Әлфиә Ғәҙелйән ҡыҙының тормош юлы үтә лә ябай кеүек. Сөнки ул бәргеләнеп-һуғылып йөрөмәгән. Яҙмышы ла кәрәкле кешеһен юлына сығарып ҡуйған, ваҡытында үҙе лә мөһим ҡарарҙарҙы ҡабул итә белгән. Ейәнсура районы Яңыбай ауылында тыуған ул. Әммә иҫ белгәндән үҙен Иҫәнғол ҡыҙы итеп тоя. Ошонда урта һәм музыка мәктәптәрен тамамлаған. Атаһы, Ғәҙелйән Йосоп улы Замалетдинов, гел етәксе вазифаларҙы биләй. Ейәнсурала – ремонт-төҙөлөш участкаһы, Өфөлә идаралыҡ начальнигы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әсәһе Фәрхизә Фәйзулла ҡыҙы «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығының баш бухгалтеры вазифаһын башҡарған. Нескә күңелле ҡыҙҙарының гүзәллек, моң, әҙәбиәт солғанышында үҫеүе уға ҡанат ҡуясағын яҡшы аңлай улар. Фортепьяно класында Әлфиә бик теләп шөғөлләнә. Әле лә ата йортонда уға тип алынған был музыка ҡоралы, хужаһын көтөп, моңайып ултыра.
Мәктәпте уңышлы тамамлаған Әлфиәнең теләгән юғары уҡыу йортона инерлек үҙ-үҙенә ышанысы була. Ул медицинаны һайлай. Тап шул йылда Өфө медицина институтында фармацевтика факультеты асыла. Документтарын дауалау факультетына биргән урындан, кире уйлап, яңы асылған йүнәлеш буйынса уҡырға ниәт итә. Был аҙымын атаһы ла хуплай. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инеп китә. Шул ваҡытта дөрөҫ ҡарарға килеүенә әле лә һөйөнөп бөтә алмай Әлфиә Ғәҙелйән ҡыҙы. Уҡыу ҡыҙға еңел бирелә. Дүртенсе курста кейәүгә сыға. Буласаҡ тормош иптәше Марат Насирулла улы Рәхмәтуллин күршелә генә йәшәй. Өфө дәүләт нефть институтында уҡып йөрөгән егет иҫ киткес һылыуға әйләнеп үҫеп еткән Әлфиәгә күҙ һала. Ялдарға ҡайтҡан йәштәр дискотекаға барырға килешә һәм шул көндән айырылышмай, тормош юлын бергә үтергә ҡарар итә. Егет тә яҡшы ғаиләнән: атаһы ғүмер буйы халыҡ контролендә эшләй, әсәһе – физика-математика уҡытыусыһы. Әлфиәнең ата-әсәһе менән ҡатышып, дуҫ йәшәйҙәр. Ҡасандыр мәңге бергә булырға вәғәҙәләшкән ир менән ҡатын хәҙер инде мөхәббәттә 35 йыл ғүмер кисерә. 1985 йылда ҡыҙҙары Аида тыуғас, тормоштарына йәм өҫтәлә. Урта мәктәпте – тик «бишле»гә, Хоҡуҡ институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған ҡыҙҙары уларға ҡыуаныс ҡына килтерә. Әле уның балалары Амалия һәм Эмир – олатай менән өләсәйгә балдан татлы күңел йыуанысы. «Улар менән икенсе йәшлегебеҙҙе кисерәбеҙ», – ти Әлфиә Ғәҙелйән ҡыҙы.
Табиптарҙан: «Һеҙгә тәғәйенләмәгән дарыуҙарҙы үҙ белдегегеҙ менән ҡулланмағыҙ!» – тигән киҫәтеүҙе йыш ишетергә тура килһә лә, күптәр интернетта йөрөгән рецептарҙы үҙендә һынап ҡарарға ашыға. Күп йылдар дарыуханалар системаһында эшләгән Әлфиә Рәхмәтуллина иһә быны ҡәтғи тыя һәм заруратһыҙ дарыу ҡулланмаҫҡа, тәбиғи аҙыҡтар менән туҡланырға, шәкәрле ризыҡтарҙы сикләргә, сама белергә кәңәш итә. Услап витаминдар ашауҙы ла хупламай. Әлбиттә, сирләгән ваҡытта табип яҙған дарыуҙарҙы алырға, дауаланмайынса ауырыуҙы аҙҙырырға ярамай. Мөғжизәүи рәүештә теге йәки был сирҙән арындырыуҙы вәғәҙә иткән дарыуҙарҙы интернет аша яҙҙырып алыуҙан тыйылырға, шифа тип рекламаланған әйберҙәргә шикләнеп ҡарарға кәрәк. Тик табип ҡушыуы буйынса һәм дарыуханалар селтәре аша таратылған дарыуҙарға өҫтөнлөк биреү мөһим.
Әлфиә Ғәҙелйән ҡыҙы Рәхмәтуллина кешеләргә изгелек өләшеп, гүзәллек тыуҙырып, тәртипкә һалып, донъяны сафландырып йәшәүселәр рәтендә. Ул гүзәл ҡатын ғына түгел, уңған етәксе, һөйөклө ҡатын, әсәй, өләсәй ҙә. Донъялағы тәртип иһә тап ошондай уңған аҫыл заттар ҡулында.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.