+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
30 Июнь 2020, 16:45

Ҡауҙылар төшкән ерҙә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан 3-cө бала табыу йортонда былтыр 300 000-се сабый донъяға килгән! Шул уңайҙан бина алдына төндә яҡтырып торған 7 ҡауҙы ҡуйылған. Ҡоштар, дауахананан сабыйҙы алып сыҡҡан иҫтәлекле көндөң шаһиты булараҡ, ҙур донъяға юлланыусы бәләкәй кешегә һәм уның ата-әсәһенә бәхет теләп оҙатып ҡалғандай. Ысынлап та, Рәсәйҙәге иң яҡшы бала табыу йорто исемен яулаған дауахана донъяға килгән сабыйҙар һаны менән генә түгел, яҡшы мөнәсәбәт, юғары медицина хеҙмәтләндереүе, иң ауыр хәлдәге бик күп йөклө әсәләрҙе лә, яңы донъяға килгән сабыйҙарҙы ла ҡотҡарып ҡалыу осраҡтары менән ғорурлана ала. Уны оҙаҡ йылдар тәжрибәле табип, уңған ханым – Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы Гурова етәкләй. Баш табиптың фоторәсеме беҙҙең журналдың июнь һаны тышлығын биҙәй. Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы менән аралашҡандан офоҡтар киңәйеп, донъя яҡтырып киткәндәй булды.

Атайҙан – өлгө, әсәйҙән ынтылыш алып
Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы Дүртөйлө районы Һабанай ауылында тыуған. Әсәһе Бәһижәт, почтальон булып эшләп, өс ауылды хеҙмәт­ләндерә. Ул ваҡытта миллионер тип танылған «Еңеү» колхозының иҡтисады менән идара иткән атаһы Ғилмешәрип 1941 йылда тарихи парадта ҡатнашҡан. Сталинград яуын үткән, Ленинградты азат итеүгә лә өлөшөн индергән, Чехословакияның почетлы гражданины тигән исем йөрөткән бик абруйлы уҙаман була. «Беҙ мәктәптә уҡығанда ул хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр универ­ситетының иҡтисад факуль­тетын тамамланы. Ауыл зыялыларының береһе ине. Күп китаптар уҡыған, сабыр, ғәҙел атайым беҙгә бөтә яҡлап та өлгө булды. Әсәйем дә шул рәүешле тәрбиәләгәндер – ул беҙҙең өсөн Алла кеүек ине. Атай ышанысын аҡларға тырыштыҡ. Тормош иптәшебеҙҙе лә уға оҡшатып һайланыҡ», – тип хәтерләй Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы ҡәҙерлеләре тураһында.
Шәйхуловтар ғаиләһендә дүрт ҡыҙ, бер ул үҫә. Ҡыҙҙар барыһы ла аталарына тартҡан – оҙон буйлы, һомғолдар. Ә әсәләре кәүҙәгә лә йәтеш, йомроҡас та була. Фәрештәләрҙең амин тигәненә тура килгәнме, уның хыялы тормошҡа аша: бөтә балалары ла медицина юлын һайлай. Оло апайҙары Наилә – шәфҡәт туташы, уға етәһе Роза – фармацевт, Зөһрә, Миләүшә – табиптар, Валерий – нефтсе. «Беҙ, ҡыҙҙар, моғайын да әсәйемдең, табип булам, тигән хыялын тормошҡа ашырғанбыҙҙыр. Үҙенә бит һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа уҡыу яҙмай. Әммә беребеҙ ҙә үкенмәйбеҙ. Һөнәребеҙҙе яратабыҙ», – ти Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы.
Яратҡан һөнәр – бәхет
Зөһрә, Яңы Ишмәт урта мәктәбен тамамлағас, Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Ул ваҡытта был уҡыу йортонда белем биреү кимәле юғары була. Ҡыҙыҡай уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Йәш белгес яңы ғына асылған Өфөләге Республика балалар дауаханаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Остазы, данлыҡлы табип, урология бүлеге мөдире Зәки Хәсән улы Әхмәтшинды оло рәхмәт тойғолары менән иҫкә ала. Тап ул бит Зөһрәне медицина институтында уҡыуын дауам итергә дәртләндерә. «Әгәр ауырыуҙың панарицийын дауалаһаң, һин уның сикһеҙ рәхмәтен алырһың, ә инде уның ышанысын яулау тағы ла мөһимерәк еңеү булыр. Ошоно аңлап, үҙ хеҙмәттәштәреңдең ихтирамын ҡаҙанғас ҡына, ысын-ысынында табипҡа әйләнәсәкһең», – тигән уның ҡанатлы һүҙҙәрен йөрәге түрендә һаҡлай Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы. Эйе, уҡытыусыларынан уңа, улар һөнәри өлкәлә генә түгел, шәхси тормошта ла ҙур йоғонто яһай ҡыҙға. «Мин ошо кешеләр арҡаһында яратҡан эшем менән шөғөлләнәм», – ти ул хәҙер.
Табип дипломын алғас, Зөһрә Өфөләге 33-cө ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында эш башлай. Бер аҙ ваҡыт үткәс, күңеленә нимәлер етмәүен, белемен арттырырға кәрәклеген тоя. Шулай итеп, Мәскәүгә Дипломдан һуң белем алыу академияһына юллана. Баш ҡала уны ҡырҡа үҙгәртә, бик күпте бирә. Ул Рәсәйҙә гинекологик эндокринологияға нигеҙ һалыусы Вера Петровна Сметник мәктәбенә килеп юлыға. Ул ваҡытта әле Владимир Иванович Кулаков та тере була, уның менән аралашыу бәхетенә ирешә. Мәскәүҙәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология милли медицина тикшеренеү үҙәге хәҙер уның исемен йөрөтә. Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы Ғаиләне планлаштырыу үҙәгенә эшкә килә. Ҡаланың 1-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, 49-cы студенттар поликлиникаһында баш табип булып эшләй. Әммә, акушерлыҡ стационарында баш табип булырмын, тигән уй башына инеп тә сыҡмай. Яҙмыш уны Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан иң боронғо бала табыу йортона етәксе итеп алып килә. Студент ваҡытта ошо дауаханала практика үтергә хыялланыуы иҫендә Зөһрәнең. Сөнки унда юғары кимәлдә хеҙмәтләндерәләр, әсәләргә мөнәсәбәт яғынан да ул башҡа клиникаларҙан айырылып тора. Үҙ мәктәбе, йолалары бар, уларҙы ҡәҙерләйҙәр, тайпылмай һаҡлайҙар. Әле Өфө бала табыу йортоноң ойошторолоуына – 62 йыл. Инде өсөнсө быуын өфөләр бында сабый артынан килә. Был, һәр дүртенсе өфөлө нәҡ ошонда тыуған, тигән һүҙ. Йылына иһә 4500 – 5000 сабый донъяға килә.
Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы әйтеүенсә, бында әсә балаһын үҙе тыуҙырыуы яғындалар. Ҡайһы саҡ медицина күрһәткестәре буйынса, баланы ҡарынды ярып алырға тура килә. Былтырҙан 3-cө бала табыу йорто юғары ҡурҡыныс аҫтында һаналған әсәләр менән эшләүселәр рәтендә. Ошо йылда ғына 3-cө бала табыу йортонда теркәлгән күпһыулы йөклөлөктөң һаны 19-ға еткән. Өфөнөң – Октябрь, Орджоникидзе, Калинин һәм республиканың Иглин, Благовещен һәм Нуриман райондарындағы йөклөләрҙе ҡарайҙар. «Беҙҙең эштә иң мөһиме – ҡатын-ҡыҙҙы яратыу. Бала тапҡан саҡта үҙен нисек кенә тотмаһын, ниндәй генә хәлдә булмаһын, ул беҙҙең мөхәббәтте, йылы мөнәсәбәтте тоя һәм шунан көс ала. Кендек инәһенең: «Әйҙә, бергәләп көсәнәйек, һин миңә ярҙам итерһең, мин – һиңә!» – тиеүендә күпме бәхет, рәхәтлек бар!» – ти ул йылмайып.
Сабыйҙар яҡты донъяға тәүге ауаз һалған йортто Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы ҙур донъяға асылған ҡапҡа рәүешле күҙ алдына килтерә. Үҙен ҡоласын йәйеп ҡаршылаған донъяла бала бәхет кисеп йәшәһен, ти ул. Ә бында тәүге сабыйын ҡулына алған әсә тағы ла килергә атлығып торорға тейеш. Шуға ла өсөнсө тапҡыр сабыйы артынан килгән әсәләр дауахананың үҙенсәлекле миҙалы менән бүләкләнә. Әсәләр ғорурлыҡ менән уның фотоһын социаль селтәрҙәргә һалыусан.
Ҡанат ҡуя, көс бирә мөхәббәт
«Бер генә түгел, бер нисә кеше ғүмерен ҡотҡарыу мәсьәләһе алдыңда торғанда, барыһы ла онотола. Был һөнәргә үҙеңде тотошлай бағышларға тейешһең. Өйҙә булған ваҡытым шуға бик әҙ. Ирем тәүҙә, өйләнешкәс тә, аптырап ҡараһа, аҙаҡ өйрәнде», – ти Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы.
Уны мөхәббәте менән изгелекле һөнәр эйәһе булыуы осраштыра. 4-cе курста уҡып йөрөгән сағында Зөһрә бер ҡатынға фатирға инә. Көндәрҙең бер көнө хужабикә, Себерҙә вахтала эшләп йөрөгән улы ҡайтыуын әйтеп, уға укол яһарға үтенә. Шулай итеп, йәштәр танышып китә. Ире Николай Юрьевич – төҙөүсе, уның атаһы Юрий Иванович – төҙөүселәр династияһын нигеҙләгән. Сөнки уның ейәне Юрий Николаевич та атаһы юлынан киткән.
«Мөхәббәт йылдар үтеү менән хөрмәткә, хәстәргә әйләнә. Уны тойоу көс бирә. Тормош иптәшем минең ҡара төнгә тиклем эштә булыуым, ҡайһы ваҡыт төндә лә ауырыу янында ҡалыуым өсөн борсола, әлбиттә, әммә был ваҡыттың бушҡа үтмәүен, ә кешеләрҙе ҡотҡарыуға арналыуын ул яҡшы аңлай», – ти Зөһрә ханым.
Кешеләргә бағышланған ғүмер
Үҙе генә түгел, коллективтағы барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә, үҙ балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, шундай шарттарҙа кешеләрҙең һаулығы һағында тора, ғүмере өсөн көрәшә. Ҡайһы ваҡыт 3-4 сәғәт серем итеп алыу ҙа көс бирә. Шулай итмәһә, арыған кеше яңылыш ҡарарға килеүе бар. Дежурлыҡты ла шуға ял ваҡыты менән аралаштырып ҡуйырға тыры­шалар. Тәүлек ярым аяғөҫтө йөрөргә тура килгән саҡтар ҙа була. Ҡайһы бер ҡатындарҙың: «Мин тик ошо табиптың күҙәтеүе аҫтында бала тапҡым килә!» – тигән талап ҡуйыуы аптырата. «Һеҙ һораған табип өс көн рәттән дежурҙа булды, ул нисек дүртенсе көн дә ял итмәй янығыҙҙа ҡала алһын? Ул да бит кеше», – тип аңлатырға тура килә ундайҙарға.
3-сө бала табыу йортонда һәйбәт команда тупланған. Улар бер-береһен аңлап тора. Бер кеше ҡарар ҡабул итмәй. Берҙәмлекте булдырыу өсөн төрлө тренингтар үтәләр. Көтөлмәгән хәл килеп тыуыуына һәр кем әҙер торорға, был осраҡта ла улар үҙ эштәрен икеләнмәй башҡарырға тейеш. Пандемия шарттарында теге йәки был көтөлмәгән хәлдә лә төптән уйлап эш итәләр. Ошо берҙәмлек һәм яуаплылыҡ тойғоһо арҡаһында тотош дауахана карантинға ябылмаған. Быны ла коллективтың ҙур ҡаҙанышы, тип әйтергә була. Ире йә туғаны инфекциялы ерҙә эшләгән, сирләп киткән осраҡта, тиҙ генә үҙҡурсаланыуға китеп, һалыуҙың артабан таралыуына юл ҡуймайҙар. 23 июндән бала табыу йорто, ғәҙәттәгесә, йыуып таҙартыу өсөн бер айға ябылып, барыһы ла тәртипкә килтереләсәк. Был эпидемиологик сара персоналдың көсө менән башҡарыла.
Рәсәйҙәге иң яҡшы бала табыу йорто исемен алыу бик ауырҙыр, сөнки ҡаты талаптарҙың барыһын да үтәргә кәрәк. Быйыл халыҡ-ара кимәлгә, Европа стандарттарына, сығырға ла иҫәп тотҡан берҙәм коллектив. Коронавирус пандемияһы башланғас, был ниәтте киләсәккә ҡалдырып торорға мәжбүрҙәр.
Республика клиник дауаханаһының Швейцария дауалау учреждениеһы менән хеҙмәттәшлек итеүе Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙына киң юл аса. Ул сит ил тәжрибәһен өйрәнергә Европаға бара. Табип әйтеүенсә, үҙе етәкләгән Өфөләге бала табыу йорто Европа кимәленән һис тә ҡалышмай. Бында ла эш бөтә донъя стандарттары протоколы буйынса алып барыла. Мәҫәлән, бала тыуымға осаһы менән килгән осраҡ буйынса ғилми-методик әсбапты Рәсәй ғалим-табибы яҙған. Беҙҙең табиптар һаман да уны файҙалана. Бындай осраҡта баланы әсәнең үҙе табыуын тәьмин иткән дауаханалар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. 3-сө бала табыу йорто – шулар иҫәбендә.
«Беҙҙә бөтә уңайлылыҡтар ҙа бар, тип әлегә әйтә алмайым», – ти Зөһрә ханым. Шуға ла ул төп бинаға төкәтмә проектын әҙерләткән. Документ раҫланған да инде. Инвесторҙар ҙа табылған. Проект Швейцарияла Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы танышҡан тәжрибәгә таянып эшләнгән. Әле лә, Зөһрә Гурова эшкә килгәс тә, 3-cө бала табыу йортонда күп уңайлыҡтар булдырылған: палаталар әсәләргә яйлы булһын өсөн бүленгән, ашханала ҡашығаяҡ, һауыт-һаба йыуыу, ашамлыҡтарҙы таҙа тотоу өсөн яңы ҡулайламалар ҡуйылған, операция бүлмәләре тотошлай яңы техника менән тәьмин ителгән.
Шуға ла 3-cө бала табыу йортона әсәләр бушанырға хатта Мәскәүҙән дә килә. Бында бик күп әсәләр бала тапҡан: улар араһында нефть магнаттарының ҡатындары ла, берәҙәктәр ҙә бар. Һәр ҡайһыһына ҡараш бер, мөнәсәбәт ыңғай. Әсәләрҙе сорттарға айырып ҡарау юҡ.
Шәжәрәлә – ил тарихы
Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙының атаһы 82 йәшендә донъя ҡуя. Әсәһе унан иртәрәк, 54 йәшендә генә, яҡты донъя менән хушлаша. Ире, һөйөклө ҡатынының хәтерен һаҡлап, ҡабат бер ҡасан дә өйләнмәй. Шәйхуловтар нәҫеле Ғилмешәрип уҙамандың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы йыйын үткәреүҙе маҡсат иткән. Ер шарының төрлө ҡалалары, илдәре буйынса таралған кешеләрҙе туғанлыҡ ептәре, яҡты хәтер берләштерә. Ағайҙары шәжәрәне тулыландырыу менән була. Сөнки унда бит яңы тыуғандар ҙа өҫтәлеп тора, улар ҙур ағастың тамырҙарынан һут алып, нәҫелде дауам итә. Ғилмешәрип Дүртөйлө башҡорто булһа, әсәһенең өләсәһе – Ҡаҙандан был яҡтарға һөргөнгә ебәрелгән татар ҡыҙы. Уларҙы бер-береһенә ҡарата ҙур ихтирам, мөхәббәт яҡынайтҡан. Тамыр йәйеп, күс ебәреп, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тотоп йәшәй Шәйхуловтар.
Замана ҡатыны
Етәксе үҙенең ваҡытын дөрөҫ бүлергә, ҡул аҫтындағыларҙың ғына түгел, ғаиләһенең, үҙенең һаулығын хәстәрләп йәшәргә тейеш. Әгәр был уның хәленән килә икән, йөҙөндә лә нур уйнай: ул һәр ваҡыт тыныс, хәрәкәттәре һәлмәк, тауышы яғымлы. Зөһрә ханыма берәү ҙә ҡырҡтан артыҡ йәш бирмәҫ. Һомғол буйлы, яҡты сырайлы, етеҙ табип йәш ҡалыуҙың серен, әлбиттә, белә. Бик иртә, таң һарыһынан, йоҡоһонан уяна ул. Төнгө 12-нән ҡалмай йоҡларға күнеккән. Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙының тимер атҡа атланыуына ла 15 йыллап ваҡыт уҙған. Мауығыуҙары – фотоға төшөрөү, сәйәхәт итеү. Өй биҙәү, дизайнерлыҡ һәләте уның эшендә лә, йортонда ла сағылыш таба. Ғорурлығы – улы. Малайға 4 йәшенән инглиз теле өйрәтә башлайҙар. Шуның һөҙөмтәһендә ул, грант отоп, Англияла уҡып ҡайта. Башҡортостан егетенең һөйләше телевидение дикторыныҡынан айырылмауын танырға мәжбүр була инглиздәр. Юрий немец, француз телдәрен дә өйрәнә башлаған.
Эштәре ыңғай барған, күңел аһәңе менән тышҡы ҡиәфәте тап килгән, кешеләр хаҡына изге башланғыстарға нигеҙ һалып, уны тормошҡа ашырырға бөтә көсөн һалған фиҙакәр, һоҡланғыс ҡатын ул Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы. Әгәр уның Өфөлә бөтә заман технологияларын ҡулланып төҙөлгән бала табыу йортон ҙурайтыу хыялы тормошҡа ашһа, күпме әсә бәхетле буласаҡ! Бының өсөн ошо юлда арымай-талмай алға барыу, ышаныс кәрәк. Ә Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы Гуровала рухи көс тә, ныҡышмалыҡ та етерлек.
ДИМ фотолары.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: