-10 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
13 Август 2019, 15:30

Донъя тотҡаһы – мөхәббәт

«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тергеҙеү медицинаһы һәм реабили­тация буйынса юл үҙәге дәүләт ҡарамағында булмаған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы, БР «Акушер-гинеко­логтар ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова тап йәй уртаһында, республикала билдәле шәхестәр – алтын ҡуллы хирург, ғалим, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Венер Ғәзиз улы һәм талантлы композитор Роза Хәйҙәр ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Әле ул ғүмеренең иң матур мәленә аяҡ баҫып, кешеләрҙең һаулығы хаҡына арымай-талмай хеҙмәт итә.

Алма ағасынан йыраҡ төшмәй
Билдәле журналист Гәүһәр Батталова төшөргән фильм «Сәхнә һәм медицина араһында» тип юҡҡа аталмай. Индира Венер ҡыҙы ике өлкәне лә үҙ итә: моңло тауышлы ул, шиғырҙар яҙа, шулай ҙа атаһының яғы көслөрәк булып сыға. Беренсе класта музыка мәктәбенә барғас, әсәһенең һөнәрендә ни хәтлем ныҡышмал булыуын аңлай. Күңелендә моң тирткәс, уны нотаға һалмай туҡтамай. Яҡын кешеһенә шылтыратып көйләп биргәс кенә тыныслана. Студенттарға лекциялар уҡығанда ла ул үҙен сәхнә кешеһе итеп тоя. Ә ҡәҙерлеләренә арнап яҙған клиптарҙа уның йөрәк түренән урғылып сыҡҡан тауышы ғына түгел, күңеле йырлай. Тап йән талабы буйынса иң тәрән хистәрен әйтеп бирергә төшә бит ул был клиптарға!
Атаһы Хоҙайҙан булған өс һөнәр – уҡытыу, дауалау һәм хөкөм итеү хаҡында әйтә. Табип һөнәрле, ғилми дәрәжәле Индира ҡыҙы юрист һөнәрен үҙләштереү өсөн юғары белем алырға уҡырға ингәс, сикһеҙ һөйөнә мәрхүм. Бер йылдан тырыш ҡатын ҡулына дипломын аласаҡ. Башҡорт дәүләт медицина институтында ректор булып эшләгән атаһы ҡыҙының медицинаға өҫтән ҡарап түгел, эстән, аңлап, өлгөрөп, түбән баҫҡыстан килеүен теләгән. Сөнки һәр ваҡыт: «Дауаханала кем иң баш кеше? – тигән һорау ҡуя. Шунда үҙе үк яуа бирә. – Әлбиттә, санитарка! Әгәр ул таҙалыҡ булдырмаһа, төрлө инфекциялар ҡотороноп китеүе бар. Баш табипты алмаштырһалар ҙа, ул ҡаласаҡ!» Үҙенән дә оҙон иҙән йыуғыс һабы тотоп, ауыр биҙрәләр күтәреп, Индира 14 йәштән Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталендә санитарка булып эшләй башлай. Хеҙмәттәштәре менән яртышар сәғәтлек сиратҡа баҫып, ул эш хаҡы ала. Тик ҡануниәт буйынса үҫмер балаларҙың хеҙмәтен файҙаланыу тыйылыуын, шунлыҡтан атаһы үҙ аҡсаһын түләүгә килешеүен ул һуңынан ғына белеп ҡала.
«Совет заманындағы бөтә балалар кеүек, беҙ ҙә ишек алдында үҫтек. Мәктәптә класта дежур булдыҡ: таҡта һөрттөк, иҙән йыуҙыҡ. Октябрятҡа, пионерға алындыҡ. Звенола берәү ауырып китһә, артта ҡалыр тип ҡайғыртып, өйгә эштәрендә ярҙамлашырға өйөнә барғанды әле һаман иҫләйем. Оло йәштәгеләргә булышырға йөрөгән тимурсылар командаһы ла берҙәмлекте нығытҡан. Хәҙер беҙҙең балаларға тап ошолар етмәй кеүек. Беҙҙе бәләкәйҙән шәхес итеп тәрбиәләгәндәр. Әле улар менән беҙгә компьютер теле, шартлы билдәләр, «йылмайликтар» менән аралашырға тура килә. Электрон быуатта беҙ, иң мөһиме, кешеләрсә аралашыуҙы юғалтабыҙ. Бөтә нәмә цифрлаштырыла. Ҡөрьән, Тәүрат кеүек изге китаптарҙа яҙылғанса, һандар – иблес уйлап тапҡан ҡотҡо. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең исемдәрен онотабыҙ. Бөтәбеҙгә лә, таныу өсөн, һандар ҡуйып сыҡҡандар. Шул арҡала беҙ мәғлүмәти киңлектә юғалып ҡалабыҙ. Әммә был да – заман талабы. Ата-әсәләрҙең балаларына ваҡыт еткерә алмауы сәбәпле, быуындар күсәгилешлеге юҡҡа сыға бара. Бәләкәй балаға тыумыштан гаджеттар тотторола һәм ул үҙе донъяны улар аша танып белә башлай. Шул арҡала үҙ аллы ҡарар ҡабул итеүҙән ҡурҡа. Ә беҙ үҫкәндә бер юлы бер нисә спорт секцияһына йөрөнөк. Улар бөтәһе лә бушлай ине. Ә хәҙер балаларыбыҙ мәктәптән бушай алмай. Беҙ урамда бер-беребеҙ менән аралашып, тубыҡтарыбыҙҙы һыҙыра-һыҙыра, танауҙарҙы ҡаната-ҡаната үҫтек. Минең дә 20 һәм 22 йәшлек Кәрим һәм Камил исемле ике улым үҫеп етте. Улар, үкенескә ҡаршы, медицинаны һайламаны. Әммә үҙҙәренә оҡшаған юлдан киттеләр. Иң мөһиме – бәхетле булһындар», – ти әсә кеше.
Индира Венер ҡыҙы уҡыусыларына тормошта ике мөһим нәмә хаҡында иҫтә тотоуҙарын әйтә: береһе – иртән теләк менән эшкә барыу, икенсеһе – кисен ашҡынып өйгә ҡайтыу. Ошолар булғанда, йәшәүе лә еңел һәм рәхәт.
Шиғыр ныҡ ҡыйын ваҡытта йә ҡәнәғәт саҡта тыуа. Индира ла Ағиҙелдең һайығыуын күреп йәне әсей. Йылғаның ярҙарына һыймай аҡҡан, пароходтар йөҙгән саҡтарын һағынып, хистәре шиғри юлдарға һалына.
Һөйөү теле – мөхәббәт
Германиянан Өфөгә эш менән килгән эшҡыуар Вольфганг менән ул осраҡлы рәүештә танышып китә. Йәш айырмаһы 22 йыл булыуға ҡарамаҫтан, көслө мәхәббәт уты тоҡана. Ир кейәүгә сығырға тәҡдим яһай, үҙе Рәсәйҙә ҡалырға хәл итә. Уларҙың бер-бер артлы ике улы – Кәрим һәм Камил тыуа. 13 йылдан Вольфганг үҙ иленә ҡайтып китергә ҡарар итә. «Бер ҡасан да немец телен өйрәнмәйем, илеңә барып йәшәмәйәсәкмен», – тигән Индира ла ғаилә башлығының ҡарарын ҡабул итеп, Австрияға юллана. Немец, инглиз телдәрен дә өйрәнергә тура килә уға. Германиялағы клиникаға эшкә урынлаша. «Миңә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың: «Өйҙә эшләү – бәхет!» – тигән ҡанатлы һүҙҙәре оҡшай. Австрияла өс йыл ярым йәшәп ҡайтҡандан һуң был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм», – ти ул.
Ғүмере буйына кешеләр һаулығы һағында торған атаһын да яман сир урап үтмәй. Ҡәҙерлеһенең янында булып, балалыҡ бурысын атҡарыу өсөн дә ике улын, ирен ҡалдырып, иленә ҡайтып йәшәргә ҡарар итә. Балаларының үҫкәнен күрмәү, ғаиләһе менән тик интернет аша аралашып тороуға күнә ул ошо изге ғәмәл хаҡына. Кире Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире булып Өфөгә эшкә ҡайта. Үкенескә күрә, быйылғы йыл башында атаһы мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ә малайҙар егет булып етешә. Өлкәне Кәрим электроника, юғары иреү һәләтенә эйә пластмасса буйынса белем алһа, Камил альтернатив йылытыу системаһы – ҡояш батареялары етештереү өлкәһендә белгес һөнәрен үҙләштерә. Австрияла белем биреү етештереү заводтарында эшләү менән ҡатар алып барыла, шуға ла егеттәр уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрә. Вольфганг әлеге ваҡытта Өфөлә. Малайҙар ҡул араһына ингәс, ул илдән илгә йөрөүҙе үҙ яйына хәл итә.
Индиранан кәңәштәр
Бер шөғөлдән, уйҙарҙан икенсеһенә йәһәт күсә белергә кәрәк. Ҡайһы бер осраҡта күҙ йомоп ҡарарға. Ҡатын-ҡыҙ аҡылына таянырға. Юҡһа беҙ, еңелеп ҡалырға теләмәй, аҙаҡҡаса барабыҙ. Үткәреп ебәрергә, ҡайһы саҡта еңелә лә белергә кәрәк. Көсөргәнеш һаулыҡҡа зыян килтерә, теге йәки был урынға бәрә. Ҡайһы ере ауыртыуға ҡарап, кешене нимә борсоуын аңлап була. Күҙҙәрең насарайһа, тимәк, һин нимәнелер күрергә теләмәйһең. Муйының ауыртһа, берәй проблемаға маңлайың менән төртөлгәнһең дә һис сигенеү белмәйһең. Арҡаң яфалаһа, ышанысың кәмеп киткәндер. Тамағың ауыртһа, әйтер һүҙҙәреңде әйтмәй ҡалдырғанһың, тимәк. Ябыҡ ишектәрҙе дөмбөрләтмә, икенсеһенә бар, уныһы мотлаҡ асылыр. Хистәреңде ауыҙлыҡларға өйрәнмәүең һаулығыңа емергес тәьҫир итеүен онотма.
Сирҙән дауаланыу түгел, уны булдырмауҙы ҡайғыртыу мөһим.
Һәр кемдә һаулыҡ мәҙәниәте булырға тейеш. Әгәр ҡан баҫымың күтәрелеп йонсоһа, быны һәр ваҡыт иҫеңдә тот һәм булдырмау сараһын күр: тәүлегенә 8 сәғәт йоҡла, дөрөҫ туҡлан, иртәнге күнегеүҙәр яһа.
Бөгөн йәшәүҙе иртәгәгә ҡалдырма. Бөтәһен дә ваҡытында эшләргә тырыш, профилактика үт.
...Был донъяға һәр кем үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа. Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова кешеләрҙең һаулығы һағында тороуҙы һайлаған. Был изге бурысын ул намыҫ менән башҡара.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2019) һанында уҡығыҙ.