-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
13 Ғинуар 2020, 16:17

Ҡулдарынан гөлдәр тама

«Раузалар аллеяһы» ландшафт дизайны үҙәге етәксеһе, Башҡортостандың етәксе ҡатын-ҡыҙҙар ассамблеяһы рәйесе, «XXI быуат ҡатын-ҡыҙ лидеры» Бөтә Рәсәй бәйгеһе еңеүсеһе, эшҡыуар, психолог Айгөл Әбелхәйерова (Измәғәмбәтова) Ейәнсура районы Абзан ауылында буй еткерә. Ата-әсәһенән ҡалғанда уға алты ғына ай була. Әсәһенең атаһы Ҡәһәрмән һәм әсәһе Гөлшат сабыйҙы үҙ тәрбиәһенә ала, һәм ҡыҙ уларҙы «әтей», «әней» тип үҫә. Айгөлдөң олатай-өләсәй ҡосағында рәхәтләнеп буй еткереүе, был бәхет тап уға йылмайыуы балалар йортона ебәрелгән ике апайының күҙен ҡыҙҙырғандыр. Әммә, ваҡыт үткәс, шуны беләләр: баҡһаң, кесе һеңлеләре Айгөл бик ҡаты сирләп китә. Әсәһенең һеңлеһе Гәүһәрҙең төшөнә мәрхүм апаһы менән еҙнәһе ингәс, бәлә янауын аңлап ҡалып, сәсрәп ауырыған сабыйҙы Рәйлә һеңлеһе менән урлап алып ҡайтып аяҡҡа баҫтыралар. Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған бит һеңлебеҙ, тип ҡыуана был хәлде белгәс бер туған апайҙары Лариса һәм Альбина.Айгөл Әбелхәйерова 2013 йылда Өфө ҡала хакимиәте үткәргән «Төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проект» бәйгеһенә үҙенең «Раузалар аллеяһы» тигән эшен тәҡдим итә. Сәскәләр батшабикәһе – раузалар биҙәгән, туй тантаналары гөрләп уҙған, ғашиҡтар осрашҡан бик матур ер итеп күҙ алдына килтерә ул был урынды. Бәйгелә эшлекле ханым беренсе урын яулай. Аҙаҡ, йорт алдын йәшелләндереү, төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән шәхси фирмаһын асҡанда, тап шул атаманы файҙалана.

Ҡаршылыҡтар сыныҡтыра
Айгөлдөң балалар баҡсаһында уҡ әйҙәүсе сифаттары билгеләнә. Тиҫтерҙәре уны, «абруйлы» бер малай менән парлап, машинаға ултыртып, кәләш һәм кейәү итеп этеп йөрөтөүҙәрен иҫләп, Айгөл хәҙер шулай уйлай. «Фотоларға ҡарағанда төҫ-һыпатым менән башҡа ауыл ҡыҙҙарынан айырылмағанмын да. Холҡом шулай булған. Һуғыш суҡмары инем. Олораҡ малайҙар берәй нәмә әйтһә, уларҙы туҡмап ташлай торғайным. Сөнки олатайым, үҙеңде яҡлап өйрән, тип әйтеп ҡуйғайны», – тип хәтирәләргә бирелә Айгөл.
Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: беренсе класҡа төшкәндә мәктәпкә Айгөл, алмашҡа яңы сандалийын һалып алып, калуш кейеп барған. Бала саҡтан үҙ фекерен алға ҡуйып өйрәнгән, башҡалар ни әйтер тип ҡурҡмаған ҡыҙ 11 йәшкә тиклем Ҡәһәрмән олатаһының күҙәтеүе аҫтында була. Тик «бишле»гә генә өлгәшә. Олатаһы астма менән яфаланғас, табип булам да уны һауыҡтырам, тип хыялланған Айгөл уға банкалар ҡуя, ҡайҙа ниндәй дарыу ятыуын, һәр ҡайһыһының тәғәйенләнешен белә. Олатаһы ла уның был хыялын үҫтерергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта баланың иғтибарын сәйәсәткә йүнәлтә. Бергәләп үҙгәртеп ҡороу заманында шаулап үткән съездарҙы ҡарайҙар, ваҡиғаларҙы күҙәтеп баралар. Олатаһына дуҫтары килһә, Айгөл, һөйлә әле, тип, ейәнсәренең мәғлүмәтлелеген күрһәтергә ашыға.
Айгөл өй эштәренән азат ителә. Өләсәһе барыһын да үҙе башҡарырға күнеккән. Шуғалыр ҡыҙ ауылдағы ярҙамға мохтаждарға барып булышлыҡ итә башлай. Мунсаларын һылап, ағартып, иҙәндәрен йыуып, һауыт-һабаларын таҙартып ҡайтып китә. Өләсәһе, берәй ҡайҙа уйнап йөрөй, тип уйлағанда, Айгөл бына шундай эштәр менән булыша.
1-cе класта уҡығанда, оҫталарҙы ҡарап ҡына тороп, шәл сите бәйләргә өйрәнеп ала. Бер кистә бер ситте бәйләп ҡуя хатта. Йөн иләп ҡарағыһы килә. Өләсәһе, ҙурайғас өйрәнерһең әле, тип рөхсәт итмәй. Айгөл аптырап тормай, ҡоҙағыйының мунсаһын һылап, йөҙ грамм дебет ала. Баҡсала һынған орсоҡ менән йөн иләргә лә өйрәнә бер аҙҙан. Аҙнаһына бер шәл бәйләгән Айгөлдә, бәйләмен һатып, аҡса эшләү теләге уяна. Пенсия ҡырҡ һум, эш хаҡтары уртаса алтмыштан артмаған заманда бер шәлде йөҙ ҙә ун һумға Үзбәкстанға ебәреп һаталар. Аҙнаһына 3-4 шәл бәйләгән ҡыҙҙа шул ваҡыттарҙан уҡ эшҡыуарлыҡ ҡомары барлығы асыҡлана.
...11 йәшендә Айгөл өсөн йәнә лә бер таяу ҡолай. Олатаһы яҡты донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. 40 йыллап бергә ғүмер иткән кешеһен юғалтыу өләсәһенә лә бик ауыр тәьҫир итә. Ул тормош мәғәнәһен юғалтҡандай була, ауыр ҡайғыға сумып, Айгөлдө үҙ яйына ҡуя. Шул ваҡытта ҡыҙыҡай үҙен яңғыҙ һәм таяуһыҙ ҡалғандай хис итә. Үҫмер ваҡытында Айгөлдөң холҡо үҙгәрә, бәхәсләшеп барыусан балаға әйләнә. Гүйә, уның донъяһы аҫты өҫкә килә. Уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы кәмей. Шуға ла мәктәпте тамамлағас та кейәүгә сыға ла китә. Егет уға йәнен бирерҙәй булып йөрөй. Өйҙәренә килеп ярҙам итә. Бер йылдан Тимур улдары тыуа. Церебраль фалиж менән тыуған сабыйына диагнозды һуңлап ҡына ҡуялар. Өфөлә дауаханаға алып килгәс, баланың йөрөй, һөйләшә, яҙа алмаясағын әйтәләр. Әммә Айгөл бының менән һис кенә лә килешергә теләмәй. Тап ошо ваҡытта уның лидерлыҡ асылы уянғандыр. Ҡайҙа нимә ишетә, шуны өйрәнә, дауалай, ярты Башҡортостанды йөрөп сыға – баланы аяғына баҫтыра. Улының йөрөй, уҡый, яҙа алыуына өлгәшеү Айгөл өсөн төп маҡсатҡа әйләнә. Ошо мәсьәләне хәл итмәйенсә тороп, ул икенсе балаһына уҙмай.
Тимур, тиҫтерҙәренән ҡалышмаған зирәк бала булып, 1-се класҡа бара. 2-се класҡа коррекцион йүнәлеш буйынса китһә лә, Айгөл алдына алған бурысын үтәүенән ҡәнәғәт ҡала. Шунан Динар тыуа, йәнә лә ике йылдан – Рената... Өс балалы әсәнең, гүйә, тормошо ла ҡыҙыҡлы йырҙыға төшә, донъяһы түңәрәкләнә. Үҙенең башҡа һәләттәрен асыу, үҫешеү, белем алыу ихтыяжы уны БДУ-ы Сибай институтының психология бүлегенә алып килә. Иң мөһиме – шул белемдәрҙе үҙләштерергә күңеле өлгөргән, ҡорғаҡһыған була. Лидерлыҡ сифаттары бында ла һиҙҙертә: төркөмдөң старостаһы итеп һайлап ҡуялар үҙен. Автомобиль йөрөтөү хоҡуғына ла эйә була ул. Бер аҙҙан ғаилә Абзан ауылынан Иҫәнғолға күсенә. Үҙ балаһы менән шундай ауыр юлды үткәс, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә булышлыҡ итергә ҡарар ҡыла. 5 йыл Инвалидтар йәмғиәтендә психолог булып эшләй. Ейәнсураның һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр спорт командаһын республика кимәленә сығара, туристик фестивалдә беренсе биш урынды улар алып ҡайта. Балаларға яҡшы белем биреү ихтыяжы, уларҙың киләсәген уйлау ғаиләне Өфөгә күсеп китергә этәрә. Ҙур өйҙәрен, күнегелгән тормошон ҡалдырып, Әбелхәйеровтар яңы бейеклекте яуларға ынтыла.
Эшҡыуарлыҡ ҡатын-ҡыҙ өлөшөмө?
«Бөтә был һорауҙар етәксе нимә эшләргә тейешлеген белмәүҙән килә. Әгәр эшҡыуарлыҡтың үҫеш асылын аңлаһа, ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан да килә ул. Етәксенең бурысы – хеҙмәткәрҙәрҙе үҫешкә көйләү, киләсәккә маҡсаттар билдәләү. Быны ла гүзәл зат бик оҫта башҡара ала. Бында уның эске тойомлауы ярҙамға килә. Биш йылдан, ун йылдан нимә булыр, ҡайҙа барабыҙ – был һорауҙарға ла ҡатын-ҡыҙ аныҡ яуап таба ала. Эшҡыуарлыҡты ирҙәрсә аңлау физик көс кәрәклеге менән билдәләнә. Әйтәйек, эшсе сыҡмаһа, алаһың да йөктө үҙең бушатаһың. Ә уның үҙ бурысына яуаплы ҡарауына өлгәшһәң, көс кәрәк тә түгел. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡатын ҡиммәттәргә баҫым яһарға, нимә өсөн һәм ниндәй маҡсаттар ҡуйылыуын аңлатырға тейеш. Кешеләрҙе ҙур, бөйөк эштәрҙә ҡатнашыусы булыуҙары менән дәртләндерергә мөмкин. Шунда улар эш мәғәнәһен аҡсала ғына күрмәй башлай. Һәр кем компанияла үҙен кәрәкле, файҙалы кеше итеп тоя», – ти Айгөл Әбелхәйерова.
Уңышлы эшҡыуар Түбәнге Новгородта «XXI быуат ҡатын-ҡыҙ лидеры» бәйгеһендә ҡатнаша. Миллиард һумлыҡ әйләнеше булған малтабар ҡатындарҙың шул хәтлем ябай, асыҡ фиғеленә, ғәҙәти кейенеп йөрөүҙәренә Айгөлдөң иҫе китә. Кредиттар ауырлығынан бөкөрәй­гәндә алтын менән биҙәлеүҙән ни мәғәнә? Кемгәлер үҙенең кемлеген иҫбат итергә маташҡан эшҡыуарҙан да хөртө бармы?
Иғтибарҙы үҫешкә, киләсәккә ниндәй ҡиммәт алып килеүеңә йүнәлтһәң, уңыш ҡаҙанырһың, ти Айгөл.
Ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында
Айгөл, тормош иптәше Дамир менән йәшләй генә өйләнешеп, 27 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Ғаилә институты ҡиммәте ни өсөн юғала? Сөнки һәр кем үҙ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер өсөн яңы көс сығанағы эҙләй. Элек-электән ҡатын-ҡыҙ иренә йәбешеп ятҡан, көслө зат мал тапҡан. Ә хәҙер статуслы, туҡ, кейемле булыу, балалар табыу өсөн кейәүгә сығыу мотлаҡ түгел.
«Хәҙерге заманда ир ҡатын-ҡыҙ өсөн кем ул?» – тигән һорау дөрөҫ. Минең аңлауымса, ир – ул һиңә бөтә яҡлап та таяныс булырлыҡ дуҫ, иптәш. Һәр кемдең көслө йә көсһөҙ яҡтары бар. Әгәр ҙә тормош иптәшең көсһөҙ яҡтарыңды тулыландыра икән, тимәк, был яҡшы. Ғаиләлә йә ир-ат, йә ҡатын-ҡыҙ өҫтөнлөк итә. Мин быны бер-береһен тулыландырыу күҙлегенән ҡарап ҡабул итәм. Шуның менән улар тигеҙләшә. Был мөнәсәбәттәрҙә иң мөһиме – үҙеңде нисек тойоуың, ир янында һиңә уңайлы булырға тейеш, ти ул.
Әбелхәйеровтар ғаиләһе төрлө көсөргәнешле мәлдәрҙе уңышлы үтә. Балалары буй еткереп килә. Ҡыҙҙары Рената урта мәктәпте тамамлай. Тиҙҙән өйҙә икеһе генә тороп ҡаласаҡтарын уйлай ир менән ҡатын. «Мөхәббәт 36 ай йәшәй, тигән ҡараш хөкөм һөрә. Шул осорҙа кешеләр өйләнешеп, бала табып ҡала. Көнкүреш мәсьәләләре алға сыҡһа, гормондар тәьҫире тамамланһа, парҙарҙа нимә ҡала? Хөрмәт, таяныс булмаһа, ғаилә тарҡала. Ҡурҡыш­тарынан айырылып китә алмаған парҙар бар. Уларҙы билдәһеҙлек, яңғыҙ ҡалыу өркөтә. Беҙгә килгәндә, арабыҙҙа хөрмәт тә, бер-беребеҙгә таяныс була белеү ҙә бар. Тормош иптәшемде ижад кешеһе итеп ҡабул итәм. Бер ай вахта буйынса нефтсе булып эшләһә, бер ай ғаилә, балалар, ижад менән була. Ул матур йырлай», – тип ғаиләһе менән таныштыра Айгөл.
Бөтә балалары ла – әүҙем, лидерҙар. Тимур үҙ даирәһендә ҡайнай. Һөйгәне бар, өйләнергә ниәтләй. Йырлай, диджей булып та эшләй. «Әллә 15 махсус һөнәр эйәһе – штукатур-буяусы, умартасы, иҫәпсе, баҡсасы... Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәнде тота. «Актив» инвалидтар йәмғиәтендә шөғөлләнә. Эшләргә рөхсәт ителһә лә, улар өйҙә ултырып сыҙамай. Яңыраҡ «әүҙемдәр», бергәләшеп, ҡаланы сүп-сарҙан таҙартты», – тип һөйләй әсә оло улы хаҡында.
Динар Мәскәүҙә уҡый, РФ Президенты эргәһендәге Ауыл хужалығы һәм дәүләт идаралығы академия­һында финанс менеджеры булырға әҙерләнә. Бала сағынан парашют спорты менән шөғөлләнә. Килешеү буйынса, спорт мастерлығына кандидат дәрәжәһенә ирешмәһә, уны уҡытҡан бөтә сығымдарҙы мәктәпкә ҡайтарырға тейеш булалар. Ә Динар кандидат ҡына түгел – 16 йәшендә мастер дәрәжәһенә өлгәшә. Бөтә донъя кубогы еңеүсеһе була. Баш­ҡортостан йыйылма команда­һында сығыш яһап, беренселекте бирмәй. Спортсы булараҡ, Рәсәй стипендияһын ала.
Рената психолог булырға хыяллана. Сөнки әсәһенең кешеләргә ярҙамының һөҙөмтәһен күрә.
«Мин – эзотерик. Күңел тәрәнлектәрен байҡайым, генетик тамырҙарҙы юллайым. Кешелә үҙ асылында булғаны ғына бар. Асыл – һине уратҡан мөхит, тамырҙарыңдан ҡалған мираҫ. Кешелә ыңғай сифаттарҙы күрә белергә кәрәк. Әгәр үҙен яратҡанын тойһа, ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡулайлаша. Яуаплылыҡ тоймаған, ялҡау ирҙе илһам­ландырыу арыта. Уйҙарың, кешеләрҙе ҡабул итмешең, көҙгөләй, үҙеңдә сағыла», – ти Айгөл Ҡәйепкәли ҡыҙы.
...Айгөл Әбелхәйерова өсөн 2019 йыл – уңыш, танылыу йылы: «Рәсәй терәге» үткәргән «Эшҡыуар уңышы» төбәк конкурсында «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ проекты» номинацияһы финалисы була. Был бәйге артабан да дауам итә. Киләһе йылдың февраль айында уға йомғаҡ яһаласаҡ. БР Хөкүмәте, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, MTVmix телеканалы үткәргән баш ҡаланың иң яҡшы компаниялары, уңышлы кешеләре араһында ул, психолог булараҡ, «Йыл танылыуы» лауреаты тип табылған. Мәскәүҙә «Перспектива» төбәк үҫеш фон­дының «Төбәктәрҙең алтын фонды» йәмғиәт танылыу премияһына лайыҡ булған. Шуныһы әһәмиәтле: ул, Ҡаҙағстанға барып, Чингирлау тимер юлы станцияһында йәшәгән ата­һының туғандарын табып, фатихаларын алғас, үҙен тағы ла ҡеүәтле итеп хис итә. «Нәҫел көсөнөң кеше өсөн ни хәтлем әһәмиәтле булыуын тойҙом», – ти ул.
Аҡылы камил кешенең донъяһы ла нурлы: эше лә, күңеле лә, йөҙө лә балҡып, ялт итеп тора, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе лә ул еңел ҡора. Үткәне, бөгөнгөһө менән ҡәнәғәт һәм киләсәгенә ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫа. Журналы­быҙҙың тышлығын биҙәгән заман­дашыбыҙ Айгөл Әбелхәйерова тап шундай уңышлы аҫыл заттарыбыҙ рәтендә.

Александр Данилов һәм ғаилә архивы фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: