Сәнғәт донъяһына илткән һуҡмаҡтар
Рәмзиә Салауат ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға теләп, документтарын яңы асылған Сибай институтына тапшыра. Әммә конкурс ҙур булыу сәбәпле, уҡырға инә алмай. Бәләкәйҙән йыр-бейеүгә оҫта ҡыҙҙы ылыҡтырғыс сәнғәт донъяһы ла үҙенә тарта. Шуға күрә әхирәте Баймаҡ район мәҙәниәт йортона эшкә саҡырғас, ике уйлап тормай ризалаша. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Бер ыңғай Баймаҡтағы халыҡ театрында уйнай башлай. Данлыҡлы «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Динислам Исҡужин һәләтле ҡыҙҙы ҡайһы бер бейеүҙәргә лә йәлеп итә.
– Халыҡ театрындағы режиссерыбыҙ Земфира Алтыншина миңә һәр ваҡыт: «Һинең урының театрҙа, Сибайға, «Сулпан»ға, барып ҡара әле», – тип әйтә торғайны. Театр сәнғәтенә ылыҡтырыусыларҙың береһе тап Земфира Айрат ҡыҙы булды, уға ҙур рәхмәтлемен, – ти бөгөн актриса.
Артабан Бикеш ауылындағы мәҙәниәт усағында ике йыл етәксе булып эшләргә лә өлгөрә Рәмзиә. Әммә күңеленә ысын театрҙа уйнау хыялы тынғылыҡ бирмәй. Һәр нәмәнең үҙ мөҙҙәте тигәндәй, мәле еткәс, ҡыҙ алдында «Сулпан» театры ишектәре лә асыла. Баймаҡ мәҙәниәт йортонда эшләгән сағынан таныш булған, был мәлгә балалар театрын етәкләгән Фәрит Әһлей улы Сөләймәнов йәш белгескә үҙ фатихаһын бирә һәм эшкә ала.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2019) һанында уҡығыҙ.