+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
28 Декабрь 2020, 13:21

Ауырлыҡтар аша килгән бәхет

Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, нефть сәнәғәте отличнигы, утыҙ йылдан артыҡ электр машиналары элементтарын ураусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Факиһа Закир ҡыҙы Ғәйнуллина 1 декабрҙә үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Бай тормош тәжрибәһе туплаған, күңеленә ятҡан кешегә кейәүгә сығып, уның менән 47 йыл мөхәббәттә ғүмер кисергән, тәүфиҡлы балалар үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарын татып көн иткән аҫыл ҡатындың ауырлыҡтарға бирешмәй, ҡотло, бәрәкәтле донъя төҙөп, бәхет эсендә йәшәүе лә – үҙенең күңеле киң, кешеләргә алсаҡ, донъяға асыҡ булыуынан.

Етемлектә үткән бала саҡ
– Беҙ өсәү инек. Бәләкәй генә сағымда әсәйем үлгәс, атайым, ирен урманда ағас баҫып, кескәй балаһы менән тол ҡалған ҡатынға өйләнгән. Мине имеҙеп үҫтерер тигәндер инде. Үгәй әсәй атайым өйҙә саҡта беҙгә теймәй ине. Ул фронтҡа китеп, үлем хәбәре килгәс, тормошобоҙ түҙгеһеҙгә әйләнде. Өйҙә бер болан мөгөҙө эленгәйне. Ә унда – атайымдың ҡайыш сыбыртҡыһы. Шуны алып Сәлимә апайыма әллә нисә тапҡыр һыҙыра тартты. Ул башын ҡаплап бөгәрләнеп ятты. Арҡаһында буй-буй ҡан эҙҙәре сәбертеп сыҡты. Бәләкәй булһам да, етеҙ, тапҡыр һүҙле инем. Йүгереп барып Ғәбиҙә апайға ошо хаҡта һөйләнем. Ҡотҡорҙа торған әсәйемдең бер туған апаһы менән һеңлеһе уны килеп алдылар. Беҙ Ишбулды ағайым менән тороп ҡалдыҡ. Ағайым хәҙер мәрхүм инде. Аҙаҡ ҡына аңланым, ниңә апайымды ғына алғандарын – улар мине үлгән тип уйлаған. Үгәй әсәйҙең балаһы бар ине, мин түгел, ә ул үлгән, шуға мине уның ҡыҙы тип уйлағандар, – тип бала саҡ хәтирәләренә бирелә Факиһа ханым.
...Апаһын алып киткәс, Факиһаны үгәй әсәй, Әүжәнгә алып барып, бер таныш түгел кешеләрҙә ҡалдыра. 5 йәшлек кенә бала әллә ни хәтле ерҙе йәйәүләп ҡайта. Нисек айыу-бүре кеүек йыртҡысҡа эләкмәгән шунда! Әле булһа ҡото осоп иҫләй шул хәлде.
Ҡыҙҙы Байназар балалар йортона бирәләр.
Ҙурая төшкәс, уҡыусылар менән Шүлгәнгә китеп барышлай Ҡотҡор тапҡырында бесән сабып йөрөгән ауыл кешеләрен күрәләр. Бер ҡатын, арттарынан йүгереп килеп, Факиһаны ҡосаҡлап ала. Тәрбиәселәр, ни булғанын аңламай, аптырашҡас, теге ҡатын ҡайҙан икән­дәрен һораша. Байназарҙан тигәс, ҡыҙҙан кем булыуын төпсөнә. Әхмәҙуллина Факиһа Закир ҡыҙымын, тигәс, уны ҡосаҡлап иларға тотона. Әсәһенең һеңлеһе булып сыға. Үҙ ҡанын атлап килешенән, төҫ-һыпатынан таный ул. Төркөмдө өйҙәренә алып ҡайтып, мунса индереп, йоҡлатып ҡайтарып ебәрәләр.
Мәктәптә уҡығанда билдәле шағир булып китәсәк берәү тәнәфестә «Их, Факиһа, һине һөйәм!» тигән акрошиғыр яҙылған хатын ҡыҙҙың усына йомдора. Факиһа был серен яҡын әхирәтенә һөйләй. Был хаҡта бөтә мәктәп белгәс, шул хәтлем уңайһыҙ хәлгә ҡалғанын аңлай. «Күргәнемде лә, күрҙем, тип берәүгә лә бер нәмә лә һөйләмәҫ булдым», – ти ул.
7-се класты тамамлағас, өс ҡыҙҙы – Фәриҙә, Сания, Факиһаны – Байназар балалар йортонан Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһына уҡырға инергә ебәрәләр. Имтихандарҙы Факиһа ғына уңышлы үткән булып сыға. Ҡыҙҙарынан айырылырға теләмәй, улар менән ҡайтып китә. Белоретҡа ебәргәндәрендә лә Факиһа ғына уҡырға ингәне беленә. Ҡыҙҙарҙан ҡалмайым тип йыйынғас, өсөһөн дә ҡабул итергә мәжбүр булалар. Буяусы-быяласы һөнәренә эйә булған ҡыҙҙарҙы Өфөгә төҙөлөшкә эшкә алып киләләр.

Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: