+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
3 Сентябрь 2020, 12:29

Аҡ халатлы Һаҡмар ҡыҙы

Кеше тыуғандан алып ғүмеренең аҙағынаса аҡ халатлыларҙың ярҙамына мохтаж. Донъяға тәүге ауаз һалғанда ла уны беренсе булып табип ҡабул итә, һуңғы һулышын алғанда ла аҙаҡҡы юлға ул оҙата. Ҡаты сирләгәндә лә табиптарҙың ярҙамына өмөт итеп, уларға, Алла урынына күреп, ышанабыҙ. Бына ниндәй кешеләр ул аҡ халатлылар! Ер йөҙөндәге һуңғы ваҡиғалар ҙа йәмғиәттә һаулыҡ һағында тороусыларҙың әһәмиәте ни тиклем ҙур булыуын күрһәтте. Вирусҡа ҡаршы миллион һумдар ҙа, алтын-хазиналар ҙа ярҙам итә алмай, барыбыҙ ҙа – байы ла, ярлыһы ла – табиптарға ҡарап ҡалдыҡ.

Баймаҡ ҡалаһы табиптар династияһынан Зөлҡәрнәевтар ғаиләһе республикала киң билдәле. Айырыуса ғаилә башлығын, Баймаҡ үҙәк дауаханаһын 18 йыл дауамында етәкләгән баш табип Ғиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәевты күптәр белә ине. РСФСР-ҙың, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, оҫта хирург Ғиззәт Хәсән улы тормошоноң гөрләп сәскә атҡан мәлендә арабыҙҙан фажиғәле китте. Уның үлеме барлыҡ республиканы тетрәндергәйне. Таңда хирургтың йортонда сыҡҡан ут оло шәхестең һәм уның сабый ейәненең ғүмерен ҡыя. Дүрт бала менән урамда тороп ҡалған хәләл ефете Руфина Әғләм ҡыҙына тормошто өр-яңынан башларға, балаларын аяҡҡа баҫ­тырып, кеше итергә тура килә. Бына шул балаларҙың барыһы ла үҫеп, аталарының юлын һайлай. Өлкән улдары Руслан – Мәскәүҙә юғары категориялы табип, уролог-андролог, уртансылары Әлиә – беренсе категориялы педиатр, баш табип, Әлфиә – стоматология бүлеге мөдире, Илүзә – Красноусол балалар шифаханаһында гастроэнтеролог йүнәлеше буйынса эшләй башлай, бөгөн иһә – дерматовенеролог.
Ул ғына ла түгел, барыһы ла ҡасандыр аталары хеҙмәт иткән дауаханаға эшкә ҡайта. Һуңынан Руслан менән Илүзәне ғаилә хәлдәре ситкә алып китһә лә, Әлиә менән Әлфиә тыуған тупраҡҡа тоғро ҡала.
Ҡәҙерле кешеһен юғалтыуҙан тетрәнеүҙәр, тормош һикәлтәләре аша үтеп, юғары профессиональ белгес булырға өлгөргән, үҙендә атаһы кеүек етәкселек сифаттарын тәрбиәләгән һәм уның юлын дауам иткән кеше ул беҙҙең журнал тышлығындағы геройыбыҙ – Әлиә Ғиззәт ҡыҙы Зөлҡәрнәева.
Хатта тыуған мәле лә Әлиә Ғиззәт ҡыҙының буласаҡ һөнәрен билдә­ләгән, тип әйтергә мөмкин – ул Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡып йөрөгән студенттар ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Ғиззәт Хәсән улы медицина институты ятағының коменданты булып та эшләй.
Уҡып бөткәс, йәш белгестәр тура ғаилә башлығының тыуған яғына – Баймаҡҡа ҡайта. Өфөлә ҡалыу, ҡайҙалыр юғарыраҡ урындарға дәғүә итеү тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Баймаҡҡа булған ватансылыҡ тойғоһо алдан йөрөй.
Ғаиләлә өс бала тыуа, ә Илүзәне үҙҙәренә ҡыҙ итеп алалар. Сабыйҙың әсәһе, Ғиззәт Хәсән улының ике туған һеңлеһе Хәнифә, яман шеш сиренән йәшләй генә донъя ҡуйғас, баланы ҡайҙалыр ситкә ебәреү хаҡында һүҙ ҙә булмай. Руфина Әғләм ҡыҙы Илүзәне үҙ ҡыҙы кеүек ҡабул итә, ғаилә оло ҡайғылар кисергәс тә, ситкә типмәй. Уны үҙенең ҡыҙҙары менән бергә тәрбиәләй, уҡыта, оло тормош юлына сығара. Шуныһы, Илүзә буласаҡ тормош иптәшен Руфина ханымдың тыуған яғы – Дүртөйлө районында осрата.
Әлиә Ғиззәт ҡыҙы мәктәптән һуң атаһы кеүек Сибайҙағы медицина колледжын һайлай. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес тура Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға юллана. Ҡулына табип дипломы алған ҡыҙ алдында, ҡайҙа барырға, тигән һорау тормай, ул да Баймағына, ҡасандыр атаһы йөрөгән таныш һуҡмаҡтар буйлап үтергә район үҙәк дауаханаһына эшкә килә һәм бөгөнгәсә шунда хеҙмәт итә. Уның хеҙмәт баҫҡыстары түбәндән юғарыға табан шулай күтәрелә: ябай табип, унан – балалар бүлеге мөдире, педиатрия бүлеге етәксеһе һәм бер юлы участка педиатры ла. Артабан баш табип урынбаҫары итеп үрләтелә, унан һуң Архангел район үҙәк дауаханаһына баш табип вазифаһына тәғәйенләнә. Ләкин унда ярты йыл самаһы ғына эшләп өлгөрә – Баймаҡ үҙәк дауаханаһына баш табип итеп саҡыралар.
– Иҫ белгәндән алып беҙ әхирәттәрем менән «балнис» уйыны уйнаныҡ. Ғәҙәттә, табип мин үҙем: укол эшләйем, тыңлап ҡарайым, диагноз ҡуям, дарыу эсерәм. Табиплыҡ шуға бәләкәйҙән ҡаныма һеңгән, ул – минең булмышым. Беҙ ғаиләлә барыбыҙ ҙа ошо һөнәр эйәләре бит, башҡаса мөмкин дә түгелдер. Кешеләрҙең ҡайғыһына битараф булмаҫҡа, хәстәрлек итергә, кәрәккәндә ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәттеләр, шулай тәрбиәләнеләр. Бының өсөн мин атай-әсәйемә бик рәхмәтлемен. Әсәйем аш-һыу оҫтаһы, атайымдың уң ҡулы ине, уға килгән һәр кешене өйгә алып ҡайтты. Йылы ашын, матур һүҙен йәлләмәне, һәр саҡ баймаҡса ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Гел уның ихтыяр көсөнә һоҡландым. Ниндәй ҡайғылар кисерҙе ул, ләкин һынманы, биреш­мәне. Бөгөн дә беҙҙең ҡалҡаныбыҙ булып тора. Ниндәй генә осорҙар булманы, юҡлыҡ замандарында ла атай-әсәйем кешене кире бороп сығарманы. Атайымдың ваҡыты барыһына ла етте: ғаиләгә лә, сирлеләргә лә, дуҫтарына ла. Ул иртән үк операцияға китә ине, унан Өфөгә юллана, беҙгә лә иғтибар бүлде. Бөтә ялдарыбыҙ хәрәкәттә үтте: спорт менән шөғөлләндек, тәбиғәткә сыҡтыҡ, тауҙарға үрмәләнек. Шул уҡ ваҡытта өйҙә лә эшләп үҫтек беҙ. Атайым менән ауылға барып бесән сапҡан ваҡыттарымды һағынам, – ти Әлиә Ғиззәт ҡыҙы.
Типһә тимер өҙөрлөк сағында китеп барған атаһы, уның хаҡындағы иҫтәлектәр йәнен йылытһа, бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән әсәһе өсөн һаман йөрәге һыҙлай, улар юлын лайыҡлы дауам итеп, үҙе лә бөгөн яуаплы вазифаның йөгөн тарта. Танылған хирург Ғиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәевтың ҡыҙы тип баһалауҙары икеләтә яуаплылыҡ өҫтәүен Әлиә ханым яҡшы аңлай.
– Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, атайым кеүек Баймаҡ кешеһе булдым. Шуға ла тыуған яғыма ҡайтып, беҙҙең династияны дауам итеүем тәбиғилер. Атайым да һәр ваҡыт Баймаҡ медицинаһын күтәрергә теләне. Руслан ағайымдың Мәскәүгә саҡырыуын да кире ҡаҡтым. Баймаҡ дауаханаһы – ул яратҡан коллек­тивым, һәр хеҙмәткәрен бәләкәйҙән беләм. Бөгөн дә дауахананы ҡасан­дыр атайым туплап киткән кадрҙар тотоп тора. Архангел ра­йонына сығып киттем, ярты йыл унда баш табип булып эшләп алдым. Был иһә миңә тәжрибә тупларға ярҙам итте. Шунда Баймаҡһыҙ йәшәй алмауымды аңланым. Беҙҙең коллективтағы кеүек табиптар башҡа бер ҡайҙа ла юҡ икән. Дауаханала эшләгән аҡ халатлыларҙың ҡайһыһын ғына алып ҡараһаҡ та, һәр кеме үҙ урынында, барыһы ла хөрмәтле, үҙ хеҙмәтенең оҫтаһы булған белгестәр. Мин бик шатланып ҡайттым Баймаҡҡа.
Үткән ике тиҫтә йыл эсендә республика медицинаһы күпкә алға атланы. Финанслау сығанаҡтары яҡшырҙы, юғары технологиялы медицина һәм диагностикалау ҡорамал­дары килә, табиптарға эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, тип фекерҙәре менән бүлешә Әлиә Ғиззәт ҡыҙы. Табиптар шундай матур дауа­ханаларҙа эшләй, ҡыҫҡаһы, кеше­ләргә тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Тик тырышып хеҙмәт ит, Гиппократ антына тоғро ҡал!
Баймаҡ дауаханаһы табиптары араһында ла күсәгилешлек, быуындар бәйләнеше һаҡланған. Бөгөн медицинала күптәр ғаилә династияһын дауам итә. Улар ҙа тыуған районына эшкә ҡайта, юғары квалификациялы табиптар булып китә.
– Шуныһы һөйөндөрә: ҡасандыр үҙем дауалаған балалар араһында ла медицинаға килгән белгестәр бар. Тимәк, мин дә бик оҙаҡ эшләйем икән был өлкәлә, тип уйлап ҡуям.
Әлиә Ғиззәт ҡыҙы Зөлҡәрнә­еваның баш табип вазифаһын биләү осоро тағы бер яуаплы мәл менән тура килде – бөтә Ер йөҙөнә коронавирус сүрәтендә афәт таралды. Һәр кемебеҙҙең яҙмышы аҡ халатлылар ҡулында ҡалды.
– Пандемия хаҡында беҙ 2019 йылдың ноябрь айҙарында уҡ ишеттек. Оҙаҡламай ул беҙгә лә килеп етте. Теоретик яҡтан заман инфекциялары тураһында белә инек, уҡыныҡ, өйрәндек. Ләкин ғәмәлдә билдәһеҙ вирус менән күҙгә-күҙ осраштыҡ, – ти героиням.
– Республикала вирус хаҡында март айында һөйләй башланылар, ә Баймаҡта беренсе осраҡ, һаман да хәтеремдә, апрель баштарында теркәлде. Беҙ көтөп ятманыҡ, алдан күҙаллап, даими эш башланыҡ, әҙерләндек, препараттар һатып алдыҡ, госпиталь асып ебәрҙек. Мохтаж ҡорамалдарҙан тәү сиратта кислород биреүсе аппарат кәрәк ине. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ныҡ ярҙам итте. Бынан тыш, мин Баймаҡ эшҡыуарҙарына рәхмәтлемен. Улар, хәлде аңлап, тиҙ генә аҡса йыйҙы һәм кәрәкле аппараттар алып бирҙе.
Табиптар әле лә ҡулдарын пульста тота, иркен тын алыр ваҡыт түгел. Сөнки вирус сигенергә ашыҡмай.
– Иң борсоғаны – билдәһеҙлек. Вирустың ҡасан китерен беҙ белмәйбеҙ. Был афәттең аҙағы булырмы, фаразлауы ауыр. Коллектив алда торған бурыстарҙы яҡшы аңлай, уны лайыҡлы атҡарып сығыу өсөн көсөн йәлләмәй. Бергә тупланып, халыҡ һаулығы һағында торабыҙ. Ковид госпиталендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән дә уфтаныу йәки ризаһыҙлыҡ һүҙҙәре ишетмәнем. Бының өсөн коллегаларыма бик тә рәхмәтлемен, барыһына ла һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем.
Ер йөҙөнә ниндәй генә афәттәр килһә лә, тормош дауам итә. Беҙҙең атай-олатайҙар, инәй-апайҙар иңенә бихисап һуғыш ауырлыҡтары ятты. Ә бөгөнгө быуын билдәһеҙ вирус менән көрәшә. Әгәр һаулығың юҡ икән, сәйәсәт тә, иҡтисад та ярҙам итә алмай. Алғы һыҙыҡта эшләгән аҡ халатлыларҙың да әҙәм затынан булыуын онотмайыҡ, вирус алдында көслө булырға тырышһалар ҙа, улар ҙа бирешә, һаулыҡ һаҡлау юлында һәләк була. Ошондай саҡтарҙа эштән көтөп торған туғандарым, берҙән-берем, әсәйем, янына ҡайтып инеү рәхәтлек бирә, – ти Әлиә ханым.
Әле бер туғандарҙың атай йортонда йыйылған мәле. Был – Зөлҡәрнәевтар өсөн лайыҡлы ял. Сөнки аҡ халатлыларҙың һәр береһе һуңғы айҙарҙа алғы һыҙыҡта эшләне, кеше ғүмере өсөн көрәште.
Ошо көндәрҙә генә баш табиптың сәхифәһенә килгән хаттар:
«Һаумыһығыҙ, Әлиә Ғиззәт ҡыҙы! Процедура кабинетында эшләгән ҡыҙҙарға – Гөлгөнә, Гөлнара, Зифаға рәхмәтлебеҙ. Кеше сәләмәтлеге һағындағы хеҙмәтегеҙ, шундай яҡшы коллективығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйем!»
«Провизор бүлегенең 2-се палатаһы пациенттары исеменән табиптарға һәм бүлек мөдире Айҙар Үтәмешевҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ менән беҙҙе дауалауға күп көс һалдығыҙ. Үҙегеҙгә лә һаулыҡ, бәхеттәр теләйбеҙ».
«Әлиә Ғиззәт ҡыҙы, медицина, кеше дауалауға ҡағылған бөтә мәсьәләләрҙе оператив рәүештә хәл итеүегеҙгә ҙур рәхмәт!»
«Хөрмәтле Әлиә Ғиззәт ҡыҙы! Мин һеҙгә Мәләүез ҡалаһынан яҙам. Һеҙҙең дауаханала ла ковид госпитале барлығын беләм. Пандемияға бәйле ер йөҙөндәге бөтә кешеләр ҙә аҡ халатлыларҙың хеҙмәтенә башҡасараҡ ҡарай. Кешеләр һеҙҙең ярҙамға мохтаж, барыһы өсөн ҙур рәхмәт. Ошо хатты «ҡыҙыл зона»ла эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә уҡыуығыҙҙы үтенәм».

Рәүил ИҪӘНОВ фотолары.

Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: