0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
4 Март 2019, 16:54

Рухи тамырҙарҙан көс алып...

Әбйәлил районы Йәнгел ҡасабаһында тыуып, 1-се Асҡар урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған Айгөл Тәфтизан ҡыҙы Хужина (Юлмөхәмәтова) ниндәй һөнәр һайларға тип хыялланғанында завод хәтлем завод хужаһы булырмын тип уйланымы икән? Иҡтисади белем алырға ҡарар итеп, Өфө дәүләт авиация институтына уҡырға инә ул. Әммә тормошта һәр ваҡыт шыма ғына бармай: тәүге курста уҡ, һыу килешмәйме, әллә урын алмаштырыумы, бик ныҡ сирләп китә. «Электролайн» йәмғиәтенең генераль директоры дәрәжәһенә күтәрелгәнсе һынауҙар төрлө яҡлап сыныҡтыра Айгөлдө. Әммә ул ныҡышмал холҡо менән, йөрәген тыңлап, барыһын да еңеп сығырға өйрәнгән.

Төштәргә ингән йәр
Яҙмыш йәнеңде бөтәйтер һөйгәнеңде ҡасан юлыңа сығарып ҡуйыуы үҙе бер сер. Тормош иптәше Ринат менән танышып китеүҙәре лә ҡыҙыҡлы. Шығырым тулы автобуста ҡыҙыҡай, нимәгә тотонорға белмәй, ауып барғанын тоя. Эргәләге егет телгә килә: «Һылыу, ниңә юғалып ҡалдығыҙ, миңә йәбешегеҙ!» – тип өндәшә ул йылмайып. Бейек үксәле туфлиҙар кейгән ҡыҙға егеттең кеҫәһенә булһа ла эләгеп барыуҙан башҡа сара ҡалмай. Икеһе лә бер туҡталышта төшөп ҡала. Егет-еләндең иғтабарын тойоп өйрәнгән ҡыйып ҡарағыһыҙ ҡара һылыу «бына йәбеште!» – тип уйлап өлгөрә шул арала. Икеһенең бер юғары уҡыу йортонда – Өфө дәүләт авиация институтында белем алыуҙары асыҡлана. Егет 4-се курста икән. Айгөл ул ваҡытта 2-се курста уҡып йөрөгән була. Иртәгәһенә күперҙә сәғәт биштә осрашырға һүҙ ҡуйышалар ҡалай ҙа. Ғәҙәттәгесә шаяртып килмәй мут­лашып ҡалырмын тип уйлай ҡыҙ. Билдәләнгән ваҡытҡа күрешергә барырға ла уйламаған Айгөлдөң хәтеренә ҡылт итеп осраҡлы кешенең күрәҙәләүе килеп төшә. «Тормош юлдашың булырлыҡ кеше тупһаңда тора, аҙна эсендә уның менән танышырға тейешһең», – тигән юрауы юш киләме әллә? Тиҙ генә кейенеп, билдәләнгән урынға йүгерә. Теүәл бер сәғәткә һуңлаған ҡыҙҙы егет һаман көтөп тора, имеш! «Китмә, егет, килә ул ҡыҙ!» – тип бер сәғәткә алдараҡ килеп, түҙемлеген юя башлаған Ринатты ебәрмәй тотҡан әбейҙәр бәхетле йылмайыша: «Ә беҙ нимә тигәйнек һиңә?» Айгөлдө лә, ҡайҙа йөрөйһөң оҙаҡлап, тип шелтәләп алырға ла онотмай улар.
...Хәҙер Хужиндар йылына бер тапҡыр үҙҙәрен таныштырған мар­шрут буйынса йөрөргә ғәҙәтләнгән. Ринат автобуста туҡталышҡа килеп төшә, ә Айгөл уны өс балаһы – Тимур, Регина, Роберт менән ҡаршылап тора.
– Ә шул көндә осрашыуға килмәгән булһам? – тип йылмая иренә Айгөл.
– Ҡайһы бүлектә уҡығаныңды белешеп өлгөргәйнем, мин һине барыбер эҙләп табыр инем, – ти Ринат.
Һуңынан Айгөл ярты йыл элек күргән төшөн дә иҫләй: ул автобуста Дуҫлыҡ монументына китеп бара, имеш. Артынан килеп, уны бер егет ҡосаҡлай. Төштәге егеттең дә аҡ футболка, джинсы костюмда булыуы алдан иҫкәртеү икәнен асыҡ төшөнә ул.
Тархан ҡыҙы
Айгөлдөң атаһы Тәфтизан Мөхәмәҙиә улы гел етәксе урындар биләй, ә әсәһе Рита Булат ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән, башланғыс кластарҙа уҡытыусы була.
Мәктәп йылдарында уҡ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ зат-зәүерен эҙләп ҡайҙа ғына бармай, кемдәр менән генә осрашмай! Әсәһен: «Әйҙә, шул инәйгә барып хәлен беләйек! Беҙгә кәрәкле мәғлүмәтте, бәлки, ул беләлер», – тип йонсота. Олатаһының атаһы фотоһын һаҡлаған булып сыға ул. Ә бына 1947 йылда төшөлгән фотола Мәфтуха өләсәһенең һын-һыпатында тотош яҙмышы сағылыш тапҡан даһа! Йәшләй генә тол ҡалып, Сураш батыр тоҡомонан булған Ғәбиҙә ҡәйнәһе менән 40 йылдан ашыу донъя көткән ҡатынға, балаларын кеше итеү өсөн, йөктө егелеп тартырға тура килә. Ғәбиҙә өләсәһе Мәскәүгә күргәҙмәгә барғанда Ленинды күргән. Күсей ауылында уның лаҡаптарын һаман да хәтерләйҙәр. «Атайым, әсәһе икмәк бешереүсе булып эшләп йөрөгәс, Ғәбиҙә өләсәһе ҡарамағында үҫкән. Иҫке Сибайҙа йәшәүсе Фәйзәхмәт бабайҙы эҙләп таптым. Олатай мине күргәс, илап ебәрҙе: «Был белемдәрҙе кемгә тапшырырмын, тип көттөм, бына ул кеше табылды!» – тине ул тулҡынланыуын аңлатып», – тип хәтерләй Айгөл.
Архивтан эшләтеп алған мәғлүмәттәр приказчиктар, муллалар тарафынан 1886 йылдан алып төҙөлә килгән, артабан аҡһаҡал үҙе дауам иткән шәжәрә менән ул бермә-бер тап килә.
Атайсал вариҫы Айытҡол шәжәрәһендә: «Бөрйән волосы старшинаһы Мотай Айытҡолов, уның улы Айсыуаҡ Мотаев, «Абдрахман» йырында исеме һаҡланып ҡалған, Себергә һөрөлгән Ибраһим Айсыуаҡов, уның улы Ҡотләхмәттән тыуған Абрар, Абрарҙың ҡыҙы Нәбирә...» – тип һанап кителә.
Ҡанлы 1937 йылда 85 йәшлек Абрар атып үлтерелә. Туғандарының, өләсәләренең «арҙаҡлы Абрарҙың ейәнсәрҙәре бит беҙ!» – тип күкрәк ҡағыуын күреп, ишетеп үҫә Айгөл. Уның шәхесе менән ҡыҙыҡһыныу бөтә нәҫеленең шәжәрәһен эҙләүгә этәрә. Бер туйҙа осраҡлы ғына нәҫелдәше Ришат Мансур улы Мотаев менән танышып китә. Уларҙың вариҫы булған өләсәһенең әсәһе Нәбирә биш балаһын тапҡан да, кинйә ҡыҙы Сәрүәргә йәш тулғанда, мәрхүмә булған. Шул арҡала бөтә бәйләнештәр өҙөлгән. Бай булғанлыҡтан, күбеһе кулак тип атылған, һөргөнгә ебәрелгән. Билдәле йырсы Сәғиҙулла Байегет шәжәрә менән ҡыҙыҡһынған Нур Мансур улын табырға ярҙам итә. Ул үҙенән хәбәрҙарыраҡ кешегә, Дамир Күсәбаевҡа, юллай. Уның аша Замир Күсәбаев менән таныша. Ул Абрарҙың атаһы Ҡотләхмәттең әҡрәбәһе булып сыға. Ете кеше менән осрашып, Абрар олатаһының ҡәбере барлығын белә. Туғандар бергәләшеп зыярат ҡыла. Элек бик абруйлы кешеләрҙең ҡәберен йәшмә ташы менән уратҡандар. Әүлиә дәрәжәһендә хөрмәт ителгән, Мөжәүир хәҙрәткә ике туған тура килгән Абрар ҙа, дошман күреп атылһа ла, халыҡтың хөрмәтендә, ислам ҡанундарына ярашлы ерләнә, әле лә уның йәшмә ташы менән уратылған ҡәберен беләләр. Айгөл дә ғаиләһе менән йыл да ошо изге ғәмәлде үтәүҙе бурыс итеп алған. Юҡҡа әйтмәйҙәр бит: «Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлеләрҙең ҡәберен бел!» – тип.
Тархан тоҡомло, бик бай, рухлы нәҫелдән булыуын ғорурлыҡ менән иҫкә ала Айгөл. Нәҫелдәш һәр береһенең яҙмышын иғтибарлы өйрәнеп, тарихын теркәй бара туған йәнле ханым. «Әсәйем яҡлап уҡымышлылар күп. Уның олатаһы имам һәм мөғәллим Ғайса Мөхәмәҙиә улы Ғайсин, указлы мулла, Әхмәтзәки Вәлиди менән һабаҡташ булып, Зәйнулла Рәсүлевта белем алған. Асҡарҙа йәшәүсе 90 йәшлек мөғәллимә, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, районда тәүгеләрҙән булып тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырыусы Нәғимә Әүхәҙи ҡыҙы Илһамова өләсәһе Шәмсениса Ильяс ҡыҙы Шәйәхмәтованың бәйеттәрен яҙып алып һаҡлаған икән. Шулар арҡылы осоусы-һынаусы Йәғәфәрҙең Ташкент тарафтарында һәләк булыуын белеп, уның да балаларын, ҡатынын эҙләп табыуҙы маҡсат иткән Айгөл. Өләсәһенең фин һуғышында баш һалған Мирсәйет исемле ҡустыһының да фотоһына юлыға ул. Уның Раҡиға исемле ҡыҙҙы яратыуын, туғандары килен тип үҙ араларында алып йөрөүҙәрен, уға еңгәй тип өндәшеүҙәрен, хатта дөйөм фотола ошо ҡыҙҙың барлығын, аҙаҡ уның тормошҡа сығып, балалар табыуын да хәтирәләр һандығына бикләгән. «Олатайым Таштимерҙеке, өләсәйем – Хәлилдеке, бөтәһенең дә тамырын юллай башлаһаң, әллә ҡайҙарға инеп китеүең мөмкин», – тип фекер йөрөтә Айгөл Тәфтизан ҡыҙы. Мәсетле егете Ринат Рәшит улы яғынан да шәжәрәһен төҙөгән зирәк килен. «Ҡәйнәм Рәйсә Харрас ҡыҙы ғүмер буйы иҡтисадсы булып эшләгән, ҡайным Рәшит Мәжит улы – энер­гетик. Бер өлкәлә эшләгән кешеләр булараҡ, улар беҙгә рухи таяныс», – ти Айгөл.
«Беҙҙең үҙ эшебеҙ буласаҡ!»
2004 йылда оло улы Тимурға 1 йәш сағында кибеттә танышып китә ул зәңгәр экрандар аша белгән яғымлы дикторыбыҙ Флүрә Мурзина менән. «Телевидениела дикторҙар әҙерләү өсөн кастинг бара, ниндәй уҡыу йортон тамамланың?» – ти ул көләкәс һылыуҙы үҙ итеп. Айгөл һынауҙы уңышлы үтә, телевидениеға эшкә урынлаша. Бик күп мәрхәмәтлек проекттарын тормошҡа ашыралар улар билдәле шәхесебеҙ Флүрә Мурзина менән. Гел эргәһендә өйөрөлгән Айгөлдө күреп: «Флүрә апай, был һеҙҙең ҡыҙығыҙмы?» – тип ҡыҙыҡһыналар ҡайһы берәүҙәр. «Шулай итеп, Флүрә апай минең «үкел әсәйем» булып китте, әле лә аралашып йәшәйбеҙ», – ти Айгөл. Билдәле диктор Әхәт Мортазиндан һабаҡтар алыу бәхетенә ирешә ул. Бөтәһе лә ыңғай барғанда, Айгөл эштән китергә хәл итә. Иренә: «Беҙҙең шәхси эшебеҙ буласаҡ!» – тип әйтә йөрөгәне алдына килә. Икенсе көнөндә үк үҙ эшен асып ебәрәләр. Ринат Рәшит улы биш йыл Өфө электр монтажлау заводында электр слесары, мастер, өлкән мастер баҫҡыстарын үтеп тәжрибә туплаған була. Завод тарҡала. Тап шул ваҡытта электр тауарҙары һатыу менән шөғөлләнеү етештереүсе предприятие төҙөүгә килтерә. Тик ир-ат эшләгән, ауыр һәм яуаплы өлкәне яулап алыу бик күп көс түгеүҙе талап итә. Байтаҡ йылдар бәләкәй генә цех һыйҙырышлы бүлмәне ҡуртымға алып, утты, һыуҙы бүлеп ебәреүсе ҡумталар етештереүҙе юлға һала Хужиндар. Әле, ниһайәт, үҙ базаларын булдырғандар. Ойошмала 50 кешегә эш урыны бар. Ҡалын сымдар уралған өй бейеклегендәге кәтүктәр, туҡтауһыҙ иретеп-йәбештереү менән булып, ут сәсеп тороусы ҡулайламалар, станоктар урынлашҡан мөһабәт бинала ла ҡот бар кеүек. Сөнки хужалар иң тәүҙә эшләгән урында ла таҙалыҡ, матурлыҡ булдырырға ғәҙәтләнгән.
Бында үҙ эшен белеп, мауығып башҡарған оҫталар тупланған. Уларҙы эш менән тәьмин итеү, хеҙмәт хаҡтарын ваҡытында түләү, шарттар булдырыу – ирле-ҡатынлы Хужиндарҙың ҡулынан килә. Конкуренттары менән иптәштәрсә мөнәсәбәттә, кешелек принциптарына таянып аралашырға өйрәнгән улар. Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан «Электролайн» предприятиеһы сығарған сифатлы тауарҙы ҡулланыусылар белә һәм әллә ҡайҙарҙан эҙләп килә.
Йән талабы – рухи үҫеш
Цигундың дүрт баҫҡысын үтә, йога, фен-шуй – бөтә йүнәлештәрҙән дә белем туплай Айгөл. Ҡаҙанда, Екатеринбургта, Түбәнге Новгородта, Петербургта, Мәскәүҙә белемен камиллаштыра. Тормошто, кешеләрҙе тәрәндәнерәк аңлау теләге менән Александр Астрогор тәғлимәттәренә юлыға. Робертҡа биш ай ғына саҡта Силәбегә Сюй Минтан килеүе хаҡында белеп ҡалалар. Уҡырға тип, унда юлланалар. Балаһын әсәһе бағып тора, ә тормош иптәше Ринат уның барлыҡ ынтылыштарына иң ҡуйыусан. Өс көнгә һуҙылған уҡыу уның үҙ-үҙенә булған юлын аса. Александр Астрогор менән Николай Юмановтың «Йән формулаһы» китабы Айгөлдөң ҡул осонда. «Астрология – Хоҙайҙың, Йыһандың, күк есемдәренең бәйләнеше. Ваҡыт – Ерҙәге иң ҙур ҡеүәт. Планеталар ваҡыты кешеләрҙе ҡаты шарттарға ҡуя. Уларҙы үтәмәһәң, конфликт, яза биреү башлана, шуға иң мөһиме – үҙ тәғәйенләнешеңде белеү һәм уға ҡаршы килмәү, – ти Айгөл. – Кеше ғүмере буйына хәл ителәһе мәсьәләләр алдына ҡуйыла. Үҙ өҫтөндә эшләһен өсөн ваҡыт бирелә. Һин үҙеңде тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға тейешһең. Үпкәләмәҫкә, үпкәләтмәҫкә, бөтә ауырыуҙарҙы күнеп ҡабул итергә, донъяға һоҡланыулы ҡараш менән йәшәргә өйрәнергә – бына шундай бурыстар тора кеше алдында. Гонаһтарына тәүбә ҡылһын – шуның өсөн, ерҙә һабаҡ алыу өсөн, килә ул был тормошҡа. Был донъянан ул бер нәмәне лә алып китә алмай – әммә ул тәжрибә туплай, хистәр йыя. Шуға ла йыш ҡына яҡындарыма күберәк романтик кистәр ойошторорға, болоттар күсеүен күҙәтергә кәңәш итәм. Сәйәхәттәр тормоштан алған тәьҫораттарҙы байыта. Һоҡланыулы халәт менән йәшәү кешенең күңелен үҫтерә. Ер, баҡтиһәң, кеше хис-тойғо кисергән берҙән-бер урын, бүтән бер ҡайҙа ул хисләнә алмай икән. Шуға ла бөтә йәндәр Ергә килергә тырыша. Бөтәбеҙ ҙә бәхетте тышҡы донъянан эҙләйбеҙ, ә ысынында кеше үҙ асылына ҡайтырға һәм һоҡланыулы халәттә йәшәргә тейеш. Аң уйлай, ә дөрөҫлөк – йөрәктә. Шуға кеше ғүмере буйына 16 һөнәргә эйә булыуҙы маҡсат итһен. Сөнки мауығып йәшәгән осоронда бөтә ауырыуҙары ла янып юҡҡа сыға. Шул мәлдә кеше сирләмәй. Һәр бер һөнәр аң киңлектәрен, гәүһәр ише, балҡытырға һәләтле. Шуға ла үҙ офоҡтарыңды киңәйтергә ынтылырға кәрәк», – тигәнендә Айгөлдөң тынғыһыҙ рухы, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлеге, тәрән аҡылы ята.
2005 – 2010 йылдарҙа Сермән балалар йортона матди ярҙам күрһәтеү, мәрхәмәтлек концерттарының, гүзәллек бәйгеләренең бағымсыһы булыу, китап сығарыуға ярҙам итеү, үҙ мәктәбендә эстетика бүлмәһен зауыҡ менән ремонтлап, биҙәү кеүек бихисап изге эштәрҙе улар ҙур ихласлыҡ менән башҡара.
«Кем булыуыңа ҡарамаҫтан, һинең төп тәғәйенләнешең – кешеләргә яҡтылыҡ, белем биреү», – тигән ниәте уны яңы эштәргә дәртләндерә. Ошо йүнәлеше уның рухын ныҡ, йөҙөн нурлы итә.
Читайте нас: