+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
7 Октябрь 2019, 12:21

Күңел усағының йылыһы

Урғаҙа ла буйҙарында булдым, Тик һыуҙарын эйелеп эсмәнем. Дим һыуҙары кеүек татлылыр ул, Бигерәк миңә оҡшап үҫкәнһең. Аҡ ҡайындай буйың бигерәк зифа, Шоморт күҙҙәреңдә – ут-ялҡын. Ғүмер буйы һыуындыра күрмә Күңел усағыңдың йылыһын. Яғымлы ла бигерәк һөйләүҙәрең, Ирер кеүек уға таш күңел. Кешеләргә шатлыҡ өләшеүҙә Үтһен һинең матур был ғүмер, –

тип яҙа үҙенең шәкерте Миңзифа Вәсил ҡыҙы Байышева хаҡында шағирә һәм педагог (гүре яҡты булһын) Рәсимә Ураҡсина. Ул саҡта Сибай педагогия училищеһында уҡып йөрөгән теремек һәм уйсан Миңзифа, моғайын, шиғырға уйылған һүҙҙәрҙең асылы тураһында ныҡлап уйланмағандыр. Унан һуң Миңзифаның тыуған Байыш ауылы мәктәбендәге уҡытыусылары менән дә мөнәсәбәте насар булманы, тик «яҡшы»ға уҡыған ҡыҙҙы улар ҙа яратты. Мәктәптең дружина советы рәйесе итеп һайланылар. Һәр пионерҙың уҡыуҙа өлгәшеү һәм тәртибе өсөн көрәш Миңзифаны күп нәмәгә өйрәтте. Хәйер Зөбәйҙә һәм Вәсил Байышевтарҙың туғыҙ балалы ғаиләһендә ҡыҙ балаларҙан иң өлкәне булыу Миңзифаны тормошҡа яуаплы ҡарарға, ауыҙыңдан сығыр һүҙеңде уйларға, эшләр эшеңде ете ҡат үлсәп, бер генә ҡырҡырға өйрәтмәне түгел, өйрәтте. Эйе, эйе! Мәшәҡәтле ауыл тормошо, ялан-ҡыр эштәренән бушамаған атай, туғыҙ балаға йәшәү биргән, сабыр һәм уңған әсә, улар эргәһендә ярҙамға мохтаж туғандары, олоғайған өләсәй-олатайҙары – барыһы ла Миңзифаға һабаҡ бирҙе, уны тормош тип аталған сәмле һәм күп ҡырлы көрәшкә әҙерләне.
«Дим һыуҙары кеүек татлылыр ул»
Остазы Рәсимә Ураҡсина Дим һыуҙарының таты, Асылыкүл тулҡындарының наҙы хаҡында күп һөйләй шәкертенә. Һәм бына ул – ҡулына башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын алған ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ – унда, йырҙарҙа йырланған, риүәйәттәрҙә данланған яҡтарҙа, Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында. Календарҙа – 1978 йыл.
Мәктәп йылдарында уҡ дружинаны етәкләп, уҡыуҙа ла, спортта ла ал бирмәгән, студент йылдарында драма түңәрәктәренә йөрөгән, үҙендә лидерлыҡ сифаттарын иртә һиҙҙергән терегөмөштәй йылғыр, эшкә тилбер, һүҙгә маһир, төҫкә сибәр Миңзифа ҡайһы ауылда эшләһә лә (Яңы Йәнбәк, Хөсәйен, Ҡоръятмаҫ) йәш-елкенсәктең күңелен яулай. Дәүләкәндәге үҙ аллы тормош йәш уҡытыусыны төрлө яҡтан һынай. Фатир хужаларының әрһеҙ йомошауын да күрә, ләкин ҡара йәшенән ауылдың мәшәҡәтле тормошон күргән ҡыҙыҡайҙы таңдан тороп һыйыр һауыуҙар ҙа, дәрескә киткәнсе сепаратор әйләндереп һөт айыртыуҙар ҙа, тотош гектар бәрәңге алыуҙар ҙа – береһе лә ҡурҡыта алмай. Уҡытыусылар етешмәгән­лектән, бында уға география, тарих фәндәрен уҡытыуҙы ла йөкмәтәләр. Йәш белгескә был еңел бирелмәй, шул уҡ ваҡытта йоҙаҡ кеүек күренгән ошо хәл уның ҡулында асҡысҡа әйләнә: ул ситтән тороп БДПИ-ның тарих факультетына уҡырға инә! Эшләп ҡарамаһа, күңеленә тарих яҡын икәнен ул ҡайҙан белер ине? Артынан ҡалмай йөрәк хистәрен һөйләгән егеттәргә лә ул бер хәбәрҙе ныҡый: «Мин уҡыйым. Бында кейәү эҙләп килмәнем!»
Йырҙарҙа данланған Дим һыуҙары, Дим туғайҙары нисек кенә матур булмаһын, Миңзифаны тыуған яғы нығыраҡ тарта. Тыуған яҡ – кендек ҡаны тамған яҡ. Йөрәк үрешкән яҡ. Күҙҙәренең ҡояш яҡтыһына сағылғаны хәтерендә. Көндөҙҙәрен тышҡа сығып йөрөй алманы. Әсәһе уны, арбаға һалып, ҡалын юрған менән баҫырып, күрше ауылға алып китте. «Мөжәүир олатайыңа алып барам, – тине ул. – Иншаллаһ, бөтәһе лә яҡшы булыр». Ул исемде ишетеп үҫкән ҡыҙыҡай ҡарыулашманы. Төрлө мөғжизәләр хаҡында күп тыңланы ул, бына хәҙер үҙен дә күрәсәк. Һәм шулай булды ла: аҡ ыштан, аҡ күлдәк кейгән олатай еңелсә генә уның битенә өрҙө. Шунан: «Булды, инде күрерһең, хатта олоғайған көнөңдә лә яҡшы күрерһең», – тине. Миңзифа ҡайт­ҡанда юрған бөркәнмәне, башын юғары тотоп барҙы, донъяның шундай яҡты, улай ғына ла түгел, нурлы икәнен ул шунда күрҙе һәм тыуған яғы ана шул күргәндәге төҫлө хәтеренә уйылды. Ҡыҙ, үҙенә һаман өмөт бағлаған ғашиҡ егеттәрҙең күңелен ҡорсотоуҙан ҡурҡып, ипләп кенә китаптарын почта аша өйөнә һалып, әйберҙәре китеп бөткәс, еңелсә генә Өфөгә йыйынған төҫлө Дәүләкән менән хушлашты. Ғәҙәттә бит шулай: ҡыҙҙар эшкә башлап ҡайҙа ебәрелә, шунда төпләнә. Миңзифа миҫалында иһә ваҡиғалар бөтөнләй икенсе үҫеш ала: апаһы янына килеп йөрөгән һеңлеһе (хәҙер инде данлыҡлы педагог һәм шағирә) Миңзәлә Дәүләкәндә тороп ҡала. Ул ҡасандыр Миңзифа Байышева эшләп киткән Ҡоръятмаҫ ауылы егете Вәрис Хәлиловҡа тормошҡа сығып, төшкән ерендә таштай-ҡомдай батып, балалар үҫтереп, геүләтеп донъя көтә.
«Йәшәү бит ул – асылыңды асыу», –
тигән бөйөк фәйләсүф Ошо. Дөрөҫтөр. Һәр хәлдә, Хоҙай һәр кемгә асылында ни ята, шуны асырға мөмкинлек бирә. Беҙ, бәндәләр, уны һынау тип тә атайбыҙ. Тик һынау бит әҙәм ҡаршыһына төрлө сифатта килә. Берәүҙәрҙе – байлыҡ, икенселәрҙе – юҡлыҡ, өсөнсөләрҙе – дан, дүртенселәрҙе ҡыйыулыҡ менән һынай. Һәр хәлдә, Миңзифа Кәлимуллинаның бығаса йәшәгәне, ошоғаса кисергәндәре Сибайҙағы күрәсәктәре алдында бары тик әҙерлек осоро кеүек кенә булып ҡала. Тыуған яҡта тамыр ебәреп төпләнеү бик еңелдән булмай йәш ғаиләгә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Миңзифа Вәсил ҡыҙы Кәлимуллинаның төп хеҙмәт биографияһы Сибайҙа яҙыла, шәхес булараҡ асылы ла уның ошонда асыла, тиһәм, хаталанмамдыр.
Юғары белемле тарих уҡытыусыһына, шөкөр, эш табыуы ауырға тура килмәй: Миңзифа Вәсил ҡыҙы Сибай ҡалаһының 2-се гимна­зияһына эшкә урынлаша. Кәлимул­линаға бөтә биш кластан «һөҙөлгән» 8 «б»-ны бирәләр. Коллегалары: «Миңзифа Васильевна, һеҙгә 8 «б»-ны биргәндәр икән. Это же – наказание!» – тип баш сайҡай. Миңзифа өндәшмәй: «Североуральскиҙа уға «эләккән» синыфтан ҡурҡынысыраҡ түгелдәрҙер әле», – тип йыуата үҙен. Һәм эште балаларҙың өйҙәренә барыуҙан башлай. Көн һайын биш уҡыусыһына барыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Машина юҡ, ҡала ҙур. Уҡытыусы төнгө 12-лә генә үҙ өйөнә ҡайтып йығыла. Ике ай үтеүгә мәктәп етәкселеге, хеҙмәт кенәгә­һенә индереп, Миңзифа Вәсил ҡыҙына рәхмәт белдерә, сөнки синыф шул ҡыҫҡа арауыҡта яҡшылар рәтенә сыға.
Илдә – ҡытлыҡ. Североуральскиҙа һатып киткән фатир аҡсаһы «яна», сөнки инфляция көслө, етмәһә банктар аҡса ла бирмәй. Миңзифа, тарих уҡытыу өҫтөнә, мәктәпкә ҡарауылсы ла булып эшкә урынлаша. Был иһә уға мәктәптең кес кенә ике бүлмәһендә йәшәргә мөмкинлек бирә. Магазин­дарҙа кәштәләр буп-буш. Уҡытыу­сыларға бирелгән ондо сеүәтәләп бүлешкән саҡтар була. Эш хаҡы төҙөлөп ятҡан кооператив йорттан фатир алыу өсөн тотола, хатта Миңзифаның ҡарауылсы булараҡ алған 80 һумын да банк «йота». Миңзифа Вәсил ҡыҙы күңелен яратҡан эше менән баҫа. Үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән Кәлимуллина өсөн дәрес – йыр кеүек. Балаларға бер ҡасан да ҡысҡырмай, хатта тауышын да күтәрмәй. Әгәр берәй уҡыусының оҡшамаған ере булһа, дәрестән һуң алып ҡалып, күҙенә тура ҡарап, икәүҙән-икәү аңлаша. Североуральскиҙа уҡытҡан сағында бер кем «тота алмаған» класта себен осҡанды ишетерлек тынлыҡ урынлаштырған Миңзифаның дәрестәрен уҡытыусылар ғына түгел, директор ҙа, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, ишек артында тыңлап тороусан була. Әммә эш – эш инде, һәр саҡ майланған арба тәгәрмәсе ише генә тәгәрәмәй.
Миңзифа Вәсил ҡыҙына үҙе етәксе булған класты ғына түгел, тотош уҡытыусылар коллективын яҡлап та директор менән бәрелешергә тура килә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, директор уны эштән ҡыуһа, Миңзифаның яҡларлыҡ һис кеме юҡ ине бит. Эске бер һиҙеме менән ул үҙенең хаҡлығын тоя, ә ғәҙеллек өсөн көрәштең ҡасан әҙәм балаһына еңел бирелгәне бар? Ошо коллективта бер йыл эшләгәс, үҙен дә, балаларҙы ла, коллегаларын да яҡлар көскә эйә Кәлимуллинаны уҡытыусылар гимназияның профсоюз комитеты етәксеһе итеп һайлай. Был иһә үҙ сиратында Миңзифа өсөн кәрәк саҡта тейешле һүҙҙе әйтергә тулы хоҡуҡ бирә.
Йыл артынан йыл үтә, Миңзифа Вәсил ҡыҙы етәксе булған синыф уҡыусылары ла 11-се класты та­мамлай. Хушлашыр мәл еткәс, улар Миңзифа Кәлимуллинаға рәхмәт һүҙҙәрен яҙып ҡалдыра. Уларҙа – уҡыусыларҙың күңеле. Был күңелдәрҙәге рәхмәт тойғоһон, из­гелек сифаттарын Миңзифа Вәсил ҡыҙы үҙенең көндәлек эше, йөрәк йылыһы, яратыу аша табылған асҡыс менән асты. Ике ҡалын дәфтәр биттәрен тултырған яҙмаларҙа – Миңзифа Кәлимуллинаның асылы. Уның асылын асыр өсөн, күрәһең, Хоҙай уға ошо балаларҙы, ошо һөнәрҙе биргән. Бер уҡыусыңдың йөрәгенән сыҡҡан йылы һүҙҙәре өсөн генә лә донъяға тыуырлыҡтыр, ә Миңзифа Кәлимуллинаға исемләнгән һөйөү һәм һоҡланыу тулы яҙмалар бихисап.
Донъялар буталған, ғәҙеллек бизмәндәре боҙолған, ҡиблалар үҙгәргән, самалар самаларға тура килмәгән осорҙа балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә яҡлауға һәм ҡурсыуға мохтаж. Әгәр ҙә Миңзифа Вәсил ҡыҙы Кәлимуллинаны (инде икенсегә!) Сибай ҡалаһы белем биреү ойошмаларының профсоюз комитеты рәйесе итеп һайлағандар икән – был күп нәмә хаҡында һөйләй. Икенсегә һайланғандан алып инде ул ун бер йыл дауамында уҡытыусыларҙың һәм тотош ҡаланың профсоюз ойошмаларын етәкләй. Тынғыһыҙ күңелле, ярҙамсыл һәм изгелекле Миңзифа Кәлимуллина был юҫыҡта ла үҙен оҫта ойоштороусы, ғәҙел һәм эшлекле лидер булараҡ танытты. Коллегаларын спортҡа йәлеп итеү, экскурсияларға, походтарға алып сығыу, мохтажлыҡ кисергәндәргә ярҙам ойоштороу, ваҡытлы матбуғат биттәрендә мәҡәләләр менән сығыш яһау – барыһы ла уның эш стилендә.
Кәлимуллиндар өйөнән ҡунаҡ өҙөлмәй. Үҙҙәре лә инде күптән олатай-өләсәй улар. Ҡыҙҙары Эльвира һәм Элинанан тыуған ейән-ейәнсәрҙәре ҡунаҡсыл йорттоң ҡотон тағы ла арттыра төшкәндәй. Күңел йылыһына мохтаждар бында – йылы, аңлауға һыуһағандар – аңлау, кәңәшкә мохтаждар кәңәш таба. Миңзифа Вәсил ҡыҙының йөрәк усағының йылыһы, шөкөр, барыһына ла етә.

Таңсулпан Ғарипова.

Сибай ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: