-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
1 Февраль 2021, 13:44

Моң килтергән бәхет

Сәхнә йондоҙо, халыҡ һәм эстрада йырҙарын күңелгә үткәреп башҡарған Миңзифа Исҡужинаға Башҡортостандың халыҡ артисткаһы исеме бирелде. «Каруанһарай», аҙаҡ «Далан» фольклор-эстрада төркөмө солисткаһының репертуары – бай, тауышы – сағыу, сәхнәлә үҙен тотошо – ипле, зауыҡлы кейемдәре лә күҙҙе иркәләй.Миңзифа Усман ҡыҙы 1965 йылдың 15 ғинуарында Баймаҡ районы Темәс ауылында 8 балалы ғаиләлә донъяға килә. Әсәһе Ғилмивафа 81 йәшкә етеп арабыҙҙан китә, унан саҡ ҡына алдараҡ, 5 йыл элек, атаһы баҡыйлыҡҡа күскән була.

«Йырсы булам!»
«Иҫ белгәндән йырланым да йырланым. Бергә уйнап үҫкән ҡыҙҙарҙы тамашасы итеп ултыртам. Йырлайым да баш эйәм, улар ҡул саба», – тип хәтерләй ул бала сағын. Популяр һинд фильмдары ҡыҙҙарына оҡшап торған ҡара һылыу Миңзифаны нисек яратмайһың? Шул ваҡытта Нәзифә Ҡадированың пластинкалары сыға. Тиҙ генә отоп алып, ҡайҙа ла, хатта ҡышҡыһын саңғы менән урманға сығып китеп тә, рәхәтләнеп ҡысҡырып йырлай. Әле генә аңлай, тауышына һыуыҡ тейҙереп ҡуйыуы хәүефен. Йырсы булырға, шулай итеп, ул бәләкәйҙән хыяллана.
5-се класта гармун тартырға өйрәнеп ала. Ҡыҙҙарын рәхәтләндереп бейетә. «Аҙаҡ, гармунсы егеттәребеҙ хеҙмәткә алынып бөткәс, клубта йәштәрҙе бейетә торғайным. Улар арыһа, үҙем торам да, уйнап йөрөйөм, бейеп йөрөйөм. Вәт, йәшлек!» – тип хәтерләй ул.
Мәктәптә мәҙәни саралар Миңзифаһыҙ үтмәй. Гел байрам уртаһында була ул. Вокал ансамбле төҙөй. Темәс урта мәктәбен тамамлағас, уҡытыусылары уға, йырсы булырға Өфөгә барырға кәрәк, тигән кәңәш бирә. Әммә әсәһе, йырсы ла булдымы һөнәр, тип, уҡырға ебәрмәй. 1 июль көнө бәләкәй ҡустылары тыуа. Өйҙә ҙур хужалыҡты ҡарау ҡыҙҙың иңенә төшә – һыйыр һауа, мал баға. Баймаҡтан бер ҡоҙасалары һатыусыға уҡырға барырға йөрөгәнен ишетеп ҡалып, аптырағандан уға эйәрә. Уҡырға бөтөнләй кәйефе булмай, шулай ҙа, сауҙа курсын тамамлап, кибеттә эшләй башлай. Йәй етә. Белем алырға Өфөгә юлланырға ниәте, тик, иҫәп-хисап эшләп, магазинды ҡалдырып китергә кеше юҡ. Тағы имтихандарға һуңға ҡала. «Август айы ине. Өс ҡыҙ поезға ултырып сыҡтыҡ та киттек Өфөгә. Ҡайҙа, кемгә барырыбыҙҙы ла белмәйбеҙ. Ике туған ағайымды осраттыҡ. Эш эҙләп килеүебеҙҙе әйткәс, ул Черниковкаға, Өфө моторҙар төҙөү берекмәһенә, алып китте. Эшкә алалар, тик бер ай самаһы уҡырға кәрәк буласаҡ, тигәстәре, документтар алып килергә тип, кире киске поезға ултырып ҡайтып киттек», – тип иҫкә ала ул ваҡыттарҙы Миңзифа.
Даланлы «Далан»
«Каруанһарай» тарҡалғас, улар «Далан» төркөмөнә нигеҙ һала.
Ансамблгә килгән ҡыҙҙар даланлы юлға аяҡ баҫа – кейәүгә сыға, бәпәй таба. «Артур, мин, Редик Сәғитов – «Далан»дың инешенән алып килгән кешеләр. Беҙгә Алмаз Сирусин, бейеүсе Венер Ҡолмөхәмәтов, ҡурайсы Венер Сәйфетдинов, Регина Баракова өҫтәлде. Моңло ғына тауышлы ҡыҙ эҙләйбеҙ», – ти халыҡ артисткаһы.
Тәбиғәттән Миңзифа – лидер. Әммә ул ирен алға сығара, кәрәккәндә өндәшмәй ҡала белә. Күп нәмәне алдан тоя, ул әйткәнсә булып сыға. «Икебеҙ ҙә сәнғәт кешеһе булып, бергә эшлә­үебеҙ еңел. Бер-беребеҙгә беҙ алыҫ юлға сыҡҡанда ла, сәхнәлә лә – терәк», – ти Миңзифа ханым. Башҡорт сәхнәһендә ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡолас ташлап ижад иткән, матур балалар үҫтергән, туған ҡәҙерен белгән, халҡының аҫыл ҡомартҡыларын балҡытҡан, моңға яңыса яңғыраш биргән иҫ киткес талантлы ғаилә булып ойошҡан улар. Миңзифа Исҡужина һәм Артур Туҡтағолов төҙөгән моң иле – күптәрҙең күңел йыуанысы, шатлыҡ даръяһы. Ошо донъянан килгән нурҙы сайпылтмай, бүҫкәртмәй йәшәү уларҙың күңел юғарылығынан, бер-береһенә ихтирамдан килә. Ошо бейеклекте тотоу, йылылыҡты һаҡлау – алсаҡ, йомарт йырсыбыҙ Миңзифа Исҡужинаның да ҡаҙанышы. Бәхетле ҡатын, әсәй, өләсәй, ҡәйнә булыу шатлығы уның моңона тағы ла сағыулыҡ, йылылыҡ өҫтәй. Йөрәген йырлата, тирә-яғын моңға сорнай. Бала саҡтан, йырсы булам, тип хыялланған ҡыҙ мораҙына ирешә. Шуның менән ул барыһын да бәхетле итә.

Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: