+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
5 Февраль 2020, 16:40

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр

Юҡты бар итеп, булғанын үҫтереп, бәрәкәтен күреп, тирә-яҡтағыларҙың донъяһын йәмләп йәшәгән булдыҡлы гүзәл заттар күп арабыҙҙа. Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, тиҙәр ундайҙар тураһында. Өфө ҡалаһының 14-се балалар музыка мәктәбе директоры Эльмира Рафаил ҡыҙы Сафинаға ҡарата ла әйтеп булыр ине был һүҙҙәрҙе.

Йыр-моңға мөкиббән
– Һөнәрем – хор дирижеры, – ти Эльмира Рафаил ҡыҙы. – Нескә күңелдәрҙе аңлар психолог та, башҡаларға йоғонто яһар педагог та, үҙ артымдан эйәртер етәксе лә булырға тейешмен.
Бәләкәстән йыр-моңға мөкиббән Мәләүез ҡыҙы тыуған ҡалаһындағы музыка мәктәбендә пианинола уйнарға өйрәнә. Артабан да тормошон сәнғәт менән бәйләмәксе булып, Салауат музыка колледжына юллана. Бында эйә булған хор дирижеры һөнәре уның ғүмерендә хәл иткес роль уйнай. Уҡыу йортонда алған яҡшы белем менән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына имтихандарҙы уңышлы тапшырыу уға ауыр булмай. Элеваторҙа цех етәкләгән атаһы Рафаил Ибраһим улы ла, бала табыу йортонда табип-анестезиолог булып эшләгән әсәһе Миңзада Солтанморат ҡыҙы ла ғәзиздәренең теләгенә ҡаршы сыҡмай.
Сәнғәт институтынан һуң Эльмира Мәләүездә музыка мәктәбендә уҡытыусы-хормейстер булып хеҙмәт юлын башлай. Кейәүгә сығып, ике балаға ғүмер бирә. Атаһы менән әсәһе баҡыйлыҡҡа күскәс, был ҡалала ҡалғыһы килмәй. 2003 йылда ғаилә Өфөлә төпләнә. Уҡытыусының эш хаҡына йән аҫрау ауыр булыр, тип «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгес булып эшкә инә. «Ойошманың ул саҡтағы генераль директоры Камил Кәрим улы Мәмәтҡазинға ауыр саҡта ярҙам иткәне өсөн мең рәхмәтлемен», – ти Эльмира Сафина. Бында ул өс йыл хеҙмәт итә, эшенең етди һәм тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, сәнғәт юлынан алыҫлашмай. Предприятиеның ижади төркөмөн төрлө фестиваль-конкурстарға әҙерләй. Ойоштороу һәләте һәр саҡ ярҙам итә.
Иңдәрҙең дә иңе булырға
«Һәләтлеләр күп донъяла. Лайыҡлы тормош ҡорам, ғаиләңде мохтажлыҡһыҙ йәшәтәм тиһәң, сәнғәт өлкәһендә иңдәрҙең дә иңе булырға тейешһең», – тип ҡабатлай Эльмира Рафаил ҡыҙы улына. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе музыка мәктәбендә тәрбиәләнеүселәргә лә әйтә килә. Бала бар булмышы менән сәнғәткә, илаһи музыкаға тартыла икән, еңел аҡса һуғыу өсөн генә уны башҡа юлға бороу дөрөҫ түгел, тип һанай ул. Һәләтле балалар бигерәк тә йомшаҡ күңелле булыусан, аяуға, таяуға мохтаждар. Бәләкәстәрҙең ҡанатын үҫтереү өсөн атай-әсәйҙәргә лә үҙҙәренең хаҡлығында инаныс, йөрәк көсө талап ителә. Директорға йыш ҡына, ололар күңеленә юл табып, был юҫыҡта һөйләшеүҙәр алып барырға тура килә. Дирижер бит ул. Музыкаль коллективтың художество етәксеһе булараҡ, дирижер психолог та, педагог та, ойоштороу һәләтенә эйә лидер ҙа булырға тейеш, тип өйрәткәндәр уға. Барыһын үҙ урынына ҡуйып, килештереп, тәртипкә һалыу – уның булмышында.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: