-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
2 Март 2020, 17:07

Бәхет төҫө

Раушания Бәҙретдинова. Бөгөн һынлы сәнғәт өлкәһендә яҡты йондоҙ булып балҡып, Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә билдәлек алған был башҡорт рәссамын белгестәр бөйөк Пабло Пикассо, Фриде Кало менән тиңләй. «Һәр кем – ижадсы, ғаләмдең бер өлөшө. Ошоно аңлап, эске бығауҙарҙан ҡотолоусы алдында миллион мөмкинлектәр асыла», – ул кешеләргә үҙ ижады аша шул хәҡиҡәтте еткерергә ынтыла. Рәссамдың илаһи яҡтылыҡ һәм сикһеҙ фәлсәфә менән һуғарылған картиналары тәндәрҙе зымбырлатырлыҡ арбау көсөнә һәм, һис арттырыуһыҙ, йәндәрҙе имләү, сихәтләндереү ҡөҙрәтенә эйә. Раушания – күп балалы әсә. Йомарт күңелле хәйриәсе, уҡытыусы-остаз да ул.

«Билдәле рәссам буласаҡһың!»
Стәрлебаш районының тауҙар араһына йәшенеп ултырған Йәшергән ауылында тыуған Раушания. Ул ижади ғаиләлә үҫә. Атаһы Мөсәүир ағай – күңелендә урғылған шиғри юлдарҙы ғүмер буйы, эш араһында булһа ла, кеҫә дәфтәренә яҙып йөрөүсе уҙаман. Тарих менән ҡыҙыҡһына, һүрәт төшөрөргә ярата, хатта ауыл Советына Ленин рәсемен эшләп бирә. Ҡыҙының ҡулына ҡылҡәләмде лә тәү тапҡыр тап атаһы тоттора, тәбиғәттә бар нәмә тере йән булыуын төшөндөрә.
Әсәһе Зинфира апай бала сағынан бейеүсе булырға хыяллана, Өфө хореография училищеһына инә. Унда дәрес ваҡытында йәрәхәт алғанға күрә, артабан бухгалтерлыҡҡа уҡый. Ә сәхнәгә һөйөүен тамсы ла сайпылтмай, Раушанияға һала. Ҡыҙҙың бәләкәйҙән башҡорт бейеүен таң ҡалырлыҡ итеп башҡарыуы – әсәһенән күскән оҫталыҡ.
«Бишек тирбәткәндә лә, шәл бәйләгәндә лә балаларға халыҡ әкиәттәрен уҡый торғайным», – тип һөйләй Зинфира апай. Бына ҡайҙан килә икән Раушанияның ижадындағы әкиәти серле тәрәнлек! «Ҡыҙыбыҙ сәскәләр нәфислеген, япраҡтар нағышын тәүҙә ҡағыҙға түгел, туҡымаға күсерә башланы – уны бик иртә сигергә, бәйләргә өйрәттем», – ти ул.
Раушанияға биш йәш тулғанда ғаилә Ишембайға күсә. Һынлы сәнғәт мәктәбендәге уҡытыусыһы баштан уҡ ҡыҙҙың һирәк талант икәнен күреп, яҡты яҙмыш юрай: «Билдәле рәссам буласаҡһың!»
...Бала сағы – ғүмеренең тик бәхет төҫөнән торған осоро –рәссамдың ижадында артабан ифрат ҙур сағылыш табасаҡ. Дин тотҡан олатай менән өләсәһенән боронғо тәрбиә алыуына ҡыуана ул. «Өләсәйемдең намаҙ уҡыуын ҡарарға ярата инем. Доға ҡылған сағында уны бик бейеккә – йондоҙҙарға – күтәрелгән кеүек күрәм. Башындағы аҡ яулығының остары, әйтерһең, уны күккә яҡынайтҡан аҡ ҡанаттар. «Намаҙ» картинамда уның тап шул мәлен һүрәтләнем, – тип дауам итә рәссам. – Ә «Аҙан» тигән эшемдә – олатайым. Башына түбәтәйен кейгән, бармағына тиҫбеһен элгән олатайым, устарын күтәреп, ауылды аҙанға күмә. Ул дин рөхсәт ителмәгән заманда ла кешеләрҙе иманға саҡырған. Махсус ятламаһам да, серле сүрәләрҙең үҙенән-үҙе телемә килеүе – миңә күскән ҡан хәтерелер, тием. Ағайым Алмаздың имам булып китеүе лә осраҡлы түгел. «Сүрәләр» серияһы дин юлындағы ҡәҙерле кешеләрем йоғонтоһонда тыуҙы. Бөгөн килеп аңлайым: исламдағы сүрәләр ҙә, христиан динендәге доғалар ҙа, буддизмдағы мантралар ҙа, юғары ижад кеүек, бер йышлыҡта тирбәлеүҙәре һәм тылсымлы ҡеүәттәре менән оҡшаш».
Раушанияның шулай тиеүе – ҡоро һүҙҙәр түгел. Үҙ яҙмышынан сығып һөйләй – бары тик ижад уны бар мәғә­нәлә ҡотҡара: юҡлыҡтан да, яман сир тырнағынан да, үҙен юғалтыуҙан да.
«Хәҡиҡәт ҡайҙа?..»
Рәссамлыҡ серҙәрен тәрәнерәк төшөнөү теләге менән 14 йәшендә Өфөгә килеп, башта – педагогия училищеһында, унан сәнғәт институтында белем алған һылыуға бик ҡатмарлы һынауҙар аша үтергә тура килә. Яратып ҡауышҡан иренең уны ижадсы түгел, тик ҡатын, әсә һәм хужабикә итеп күреүенә – булмышын баҫыуына ни хәлдәр итергә? «Ситлектә лә осоп була» тигән әҫәре ул йылдарҙа тыуғандыр, моғайын. Күңелдә үҫә барған ризаһыҙлыҡтан өҙгөләнеү, әммә ғаиләһен юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәү шуға килтерә: Раушанияла табиптар ауыр сир таба. Шөкөр, операция уңышлы үтә. Тик иренең үҙгәрмәүен күргән рәссам тәүәккәл аҙым яһай: улы Рәүефте ала ла дөйөм ятаҡҡа күсә.
Ни өсөн әҙәм балаһына шул хәтлем һынау төшә? Ни сәбәпле кешеләр ярлыға, байға бүленә, нилектән берәүҙәргә сир бирелә? Ул йылдар Раушания өсөн рухи эҙләнеүҙәр осоро була. Һиндостанға билдәле гуру Саи Баба менән осрашыуға башындағы меңләгән һорауға яуап табыу уйы менән бара. «Тик һыу буйындай теҙелгән кешеләрҙе үтеп, ул миңә еткәйне, телемдән ике һүҙ генә сыҡты: «Хәҡиҡәт нимәлә?» «Һинең үҙеңдә», – тигән яуап ишеттем шул саҡ. Гуру ҡарашынан һибелгән йылылыҡтан имшей барыуымды тоям, ирекһеҙҙән күҙемдән йәш аға».
Ул бөтә сәбәптәрҙе үҙенән эҙләй башлай, үҫеш өсөн рәнйеүҙәрҙе кисереү кәрәклеген, ғазап килтереүселәрҙең дә беҙгә юҡҡа ебәрелмәүен аңлай. «Юлыбыҙҙағы һәр кем – уҡытыусы», – ти ул. Һәм сәфәрҙән ҡайтыу менән, әйтерһең, көтөп кенә торғандар – заказдар яуа. Әле бер бай үҙенең ҡала ситендәге йортон нәфис итеп биҙәкләүҙе һорай, әле икенсеһе. Зиннәтле өйҙәрҙең диуарҙарына, көмбәҙҙәренә һис ҡайҙа булмаған нағыш һалыу ижадының бер йүнәлешенә әйләнә.
Өфө янындағы йортта эшләгән саҡта Раушания тимерҙе семәрләүсе оҫта менән таныша. Илдар, уның кеүек, сәнғәт институтының художестволы графика факультетын тамамлаған икән. Афғанстанда хеҙмәт иткән. Асҡар исемле ул үҫтерә. Тормош әкренләп яйға һалына. Донъяларын бәхеткә күмеп, ҡыҙҙары Әйшә, улдары Әхәт тыуа...
Күп балалы әсәнең киң яҡлы ижад менән тормоштоң мең мәшәҡәтен тигеҙ тартыуы һоҡландыра. «Мантый» тигән картинамда – мин үҙем», – ти оҫта. Уҡлау менән ҡамыр йәйеүсе әсәне бер яҡлап бәләкәй улы ҡосаҡлаған, икенсе яғында – ярҙамсы булып үҫеп килеүсе ҡыҙы.
Рәсәй һәм Башҡортостандың Рәссамдар, Дизайнерҙар союздары, ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара Һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы Раушания Бәҙретдинова бер-бер артлы өр-яңы ижади үрҙәргә артыла. Ул егерменән ашыу шәхси күргәҙмәһен уҙғарған, абруйлы халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк күргәҙмәләре лауреаты.
Ауырығанда: «һауыҡһам, кешеләргә ярҙам итәсәкмен!» – тигән рәссам хәйриәлек менән ихлас шөғөлләнә. Мәҫәлән, Мәскәүҙең Милләттәр йортонда «Ағиҙел буйындағы ҡала» шәхси күргәҙмәһендә, Лондондағы хәйриә күргәҙмәһендә картиналарын һатыу­ҙан ингән ҙур-ҙур аҡсаларҙы «Мәр­хәмәт», «Ғүмер бүләк ит» фондтарына күсергән. Республика балалар дауа­ханаһы стеналарын биҙәһенме, сирле сабыйҙар, йә ауыр тормош хәлендәге үҫмерҙәр менән бергәләшеп һүрәт төшөрһөнмө – йән йылыһын йәлләмәй өләшә.
Үҙеңә юл
«Үҙеңә юл» – уның шулай исемләнеп, былтыр йыл аҙағында ойошторған күргәҙмәһе республика­быҙҙың мәҙәниәт тормошон шаулатҡан ҙур ваҡиғаға әйләнде. Башҡортос­тандың милли симфоник оркестры менән берлектәге был проект, күңел­дәрҙе моңға тултырып, хистәр ҡойоно уятып, үҙ асылыңды тапҡансы ни үтергә тура килеүен байҡарға саҡыра.
Ни өсөн Раушанияның ижады һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙе генә түгел, барса кешеләрҙе әсир итә? Уның ҡайнар йөрәк ҡеүәте менән ҡушылып, киндергә күскән кисерештәрендә һәр кем үҙ хистәрен, үҙ яҙмышын уҡый һәм, ихтыярһыҙҙан, күҙҙәренә йәштәр эркелә. Әйтерһең, рәссам улар йәне менән һөйләшә, хыял толпарында осора, өмөт диңгеҙендә йөҙҙөрә һәм, нурға сорнап, ергә төшөрә лә бәхет ҡапҡаларына килтерә. Ижадынан сихәтләнеүселәр бар, тигәндәре лә буш түгел. «Яман шеш тапҡайнылар. «Ҡосаҡ» тигән картинағыҙҙан бөркөлгән яҡтылыҡ һауыҡтырҙы. Көн дә эргәһенә килдем дә иланым», – ти күргәҙмәлә бер ҡатын.
Картиналары Рәсәй, АҠШ, Канада, Австрия, Германия, Англия, Италия, Һиндостан, Нидерланд, Төркиә һәм башҡа дәү­ләттәр галереяларында, шулай уҡ шәхси коллекцияларҙа һаҡланған яҡташыбыҙҙы сит илдәргә йәшәргә саҡыралар. Тик халҡыбыҙҙың фәл­сәфәһе, донъяны сабырлыҡ аша ҡабул итеүе, әкиәттәребеҙҙәге миһырбанлы аҡыл ижадында ҡыҙыл еп булып үткән рәссам Башҡортостанынан айырыла буламы?! Моң бишеге уның бер ҡайҙа ла түгел, бында, бары бында ғына.
Раушания Бәҙретдинованың картиналарын @rushania_artist @rushania_badretdinova һылтанмалары буйынса үтеп ҡарарға була.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: