– Был уҡыу йорто хаҡында күптәрҙең күҙаллауҙары дөрөҫ түгел. Мин иһә уны аҫыл тәрбиәле гүзәлдәр мәктәбе тип атайым. Хәйер, быны бөгөн үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ, – ти училище директоры Гүзәл Шәһиева.
Уҡыу йортона 1975 йылда республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың атаһы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, А.В. Луначарский исемендәге премия лауреаты Фәрит Барый улы Хәбиров нигеҙ һалып, егерме йыл буйы уға етәкселек итә. Оло йөрәкле мөғәллим уңышһыҙ ғаиләләрҙән йыйылған 11 йәштән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙ балаларға атай ҙа, уҡытыусы ла, кәңәшсе лә була. Уларҙың ҡырыҫлыҡ артына йәшеренгән иң матур сифаттарын изгелек һәм матурлыҡ ярҙамында асырға тырыша. Ҙур алма баҡсаһы ултырта, сәскәләр, хатта Балтик буйынан ҡайтартып, раузалар үҫтерә. Ул етәкләгән коллектив дөрөҫ һуҡмаҡтан тайпылған үҫмерҙәр училищенан хаҡ юлға баҫып, саф ниәттәр менән сыҡһын өсөн ҙур көс һала. Был тәжрибә илдең бөтә махсус уҡыу йорттарына таратыла. Фәрит Барый улы ул осор хаҡында «Минең бәхетле йылдарым» тип аталған китап яҙа...
Илебеҙҙә күптән түгел ошондай училищелар дүртәү булһа, быйыл икәү генә ҡалған. Береһе Ҡурған өлкәһе Ҡуртамыш ҡалаһында урынлашҡан, икенсеһе – Ишембайҙа. Әле бында икһеҙ-сикһеҙ Рәсәйҙең 29 төбәгенән ебәрелгән 63 ҡыҙ тәрбиәләнә.
Бүреккә һалһаң да, урманға ҡараусы бүре балаларын күрербеҙ, тиһәгеҙ, хаталанырһығыҙ. Сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу, сабыйҙарса ихласлыҡ менән тулы асыҡ ҡараштарҙан беҙ хатта баҙап ҡалдыҡ. Тулы дәүләт тәьминәтендәге ҡыҙҙарҙың, игеҙәктәй, бер төрлө кейемдә йөрөүе мәктәп-интернатты, йә балалар йортон хәтерләтә. Тик ябай мәктәптә уҡыусылар, ят кешегә иҫәнләшеп, нисек барған, шулай юлын дауам итһә, бында ситкәрәк туҡтап, уҙып киткәнегеҙҙе көтөп торорҙар. Туғайҙай иркен ихата буйлап берәү ҙә һибелеп йөрөмәй – ҡәтғи көн тәртибен күҙәтәләр. Иртән торғас, йыуыныу бүлмәһенә кемуҙарҙан сабып бармайҙар – ҡаҙ бәпкәләреләй теҙелеп, сират торалар. Өй йылыһынан мәхрүм үҫмерҙәр бында килгәндә холоҡтоң, уйҙарҙың, яҙмыштың, ғөмүмән, һәр уңышлы эштең башы тәртип икәнлеген белмәй, ләкин улар эске ҡағиҙәләргә тиҙ төшөнә. Көндөң тәүге яртыһын мәктәптә уҙғарһалар, төштән һуң оҫтаханаларҙа, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәләр. Шәхси эштәр, туғандар, яҡындар менән аралашыу өсөн дә ваҡыт бирелә. Айфон, смартфондан айырыла алмай йөрөүселәр юҡ – телефондан шәмбе һәм йәкшәмбе генә һөйләшәләр. Күҙ-ҡаш буяп, ирен ҡыҙартыусыларҙы ла осратмаҫһың, ҡыҙҙарҙың төп матурлығы толом йәки килешле таралған сәс һанала.
Әлбиттә, был училищеға үҫмерҙәр юҡҡа ғына ебәрелмәгән.
– Башлыса улар – уңышһыҙ ғаиләләрҙән сыҡҡан балалар, – ти Гүзәл Ғайса ҡыҙы. – Ләкин тормош шул тиклем ҡатмарлы: абруйлы, яҡшы исемле ата-әсәләрҙең бал һәм майҙа йөҙгән ҡыҙҙары ла бар беҙҙә. Донъя ҡыуып, эшкә баш көллө сумып, балаға иғтибар, ваҡыт ҡалмау касафаты яҙмыштарҙа ана шулай сағыла.
Тәрбиәләнеүселәрҙең 70 проценты урлашыу арҡаһында эләккән. Берәүҙәр, уҡыуын ташлап, берәҙәклек итеп йөрөй, икенселәр наркотиктар менән мауыҡҡан, эскелеккә бирелгән, өсөнсөһө һуғышҡан. Шайтан ҡотҡоһона бер бирелеү ҙә һуҡмаҡ боролошон үҙгәртеүе мөмкин. Эргә-тирәләге кешеләрҙең кире йоғонтоһо, миһырбанһыҙлығы арҡаһында осраҡлы рәүештә бында эләгеүселәр ҙә бар.
Педагогтар, үҫмер шәфҡәтһеҙлеге тигән социаль күренеш хаҡында һөйләгәндә, уның таралыуына интернетта уҡыусыларҙың бер-береһен, хайуандарҙы яфалауы хаҡындағы роликтары ныҡ йоғонто яһауын билдәләй.
Яманлыҡҡа бисмилла кәрәкмәй – ул видеолар бәғерһеҙлек сирен йоҡтора. Рәхимһеҙ «ижад» өсөн ебәрелгәндәр бында ла бар. Мәҫәлән, эскән әсәһенә ярһыуын нисек сығарырға белмәгән 14 йәшлек ҡыҙ бесәйҙәрҙе ғазапларға ғәҙәтләнеп китә һәм быны камераға төшөрөп, социаль селтәргә ҡуя – әсәйгә булған асыуын бесәйҙән ала. Ә бер нисә йыл элек үҙәк телевидение тапшырыуында шул мәл үҙҙәрендә тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙы танып ҡалалар.
Александр Данилов фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.