+21 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
4 Август 2020, 16:13

Яҙмышҡа яҙыла бәхет

Әлшәй районы Баязит ауылы ҡыҙы, хеҙмәт ветераны Рәсимә Шакированың тормош юлына сәскәләр һибелмәгән. Бер нәмәгә ҡарамай белем алырға ҡарар иткән йәтеш кәүҙәле ҡыҙҙы ҡаршылыҡтар сыныҡтырған ғына кеүек. Күңеле ҡатмай, кешеләргә, туғандарына ярҙамсыл, ҡыҙыҡһыныусан, наҙлы зат булып, һигеҙенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫа ул. 30 йылға яҡын БДУ методисы булып эшләп, хаҡлы ялға китә. Ауыр ҡара эшкә лә сәмләнеп тотона. Төн йоҡолары иҫәбенә тыҡылдап машинкала баҫһынмы – ҡыҙҙарына белем, яҡшы тәрбиә биреү тигән яҡты маҡсатына табан бара.

Бер ҙә күрмәгән атай
Бөйөк Ватан һуғышы барған дәһшәтле 1942 йылдың февралендә атаһын, Әлшәй районы Баязит ауылының мең ырыуы уҙаманы Мәүлийәр Миңлейәровты, фронтҡа алалар. Ул Миңлейәр Ибраһимовтың берҙән-бер улы була. Мәүлийәрҙе алты бәләкәй балаһы менән оҙатып ҡалған ҡатыны Мәрйәм ул ваҡытта етенсеһенә йөклө икәнен белмәй ҙә әле. Ә Рәсимә шул уҡ йылдың октябрендә, апайҙары иҫләүенсә, картуф алғанда тыуа. Әсәһе Мәрйәм Мадъярова Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында тыуып үҫкән. Фамилияһы уҡ әйтеп тороуынса, улар – мадъяр тоҡомонан. Ҡоръятмаҫ ауылында әле лә мадъярҙар урамы бар. Хәҙер Венгрияла йәшәгән венгрҙар Башҡортостандан IX – XII быуаттарҙа күсеп киткән мадъярҙар булыуын беҙ яҡшы беләбеҙ. Фәхрислам һәм уның ҡатыны Хөснуриҙың Әсмә, Зәйнәп, Хәмиҙә, Сайра, Мәрйәм исемле биш ҡыҙҙары була. Малайҙары тыуһа ла, үлеп тора, биш ҡыҙ иҫән ҡала.
Әллә алдараҡ, әллә Рәсимә тыуғас, атаһының «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы килә. Шулай ҡыҙ атай наҙы күрмәй үҫә. Алты балаһы булғандарҙы ут эсенә түгел, ә хеҙмәт армияһына ебәрергә тейеш булһалар ҙа, Мәүлийәр яуҙа һәләк була. Һуңынан уның үлеменә шаһит яуҙаштары ҡайтып һөйләүҙәре буйынса, ул туптар шартлағанда яраланып үлә. «Әсәйемдең уң ҡулы 12 генә йәшлек Минеүәрә апайымды ағас ҡырҡырға ебәрәләр. 7 йәшлек Әғләм ағайым менән 5-ен тултырған Әғзәм ағайым үҙҙәре эшләгән сана тартып, утынға йөрөйҙәр. Әсәйем гел колхоз эшендә бит инде. Бер мәл шулай урмандан ҡайтып барһалар, ҡаршыларына бүре өйөрө килеп сыға. Ҡурҡалар. Тейәгән утындары менән бүреләрҙе ҡыуып ебәрәләр. Был хәлде ишеткән әсәйем уларҙы ҡабат урманға ебәрмәй, – тип хәтирәләргә бирелә Рәсимә ханым. – Буй еткереп Өфөгә килгәс, атайым хаҡында эҙәрмәндәргә яҙа башланым. Ғәзизем Калинин фронтының 252-се уҡсылар полкында хеҙмәт иткән һәм Холма ҡалаһында ерләнгән. Ә беҙгә «хәбәрһеҙ юғалған» тип ҡағыҙ ебәреүҙәре пособие түләп тормаҫ өсөн булғандыр, тием. Әнейем, 35 йәшенән тол ҡалып, 7 баланы хөкүмәттән бер тин алмай кеше итте. Беҙҙең әсәй­ҙәргә алтындан һәйкәл ҡуйырлыҡ», – ти ул.
Баязит ауылында уҡыу булмау сәбәпле, Рәсимә беренсе класҡа Таштүбә мәктәбенә бара. Әсәһе алып биргән ҡара калушын ялтыратҡансы һөртөп ултыртып ҡуя. Аяҡ кейеме алыҫҡа йөрөп уҡыған бала өсөн айырата ҡәҙерле инде ул. 4-се класҡа күрше Ташлы ауылына, көҙгө ямғырҙа күшегеп, буранда туңып, 7 саҡрымға йөрөп уҡый. Шулай ыҙалыҡ менән 7 класты тамамлаған ҡыҙҙы әсәһе бер ергә лә ебәрергә теләмәй. Әсә кешегә балаларының янда ҡалыуы мөһим тойолғандыр ул ваҡытта. Әммә Рәси­мәнең артабан белем алыу теләге шул хәтлем көслө була: Өфөгә уҡырға барырға ҡарар итә. «Әсәйемдең апайы Сайра әбейем Зарипованың Нурулла тигән улы, баш ҡаланан ҡайтып, беҙгә килгәйне, уға сат йәбештем: «Мине Өфөгә алып кит интернатҡа!» Ә календарҙа 30 август ине», – тип иҫләй ул был ваҡытты. Мәктәптә фәндәрҙе тик башҡортса уҡып, русса йүнләп белмәгән бала өсөн баш ҡаланан ҡайтып төшкән ағаһы күктәр тарафынан ебәрелгән фәрештә булып тойолғандыр. Ағаһы ҡыҙыҡайҙы тура мәғариф министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаға алып килә. «Аға­йым мөләйем апайға атаһы һуғышта үлгән етем бала икәнемде, тағы алты туғаным барлығын бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Әммә, интер­натҡа балалар һаны тулған, тип, мине бер йыл ғына Йомағужа балалар йортонда уҡырға күндереп ҡайтырып ебәрҙе Фатима Хәмит ҡыҙы», – был да уның хәтер һандығынан.
Сигенеү – еңелеү түгел
Директор Гаврил Трофимович Иванов кәүҙәгә бәләкәс кенә ҡыҙҙы ни хәтлем алсаҡ йөҙ менән ҡабул итмәһен, балалар йортонда ҡыйырһыталар икән, тигән имеш-мимештәр раҫҡа сыға. 18 үҫмер ҡыҙ бер бүлмәлә тора. Ҡыҙыҡайҙы өлкәнерәктәр көн дә иҙән йыуырға мәжбүр итә. Дәрестәрен әҙерләргә өлгөрмәүенә, үҙен кәмһетергә маташыусыларға ҡаршы тора алмауына ғәрләнә сәмсел ҡыҙ. Дәрес әҙерләргә ултырһа, дәреслектәрен тартып алып, баҙға бикләп йөҙәтәләр. Тыңламаһаң, туҡмайҙар. Бер кисен коридорға сығып илап торғанында быны дежурға килгән тәрбиәсе Әминә апай шәйләп ҡала. Ташлыла уҡытҡан Нәфисә апайҙың бер туған һеңлеһе булып сыға ул. Шулай итеп, ул ҡыҙҙы ялдарға үҙҙәренә алып ҡайта башлай. Ире башҡарма комитет рәйесе булып эшләй. Ике улдары бар. Һуңынан, Башҡорт дәүләт университетында эшләп йөрөгәндә, социология кафедраһына килгәс, баһадир ир үҙен, Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы, тип таныштырыуына һиҫкәнеп китә. Ул да Рәсимәне таный. Ул Әминә апайҙың улдарының береһе булып сыға. Салауат ҡалаһында ҡыҙы Сарала йәшәй икән Әминә апайы. Аҙаҡ телефонын алып, хәбәрләшеп торалар. Ҡыҙыҡай беше булып сыға, урта белемде ошо балалар йортонда алып, оло донъяға аяҡ баҫа. Педа­гогия училищеһын тамамлай. Ҡыҙҙа артабан уҡыу, юғары белем алыу теләге көслө була. Башҡортостан йүнәлтмәһе менән детдом балаларына Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына – Ленинградҡа (логопед һөнәре буйынса), Мәскәүгә (технология университетына), Куйбышевҡа (радиотехника институтына) – конкурсһыҙ инеү мөмкинлеге бирелә. Рәсимә, Ленинградты һайлап, имтихан тапшыра. Өҫтөндәге балалар йортонан биреп сығарылған кейемдәренә ҡарай ҙа был ниәтенән баш тарта. Шул имтихандар һөҙөмтәһе менән БДУ-ның биология факультетының киске бүлегендә уҡый башлай. Көндөҙөн заводта эшләй. Тормошҡа сыға. Йәш ғаиләгә ятаҡтан урын бирәләр. Ҡыҙҙары Айгөл тыуа. «Эй, шул ваҡытта башланды инде ҡыйынлыҡтар. Ирем – студент. Ашарға наҡыҫ. Баланы төрөп алып ҡайтырға бер нәмә лә юҡ. Рауза апайым юрған һырып алып килде. Кәрәк-яраҡтарҙы ла ул йүнләне. Уға рәхмәтем сикһеҙ. Әле апайым иҫән, 82 йәшендә. Дәүләкәндә йәшәй. 5 ҡыҙҙан икәү генә тороп ҡалдыҡ – Камила, Минәүәрә, Миңлегөл апайҙарым баҡый донъяға күсте. Әғләм ағайым да юҡ. Әғзәм ағайым колхозда электрик ине, бик иртә яҡты донъя менән хушлашты. Әсәйем 83 йәшендә донъя ҡуйҙы. Оҙаҡ ауырып та ятманы. Ҡөрьәнде күҙлекһеҙ уҡый ине. Беҙҙең нәҫелдә оҙаҡ йәшәүселәр күп. Зәйнәп әбейем 91 йәшенә тиклем йәшәне. Хәмиҙәһе – 85-кә етте. Бөгөнгө көндә инәйемдең 7 балаһынан 129 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар. Нәҫел шәжәрәһен төҙөү өҫтөндә 6-сы быуын китеүен иҫәпләп яҙып ҡуйҙым», – ти ул.
Рәсимә иренә юл ҡуя, уны уйлап, уҡыуын ташлай, ә тормош иптәше белем эстәүҙе дауам итә.
20-се мәктәп асылғас, Рәсимә Мәүлийәр ҡыҙы унда китапханасы булып эшкә бара. Уның тәүге директоры Туғыҙаҡ Илһам улы Йәһүҙинды йылылыҡ менән иҫкә ала. Белем усағының барлыҡҡа килеүенә лә быйыл илле йыл тулыуын ул ҙур тулҡынланыу менән хәбәр итә. Ошонда хеҙмәт иткән дәүерҙә ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Диплом алыу менән уны баш ҡаланың Киров райкомына агитация һәм пропаганда бүлегенә эшкә саҡыралар.
Ҡыҙҙары – йондоҙҙары
Тәүге ҡыҙҙары Айгөлгә иш булып, 11 йыл үткәс, 1981 йыл аҙағында, икенсе ҡыҙы Әлиә тыуа. Ҡыҙҙар икеһе лә тырыш була. Дәрестәрен әҙерләмәйенсә урамға сыҡмай. Икеһе лә мәктәпте миҙалға бөтә. Айгөл юрист һөнәрен һайлай, ә Әлиә иҡтисад факультетын тамамлай. Өфөләге ул эшләгән банк ябылғас, ғаиләһе менән Мәскәүгә күсенәләр. Тормош иптәше менән Мәликә, Әхмәт исемле балалар үҫтерәләр. Айгөл Силәбе егете Миңлеәхмәт Кәримовҡа кейәүгә сыға, буй еткергән Айнур исемле улдары бар. Үҙе Өфөлә ЗАГС бүлеге начальнигы булып эшләп йөрөй. Үкенескә күрә, кейәүҙәренең ғүмере бик иртә өҙөлә. «Миңлеәхмәт кейәүем милләтебеҙҙең бөгөнгөһө, киләсәге тип янып йәшәне. Аспирантура тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы һәм оҙаҡ йылдар БДУ-ла эшләгән дәүерҙә студенттарҙың яҡын кәңәшсеһе, төплө белемгә әйҙәүсе белгес, хеҙмәттәштәре алдында тәрән фекерле фән эшмәкәре булараҡ танылды», – ти уның хаҡында ҡәйнәһе.
Ҡыҙҙары менән ғорурлана Рәсимә Мәүлийәр ҡыҙы. Сөнки уларҙы аяҡҡа баҫтырыуы нисек ауыр булыуын үҙе генә белә. Өфөлә фатир алғас, бөтә туғандар, ауылдаштар, таныштар уларға туҡтала. Барыһын да йоҡлатып, ашатып сығара. Күбеһе йәшәргә ҡала. Үҙенең шундай ваҡытта морон төртөр урыны булмауын иҫенә төшөрөп, уларға терәк булырға тырыша.
Рәсимә исеме, биҙәүсе, сәнғәт кешеһе, тигәнде аңлата. Исеменә күрә есеме, тиерһең, ул музыка белгесенән дәрестәр ала. Ҡыҙҙарына ла музыка белеме биреүҙе хәстәрләй: Айгөл – аккордеон, ә Әлиә думбыра класында уңышлы шөғөлләнеп, моңға һәләттәрен аса. Опера тыңларға, балет ҡарарға, башҡортса ҡуйылған спектаклдәрҙең береһен дә ҡалдырмай ҡыҙҙарын етәкләп алып йөрөтә. Балаларының әсә телендә һөйләшеүе менән ғорурлана ул.
Минең университетым
Райком тарҡалғас, Әлиә менән декрет ялынан сыҡҡандан һуң, БДУ-ға рабфакка эшкә килә. Бер аҙҙан тарих факультетының археология бүлегенә профессор Нияз Мәжитов етәкләгән кафедраға күсә. «Әлиә мәктәпкә төшкәс, экспедицияларға йөрөп булмай бит инде, шуға профессор Тимерғәли Килмөхәмәтов етәкләгән журналистика кафедраһында методист булып эшләй башланым», – ти ул. Ундағы эш хаҡы ғаиләгә етмәгәнлектән, яҙыу машинкаһында ҡулъяҙмалар баҫырға тотона. Тиҙерәк яҙырға тырышып ашыҡ-бошоҡ сыймаҡланған тоҡ-тоҡ экспедиция материалдары уның зирәк зиһене, тилбер ҡулдары аша үтә. Ғалимдар Нияз Мәжитов, Дамир Вәлиев, Рим Янғужин, Нәзир Ҡолбахтин, Әхмәт Сөләймәнов, Илдус Бүләков, Мөхтәр Сәғитовтың йыйынтыҡ-монографияларын тап ул нәшергә әҙерләй. Аҙаҡ компьютерҙы ла үҙләштерә.
Дауа – аяҡ аҫтында
Бала сағында табип булырға хыялланған Рәсимә Мәүлийәр ҡыҙы шифалы үләндәр менән ҡыҙыҡһына. «Холестерин юғары булғанда, етен майы файҙалы. Укроп орлоғо ҡан тамырҙарын таҙарта. Башҡорттар элек-электән һимеҙ, майлы итте өҫтөн күргән. Шуға ла һәр ваҡыт ҡорот ҡулланған. Ҡорот булмағанда, укроп та ярап ҡала. Бөйөрҙә киста бар икән, май дегәнәге япраҡтарын ит турағыс аша үткәреп һутын эсеү һөҙөмтәле. Быныһын үҙемдә һынаным. Ультратауыш тикшереүе үткәс, киста юҡҡа сығыуын әйттеләр. Ҡарағат япрағы төнәтмәһен эсеү бөйөрҙәге таштарҙы ҡыуа. Ә ялан туҡранбашы (клевер луговой) – аспирин инде. Ҡанды шыйығайта. Һоло төнәтмәһе бик файҙалы. Уны көн буйына эсеп йөрөйөм. Кемдең артыҡ ауырлығы бар, кәмер, шулай уҡ һоло төнәтмәһе матдәләр алмашыныуын яҡшырта, йоҡоно яйлай, ҡан баҫымын, шәкәрҙе төшөрә, асығыу тойғоһон баҫа», – тип бүлешә ул файҙалы кәңәштәре менән. Рәсимә Мәүлийәр ҡыҙының Өфөнән ситтә емеш баҡсаһы ла бар. Бөтә төр ағастар ҙа үҫә икән унда. Урманында бәшмәген, сәтләүеген, муйылын, баланын йыйып кинәнә. Шифалы үләндәрен киптерә. Бер минут та тик тора белмәй. Олоғайғас та йәштәр дәртен һаҡлаған Рәсимә Шакирова мәғәнәле тормош юлын үткән. Балаларына терәк, ҡот булып, яҙмышына яҙғанына шөкөр итеп йәшәй ул. Бәхетенә кеше үҙе ҡаршы барырға, уны үҫтерергә һәм һаҡлап йәшәргә тейеш. Шул ваҡытта Рәсимә ханымдағы кеүек күңел бөтөнлөгөнә, барыһына риза булып, һәр көндө рәхмәтле ҡабул итеү дәрәжәһенә ирешергә мөмкин. Һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ уға.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: