетта география факультетында белем алған. Әйткәндәй, уның нәҫеле яғынан диндар кешеләр күп, араларында Троицкиҙа Зәйнулла Рәсүлевтың шәкерте булғандары ла бар», – тип һөйләй Гүзәлиә. Зәнифә Ғәли ҡыҙы география, тарих уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, Башҡор­тостандың мәғариф отличнигы. «Әсәйем беҙҙе эшкә өйрәтеп үҫтерҙе, тәртип һәм тәүфиҡ – бәхет нигеҙе тигән ҡиммәттәргә инандырҙы. 14 йәшемдә Өфөгә, Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға киткәнсе атайым менән әсәйем төп тәрбиәүи орлоҡтарҙы күңелемә һалғанға, үҙ-үҙемә ышаныс тыуҙыр­ғанға, «һин булдыраһың», «бер ваҡытта ла бирешмә» тигән төшөн­сәләрҙе һеңдергәнгә рәхмәтлемен», – ти Гүзәлиә.
«Ғаиләм – тормош терәгем»
...Эйе, Күгәрсен районынан кире Өфөгә килеп төпләнгәнгә лә ике тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙған. Айҙар Юлай улы республиканың иң ҙур сәнәғәт ойошмаларының береһендә уңышлы эшләй, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә газ транспортировкалау тармағында хеҙмәт иткән күп һанлы белгестәргә белем бирә.
Балтабаевтарҙың өлкән улдары Рәсүл Өфө дәүләт нефть-техник университетының дүртенсе курсында белем ала, уртансы улдары Искән­дәргә – 15 йәш, һигеҙенсе класта уҡый, футбол менән шөғөлләнә. 2014 йылда донъяларын йәмләп тыуған ҡыҙҙары Сафияға иһә күптән түгел 7 йәш тулған. Бәләкәстән бейеү менән мауығыусы ҡыҙсыҡ быйыл мәктәпкә барасаҡ.
«Һөнәрем, эшем миңә үтә яҡын һәм мөһим булһа ла, тормоштағы төп йыуанысым һәм шатлығым – ғаиләм, балаларым. Әсәйемдең: «Ирҙе ир иткән дә, хур икән дә – ҡатын. Ирҙән өҫтөн булырға ярамай», – тигәне хәтергә уйылған. Үҙем малайҙар әсәһе булғас, көслө заттың беҙҙең хәстәргә, йылыға ни хәтлем мохтаж булыуын яҡшы аңлайым. Ә инде ҡыҙыбыҙҙы Хоҙайҙан һорап алған, күптән көтөлгән бүләк итеп ҡабул иттек. Шөкөр, үҙебеҙ теләгәнсә ҡорған донъябыҙ бар, иң мөһиме – ундағы мөхит һәр саҡ ҡотло, бәрәкәтле булһын, ырыҫтан яҙҙырмаһын. Ғөмү­мән, алға табан сабыр итә-итә, бер маҡсатлы булып, үҙ-ара хөрмәт менән атларға кәрәк. Ә тормош еңелдән түгел. Әммә тырыштар, маҡсатлылар һәр саҡ йәшәйешен бөтөн, күркәм итеүгә өлгәшә», – ти хеҙмәттәшем. Уның был һүҙҙәрендә хәҡиҡәт тә, тормош дөрөҫлөгө лә ярылып ята.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: