0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
14 Май 2019, 13:53

Асылында – йәйғор булмышы

Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин, М.Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, Евразия Телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманованың исеме республикабыҙҙың телевидение һәм радио тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уның ижади эшмәкәрлеге халҡыбыҙҙың күҙ алдында: ул башлаған «Йома», «Сәләм», «Башҡорт йыры», «Автограф», «Замандаш», «Йырым һиңә бүләгем!» тапшырыуҙары ғына ни тора! Беҙҙең журналға Шәүрә ханым өлгөр ҡатын, хужабикә, әсәй, өләсәй, апай булараҡ асылды. Уның 3 бүлмәнән торған фатирына бәләкәй генә сәйәхәт тәҡдим итәбеҙ.

Өләсәйҙең серле һандығы
Фатирҙа бихисап һүрәттәр эленгән. Ейәнсәре уның үҙен һүрәткә йәйғор һымаҡ итеп төшөргән. «Ниңә шулай, балам?» тигән һорауына – «Сөнки һинең менән рәхәт, һин йәйғор кеүек матур һәм төрлө төҫлө», – тип яуаплай ҡыҙсыҡ.
Ә үҙе сибәрлеген аңлап йәшәнеме икән? Ул бит бала сағынан төрлө йәберҙе, аслыҡты, кейемһеҙлекте белеп үҫкән. Уға тап шундай яҙмыш яҙылған. Зарланамы? Юҡ! Йылдар үткәс, был һынауҙарҙың барыһы ла ошо көндәге бәхеткә илтә. Яҙмышынан ҡәнәғәт ул.
Ана бит, Салауатының ҡыҙсыҡтары «өләсәй» тип ҡуйынына килеп һарылды. Әлиәһенең ҡыҙҙары Азалия менән Әлфинурҙа сабый сағын танып йыуана. Әлимә менән Сәлиә иҫәнләшкәс тә өләсәләренең «тылсымлы һандығына» йүгерә. Был серле ҡумта сабыйҙарҙы һәр саҡ тәмлекәстәр, бүләктәр менән ҡаршылай икән. «Беҙ ҙә һатып алайыҡ шундай һандыҡты!» – тиешәләр ҡыҙҙар. «Ә ул һатылмай, быуындан-быуынға тапшырыла!» – ти аталары әсәһенә йылмайып.
Шәүрә ханымдың ҡотло фатиры, ейәнсәрҙәре йыйылғас, шат ауаздар менән тула. «Бына бит кемдәр уйнай матур ҡурсаҡтар менән!»– тием теҙелеп киткән береһенән-береһе матур уйынсыҡтарға ымлап. «Бала саҡта бөтөнләй үҙ тәтәйем булманы. Ошондай ҡупшы ҡурсаҡтар хаҡында хыяллана торғайным. 7 йәшкә тиклем мин Ғәшиә апайым ҡарамағында, Красноусол балалар санаторийында үҫтем. Мари еҙнәм, ташланған ватыҡ ҡурсаҡтарҙы сүплектән алып ҡайтып, йыуып, бер матур ҡурсаҡ йыйып биргәйне. Ҡулдары-аяҡтары төрлө үлсәмле, төрлө төҫтә – әммә ул минең берҙән-бер, иң ҡәҙерле уйынсығым булды. Шуны белгән яҡындарым ҡурсаҡ бүләк итә башланы. Һәр береһе иҫтәлекле. Бына быныһы –үҙемә иң яҡыны. 1987 йылда Германияға стажировкаға барышлай юлдашыма бала саҡ хәтирәләремде һөйләгәйнем. Галле ҡалаһында ошо ҡурсаҡты һатып алып бирҙе. – Шәүрә апай уны күкрәгенә ҡыҫып яратып ала. – Һуңынан коллекцион ҡурсаҡтар ҙа бүләк итеүселәр булды. Яйлап уларҙы балаларға үҙем таратып бөтөп барам».
Шәүрә Ғилманованың фатирында бар байлыҡ – китап: күпселеге башҡорт яҙыусыларыныҡы. Мәжит Ғафури, Динис Бүләков, Рауил Бикбаев, ике телдә «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлыҡтары, балалар өсөн китаптар. Төрлө ил авторҙарының фәлсәфә, психология буйынса тәржемәләре, энциклопедия, белешмә, һүҙлектәр...
Үҙәк кәштәлә Мостай Кәрим ижады һәм журналист үҙе яҙған «Не русский я, но – россиянин!» китабы. Бына әҙиптең һуңғы автографы: «Шаура, мы в этой жизни идем довольно долгой дорогой, и я ни разу не ощущал разочарования!» Бөйөк Мостайҙың ошондай һүҙҙәренә лайыҡ булыуы – иң юғары баһалыр. «Яҙыусы менән 40 йыл дауамында дуҫлаштыҡ, тиҫтәләгән фильмдар төшөрҙөм, уның менән фотоға махсус төшәм тип тырышҡаным да булманы. Бары аралашыуҙан, ғаиләһенә туғандай итеп ҡабул итеп алыуҙарынан ҡәнәғәт булып йәшәнем», – ти Шәүрә ханым. Бөгөн дә ул әҙиптең ижадын мәңгеләштереүҙе дауам итә.
Изгелектән йөҙө яҡтыра
Аудио-видеоаппаратура янында бер нисә документ күрәм. Береһе – шәфҡәт туташы танытмаһы. Баҡтиһәң, Ҡаҙан дәүләт университетының журналистика бүлегендә уҡығанда алған. «Был белемдең тормошта кәрәге тейәме?» – тип белешәм. «Әлбиттә. Беҙҙең әсәй машина аҫтында ҡалып ғәрипләнгәс, 30 йыллап йәшәне. Һуңғы, иң ауыр йылдарын күберәк миндә ятты. Уның өсөн табип та, шәфҡәт туташы ла, санитарка ла булдым. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары менән Мәскәүҙән ҡайтыр юлға сыҡҡанбыҙ. Етәкселәр Азат Нәҙерғолов менән Алмаз Сәйетов төрлө ойоштороу эштәрен тамамлағансы, беҙ – мин, Таңсулпан Бабичева, Рәфил Нәбиуллин – ваҡытты бушҡа әрәм итмәйек, тип, ҡала буйлап сәйәхәт яһарға булдыҡ. Аэропортҡа етеп барғанда беҙҙән алда килгән такси ауышыбыраҡ килеп, юлдан аҫҡа тәгәрәп төшөп китте. Беҙҙең таксист: «Былар бит һеҙҙекеләр», – ти. Йүгерешеп барһаҡ, машина әйләнгән, артҡы быялаһы ватыҡ. Азаттың ярты кәүҙәһе тышта. Асыҡ яраһынан ҡан һарҡа. Машинаны күмәкләп әйләндереп ултыртҡанды иҫләйем. Ә бына шок хәлендә юлға сығып, машина туҡтатып, аптечкаһынан жгут алып, имгәнеүсенең яраһына һалғанымды, хатта ваҡытын күрһәтеп ҡағыҙ ҡыҫтырғанымды хәтерләмәйем. 40 минут самаһы үткәс, тиҙ ярҙам Азатты дауаханаға алып китте. «Бот төбөнә ҡатмарлы жгутты дөрөҫ һалған милиционерға рәхмәт уҡығыҙ», – ти икән табип. Тәүге ярҙамды ҡатын-ҡыҙ тейешле итеп атҡара алғанына ышанмағандар», – тип хәтирәләргә бирелә Шәүрә ханым.
Ә бынау көмөш йыйылма – журналистың 50 йәшенә шөһрәтле артистка Гөлли Мөбәрәкованың һәҙиәһе булып сыҡты. Уны Арыҫлан Мөбә­рәковҡа Һиндостанға барғанда бик дәрәжәле кеше бүләк иткән. «Уларҙы һауыт итеп кенә файҙаланмаясағыңды беләм», – тине ул. Телевидениеға күскәс тә, яндырырға тип ташланған фотолар араһынан Рәғиҙә Янбулатова менән Арыҫлан Мөбәрәковты танып, Гөлли апайға тапшырғайным, шунан башланды беҙҙең дуҫлыҡ», – тип һөйләй ул.
Изгелекле, иғтибарлы мөнәсәбәттән, бәләкәй генәнән хасил була икән кешене үҙе уратҡан донъя. Почетлы гражданин танытмаһына ул тыуған ауылында яңы мәктәп һалдырыу, Еҙем аша күпер төҙөтөү, ауылға газ үткәреү һәм юл күтәртеү кеүек оло эштәрҙәге әүҙемлеге өсөн лайыҡ булған.
Ә инде апаларын, ҡустыһеңлеләрен, уларҙың тиҫтәләгән балаларын ҡарап-уҡытып сығарыуҙы Шәүрә ханым «шулай тейеш» тип һанаған кеүек тойолдо миңә.
Һәләтле кеше бар яҡтан да булдыра
Фотограф һәм киномеханик танытмалары – Салауат педучилищеһынан, өҫтәлмә белем хаҡында. Фотография курсына фотоаппараттары булғандарҙы ғына алалар. Шәүрәнеке юҡ, тик барыбер ныҡышмалығы арҡаһында ике һөнәрҙе лә үҙләштереү бәхетенә ирешә ҡыҙ.
Мостай Кәримдең бер туған һеңлеһе Сәлисә Сафа ҡыҙына яҙып бүләк иткән фотонан мөләйем йөҙлө һылыу, 25 йәшлек Шәүрә ҡарай. Ул эйәһенә байтаҡ йылдар үткәс кире ҡайтҡан. Былтыр, ярты быуат ҡиәмәт әсәһе булған уҡытыусыһы яҡты донъя менән хушлашҡас, ейәне тапшырған уны хужаһына. «Ауырлы икәнемде яҙырға оялып, «үҙемде бик бәхетле тоям» тигән булғанмын. Байтаҡ комплекстарым бала саҡта сит тупһаларҙа йөрөүҙән», – тигәне бөгөнгө хикә­йәткә һыймаған серле тарихтарға бәйле.
Кемдә йәшәһә лә, үҙ көсө, ҡул эштәре менән тамаҡ туйҙырғанын тартынмай бәйән итә Шәүрә апай. Педучилищела ул ҡыҙҙарҙың сәстәрен ҡырҡып, прическалар яһап, шиньондар эшләп, ҡул менән әйберҙәр тегеп һата. Училищены тамамлағас, 3 йыл эшләгән дәүерҙә байтаҡ ханымдарға күлдәктән алып аҡ-һары төлкө тиреләренән башлыҡҡа тиклем тегеп кейҙерә. «Университетҡа уҡырға киткәндә лә берҙән-бер хазинам – ағас ҡумталы теген машинкаһы ине. Уға тегенгә кәрәк-яраҡты тултырғанмын. Аэропортта, машинка стандарт ауырлығына тура килмәй, тип, төргәкте тағатырға ҡушалар. Төрлө төҫтәге ептәр тәгәрәшеп китмәһенме!.. Улар артынан минең күҙ йәштәре!» – тигән хәтирәләрҙе тетрәнмәй тыңлап булмай. Уңғанлығы, бирешмәҫ холҡо, саялығы уны яңы үрҙәргә әйҙәгән.
Фатир буйлап сәйәхәтте дауам итәйек. Эш бүлмәһе тулы Башҡортостан менән Татарстан тарихына бәйле китап-журналдар. Яңынан бер ҡыҙыҡлы хәтирә. 1993 йылда уны республикала Президент институты булдырыу кампанияһында ҡатнашырға саҡыралар. Үҙе уҡыған Ҡаҙан ҡалаһына барып, был тарихи баҫҡысты үткән Татарстандың теләктәшлеген, хуплауын яҙып алып ҡайтырға кәрәк. Журналистың мөмкинселектәрен белгән оппоненттар кисен уның командировканан баш тартыуын үтенеп, йәшәү шарттарын яҡшыртырға аҡса тәҡдим итә... Ул ризалашмағас, Ҡаҙанға осор көндө фатирын пыран-зыран килтерәләр. Ишеген бысып алып, өйҙәге бар йыһазды тейәп алып сығалар, хатта серванттағы затлы һауыт-һабаны иҙәнгә һалып онтайҙар. «Мәслихәт, ишек төбөндә донъя кәрәк-ярағынан әлеге лә баяғы теген машинкаһы ҡалғайны», – тип моңһоу йылмая героинябыҙ... Ошо вәхшилектең шаһиты булған улының күҙ йәштәре лә туҡтатмай хәбәрсене. Шәүрә Ғилманова Татарстандың ул ваҡыттағы Президенты М. Шәймиев, премьер-министры М. Сабиров, күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәтселек вәкилдәре һәм урам буйындағы ябай халыҡтан интервью алып, «Өфө – Ҡаҙан: дуҫлыҡ күпере» тигән баш аҫтында зәңгәр экрандарға 3 тапшырыу сығара. Һөҙөмтәлә тап ошо эфирҙар Башҡортостан яҙмышын ыңғай хәл итә.
«Тәҙрә төбөмдә ҡәҙерләп һаҡ­ланған таштар төрлө диңгеҙ-океандарҙан алып ҡайтылған. Бәләкәй саҡтағы беҙҙең берҙән-бер уйынсыҡ – бишташ ине. Үҙем менән йөрөп шымарып бөткән таштар менән балаларым да уйнаны. Улым беренсе тапҡыр балалар баҡсаһына алып китте. Русса һөйләшә белмәй. Кеҫәһендәге ташын урыҫ малайҙары тартып алғас, «таш нит» тип илай икән. Ҡоҫҡоһо килә икән тип, уны бәҙрәфкә индергәндәр. Шунан һуң да тынысландыра алмағас, телде аңлаған апайҙы саҡыртып килтергәндәр». Ғаиләлә көлөшөп иҫкә алынған хәлдәр артында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табаһың. Балаларын Шәүрә апай менән Ринат ағай милли мөхиттән айырырға тырышмаған. Русса улар былай ҙа өйрәнгән. Салауат БДУ-ның философия факультетын тамамлаған, үҙенең реклама фирмаһы бар. Ә ҡыҙы Әлиә Өфә сәнғәт һәм Санкт-Петербург театр академияларын тамамлап, ҡасандыр үҙе белем алған Өфө урта махсус музыка колледжында эшләй.
«Күптәнге дуҫым Олег Ханов театрға ҡайтҡас, репертуарға Мәжит Ғафури әҫәрен индереү мотлаҡ тип тапты. Уның һорауы буйынса, башҡорт әҙәбиәте классигының әҫәрҙәренә таянып, инсценировка яҙҙым. Талантлы режиссер Айрат Абушаһманов уны үҙенсә ҡуйҙы. Нисек кенә булмаһын, театрыбыҙ тарихтағы беренсе «Алтын битлек» премияһын тап «Ҡара йөҙҙәр» өсөн алды. Гөлли Мөбәрәкованың үҙенең тормош юлы хаҡындағы китабы ла өҫтәлемдә. Уны эшләгән дәүерҙә лә дауаханала бергә ятҡайныҡ. «Ғүмер буйына күңелемде өйкәгән әйбер бар, шул хаҡта яҙһам, нисек булыр икән?» – тип кәңәш һорағас, хупланым», – ти Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы. Һөҙөмтәлә артистка был ҡарарҙан үҙе лә ҡәнәғәт ҡала. «Быныһы Тәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазин хаҡында үҙең яҙған очерк, – тип миңә беҙҙең журналды күрһәтә. – Рәхмәт. Мине лә телгә алғанһығыҙ. Ысынлап та, Әхәт карьераһын мин асҡан «Студент меридианы» тапшырыуында диктор булып башлағайны. Аҙаҡ уны «Яңылыҡтар»ға саҡырҙылар. МДУ бөткән белгес Тәнзиләне үҙем юллап эшкә алдырҙым, бала табыу йортонан уларҙы фатирыма алып ҡайтып, улына Салауат тигән исем ҡушып оҙаттыҡ оло юлға».
Кешене нимә йәшәтә?
«2006 йылда, икенсе инсульт кисергәндән һуң, тере ҡалырыма берәү ҙә ышанмағандыр. Инәйем түшәктә ятты, тик бер минут та тик торманы. Уның йәбешеп ятып йәшәргә тырышыуы миңә өлгө булғандыр. Хәрәкәт, күнегеүҙәр, үҙемә ышаныс мине тормошҡа кире ҡайтарҙы. Хеҙмәтемде дауам итәм. 2009 йылда Мәскәүҙә, 2013 йылда аҙағында Ҡытайҙа телевизион форумдарҙа ҡатнаштым. Быйыл мине Симферополдә үтәсәк халыҡ-ара конгресҡа саҡырҙылар. Унда шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре алып барасаҡмын. Әле миндә йыл буйы «Телевидение хәбәрсеһе» курсында уҡып йөрөгән йәштәрҙең ошо хәбәргә ҡыуаныуы ҡанат ҡуйғандай итте.
Эш бүлмәһендә теҙелеп киткән шкафтарҙың түбәнге ябыҡ өлөштәрендә Шәүрә Ғилманованың 45 йыл дауамында яҙылған радио-телетапшырыуҙар сценарийҙары һаҡлана. Бикле шкафтарҙа – видеоматериалдар. Бөтәһе лә бөхтә итеп хронология буйынса төҙөлгән. Тәржемәләр менән дә әүҙем шөғөлләнә ул. Бына үҙе башлап ебәргән «Ай ҡыҙы» телесериалының тәржемә папкалары. Өс шкаф – Маҡтау ҡағыҙҙары һәм фотоальбомдар...
– Өләсәй, туй фильмың бармы?– тип һорай икән 3 йәшлек ейәнсәре.
– Ул ваҡытта фильмдар төшөр­мәйҙәр ине бит, балам.
– Йәл. Баймаҡ өләсәйҙең китабы булһа ла бар, – тип уфтана бәләкәс. Шәүрә туй альбомын килтереп сығара, ҡыҙсыҡ уны асып ҡарай ҙа: «Аллаға шөкөр, һинең кейәүең – ҡартатай тип уйлағайным да!» – тип көлдөрә. Шәүрә апай менән Ринат ағай айырым донъя көтәләр, тик балалар һәм ейәндәр өсөн улар – бер бөтөн.
Иң мөһиме, ул һөнәри йәһәттән тыш, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та өлөштән мәхрүм түгел. Рухиәтебеҙгә, милләтебеҙгә тынғыһыҙ хеҙмәт итә. Эш, тормош тәжрибәһен үҫеп килеүсе йәш быуынға тапшырыу хәстәре менән яна. Республикабыҙ халҡы өсөн изге ғәмәлдәре менән тарихҡа ингән арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙыбыҙ, ил инәһе лә ул Шәүрә Ғилманова. Күптән түгел уның күкрәгенә «Милләт әсәһе» миҙалын таҡтылар. Уның донъяһы ҡотло. Уйҙары яҡты. Ниәттәре изге. Нурланып тыуған һәр көндә бәхетле йән булып йәшәргә, кешеләргә изгелек, яҡтылыҡ өләшергә, бирешмәҫкә, ныҡ, сабыр булырға өйрәнгән. Шуға ла йәйғорҙай балҡып йәшәр тормошто һайлаған.
Читайте нас: