8 мартта тыуған ҡыҙына атаһы Клара Цеткин хөрмәтенә исем ҡушырға уйлай, әммә өләсәһе Нәфисә «Фәһимә» тип ныҡ тора, аңлы, фәһемле ҡыҙ булыр, ти. Тирә-яҡта абыстай даны таралған Нәфисә ҡартәсәһе ҡайҙа ла яратҡан ейәнсәрен үҙе менән йөрөтә. Фәһимә – баш бала. Унан ҡала һеңлеһе һәм ике ҡустыһы бар. Бөтә бәләкәй туғандары өсөн дә яуаплылыҡ тойоп үҫә ҡыҙ. Фәһимәгә оҙаҡ итеп дәрес әҙерләп ултырырға тура килмәһә лә, тик «5»ле билдәләренә генә уҡый. Хәтере шәплеге, мәғлүмәтте шундуҡ эләктереп ала белеүе, зирәклеге ярҙам итә.
Атаһы менән әсәһе – һуғыш йылдары балалары. Сығышы менән Ҙур Сурай ауылы кешеһе Сәйеткирәй Килдебаев Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын танкист булараҡ үткән. Улар икеһе лә ғүмерҙәре буйына Туланан күскән хәрби, аҙаҡ «Уралэлектромотор» исеме алған заводта хеҙмәт иткән. Атаһы – юғары разрядлы токарь, бригадир, ә әсәһе Гөлнур станокка буйы ла етмәгән үҫмер генә сағынан штамплау цехында уңған эшсе данын алған. Уларға оҡшап, балалары ла хеҙмәт һөйөүсән, ныҡышмал холоҡлолар. Шулай булмаһа, Фәһимәләренә етә Салауаттары Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөлөш хеҙмәткәре булып китмәҫ ине. Йәүҙәттәре – уңған эшҡыуар, Наилә – оҫта тегенсе, ата йортонда, нигеҙ һаҡлай. «Беҙҙең быуын эшкә яуаплы ҡарай, шулай тәрбиәләнгәнбеҙ», – ти Фәһимә Сәйеткирәй ҡыҙы.
Балаларын күҙ ҡараһылай яратып үҫтерә Гөлнур менән Сәйеткирәй. Бер ауыр һүҙ ишеттермәй, мөхәббәттә генә тәрбиәләргә тырыша улар ҡәҙерлеләрен. Ҡыҙыҡайҙың рухи донъяһын байытыусы, тел асҡыстары биреүсе, күңел офоҡтарын киңәйтеүсе Нәфисә өләсәһенән тыш, уны үҙ балаһылай күреп ҡабул итеүсе бергә аяттарға йөрөгән ауыл инәйҙәре булғандыр. Юғары уҡыу йортона ингәс тә Фәһимә тәүге һәм яратҡан уҡытыусылары Роза Вәли ҡыҙы Үзбәкова һәм Александра Яковлевна Асееваларҙы иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Яҡын күргән Гөльямал еңгәһен дә нисек онотһон? Ултырмаларға бергә йөрөгән яғымлы, алсаҡ инәйҙәрен дә ташламай: кемеһенә яулыҡ, ағас ҡалаҡтар, кемеһенә ойоҡ алып ҡайтып һөйөндөрә.
Иң тәүҙә самолеттар төҙөйөк!
Фәһимә яҡшы өлгәшеүҙән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша, шуға ла Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»ҡа юллама менән бүләкләнә. Килдебаева мәктәпте тамамлағанда «ИЛ» түгел, фамилияһының тәүге өс хәрефен алып, «КИЛ» самолеттары төҙөйәсәкмен, тип хыяллана. Уның был ниәтенән ҡанатланған өс һабаҡташ егете: «Фәһимә булдырыр ул! Ул төҙөгән самолеттарҙа ҡурҡмай осор инек!» – тип, хатта Ырымбур осоусылар училищеһына уҡырға инә. Инә тигәс тә, хыялға юл анһат ҡына булмай, тәүге тапҡырында Өфө дәүләт авиация институтының сәнәғәт электроникаһы факультетына һынау тотҡан Фәһимә лә, осоусы һөнәрен үҙләштерергә теләгән өс егет тә конкурстан үтмәй. Ҡыҙыҡай Ырымбур политехник институтында уҡып тора. Әммә Өфөнө яулау теләге һүрелмәй. Икенсе йылында Өфө дәүләт авиация институтының иҡтисад факультеты студенты булып китә. Егеттәрҙең дә хыялы тормошҡа аша. Самолеттар төҙөргә тура килмәй уға, әммә был өлкәгә ҡағылышы бар. Килдебаева институтта уҡығанда ла иң яҡшы студенттар рәтендә һанала. 2-се курстан уҡ уны институттың комсомол прожекторы рәйесе, Өфөнөң Киров районы комсомол комитеты ағзаһы итеп һайлап ҡуялар. Студенттарҙың конструкторлау бюроһына йөрөй. Һауа яҫтығы булған аппаратты проектлауҙа ҡатнаша, парашюттан һикереү менән дә шөғөлләнә ҡыйыу ҡыҙ.
Юғары курстарҙа уҡығанда практика үтеү өсөн уны һәм Лилиә әхирәтен Ҡаҙан вертолет заводына ебәрәләр. Етәкселеккә һәр нәмәнең төбөнә төшөп аңларға тырышҡан Өфө ҡыҙҙары оҡшап ҡала. Инде яҡын әхирәтенә әйләнгән Лилиә Ғәббәс ҡыҙы Шәфиева менән Фәһимәне: «Эшкә мотлаҡ беҙгә килегеҙ!» – тип оҙатып ҡалалар. Һүҙҙә генә ҡалмай был тәҡдим. Йүнәлтмә алған ваҡытта Ҡаҙан вертолет заводынан килгән саҡырыу тылсымлы көсөнә инә. Юғары эш хаҡтары вәғәҙәләйҙәр. Шулай итеп, ҡыҙҙар йәнә лә Ҡаҙанға юллана.
Поезға инеп ултырғас, өҫкө ҡатта яурынына төшөп торған ап-аҡ оҙон сәсле ир менән тура киләләр. Шаян һүҙ ташлаған Фәһимәне ағай кеше үҙ итә. Ҡыҙҙар юлда ваҡыт тиҙерәк үтһен өсөн башватҡыстар сисә, өҫтәге аҡбаш та яуаптарҙы анһат таба. Театр, спектаклдәр, актерҙар исемдәрен шунда уҡ дөрөҫ әйтә ағай кеше.
– Һеҙ, моғайын, шул өлкәлә эшләйһегеҙҙер йә ҡыҙыҡһынып бараһығыҙҙыр, – ти Фәһимә.
– Ә һеҙ мине танымайһығыҙмы ни? – ти аҡбаш, киң йылмайып.
Өфө дәүләт авиация институтында уҡыған ҡыҙҙар мәҙәни тормоштан алыҫыраҡ йәшәгән һымаҡ шул. Олпат ир үҙен Назар Нәжми тип таныштыра. «Ҡышҡы романс» йырын ул заманда кем белмәһен инде?! Шул ваҡытта бик популяр була бит ул. Фәһимә башҡортса аңламаған әхирәттәренә уны русса шиғри юлдарға һалып, тәржемәләп тә бирә. Ә улар алдында тап шул данлыҡлы йырҙың авторы Назар Нәжми икән дәһә! Фәһимәнең ғәжәпләнеүе сикһеҙ. Йырҙың русса тәржемәһен Назар Нәжмигә уҡый, үҙе яҙған шиғырҙарын да һөйләп күрһәтә. Шағир бәхетле! Шундай талантлы, әле саҡ бөрөләнә башлаған йәш шағирәне осратыу үҙе бер табыш бит! Ҡыуанысынан Фәһимәне ошо йырҙы башҡарыусы Фидан Ғафаровтың үҙе менән таныштырырға вәғәҙә итә. Ҡыҙ быға осоп төшмәй, әлбиттә. Ул йырға, уның мәғәнәһенә ғашиҡ. Хыялында ғына йөрөткән аҫыл егет образы, мөхәббәткә ышанысы көслө.
– Ана бит, бынамын тигән яҙғанһың! Өфөгә ҡайтҡаныңда мине мотлаҡ эҙләп тап, шиғырҙарыңды матбуғатҡа бирербеҙ, китап итеп сығарыуҙы хәстәрләрбеҙ! – ти шағир. Аҙаҡ ҡыҙҙар уның Ҡаҙан ҡалаһында барған спектаклен дә күрәләр. Шунан юлдар аймылыша. Ә Фәһимәне тормош тигән шаулы ярһыу тулҡын икенсе ярҙарға сығара.
Ҡаҙан әле ул ваҡытта хәҙерге һымаҡ төҙөк түгел. Аҙыҡ-түлек талон буйынса ғына бирелә. Ҡара таңдан ҡараңғы төшкәнсә заводта эшләгән ҡыҙҙарға кефир менән зефирҙан башҡа аҙыҡ ҡалмай. Эш хаҡы арыу булғас, Фәһимәне ата-әсәһенә, ҡусты-һеңлеләренә ярҙам итеү мөмкинселеге сығыуы йыуата. Тик өҙөлөп Өфөнө һағына. Өфөгә ҡайтҡас, Фәһимә апайы Рәйхана Вәлиулла ҡыҙына килеп баш терәй. Дуҫлашып йөрөгән егете менән дә иң тәүҙә уны таныштыра. Апайының фатихаһын алғас, Әкрәмгә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирә. Ауылда беренсе егет, бокс буйынса спорт мастеры, Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған һыу һөлөгөләй егет Фәһимәне өҙөлөп ярата.
Әкрәм Әсләм улы Ҡәнәфиев менән өс йылдан артыҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң улар сәстәрен сәскә бәйләй. Алсаҡ күңелле, йылмайып ҡына торған, гитарала, баянда уйнаған, өҙҙөрә баҫып бейегән башҡорт егете Фәһимәнең туғандарына ла оҡшай. «Зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө, төҙ кәүҙәле Әкрәм хыялымда көткән йәрем ине. Уның йөрәге лә миңә ҡарата асыҡ булды, ысын һөйөү хистәре бүләк итә алды ул миңә», – ти Фәһимә Сәйеткирәй ҡыҙы.
Ҡатын-ҡыҙға нимә бирһәң, ул һиңә икеләтә ҡайтарыр, тиҙәр бит. Фәһимә иренә үҙенә генә оҡшаған ул табып бирә. Әкрәм сығышы менән Мәсетле яҡтарынан. Әй йылғаһына бағышлап, улдарына улар Айҙар тип исем бирә. Бик теремек, кеше күңелле булып буй еткерә ул. Мәктәптә лә тик «5»легә өлгәшә, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Атаһы уны спортҡа ылыҡтыра: егет теннис, көрәш менән шөғөлләнә. Аспирантураға уҡырға ингәс, Президент стипендиаты була. Уға «Рәсәйҙең интеллектуаль ресурсы» сертификатын бирәләр. Һәләтен күреп, Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына эшкә алалар. Аҙаҡ егет «Мособлбанк»ка күсә. 2011 йылда оҙаҡ дуҫлашып йөрөгән Гүзәл менән өйләнешеп, Әмир исемле ейән бүләк итәләр. Килене лә, ҡәйнәһенә оҡшап, теүәллекте талап иткән һөнәр эйәһе – баш бухгалтер вазифаһын башҡара.
Максимовкала үҙ йорттарында йәшәгән Ҡәнәфиевтарҙан кеше өҙөлмәй. Үҙҙәре юҡта килеп, мунса яғып, ашарға бешереп ҡуялар хатта.
30 йылға яҡын бәхетле, парлы ғүмер кисергәндән һуң, Ҡәнәфиевтарға көтмәгәндә ауыр һынау килә: Әкрәмгә инсульт була. «Ыһ» та итмәй ҡарай ирен Фәһимә. Ауырыу бик иртә алып китә һөйөклөһөн яҡты донъянан. Фәһимәгә аяҙ көндә йәшен атҡан кеүек була был юғалтыу. Тормош ҡаты һынауҙарын ҡуйғанда ла үҙенә йыуанысты ул кешеләргә изгелек эшләүҙән таба. Күңелен ҡатырмай, уны эш менән баҫа.
Айҙарға ла мәрхәмәтлек, кеше хәленә инә белеү ата-әсәһенән күскән. Ул бала саҡтан күп белергә һәм кешеләргә хоҡуҡи кәңәштәр менән ярҙам итергә хыяллана. Маҡсатына ирешә тырыш егет. Белемле лә, ихлас та, изгелекле лә шәхес булып етешә ул. Бләүтамаҡта йәшәгән Гөлнур өләсәһенә раузалар бүләк итергә ярата.
Гүзәл менән Айҙарҙың улына хәҙер 8 йәш. Фәһимә Сәйеткәрәй ҡыҙы ейәне Әмир менән үткәргән ваҡытына һөйөнә. Уның үҙе менән бирелеп шахмат уйнауынан кинәнес таба. Ейәненең яҡшы өлгәшеүен, спорт менән дуҫлашыуын, һабантуйҙарҙа һә тигәнсә ҡолғаға етеҙ үрмәләп төшөүен ғорурлыҡ менән һөйләй.
Өләсәһе Нәфисә өйрәткәнсә, бәндәгә һағышҡа, төшөнкөлөккә бирелеү – оло гонаһ. Шуға ла Фәһимә Сәйеткирәй ҡыҙы тормоштан йәм табып йәшәй, үҙенең көсөнә ышана, дуҫтарына таяна, уңыштарға өлгәшә. Уның тормош девизы Иван Бунин «Сәғҙи васыяты»нда яҙғанса: «Пальма кеүек йомарт бул. Әгәр хәлеңдән килмәһә, кипарис олоно кеүек төҙ, тура, ябай, изгелекле булырға ынтыл!» Алсаҡ, киң күңелле Фәһимәне яҡындары ла, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, дуҫтары ла ошо сифаттары өсөн ярата, хөрмәт итә. Уның өсөн тормоштоң бөтә мәғәнәһе лә һөйөклө йән, йәм булып йәшәүҙә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2019) һанында уҡығыҙ.