+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
30 Октябрь 2020, 12:21

Балаларға арналған ғүмер

Бер заман, 2012 йылда, Әлшәй районының Сурай ауылында мәктәп ябылыу ҡурҡынысы килеп тыуа. Сөнки уҡыусылар һаны тейешленән кәм булып сыға. Шул саҡта уҡытыусылар бәләкәй күрше ауылдарҙан район үҙәгендә, йәки Дәүләкәндә интернатта ятып уҡырға мәжбүр балаларҙы йәшәргә үҙ йорттарына алып ҡайта, бер тин хаҡ һорамай бушлай ҡарай. Әлеге көндә мәктәп нисек йәшәй, коллектив ни хәлдә, уҡыусыларҙың кәйефе нисек? «Башҡортостан ҡыҙы» журналы Сурай ауылында ҡунаҡта булды.

Ауыл ҡото – мәктәп
Туғыҙ йыллыҡ мәктәпкә быйылғы уҡыу йылында 41 бала белем алырға килгән. Ҙур ғына ауылдарҙа балалар һаны тулмағанлыҡтан белем усаҡтары ябылғанда, Сурай мәктәбе һаҡланып ҡалған.
Мәктәп менән 23 йыл Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы Солтангәрәева етәкселек итә. 36 йәшендә генә яуаплы вазифаға егелгән ҡатынға тартҡан йөгө ауыр тойолмай. Илһамланып, дәртләнеп, сәмләнеп тотона ул эшкә. Үҙе физика менән математиканан уҡыта. Тәүге сығарылыш уҡыусылары ултыртҡан күк шыршылар, мәктәпте ел-дауылдарҙан ҡурсалағандай, мөһабәт булып күккә олғашҡан хәҙер.
280 кеше йәшәгән бәләкәй генә ауылда балаларҙың шат тауыштары яңғырай. Гөрләшеп улар дәрескә йүгерә. «Ауыл балалары ихласлығы, самимилығы менән айырылып торған кеүек. Аяуһыҙ донъяла нисек кенә йәшәр инде был балалар, тип ҡайғырһаҡ та, уҡыуҙы тамамлауға уларҙың да үҙгәреүен, ҙур тормошҡа әҙерлеген тоябыҙ. Балалар тырыш. Ата-әсәләр ҙә артабан уларҙың уҡыу теләген баҫырып ҡалдырмай. Ауылда ҡалыусылар бар. Эсмәй, боҙоҡ эштәр ҡылмай, матур ғына итеп эшләп йөрөүҙәре беҙҙе, уҡытыусыларҙы, һөйөндөрә. Шәхси хужалыҡтарҙа мал үрсетәләр, шуның менән йәшәйҙәр», – ти Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы. Ауылда ике магазин, мәсет, клуб, балалар баҡсаһы бар. Колхоз тарҡалғас, бер аҙ ҡаушап ҡалған кешеләр үҙҙәрен тиҙ ҡулға ала, тырышып мал үрсетә, умарта ишәйтә башлай. Хоҙай йорто төҙөлгәс, был хәлгә совет тәрбиәһен алған уҡытыусылар һағайыбыраҡ ҡарай. «Ағинәй» мәсетен ауылдаштары өсөн Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдинова һалдыра. Балаларҙың башын бутамаҫтармы? Диндә лә әллә нисәмә төрлө йүнәлеш бар, беҙҙең мәсет нисек эшләр? Борсолоуҙар урынһыҙ булып сыға. Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы үҙе лә – мәктәптең көтөп алған ҡунағы. Яҡшы өлгәшеүсе уҡыусыларға аҡсалата бүләктәр бирһенме, баш ҡаланан, уҡыусыларҙы дәртләндереп, илһамландырып, тоҡандырып ебәреүсе билдәле яҙыусы, артистарҙы алып ҡайтһынмы – барыһы ла йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү маҡсатынан эшләнә. Мәсеттә йома көндәрендә тәмле аш әҙерләнә, вәғәздәр, аяттар тыңланыла – балаларға унда барыу тыйылмай. Шул мәсет ихатаһында тыуған ил именлеге өсөн баш һалған яугирҙәргә һәйкәл ҡуйылған, эскәмйәлә ултырып, хисләнеп рәхмәттәр уҡыу, хәтергә төшөрөү өсөн уңайлыҡтар булдырылған.
Зәкиә апай өсөн мәктәп ихата­һындағы һәр ҡыуаҡ, ағас иҫтәлекле хәтирәләр уята. «Был ағасты Миңзәлә апай үҙе баш ҡаланан алып ҡайтты, был шыршыларҙы, тормош иптәшем урман ҡараусы булып эшләгән сағында ултыртты. Баҡсаны уҡыусылар тәртиптә тота, ҡый үләндәрен йолҡоп тәрбиәләп тора», – ти ул.
Ауыл муллаһы Жәүит хәҙрәт Ризуанов үҙе лә, мәсеткә балалар инһә, тәрбиәүи, әхләҡи һөйләшеүҙәр үткәрә. Мәсет тәртипкә өйрәтә, тип һанай уҡытыусылар. Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙының тормош иптәше Ҡадурий әфәнде мәктәптең сантехникаһын ҡуйғанда ҙур ярҙам күрһәтә. Балаларҙың һәр береһенә ҡурай һатып алыусылар ҙа – улар.
Зәкиә – булдыҡлы, зирәк
Зәкиә апайҙың атаһы Ғәлимйән Мөхәмәҙиев, Сталинград яуын үткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғүмер буйы умарта тота. «Атайым, 73 йәшен тултырып, баҡый донъяға күсһә, сөгөлдөр үҫтереп, колхоз эшендә йөрөгән инәйем 93-кә тиклем йәшәне. Беҙ ғаиләлә бер туған дүрт ҡыҙ, ике малай үҫтек. Әле бер һеңлем, Гөлсөм Шафиҡова, баш ҡаланың 20-се гимназияһында технология дәрестәрен бирә, икенсеһе, Зәнүфә Хәкимова, беҙҙең мәктәптә химия фәнен алып бара», – ти Зәкиә ханым.
Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы, башланғыс белемде тыуған ауылы Сәпәштә алғас, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға инә. Физик булып китеүендә һөйөклө уҡытыусыһы Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхинаның хеҙмәте ҙур. Олимпиадаларҙа ҡатнашып йөрөгән тырыш ҡыҙҙы мөғәллимәһе һаман да һағынып иҫләй. Интернатта уҡығандар бер туған кеүектәр. Бер-береһен, әллә ҡайҙан танып, тарта башлайҙар. Зәкиә апайҙың ике һеңлеһе лә ошо интернатты тамамлай. Башҡорт дәүләт педагогия институтына бергә уҡырға инеп, бер бүлмәлә йәшәгән Әбйәлил ҡыҙы Рәйлә Яҡшембәтова менән улар һаман да хәбәрләшеп тора. Хеҙмәт юлын ул «Дим» совхозы мәктәбендә башлай. Унда ике йыл эшләгәс, Сурай егете Фәнир Солтангәрәевҡа кейәүгә сыға. Иптәшен зоотехник итеп Михайловкаға ебәрәләр, йәш кәләш уның артынан күсенә. Ире ауыл хужалығы институтына уҡырға ингәс, донъя йөгөн бер үҙенә тартырға тура килә. Балалары тыуып, ете йыл үтеүгә кире «Дим»гә күсәләр. Унда оҙаҡ торорға тура килмәй уларға – биш йылдан яҙмыш уны Сурай мәктәбенә директор итеп алып килә. «Эштең ауыр икәнен йәш ваҡытта уйламайһың. Шулай булырға тейеш икән, тип ҡабул итәһең», – ти Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы, хәтирәләргә бирелеп. Ҡыҙҙары Нәркәс менән Ләйсән буй еткергән. Иптәшенең, хаҡлы ялға сыҡҡас та бер көн эшләмәҫмен, тип әйткәне Хоҙай Тәғәлә тарафынан ҡабул булыпмы, юбилейын үткәреү менән ул фажиғәле вафат була. Оло ҡыҙы Нәркәс Бирҙекәева Бөрйән район дауаханаһына табип булып ҡайтҡан. Ҡайтҡан тием, сөнки ул Бөрйән егетенә кейәүгә сыҡҡан. Кинйәләре Ләйсән Бакирова Өфөнөң 28-се махсус (коррекция) мәктәп-интернатында эшләй. Художестволы графика бүлеген тамамлаған ҡыҙ әсәһенең биҙәлешкә, сәнғәткә булған һөйөүен дауам итә кеүек. Ҡыҙҙары үҙ эштәрен мөкиббән бирелеп башҡарыуына һөйөнә әсә кеше. Бынамын тигән кейәүҙәре, Мортаза, Арыҫлан исемле ейәндәре – күңеленә йыуаныс. Алтмышын артылғас, тәүәккәлләп, Зәкиә ханым «тимер атты» ауыҙлыҡлай. Эш буйынса ла етеҙлек талап ителгән заманда башҡаса мөмкин дә түгел, ти ул.
Хеҙмәттәштәренең уның хаҡында йөрәк түренән сыҡҡан «хәстәрлекле», «аҡыллы кәңәшсе», «ҡорос атты йүгәнләгән сая башҡорт ҡатыны», «беҙҙең заман геройы», «ярҙамсыл», «оҫта етәксе», «ихтирамлы», «үрнәк», «маяҡ» һәм башҡа йылы һүҙҙәре юҡҡа әйтелмәгәндер. Уны Мостай Кәримдең Оло инәйенә лә тиңләйҙәр, сөнки йөрәгенә бөтәһенең дә шатлығы, хәсрәте һыя. Үҙ ваҡытында 9 йыллыҡ мәктәпте һаҡлап ҡалған Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы Солтангәрәева республика тарафынан «Йыл кешеһе» исеме менән билдәләнгән. Ә ул етәкләгән коллектив белемле, һәләтле, ижади балалар тәрбиәләүе менән дан ҡаҙанған. Сурай мәктәбе иһә бөгөн – белем усағы ғына түгел, ә ауылдың ҡото, йәме лә.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Әлшәй районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: