+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
30 Сентябрь 2020, 13:43

Туғанлыҡ ҡәҙере

Ҡапыл ғына күҙ һалғанда уларҙы игеҙәктәр тип уйлайһың да, иғтибарлап ҡарағас ҡына, апалы-һеңлеле икәндәрен абайлайһың. Бер иш таралған сәс, ғәжәйеп йылылыҡ һирпелгән күҙҙәр, ҡарлуғас ҡанатылай һыҙылып киткән ҡаштар, төп-төҙ танау – икеһен дә бер үк йөҙ һыҙаттары күркәм иткән ханымдарҙы тыңлайым да, халҡыбыҙҙы гүзәл милләт иткән хистәрҙең береһе ул – туғанлыҡ тойғоһо, тием. Был ҡөҙрәтле хисте бала саҡтан йөрәгендә йөрөткәнгә күрәлер, Әбйәлилдә тыуып үҫкән мәғариф уңғандары Рәйлә Сөләймән ҡыҙы Хафизова менән Рәйсә Сөләймән ҡыҙы Нурғәлина иң һынылышлы мәлдәрҙә лә үҙҙәрен яҡлаулы, һаҡлаулы, мәртәбәле тоя һәм, йән бөтөнлөгөн сайпылтмайынса, бәхет-бәрәкәткә, уңыш-ҡаҙанышҡа өлгәшеп ғүмер кисерә.

Сөләймән ҡыҙҙары
«Ябалаҡлап аҡ ҡар яуған тын ауыл урамы буйлап ун йәш тирәһендәге ҡыҙыҡай сана һөйрәп китеп бара. Санала – пальто өҫтөнән шәлгә төрөлгән дүрт йәшлек туғаны. Ул ҡыҙсыҡтар Рәйсә апайым менән беҙ инек... Бала саҡтың үтә лә татлы бер хәтирәһе булып, ошо күренеш йылдар аша мине оҙатып килә. Ҡыш көндәрендә апайым шулай мине гел Ҡыҙыл йылғаһы буйына сана шыуырға алып бара торғайны. Боҙ менән ҡапланған йылға уртаһын уйып, арба күсәре туңдырылған, күсәр буйлап йыуан таяҡтар беркетелгән. Шуларға саналарҙы тағып, эй, боҙ түңәрәк буйлап геү килеп шыуа балалар. Күсәрҙе әйләндереүсе – апайым. Эңер төшкәс, мин ултырған сананы тартып, ул ҡайтырға сыға. Үҙе сабый ғына апайымдың да бик шыуғыһы килгәндер, ә ул гел күсәр әйләндереп, миңә рәхәт булғанға шатланып торҙо, тип уйлайым йылдар үткәс. Ғүмер һуҡмаҡтары буйлап та шулай: ул, хәстәрләп, юл яра, мин, һыйынып, артынса атлайым. Тормош тәжрибәһен дә, һөнәри оҫталығын да алдараҡ туплап һәм һәммәһен минең менән бүлешеп, ҡурсалап барған апайым – ҡарындашым, бауырҙашым, серҙәшем, кәңәшсем генә түгел, ҡанаттарын йәйеп, ел-ямғырҙан ышыҡлаусы фәрештәм дә...» – шулай тип уртаҡлаша үткәндәр тураһында уйҙары, хис-тойғолары менән Рәйлә ханым.
Сөләймән ҡыҙҙары. Уларҙы яҡташтары хөрмәтләп, яратып, шулай тип йөрөтә. Атайҙарына халыҡ ихтирамы ла сағыла был һүҙҙәрҙә. «Ике тамсы һыу кеүек оҡшаһаҡ та, холоҡтарыбыҙ төрлө-төрлө, – тип ялғай әңгәмәбеҙҙе Рәйсә Сөләймән ҡыҙы. – Рәйлә, әсәйем һымаҡ, ут, тура һүҙле, бөтмөр, мин иһә, атайым кеүек, тыныс, һалмаҡ. Һеңлем оҫта бейеп дан ҡаҙанһа, мин волейбол уйнарға яраттым, һәр ҡайҙа ла волейбол командаһы капитаны булдым. Атайыбыҙ Сөләймән Ғаззал улы менән әсәйебеҙ Нәҡиә Абдулла ҡыҙы, икәүһенекен ҡушҡанда, 81 йыл ғүмерҙәрен мәктәпкә арнаған. Һеңлем менән минекен дә өҫтәһәк, ғаиләбеҙҙең мәғариф стажы быуат ярымдан артып китә».
Йәйғор төҫөндәге бала саҡ
...Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда алынған Сөләймән Вилданов Оло Еңеүҙән һуң япон милитаристарына ҡаршы һуғыша, артабан илебеҙҙең Алыҫ Көнсығыш сиктәрен һаҡлай һәм ауылына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Яу яландарында йөрөгән саҡтарҙа батыр егеттең: «Иҫән-һау ҡайтып, өйләнһәм, кәлә­шемде лә, балаларымды ла ҡәҙерләп кенә йәшәтәсәкмен!» – тип әйткән һүҙе була.
«Ғаиләбеҙ, ысынлап та, һөйөү тантана иткән кескенә бер донъя ине, – тип хәтерләй Рәйлә менән Рәйсә. – Дүртәү үҫтек, һәр ҡайһыбыҙ үҙенең ҡәҙерле икәнен тойоп буй еткерҙе. Ағайҙарыбыҙ Ринат менән Ришатты, ир бала булараҡ, әлбиттә, улай бәпләмәнеләр. Беҙҙе, ике ҡыҙын иһә, атайыбыҙ наҙға ҡойондороп тәрбиәләне».
Хәтирәләр йәйғор төҫтәренән торған бала саҡҡа алып ҡайта... «Көймәле мотоциклыбыҙға барыбыҙ ҙа һыя –Магнитогорскиға барып, туңдырма, чебурек менән һыйланып, зоопарк ҡарап ҡайтабыҙ, урман-ҡырҙарға сығып китәбеҙ. «Атай, мотоциклда өләсәйҙәргә алып бар әле», – тип һорайым бер ваҡыт. «Ватылды бит әле, ҡыҙым», – ти атайым. Мин, еңмешләнеп, мыжый башлайым. Шул саҡ ул мине елкәһенә ултыртып алды ла икенсе ауылда йәшәгән өләсәйҙәргә алып китте...» – был да Рәйсә ханымдың күңел һанды­ғындағы хәтирәләрҙең береһе.
– Заман ауырлығы ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙә тамсы ла сағыл­маны. Ҡайһы бер яугирҙәр фронттан хәмер эсергә, тартырға өйрәнеп ҡайтһа, атайым тәмәке менән шайтан һыуын ауыҙына ла алманы. Мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын башҡарыу өҫтөнә, география дәрестәре лә алып барҙы, партия ойошмаһы секретары булды. Ә әсәйебеҙ башланғыс кластарҙы уҡытты. Бөтә сараларҙың уртаһында йөрөгәнгә, кеше зарына битараф булмағанға күрә, күп тапҡырҙар ауыл Советы депутаты итеп һайланылар үҙен. Кистәрен, баш күтәрмәйенсә, класындағы бала­ларҙың өс өйөм дәфтәрен тикшерә: башҡорт һәм рус телдәренән, математиканан. Ә беҙ, ауыҙ асып, атайҙы тыңлайбыҙ. Ул, үҙе үткән яу юлдарын картанан күрһәтеп, ҡитғалар, илдәр, уларҙың тарихы хаҡында талғын ғына һөйләй бара һәм беҙ, шулай итеп, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ят ерҙәргә иҫ китерлек мауыҡтырғыс «сәйәхәт» ҡылабыҙ. Географияға ғашиҡ булыуыбыҙға сағыу «сәйәхәтле» кистәр сәбәпселер ҙә инде... – ти апай менән һеңле.
Ҡулдарында – бала йөрәгенә асҡыс
Сибай педагогия училищеһынан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғи-география факультетын тамамлағас, тыуған районының Ташбулат ауылы мәктә­бендә эш башлай ҡыҙҙарҙың ҙурыһы. Рәйсә тәүге йылда уҡ юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүсе уҡытыусы булараҡ балҡый: ул әҙерләгән йәш туристар район слетында беренсе урынды алғас, республика ярышында ҡатнашып, 50 команда араһында иң көслө унау араһына инә. Төпкөлдән киң бәйгегә беренсе тапҡыр сыҡҡан балалар өсөн был, әлбиттә, ҙур ҡаҙаныш була. «Һәм шул саҡ үҙем өсөн асыш яһаным: һәр уҡыусы – оло талант. Күңеленә ышаныс, сәм һалғанда, ул тауҙар аҡтарырға һәләтле!» – ти Рәйсә.
Ике йыл ғына уҡытып өлгөрә йәш белгес Ташбулатта. Тормош иптәше, йәштәрҙең комсомол секретары, алдынғы тракторсы, сәхнә тип йән атҡан Нәғим Нурғәлин (бөгөн ул Башҡортостандың халыҡ артисы) Өфө сәнғәт институтына ингәс, ғаилә баш ҡалаға күсенә. Был ваҡытта инде Искәндәр менән Ләйсәнгә әсә булған Рәйсәне 20-се гимназияға башланғыс класс уҡытыусыһы итеп саҡыралар.
Икеләнеп тормайынса, шунда уҡ ризалашҡанына мең ҡыуанасаҡ ул һуңынан! «Баланы уҡыуҙа үҫтереүсе Эльконин-Давыдов алымы мәктәптәргә саҡ индерелә башлаған дәүер ине. Гимназия директоры Хисам Хәйбуллин башланғыс класс уҡытыусыларын был ысулды өйрәнергә биш йыл рәттән Томск ҡалаһына ебәрҙе», – тип иҫенә төшөрә Рәйсә Сөләймән ҡыҙы. Алдынғы мөғәллимдәр, методистар, ғалимдар менән бергә ялҡынланып эшләгән ошо осорҙа ул һөҙөмтәле алымды таратыусыларҙың береһенә әүерелә.
Ҡала сабыйына әсә теленә һөйөүҙе баҡсанан уҡ һалыу маҡсатында, 40-сы заводтың балалар баҡсаһы ҡушылып, гимназия комплекс итеп киңәйтелгәс, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, мәғариф егәрлеһе Рәйсә Нурғәлина уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә...
Туған телебеҙҙе үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн Павел Качкаевтың премияһына лайыҡ педагог бөгөн 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. «Ғаиләнең көҙгөһө ул – бәләкәс... Сабый күңеленә асҡыс табыу өсөн тик бер нәмә – уны үҙеңдекеләй яратырға кәрәк», – ти Рәйсә Нурғәлина. Һәм бик күп ғаиләләрҙең ни өсөн бәпестәрен уның төркөмөнә бирергә теләүе аңлашыла ла.
Емештәрҙе барлар саҡ ҡына!
Балалары Рәйлә Сөләймән ҡыҙында белем алған ата-әсәләр иһә уларға мөҡәддәс тойғо – йәнтөйәккә сикһеҙ һөйөү тәрбиәләүсе остаз насип булыуына ҡыуанып бөтә алмай. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғи-география факультетын апаһынан ике йыл ғына һуң тамамлаған Рәйлә Сөләймән ҡыҙы бөгөн – баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплаған юғары категориялы уҡытыусы, мәғариф алдынғыһы. Тыуған районындағы Салауат урта мәктәбендә генә эшләүенә лә егерме йыл тулып килә. 2003 йылдан бирле ул – директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.
«Балалар һаны аҙ булыуға бик борсолабыҙ: әле беҙҙә 68 уҡыусы белем ала», – ти ул. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй мәктәптең ғәйәт оло өҫтөн­лөгө лә булыуын билдәләй – һәр баланың айырым иғтибар менән солғап алыныуы хатта уртаса өлгәшеүсене лә көслөләр сафына сығарыу мөмкинлеген бирә. Был, әлбиттә, күрһәткестәрҙә лә сағыла. Мәҫәлән, район кимәлендә уҙға­рылған «Йыл мәктәбе» конкурсында бер нисә йыл инде еңеүсе булып киләләр. Сығарыш класын тамамлау­сыларҙың барыһы ла үҙҙәре һайлаған абруйлы уҡыу йорттарына инеүгә ирешә. Мәктәпте быйыл бөтөүсе­ләрҙең алтауһы әле – институт-университеттарҙа, өсәүһе колледждарҙа белем ала. Рәйлә Сөләймән ҡыҙы үҙе етәкселек иткән был класта бөтәһенең дә бейеүсе, волейболсы булыуы хаҡында ла шатланып һөйләй. Әйткәндәй, бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ Рәйлә ханым, мәктәптең «Салауат» өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе булыуҙан тыш, «Байыҡ»та еңгән «Әбйәлил биҙәктәре» фольклор ансамбле бейеүсеһе лә.
Байҡаһаң, мөғәллимәнең ғорур­ланып барлар уңыштары бөткөһөҙ! Уның юлы буйлап киткән шәкерт­тәре генә лә нисәү икән?! Ә республика кимәлендәге ғилми бәйгеләрҙә ал бирмәүсе балалары күпме?! Ике уҡыусыһының география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыуы ғына ла ни тора.
Илдең иң яҡшы уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе, Рәсәй Президенты гранты эйәһе Хафизова эшенең мөһим йүнәлеше – тыуған яҡты өйрәнеү буйынса әсбаптар булдырыу. «Үҙгәртелгән федераль программа буйынса алып барылған дәрестәрҙә Башҡортостан, Әбйәлил буйынса ун биш минутлыҡ булһа ла мәғлүмәт биреү мотлаҡ!» – ти ул, район география уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ. Тәбиғәт ҡомартҡылары – донъя кимәлендә бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалған, Әбйәлилдә үҫкән өлтөк ҡарағастарҙың һарғайышып ауырыуына, Урал һырты мәғрур Ҡырҡтытауҙың яҙмышына йөрәге һыҙлап ҡына ҡалмайынса, уларҙы һаҡлау өсөн көрәшә уҡытыусы. Һәм үҙендә тәрбиәләнеүселәрҙең бер ҡасан да битарафлыҡ сиренә тарымаҫына ышана.
Балалары Салауат, Азамат, Руфинаның күңелендә лә – әсәләренең айбарлы илһөйәрлеге. Тормош юлдашы, оҙаҡ йылдар эске эштәр органдарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рәүеф Ғәбдрәшит улы иһә – Рәйләнең ялҡынлы, тынғыһыҙ булмышына һоҡланып ғүмер итеүсе рухташы ла, йәндәше лә.
«...Туғанлыҡ ҡәҙере, уйлай китһәң, ил тойғоһонан айырылғыһыҙ үтә лә нескә бер төшөнсә...» – йөҙҙәрсә саҡрымдар аша бер-береһенең һулышын һиҙеп, һүҙһеҙ аңлап, иңгә иң ҡуйып йәшәүсе апалы-һеңлеле икәү – Рәйлә һәм Рәйсә Сөләймән ҡыҙҙары шулай ти.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: