-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
11 Сентябрь 2019, 11:42

«Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек!..»

Әлшәй районы Иҙрис ауылында Миңлесәүиә Иманғол ҡыҙы һәм Раян Хәйретдин улы Йомағужиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға яр һала ул. Яр һала тимен, сөнки тауышы шундай көр булып таңғы һауаны телә. «Йырсы булыр», – тип фаразлайҙар уның хаҡта. Үҫә төшкәс, тауышы баҙыҡлана, әммә яҙмыш уны икенсе юлдарҙан алып китә. Сәнғәт өлкәһенән йыраҡҡа түгел шулай ҙа. Зилара Раян ҡыҙы Йомағужина, әлеге көндә күптәргә аңлашып та етмәгән ирекле продюсер-менеджер булып эшләп, үҙенә күңел йыуанысы таба. Был һөнәргә килгәнсе уға байтаҡ һынауҙар, ауырлыҡтар аша үтергә, шәхес булараҡ өлгөрөргә, үлсәргә, айырырға, тойомларға өйрәнергә тура килә.

Бала саҡ – ҡолон саҡ
Ҡыҙыҡайҙың рухи донъяһына әсәй менән атай, мәктәп, ауыл тәрбиәһенән башҡа һинд кинолары ҙур тәьҫир яһай. Күңел офоҡтарын аса. Һинд мәҙәниәтенә, ҡатын-ҡыҙ гүзәллегенә иҫе китеп ғашиҡ була ул. «Матур апайҙарға, сәстәренә, күлдәктәренә ҡарап хыялый була инем. Ауылға айына бер килгән бер кинонан икенсеһенә хәтлем шул һоҡланыу етә торғайны. Ғаилә берҙәм­леге, мөхәббәткә тоғролоҡ кеүек мөһим сифаттар тәрбиәләй ине улар кешеләрҙә», – ти Зилара ханым.
Зилараның бала сағы ауыл балаларыныҡынан айырылмай: мәктәп, колхоз, өй эшендә тәрбиәләнә. Совет осоронда бер тормошҡа әҙерләһәләр, донъялар үҙгәреп китеп, яңы шарт­тарҙа үҙенә юл ярырға тура килә.
Һынауҙар сыныҡтыра
Төҙөлөштә эшләп йөрөгөндә уны коммунистар партияһы сафына алалар. Телевидение журналистары килһә, иң тәүҙә уларҙың бригадаһын төшөрә. Матбуғатта ла улар хаҡында күп яҙалар. «Синтезспирт» мәҙәниәт һарайында башҡорт-татар вокал коллективында йырлап йөрөгән ваҡытта Фәрит Бикбулатов килә. Етәкселәре – Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының баян бүлеген тамамлап килгән, йырҙар яҙған Лилиә Вәхитова. Өфөлә ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙ баянсы һәм йырсы Сара Мөхәмәтйәнова һәм Фәнилә Нәжметдинова дуэты дан яулай. Ә йәштәрҙән Зилара «Етегән йондоҙ» йырын башҡарып, Лилиә баянда уйнап, танылыу ала. Фәрит Бикбулатов уларҙы шәйләп ҡалған икән, «Халыҡ ынйылары» тапшырыуында төшөргә саҡыра. «1985 йылдың көҙөндә туй күлдәген хәтерләткән ап-аҡ күлдәктә тура эфирҙа йырланым. Лилиә атаһы машинаһын һатып алып биргән ҡыҙыл немец баянында өҙҙөрөп уйнаны. Бөгөнгө көндә ул популяр композитор ҙа, йырсы ла, баянсы ла булып танылды. Ә ул ваҡытта яңы ғына сәнғәткә килгән мәле ине», – тип хәтерләй хәҙер Зилара ханым. Әмәлгә ҡалғандай, тапшырыуҙың режиссеры Әмир Абдразаҡов күреп ҡалып, уға дикторҙар бәйгеһендә ҡатнашып, телевидениеға күсергә тәҡдим итә. Зилара диктор буласағына ышанып та етмәй. Эльвира Сәйфуллина килеп сыға. Ул да саҡыра. «Мәҙәниәт яғы икенсе планғараҡ киткәйне. Тарих йәки юридик йүнәлеш буйынса юғары белем алыу теләгем бар ине шулай ҙа», – тип хәтерләй ул. Эш хаҡы байтаҡҡа ҡайтыш булһа ла, телевидение тормошо, йондоҙҙар менән ижади эшләп ҡарау теләге уны ылыҡ­тыра. 1986 йылда ул, Әмир Абдраза­ҡовтың саҡырыуы буйынса, Башҡортостан телевидениеһына режиссер ярҙамсыһы булып күсә. «Экрандан ғына күргән кешеләрҙе һоҡланып күҙәтеп йөрөнөм. Әммә төҙөлөш өлкәһенән ҡырҡа айырылған ижади мөхиттә кеше булып ҡалыу, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнеү, ялағайлыҡ, ике йөҙлөлөк менән осрашыу минең холҡомдо сыныҡтырҙы ғына», – ти ул. Берәүҙең мәкере арҡаһында эштән ҡыуылғас, комитет етәксеһе булып эшләгән яҙыусы Динис Бүләковҡа осрап, уның ғәҙеллекте яҡлап сығыуын һәм эшкә киренән ҡайтарыуын тулҡынланып иҫкә ала ул. Музыкаль редакцияла режиссер ассистенты сифатында, кинопроектлау цехында монтаж оҫтаһы булып эшләгәндән һуң, үҙен тағы бер өлкәлә – кешеләрҙе матурлау, эфирға әҙерләп, грим һалыуҙа көсөн һынай. Һөнәрле, ҡулы алтын кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай шул. «Концерттарға йөрөгәндә грим һалам да сәсемде ҡуйып, сәхнәгә йүгерә инем. Йәки кеше күбәйеп кит­кәндә гример-постижер Александра Канонченкоға ҡатнашыусыларҙы эфирға әҙерләргә булыша торғайным. Унан шиньон, мыйыҡтар эшләргә лә өйрәнеп алғайным. Һәләтемде белгәнгә, тормошҡа сығып, Мәскәүгә күсенергә булғас, үҙенең урынына гример-постижер итеп мине тәҡдим итте», – тип хәтерләй ул ғүмеренең был мәлен.
Килгән ҡунаҡтар Зилараның ҡулының йомшаҡлығына, үҙенең иплелегенә, күркәм холҡона һоҡланып, хистәрен йәшермәй. Мостай Кәрим уның ҡулының йылыһында хатта ойоп китә. Аҙаҡ уға дүрт юллыҡ шиғыр бағышлап, автографлы китабын ҡалдыра. «Телевидениела эшләгән осором кешеләрҙе айыра белергә, алһыу күҙлекте алып ташлап, тормошто нисек бар, шулай ҡабул итергә, түҙергә түгел, ҡайһы ваҡыт яуап та бирергә өйрәтеүе менән әһәмиәтле», – ти ул, хәтирәләргә бирелеп. Ошо осорҙо үтмәйенсә тороп, Рәсәйҙең баш ҡалаһына барып эләгеүе әҙерлекһеҙ килеү менән бер булыр ине. Сөнки, «Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай».

Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: