+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
2 Декабрь 2019, 18:45

Булмышында уның – яҡтылыҡ

Кешелек бишеге тип аталған был ергә аяҡ баҫыу менән, гүйә, мәңгелектең ҡайнар һулышын, боронғолоҡтоң серле аһәңен тояһың. Легендалар һәм риүәйәттәр илендә, халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡылары «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары һәм башҡа рухи ынйылары тыуған Бөрйәндә йәшәүселәрҙә уларҙы солғап алған мөһабәт тә, ғорур ҙа, миһырбанлы ла, ҡырыҫ та, ихлас та, моңло ла тәбиғәт сағыла кеүек. Ошо төбәктең аҫыл ҡыҙы – Бөрйән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Клара Мөнир ҡыҙы ТЕЛӘҮБАЕВА менән танышҡанда шундай уйҙар тыуа.

«Йәйге томрала яңы сабылған бесән еҫе, меңйәшәр ҡарағай урманынан ағылған ылыҫ еҫе менән ҡушылып, һәр күҙәнәккә һеңгән. Мин, ун алты йәшлек ҡыҙ, иң етеҙ арғымаҡты эйәрләп, үҫмер малайҙар менән бәйге сабам. Ал бирмәҫкә ынтылып, ат өҫтөндә осоп тигәндәй барам! Билгә тиклем төшкән беләк йыуанлыҡ толомдарҙы, ҡамасауламаһын тип, ҡуша бәйләп ҡуйғанмын...» – Бала сағының ошо күренеше ни эшләп бар хәтирәләренән сағыуыраҡ – бөтә төҫтәре, хатта еҫтәре менән күҙ алдына килә лә баҫа икән? Бәлки, тап ошо күренеш уның асылын сағылдырғанғалыр?
… – Беҙ, ғаиләләге дүрт бала – туғандарым Дамир, Тамара, Гөлдәр һәм мин, балда, майҙа үҫтек, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Юҡсыл заманда төпкөлдә етеш тормош ҡороу өсөн атайым менән әсәйемә ни ҡәҙәр уңған булырға тура килгән! – ти Клара Мөнир ҡыҙы.
Умарталыҡта һанһыҙ күс, аҙбар тултырып мал тота Мәүҙиға Нуриман ҡыҙы менән Мөнир Ғәйфулла улы Ямғурсиндар. Туған йәнле ғаилә башлығы ҡәрҙәш-ырыуын йыйып, йырлы-моңло мәжлестәр ойош­торорға ярата. Балаларына егәрлелек, лайыҡлы тормошҡа ынтылыуҙан тыш, тағы бик матур сифат һалалар – баҫма һүҙҙе ҡәҙерләргә өйрәтәләр. Көн дә йортҡа бер ҡосаҡ гәзит-журнал килә, әҙәби әҫәрҙәрҙе почта аша яҙҙырып алалар. Ә кистәрен өйҙәре кескәй китапханаға әйләнә. Был иһә Клараның яҙмышында хәл иткес әһәмиәткә эйә була: унынсы кластан һуң ул Өфө китапхана техникумына уҡырға инә.
Тик мөғжизәүи йәнтөйәгенең тартыу көсөнә ҡаршы торорлоҡмо һуң? Юлдары йәнә Бөрйәненә алып ҡайта. Техникумды тамамлағас, 1982 йылда ҡыҙ үҙ районының Байназар ауылында китапханасы булып эш башлай. Ә көҙгә уны үҙәк район китапханаһына библиограф итеп күсерәләр.
1994 йылда иһә район үҙәкләш­терелгән китапханалар системаһы директоры итеп тәғәйенләнә. «Был ваҡытта ситтән тороп Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт институтында белем ала инем», – ти Клара Мөнир ҡыҙы. СССР тарҡалған, юл күрһәтеүсе, тәрбиәләүсе партия юҡҡа сыҡҡан дәүер. Халыҡ шул осор китап­ханаларға ағыла: ер-һыу атамаларына, тарихҡа арналған кисәләр, яҙыусылар менән осрашыуҙарға барып, ул рухи бушлыҡтан ҡаса. 1997 йылда иһә ялҡынлы ойоштороусы Теләүбаева район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп билдәләнә.
… Хоҙай донъялыҡтағы ожмах итеп яралтҡан, һәр ҡаяла, ташта һәм һуҡмаҡта әлмисаҡтан килгән тарих, моң һаҡланған был ер – йырсылар төбәге. «Сәхнәгә сыҡмағандар ҙа йырлы ғүмер кисерә, – тип һөйләй Клара Мөнир ҡыҙы. – Халыҡтың йәне ул – моң...»
Быуаттар ауазын сағылдырған был хазинаны үҙҙәрендә генә һаҡлау хилафлыҡ тип һанай ул һәм моң эйәләрен туплап, уларҙы республика, ил кимәлендә танытырға ынтыла. Бөгөн иһә Бөрйәндә егерме ике халыҡ коллективы эшләүе менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Мәҫәлән, «Гөлдәр», «Бөрйәнем», «Иргизлинка», «Инсебикә» вокал ансамбл­дәренең, «Мираҫ», «Үҙән», «Тамъян гәүһәрҙәре», «Ҡурыуҙы», «Элгеләү» фольклор коллектив­тарының маҡтаулы исеме бөтә тирә-яҡҡа та­ралған. «Ялҡын», «Осҡон», «Арғымаҡ» бейеүселәре концерттарын бар тарафта һағынып көтөп алһалар, «Аҡбуҙат», «Мәсемташ» ҡурайсылар ансамблдәренең, «Моң­даръя» баянсыларының йәнгә дауа моңо тамашаларҙа алҡышҡа күмелә.
Клара Мөнир ҡыҙы халыҡ таланттарының һәр береһе хаҡында сикһеҙ яратыу менән һөйләй: «Нәби ауылы аҡһаҡалы, оҙон көйҙәр оҫтаһы, маһир ҡурайсы Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин, Яңы Усман ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе, үҙешмәкәр театр һәм вокал, фольклор коллективтарын үҫтереүгә ифрат ҙур көс һалған Шәфҡәт Әхмәтғәзи улы Мәзитов – халыҡ ижадын күҙ ҡараһылай һаҡлап, киләһе быуындарға етке­реүсе уҙамандар. Яңы Мөсәт ауылында йәшәүсе сәсәниә Гүзәл Абдразаҡ ҡыҙы Һырлыбаеваның моң тулы яҙмышын иһә үҙе матур легенда тиергә мөмкин. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы ҡобайырҙар сығарып, үҙе үк уларҙы башҡара, гармунсы ла, йырсы ла ул. Ижадсының тамырҙары данлыҡлы Ибраһим Ҡасҡынбайға – Әхмәтзәки Вәлидиҙең дуҫына барып тоташа».
…Клара Мөнир ҡыҙы, юғары сәнғәткә тиң эштәре менән абруй яулап, «Халыҡ оҫталары» исеменә лайыҡ булған алтын ҡуллы кәсепселәр – Яңы Мөсәт ауылында йәшәүсе Дамир Уразаев, Роберт Ишкинин, Кейекбайҙан Фәнилә Ырыҫҡоловаларҙы ла ғәжәйеп йылылыҡ менән телгә ала. Уларҙың һәм бүтән кәсепселәрҙең туҙ тырыздары, ағастан сувенирҙар, үрелгән ваза-кәрзиндәр һәм башҡа ҡул эштәре бик күп тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар­ҙың өйҙәрендә урын алып, ҡырағай матурлығы менән әсир иткән Бөрйән хаҡында хәтерләтеп тора.
Ә республикабыҙға ағылыусы сит ил ҡунаҡтарының тап бында булырға ынтылыуына һис кенә лә ғәжәпләнмәйбеҙ: хозур Бөрйән – милләтебеҙҙең ҡото һаҡланған төбәк, Башҡортостаныбыҙҙың йөҙө. Йәннәттең үҙен хәтерләткән ерҙән яҡты моңға тулып ҡайтып китә улар һәм тәрән халыҡсанлыҡ, тик бөрйәнсә ихласлыҡ менән һуғарылған сараларҙы бик оҙаҡ һағынып иҫтәренә төшөрә.
…Бауырҙаштары рухы һағында тороуҙы тәҡдиренә төшкән изгенән-изге бурыс тип күрә Клара Мөнир ҡыҙы. «Ләкин эргәмдә ыжғыр елдәрҙән Бөрйән ҡаяларылай ышаныслы ышыҡлаусы ирем Фәнис Мо­зауар улы булмаһа, мин ул бурысты бер нисек тә атҡара алмаҫ инем. Донъяның төп мәшәҡәтен үҙ иңенә һалып, мохтажлыҡһыҙ тормошта йәшәтеүсем дә, һүҙһеҙ генә хәлемде аңлаусым да, арманһыҙ арыған саҡтарымда йән өрөүсем дә, көнө лә, төнө лә булмаған вазифала ике тиҫтә йылдан ашыу эшләүемде сабырлыҡ менән ҡабул итеүсем дә ул», – ти бәхетле ханым. Ғүмерлек оло һөйөүен ул сит тарафтарҙа түгел, тап ошонда, әкиәти тыуған ерендә, осратҡан икән.
«Фәнистең күңеленә, баҡһаң, үҫмер ваҡытта, урманда күмәкләшеп бесән әҙерләгән йылда уҡ ингәнмен булып сыҡты, – тип йылмайып иҫенә төшөрә Клара Мөнир ҡыҙы. – Елдән етеҙ арғымаҡта елгән саҡтарымда, их, шул ҡыҙ янына барып, ситтән генә ҡарап торһаң ине, тип хыялланған икән. Фәнис иплелеге, сабырлығы менән арбаны. Беребеҙ – ут, икенсебеҙ – һыу. Ут-һыуҙай булыуыбыҙҙалыр, моғайын, бәхетебеҙ сере...»
Улдары Ринат менән Денистың Өфөлә юғары белем алғандан һуң быуаттар буйы олатайҙар йәшәгән төйәккә ҡайтып тамыр йәйеүенә, егәрле һылыуҙар менән матур ғаилә ҡороп, тап ошонда балалар үҫтереүенә лә ул эстән, ҡысҡырмай ғына һөйөнә. Йәшлеген хәтерләткән, Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡып йөрөүсе 19 йәшлек Шәүрәһе лә кендек ҡаны тамған ерҙән айырылмаҫ, тип өмөтләнә һәм: «Тере һыу һибеп, тереклекте һаҡлап ҡалған донъя бабаһы – Урал батыр рухына ейәндәрем һәм бүләләрем дә тоғро ҡалыр, иншалла», – ти Бөрйән ҡыҙы.

Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Автор:Альмира Киреева
Читайте нас: