-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
29 Ғинуар 2021, 13:04

Иғтибар! Яңы бәйге: «Фотоһүрәттә – әсәй»

Ҡосағында бала булған һылыуҙан да сибәр юҡ. Ул шундай яғымлы, һөйкөмлө. Унан бәхетле кеше бармы икән донъяла? Унан да хәстәрле, унан да ғәмле, унан да бөйөк, унан да шат. Әсә фотоһүрәттәренән наҙ, яратыу бөркөлә. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы иғлан иткән яңы бәйге лә «Фотоһүрәттә – әсәй» тип атала. Конкурсҡа эштәрҙе йыл башынан 31 октябргә ҡәҙәр көтәбеҙ. Иң уңышлы тип табылғандары журнал биттәрендә донъя күрәсәк. Бәйгелә I урынға сыҡҡан фоторәсем авторын – планшет, сайтта барған тауыш биреүҙә иң күп лайыҡ йыйған бәйгесене кеҫә телефоны көтә.Конкурстың талаптары һәм шарттары менән bashkortostankyzy.rbsmi.ru журнал сайтында таныша алаһығыҙ.

«Фотоһүрәттә – әсәй»
фото эштәр конкурсы шарттары
  1. Дөйөм шарттар
  2. Конкурста йәшенә, шөғөлөнә һәм йәшәгән урынына ҡарамай, һәр кем ҡатнаша ала.
    Эштәрҙе [email protected] электрон адресҡа ебәрергә кәрәк.
    Фотоһүрәттәрҙе һайлап алғанда һәм еңеүсене билдәләгәндә редакция түбәндәге критерийҙарға таяна:
    • эштәрҙең конкурс темаһына тап килеүе;
    • нәфислек йәһәтенән камил һәм үҙенсәлекле булыуы;
    • техник яҡтан сифатлы башҡарылыуы.
      1. Конкурстың маҡсаттары һәм бурыстары
      2. Конкурстың маҡсаттары булып йәмәғәтселек фекерендә әсәлек һәм балалыҡ образдарын популярлаштырыу, ғаилә институтының, бала бағыу һәм тәрбиәләүҙең йәмғиәт өсөн иң юғары ҡиммәттәр булып ҡалыуын күрһәтеү тора.
        Конкурстың бурыстары:
        • ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, әсәлек һәм балалыҡ бәхете төшөнсәһенең оло мәғәнәһен асыу;
        • конкурста ҡатнашыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен күрһәтеү;
        • фото сәнғәте өлкәһендә яңы исемдәр һәм таланттар асыу, фото төшөрөү сәнғәтен үҫтереү.
          1. Конкурстың шарттары
          2. Конкурсҡа ебәрелгән эштәр рецензияланмай.
            Конкурсанттарҙың үҙ эшенә авторлыҡ хоҡуҡтары һаҡлана.
            «Башҡортостан ҡыҙы» журналы конкурсҡа ебәрелгән фотоһүрәтәрҙе автор гонорары түләмәйенсә түбәндәге маҡсаттарҙа файҙаланыу хоҡуғына эйә:
            • журналда баҫа ала;
            • төрлө саралар ойошторғанда күргәҙмә рәүешендә ҡуя ала.
            • Авторлыҡ хоҡуҡтар боҙолған осраҡта яуаплылыҡ фотоһүрәттәрҙе конкурсҡа ебәргән кешенең иңенә ята.
              1. Конкурсҡа ебәрелгән эштәргә ҡуйылған талаптар
              2. Конкурста ҡатнашыуға һанлы фото техникаһы ҡулланып төшөрөлгән эштәр ҡабул ителә.
                Фотоһүрәттәр төҫлө һәм шулай уҡ аҡ-ҡара булыуы ихтимал.
                Барлыҡ конкурс материалдары тик электрон форматта ҡабул ителә.
                Фотоһүрәттәрҙе, автор фекерен нығытыу маҡсатында, махсус компьютер программалары ярҙамында эшкәртергә рөхсәт ителә.
                Башлыса график редакторҙар ярҙамында (фотоколлаж) башҡарылған фотоһүрәттәр конкурста ҡатнаша алмай.
                1. Конкурсты үткәреү ваҡыты
                2. Конкурсҡа эштәр 2021 йылдың 1 февраленән 31 октябренә тиклем ҡабул ителә.
                  1. Еңеүселәрҙе бүләкләү
                  2. Ике призлы урын булдырыла:
                    • редакция иң яҡшы эш тип тапҡан фотоһүрәт. Еңеүсе диплом һәм планшет менән бүләкләнә;
                    • «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сайтында иң күп тауыш йыйған эш. Авторы диплом һәм кеҫә телефоны менән бүләкләнә.
                    • Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 273-26-89.
                      Читайте нас: