– Тамырҙарығыҙ Башҡортостандың Саҡмағош районынан. Әлеге ваҡытта һеҙҙе тыуған төйәк менән нимәләр бәйләй?
– Әҙәм балаһы, ул кем генә булыуына ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла үҙенең кендек ҡаны тамған ерен онотмаҫҡа, тыуған ауылы, тыуған йорто, төп нигеҙе менән араны өҙмәҫкә һәм уларҙы ташламаҫҡа тейеш. Беҙҙең атай һәр ваҡыт: «Тыуған нигеҙе ҡаҡшамаһа, шунда үҫеп тәрбиәләнгән һәр кешенең, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, ҡорған ғаиләһе ныҡ булыр», – ти ине. Ошо һүҙҙәргә бөгөн дә ышанып йәшәйем. Ысындан да, бәғзеләр, өс тин аҡсаға алданып, нигеҙ бүлешә. Һәм аҙаҡ ҡайтыр ерҙәре лә ҡалмай. Аллаһҡа шөкөр, был яҡтан беҙ бик бәхетле. Йыл һайын атай-әсәй рухына доғалар ҡылып, Ҡөрьән уҡытыр өсөн үҙ нигеҙебеҙ бар. Беҙ атайҙың васыятын үтәнек, тип әйтер инем. Атайым әсәйебеҙгә ныҡ ихтирамлы булды. «Гөлмәрйәм» тип өндәшә ине ул. 66 йыл бергә ғүмер иттеләр. Бөгөнгө көндә тыуған йортта беҙ ҡайтҡанда ҡапҡаны асып индерер ағайыбыҙ Мөҙәрис төпләнгән. Марат ағайым, Хәлимә апайым Дүртөйлө районында йәшәй. Улар менән дә бик йылы туғанлыҡ хистәре бәйләй.
– Йырсы өсөн үрҙәр нисек яулана? Һеҙҙең ынтылыш һәм маяҡ нимә булды?
– Мин – ябай бер ауыл ҡыҙы. Ғаиләлә 5 бала үҫтек, ә мин – кинйәһе. Апай-ағайҙарым минән 10-15 йәшкә олораҡ. Улар өйҙән сығып киткәндә бәләкәй генә инем әле. Шуға күрә лә иркәләнеп үҫергә тура килмәне. Өйҙәге бөтә эштәр минең елкәлә ине, сөнки әсәй-атай ҡара таңдан ҡараңғы төшкәнсе эштә. Өләсәй-олатайҙар булманы. Әсәйем ҡаҙ, башҡа ҡош-ҡортто күпләп аҫраны. Бәпкәләрҙе ҡарға-маҙарҙан һаҡлау ҙа миңә йөкмәтелде. Яңғыҙ ҡалғанымда яланды яңғыратып концерттар ҡуям, ҡысҡырып йырлап ебәрәм. Тәүге тамашасыларым да шул ҡаҙҙар һәм бәпкәләр ине. Ҡыҙҙар менән көйәнтәләр аҫып шишмәгә һыуға йөрөүҙәр һағындыра. Кеүәш йылғаһы аша яр ҡойоһона сыға инек. Ундағы тәбиғәткә нисек кенә һоҡланмайһың да нисек кенә моңланмайһың! Илһам Шакировтың әйткән һүҙҙәре бар: «Таш араһында ниндәй моң булһын ул? Моң ана шул ауыл балаһында инде!» – тип. Ошо матурлыҡтарҙан арбалып үҫкән ауыл балаһы нисек моңло булмаһын! Минең бер генә хыялым бар ине – йырсы булыу. Әммә уны тормошҡа ашырыу өсөн күп көс һалырға кәрәк ине. Хәҙер генә, аҡсаң бар икән, йырсы булыуы бик еңел.
Беҙҙең заманда конкурстарҙа көслө тауышлы, моңло йырсыға бирҙеләр «Йыр йырсыһы» һымаҡ абруйлы исемдәрҙе. Уның өсөн тауыш өҫтөндә эшләргә, иҫ китмәле репертуар төҙөргә кәрәк ине. Шарттары буйынса Башҡортостандың һәм Татарстандың танылған, профессиональ бөйөк композиторҙарының классик һәм халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы ҡаралды. Йырсы тере тауыш менән әллә нисәмә тур үтеп үҙен танытты. Бына был, исмаһам, ысын бәйге, тиер инем. Баһалама рәйеслегенә лә ул ваҡытта легендар йырсылар саҡырылды. 1993 йылда «Халыҡ-ара йыр» бәйгеһе булды. Уның шарттары буйынса, татар халыҡ йырҙарынан гүзәл затҡа – «Гөлъямал»ды, ә ир-егеттәргә «Ҡарурман»ды башҡарыу бурысы ҡуйылды. Еңеп сығып, бына шул «Гөлъямал» призына эйә булдым. Бөгөнгөләй хәтеремдә, зал шығырым тулы. Мин йырлап бөткәс, легендар йырсыбыҙ Илһам Шакиров тулҡынланып тороп баҫты ла: «Афарин! Афарин!» – тип ҡысҡырып ҡул сапты. Ул ваҡытта миңә шунан да ҙур баһа булманы. Үҙемдең уҡытыусым – профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитоваға бик рәхмәтлемен, шундай бөйөк уҡытыусыла белем алыуым менән бәхетлемен. Бөгөнгө көндәге бөтә билдәле башҡорт, татар эстрадаһы һәм опера сәнғәте йондоҙҙары унда уҡыған. Мин уҡытыусым менән ысындан да ғорурланам.
– Йәүит ағай менән бик матур ғаилә ҡорғанһығыҙ. Тормош иптәшегеҙ һеҙҙең өсөн йән атып тора. Ул үҙе шулай һәйбәт, һеҙгә пар килгән кешеме, әллә һеҙ уны тәрбиәләп алдығыҙмы?
– Йәүит менән өйләнешкәс, Татарстанға күстек. Ике сумаҙан китап менән Ҡаҙандың ҙур урамына килеп индек. Ул ваҡытта Йәүит ситтән тороп мәҙәниәт институтында уҡый ине. Камал театрында эшләй, көндөҙ театр училищеһында белем ала, ә мин консерваторияла Зөләйха Ғатаулла ҡыҙы Хисмәтуллина класында уҡыуымды дауам иттем. Ул мине тыңлап ҡарағас: «Һин училищела бик көслө уҡытыусыла уҡығанһың, әгәр опера йырсыһы булам тиһәң, уҡырға тура килер, әгәр инде эстраданы һайлаһаң, тауышың ҡуйылған, ваҡыт уҙғарып йөрөмә», – тине. Филармонияға тыңланырға барырға ҡушты. Шулай итеп, Йәүит менән филармонияла эшләй башланыҡ. Уҡыуымды ла тиҙ генә ташламаным. Өсәр ай гастролдәрҙән ҡайтып инмәгән саҡтар булды. Бергә сығып китәбеҙ ҙә бергә ҡайтып инәбеҙ. Бер кем алдында ла яуап тотаһы юҡ. Балалар ғына беҙҙе һағынып көтә ине. Йәүит юмор телле булғас, өйҙә лә гел көлдөрөп кенә торалыр, тип уйлайҙар. Ул өйҙә бик етди. Әлбиттә, яҡшы ир, яҡшы атай. Беҙ икебеҙ ҙә – ғаилә кешеләре. Мин уны үҙгәрттем, тип бер нисек тә әйтә алмайым, сөнки тәрбиә ғаиләнән, атай-әсәйҙән килә. Ел-дауылды ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үткәнгә, ҡорған ғаиләбеҙ бик ҡәҙерле. Ул ваҡытта Башҡортостан Татарстан өсөн сит ил кеүек ине. Юлдар ҙа юҡ. Поезд йә самолет менән йылына бер генә ҡайтабыҙ. Бик йыраҡ тойола ине. Шуға ла ул миңә атай ҙа, ағай ҙа, яҡлаусым да булды. Үҙем дә уның өсөн әсәй ҙә, һеңле лә, апай ҙа, кәңәшсе лә инем. Ҡайғырһаҡ та, шатланһаҡ та, икәү ҡосаҡлашып иланыҡ. Бала ваҡыттан сәхнәлә бергә сығыш яһап үҫтек. Студент йылдарында инде был хис мөхәббәткә әйләнде. Бөгөнгө көндә лә бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, бер-беребеҙ өсөн йәшәйбеҙ. «Һин миңә кәрәк әле», – тип йырлаған шикелле, беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәкбеҙ. Йырҙар ҙа тик торғанда ғына килеп сыҡмаған, барыһы ла үҙебеҙҙең турала яҙылған бит улар.
– Дингә ихтирам нигеҙҙәре ҡасан һалынды?
– Бала саҡтан, ғаиләнән килә ул. Беҙ бит – мосолман балалары. Атай менән әсәй динде хөрмәт итергә өйрәткән. Ғәйет байрамына әсәйемдең әҙерләнгәне иҫтә. Кистән килегә барып он тарттырып ҡайта инем. Урамда ике кешелә генә булды ул киле. Уға сират көтәһең әле. Әней иртән, ҡаҙ майы менән майлап, мейестә тары табикмәге бешереп, урамдан үткән һәр кешегә сәй эсереп сығара ине. Бына шул ғөрөф-ғәҙәттәр миңә лә һеңеп ҡалған. Хәҙер үҙем рамаҙан айында яңғыҙ апайҙарға, мохтаждарға байрам яһарға яратам. Балаларым да минән күреп үҫә бит. Һәр ваҡыт уларҙың күңелен күрергә тырышам. Әсәй кеүек, табикмәктәр бешереп, күршеләремә таратам.
– Балалар бер-береһенә оҡшамай. Һеҙ балаларығыҙға ниндәй әсәй? Талапсанмы?
– Оло улыбыҙ – Илһам, кесеһе – Искәндәр. Балаларымды яратам. Әммә мин бик талапсан әсәй. Улдарым беренсе синыфҡа уҡырға төшкәндә гастролдәргә сыҡмаҫҡа тырыштым. Сәфәрҙәр ҙә барып ҡайтмалы ғына була ине. Уларҙың яҙыуҙары ла нәҡ минеке кеүек, сөнки икеһенә лә үҙем өйрәттем. Һәр ваҡыт дәрес эшләнгән булырға тейеш ине. Шуны гел күҙ уңынан ысҡындырманым. Ваҡытында дәрес әҙерләү, көн тәртибен һаҡлау – тәрбиәнең нигеҙе. Аралары ун йәш булғас, яйлы тура килде. Оло улым кесеһен тәрбиәләргә булышты. Дәрестәренә инеп ултыра инем. Мәктәпкә барыу – уйнау түгел, ә белем алыу, тигәнде төшөнһөндәр өсөн шулай эшләнем. Уҡытыусылары менән дә һәр ваҡыт бәйләнештә булдым. Төнгө сәғәт өстә ҡайтып инһәм дә, малайҙарҙың дәфтәрен ҡарай инем. Бысраҡ яҙған хәлдә, уятып күсерергә мәжбүр иткәнем дә булды. Былар барыһы ла файҙаға ғына сыҡты. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә инде улар үҙ аллы тормошҡа юл алған. Олоһо мәктәпте – миҙалға, университетты ҡыҙыл дипломға тамамланы. Өйләнгән, Раушания киленем менән беҙгә Самира һәм Сәйет исемле ейән-ейәнсәр бүләк иттеләр. Кесе улыбыҙ ҙа тырыш. Университетта, журналистика факультетында уҡый. Шиғырҙар, көйҙәр яҙа.
– Мөхәббәт һүнә, һүреләме?
– Ул ҡатын-ҡыҙҙан тора. Халат кейеп, күҙе-башы туҙып йөрөһә, гел иренә зарланһа, эш күп, сирләйем, кәйефем юҡ, тип ашарға бешермәһә, өйөн йыйыштырмаһа, ир биҙә, өйгә ҡайтаһы ла килмәй башлай. Ирҙәр – бала менән бер. Ҡайҙа йылы, тәмле ашаталар, шунда рәхәт уларға. Ҡатын-ҡыҙ бит ул өйҙөң көҙгөһө. Ә көҙгө алдына ир-ат ниңә килә? Үҙен күрергә. Бер-береңә юл ҡуя белергә кәрәк. Әгәр ҙә ирең, ҡоро ерҙә пароход йөҙәме, тиһә, һин, йөҙә, тиергә тейешһең, шул ваҡытта ғына ғаилә ныҡ була. Ҡайһы бер ҡатындың аралашҡанда ирен хурлай башлауы оҡшамай. Өйҙә ир – ир урынында, ҡатын ҡатын урынында булырға һәм ҡатын ирҙе бер ваҡытта ла сит кешегә яманламаҫҡа тейеш. Ир кеше лә шулай уҡ ҡатынына зарланмаһын.
– Репертуар һайлағанда тамашасыларҙы күҙ уңында тотаһығыҙмы?
–Уларҙан килгән хаттарҙы ла иҫәпкә алып репертуар төҙөйбөҙ. Сөнки ҡайһы бер йырҙарҙы, оҙаҡ йылдар йырланыҡ, тип төшөрөп ҡалдырһаҡ, тап шуны, хат яҙып һорап, ҡабаттан йырлаталар. Һәр бер йырҙың үҙенең генә тамашасыһы бар. Ҡайһы ваҡыт залда оло йәштәгеләр күберәк була. Шул ваҡытта халыҡ моңдарын, әсәйҙәргә бағышланғандарын, баянға ҡушылып башҡарырға тура килә. Һәр бер программа ғаилә, матур мөхәббәт, тыуған яҡ, тәрбиәүи планда ҡорола. Концерттан һуң яныбыҙға килеп рәхмәт әйтәләр. Асыуланышҡан ғаиләләргә концертыбыҙҙың файҙаһы тейгән икән, тимәк, маҡсатыбыҙға өлгәшкәнбеҙ. Уның идеяһы халыҡҡа, тамашасыларға барып еткән. Тамашасыны бер ваҡытта ла сорттарға бүлмәнек. Кеше әҙ килгән, тип концерт программаһын ҡыҫҡартманыҡ. Нисек итеп матур күлдәктәр кейеп Ҡаҙанда, Өфөлә сығыш яһайбыҙ, ауыл клубы сәхнәһенә лә шул рәүешле сығабыҙ.
– Һеҙҙең менән булған берәй ҡыҙыҡ хаҡында һөйләгеҙ әле?
– Көтөлмәгән хәлдәр булып тора. Бер концертҡа Татарстандың Сүпрәле районына килеп төштөк. Биҙәндем дә, кейәйем тиһәм, бер күлдәгем юҡ. Йәүит үҙ костюмдарын алған да минекеләр онотолоп ҡалған. Шулай итеп, мин, нимә кейгәнем, шуның менән өс сәғәт буйы сығыш яһаным. Быныһы инде ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Хәҙер беҙ 33 йыл сәхнәлә, ҡыҙыҡтар көн дә булып тора.
– Нисек шулай зифа буйлы булып ҡалаһығыҙ? Әллә ул һеҙҙең тәбиғәттән бирелгән һомғоллоҡмо?
– Миңә был һорауҙы йыш бирәләр. Ашамай ябығаһыңмы, тип һорайҙар. Хәрәкәтсән, тынғыһыҙ кешемен, бер яһаған сәйҙе лә ултырып ҡына эсә белмәйем. Иҫемә төшһә, төндә обойҙарҙы ҡуптарып, йәбештерергә тотоноп китеүем бар. Иртәнгә ҡәҙәр эште бөтөрөп, иҙәндәрҙе йыуып, өр-яңы көндө ҡаршылайым. Шуға миңә май ҡунмайҙыр, бәлки.
– Кәйефегеҙ төшөүсәнме? Уны нисек күтәрәһегеҙ?
– Төрлө саҡтар була. Икебеҙҙең дә кәйеф төшһә, Йәүиткә һиҙҙермәйем. Ул миңә ҡарағанда ла нескәрәк. Киноны ла икәүләшеп рәхәтләнеп илай-илай ҡарайбыҙ. Иремдең кәйефен күтәрергә тырышам. Ә үҙем ейәндәремде күрһәм, донъямды онотам. Бер әкиәт иленә барып юлыҡҡандай тоям.
– Һеҙҙең өсөн нимә ул сәхнә?
– Йәшәр өсөн көс биреүсе. Ҡай сағында температура менән гастролдәргә сығып китергә тура килә. Баҫып та торорлоҡ хәл булмай. Нисек эшләп сығырға инде, тип уйлайһың. Ә сәхнә оноттора. Бергә эшләгән егет-ҡыҙҙар: «Зөлфиә апай, һеҙгә өйҙә торорға ярамай, Йәүит ағай, һин уны гастролдә генә йөрөт», – тиҙәр. Ысындан да барлыҡ артистар ҙа минең менән килешер: беҙҙе сәхнә йәшәртә һәм сәхнә йәшәтә.
Пандемия артистар тормошон ҡырҡа үҙгәртте, күп концерттар ҡуйылмай ҡалды. Зөлфиә менән Йәүит Шакировтар үҙҡурсаланыу ваҡытында ейәндәре менән мәж килә, тамашасылары менән инстаграмда бик йәнле аралаша. Зөлфиә тәмле рецептары менән бүлешә. Ҡабатланмаҫ моңдары, йондоҙҙай нурын һипкән мөхәббәттәре менән улар замандаштарыбыҙҙың күңелен балҡытып йәшәй.