+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
1 Июль 2019, 12:09

Үкенмәҫлек итеп йәшәйек!

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «ТЭФИ-2011» телевизион конкурс премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы Дилара Ғәбделхаҡ ҡыҙы Зарипова зәңгәр экрандар аша күптәребеҙгә яҡшы таныш. Уның бөтә ғүмере Башҡортостан телевидениеһы менән бәйле. «Тамыр» балалар студияһында эшләгән сағында «Сәңгелдәк», «Сулпылар», «Артылыш» тапшырыуҙарында уның һылыу йөҙөн, яғымлы тауышын хәтерләп ҡалмау мөмкин түгел ине. «Ватан» яңылыҡтар хеҙмәтендә – комментатор, «Сәләм» мәғлүмәт һәм йыр каналын етәкләгән ваҡытта ул шәхес булараҡ асылды һәм үҙен рухиәтебеҙҙең йөҙөн, кимәлен билдәләгән башҡорт зыялылары вәкиле итеп танытты. Мөләйем тележурналист был юлы журналыбыҙҙың тышлығын биҙәй. Уның менән яҡынданырыҡ танышайыҡ.

Нигеҙ ҡото
Дәүләкән районы Мәкәш ауылында абруйлы ғаиләлә буй еткерә Дилара. Атаһы менән әсәһенең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ғаилә башлығы, 3 йәшендә атайһыҙ ҡалған Ғәбделхаҡ, иртә ир ҡорона инә: өлкәндәр менән бер рәттән үгеҙ егеп ер һөрә, иген игә, ситән үрә, өй һала. Хәлимәнең яуҙан яраланып ҡайтҡан ғәҙел, тура һүҙле атаһын – Сәлмән Ҡаһармановты – колхоз рәйесе булып эшләгән ерҙән «халыҡ дошманы» тип ҡулға алалар.
Тормош ауырлыҡтарын күп татыған йәштәр, бер-береһенә терәк булып, гөрләтеп донъя көтөп алып китә. Нигеҙ ҡотло булып сыға: бер-бер артлы балалары донъяға килә. Ғәб­делхаҡ ағай «Башаҡ» ауыл хужалығы предприятиеһында оҙаҡ йылдар бригадир, зоотехник, ферма мөдире булып эшләй. «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 7 балаға ғүмер биргән Хәлимә апай ҙа колхозда уңғандарҙан һанала: 7-шәр гектар сөгөлдөрҙө икешәр тапҡыр утап, йыйып, дәүләткә тапшырыу еңел эш түгел дә инде.
«Тиҙ генә йыуырға йылы һыу юҡ, бөтә ауыр эштәр ҡул көсө менән башҡарыла. Әсәйҙәр егәрле булған. Барыһына ла өлгөргән. Ә беҙ еңел йәшәйбеҙ, – ти Дилара ханым, бала сағын хәтерләп. – Иң оло апайымды 20-cе мәктәп асылыу менән Өфөгә уҡырға ебәрҙеләр. Юл булмағанлыҡ сей елкәгә тейә ине, трактор-ат яллап утыҙ саҡрымдан килеп ала торғай­нылар. Инәйем: «Үҙем йонсоном, һеҙ ауылда ҡалмағыҙ», – тип тырышты. Оло апайымдан башҡалар бөтәбеҙ ҙә 1-се интернатта уҡыныҡ.
Ситкә киткән барлыҡ балаларҙы өйгә, атай-әсәй янына ҡайтҡы килеү болоҡһоуы сорнап ала, уларға мин дә ҡушылам. Хат яҙам: «Инәй, әтей, һаумыһығыҙ! Мал-тыуар именме? Интернатта шул хәтлем ҡыйын, насар ашаталар», – килеп алһындар тиеп, шулай хәйләләшәм».
Хатты алғас та атаһы менән әсәһе ҡыҙҙарын күрергә тип килеп етә. Атаһы ипләп кенә төпсөнә. «Насар, ҡайтҡым килә», – тип һүҙендә ныҡ тора үҙ һүҙле ҡыҙыҡай. «Улай булғас, әйҙә, йыйын, ҡайтабыҙ», – тиеүе булды, әйберҙәремде йыйып ишек төбөндә торам. Уҡытыусынан аңын-тоңон белешеп өлгөргән инәйемдең мине күргәс: «Ҡайтһаң, һауынсы, йә сөгөлдөрсө булаһың инде», – тиеүе уйға һалды», – тип хәтирәләргә би­релә Дилара ханым. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙы бер айға ғына тороп ҡалырға күндерәләр. Шунан ул өйрәнеп китә. «Белем усағында уҡыған йылдар – бала саҡтың бәхетле мәлдәре. Интернат-мәктәптә уҡытҡан, тәрбиә биргән уҡытыусылар, тәрбиәселәр оло ихтирамға лайыҡ», – ти ул ошо ваҡыттарҙы хәтерләп.
Ата-әсәһе белем алыу мәсьәләһендә ҡаты тормаһа, 7 баланың барыһы ла бөгөнгө көндә аяғында ныҡ баҫҡан, белемле, ғаиләле, йортло кешеләр булып китә алыр инеме икән? Иң оло апайҙары – Таңһылыу ҡеүәтле нефть предприятиеһында баш бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы Дубайға күсеп китә. Уға етәһе Заһир, табип һөнәрен алып, Благовещен районының үҙәк дауаханаһында бүлек мөдире булып эшләй. Гөлсәсәк, финансистҡа уҡыһа ла, бар ғүмерен мәҙәниәткә бағышлай. Туймазы районы һәм ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара, әлеге көндә Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре. Миләүшә һәм Дилбәр икеһе лә Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, Республиканың страховкалау фондында береһе – баш белгес, икенсеһе бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаларын башҡара. Кинйә малайҙары Нил – отставкалағы полковник, әлеге көндә инженер булып эшләй. «Инәйем 76 йәшендә, әтейем 90-ын саҡ ҡына тултырмай гүр эйәһе булды. Риза булып киттеләр. Тыуған нигеҙебеҙҙе етемһерәтмәй, ҡайтып, йыуып, сәсеп, әруахтар рухына Ҡөрьән уҡытып китәбеҙ», – ти Дилара ханым.
Ғаиләм – ҡәлғәм
Ҡыҙы Диана Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Тормошҡа сығып, ике бала тәрбиәләй. Әле Республика перинаталь үҙәгендә акушер-гинеколог булып эшләй. Оло улдары Айҙар – «Уфанефтегазмаш»та инженер-технолог. Кинйә улы Азамат Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе интернат-гимназияның 9-сы класын тамамлаған. «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленең солисы. Дилара Ғәбделхаҡ ҡыҙы ла, ире лә студент саҡта ансамблдә бейегәндәр.
«Тормош иптәшем – Радик Бердин, һөнәре буйынса табип, полковник, оҙаҡ йылдар Өфө юридик институтының медицина үҙәге етәксеһе, Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бүлек начальнигы булып эшләне. Хәҙерге ваҡытта Республика ҡан биреү станцияһында һәм Республика перинаталь үҙәгендә хеҙмәт итә. Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылынан. Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт тарханы Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы – Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Морат Ҡужаҡовтың ейәне ул. Икебеҙ ике мөхит кешеләре булһаҡ та, аңлашып йәшәйбеҙ. Уртаҡ шөғөлдәр күп. Бирелеп хужалыҡ эштәре, баҡса менән булабыҙ. Хәҙер ейән, ейәнсә­ребеҙ менән мәж киләбеҙ. Улар башҡортса һөйләшә!» – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Дилара ханым.
Светлана Соколова республиканың балаҫсылары тураһында китабында әсәһе менән бергә буласаҡ балаҫсы тип Дилараны ла телгә алған. «Миңә 12–13 йәштәр самаһы ине. Инәйем оҙатып бирә лә беҙ алып китәбеҙ. Башлап ебәргәнде «оҙатыу» тиҙәр. Ҡулы еңел кеше менән башлаһаң, эш ырамлы була, тип «оҙатыу»ҙы уға йөкмәтә торғайныҡ. Ул ваҡытта барыһы ла балаҫ һуғып үҫте. 7 бала өсөн бирнә һалырға кәрәк. Инәйем бөтә эште үҙе башҡарҙы. Кейеҙ ҙә баҫты, балаҫ та һуҡты. Ҡуян мамығынан шәлдәр бәйләне. Студент саҡта пальтоға тиклем үҙем бәйләп кейҙем. Бер апайым һаман да ул шөғөлдө ташламай. Инәйем төн сыҡҡансы бер пар ойоҡбашты ослап ҡуя. Ҡулыбыҙға энә тоторлоҡ булғас та беҙ ҙә бәйләмгә тотондоҡ. Шәл бәйләп, киреп, ҡаҙ-өйрәк үрсетеп үтте бала саҡ. Бишәр һыйыр, ат тотоп, умарталыҡтан 40-ар феләк бал ала инек. Шуны ашап бөтә торғайныҡ. Шуға ла ныҡ булғанбыҙҙыр», – ти ул бала сағын хәтерләп.
Ғаиләләге тотороҡло йола – бирнә әҙерләү. Ул ҡыҙҙарға ғына түгел, улдарға ла инселәнә. Ике-өс балаҫ, кейеҙ, сигелгән мендәр тыштары, һөлгөләр... Ошо йоланы һаман да тота Зариповтар. Балаларына һандыҡ эшләтә. Бирнә йүнәтә. Дилара әсәһенең ҡул эштәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Башҡорт мөйөшөн булдырырға ниәтләгән. «Инәйем ҡыҙыл эремсек бешерә торғайны. Уға бер кем еткереп әҙерләгәне юҡ әлегә. Йомортҡа күмәсен инәйем генә бешерҙе. Ҡунаҡ саҡырһа, бишәр таба һала ине.
Ҡыш көнө инәйем ап-аҡ итеп кер йыуа ла тышҡа элә, һыуыҡ һауала ҡатҡан әйберҙәрҙе күтәреп килә. Беҙ, бала-саға, тәҙрә аша: «Инәйем, миңә ҡара әле!» – тип сыр-сыу киләбеҙ. Һәр бер тәҙрәгә килеп, беҙгә ҡараған була. Шул һаман да күҙ алдымда. Бәлки, үҙе менән үлер алдынан күберәк һөйләшергә кәрәк булғандыр. Шуныһы үкендерә», – ти ул. Донъялыҡта һәр кемдең бәләкәй генә булһа ла үкенесе була торғандыр. Дилара Ғәбделхаҡ ҡыҙы Зарипова үкенмәҫлек итеп, туғандар менән аралашып, яҡындарына йән йылыһы өләшеп йәшәү яғында.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2019) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: