-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
7 Август 2018, 17:07

Һөйөү көсө

Атаһы менән әсәһенең мөхәббәте шул тиклем сағыу була, инде тиҫтә йылдар үтһә лә, ул тарихты Өфө сәнғәт институты диуарҙарында онотмайҙар. Көслө һөйөүҙән матур, һәләтле балалар тыуа, тиҙәр. Тормошта – күҙҙәренән нур һибелгән нескә һылыуҡай, сәхнәлә иһә тимер холоҡло, ҡөҙрәтле йәнгә лә әйләнә алған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының өмөтлө, һәләтле актрисаһы Илгизә Исмәғил ҡыҙы Ғилмановаға ҡараһаң, был фараздың ысынлығына шик ҡалмай.

Исеме лә есеменә тап килгән уның. Салауат ҡалаһында тыуып, уйһыҙ-моңһоҙ сабый сағын Төркмәнстанда үткәрергә тура килһә, мәктәп йылдары Учалы ҡалаһы менән бәйле, ә инде күңелле каникулдары Балтас районының Нөркә ауылында үтә. Студент саҡтарынан алып әлегәсә тормошо Өфөлә гөрләй. «Был исемлектә тағы ла атайым Исмәғил Ғүмәр улы Ғилмановтың тыуған төбәге – Күгәрсен яҡтары ла бар. Биографиямдағы киң география арҡаһында мине ҡайҙа ла үҙҙәренеке тип ҡабул итәләр», – ти һылыу. Илгиҙәр Илгизәләге сәфәрсе дауын хәҙер гастролдәр, сәйәхәттәр баҫа. Хәйер, ижад һандығына ятҡан, үҙе тыуҙырған иң әһәмиәтле геройҙарҙың яҙмышы ла юл менән бәйле. Уларға һуңғараҡ ентекле туҡталырбыҙ.
Әсәһе яҡлап нәҫелендәге уҡытыусылар династияһы менән ғорурлана Илгизә. Ҡарт өләсәһе, үҙе әйтмешләй, ҙуринәйе Балтас районы Имән ауылы ҡыҙы була. Ҡаҙанда, хәҙер Сөйөмбикә манараһы урынлашҡан бинала мәҙрәсәлә уҡый. Мәңгелек мөхәббәтен дә шунда осрата. Бер нисә йыл элек Нөркәләге йорттарының ҡыйығынан уның көндәлектәрен табалар. Ҡарт өләсәһенең йәш сағында яҙғандарын уҡып, Илгизә унда үҙен танығандай була. «Оҙон буйлы, зәңгәр күҙле Ҡаҙан егете менән алыҫтағы Имән ауылының тыйнаҡ башҡорт ҡыҙы тәү күреүҙән бер-береһен яратты ла ҡуйҙы, был ысын мөғжизә булды», – тип яҙа ул. Илгизә лә тормош иптәше, һөйөклө ҡыҙы Ариананың атаһы, билдәле режиссер Айрат Әхтәм улы Әбүшахмановҡа шулай уҡ һоҡланыу тулы күҙҙәр менән баға. Эскерһеҙ ярата, яҡын кешеңде бер башҡа күтәрә белеү ҙә, күрәһең, затлы нәҫелгә генә хас сифаттыр. Ҙуринәйе, ире Нурмөхәмәт һуғышта ятып ҡалғас, ике баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Заманында мәктәп директоры булып, оло абруй ҡаҙанған ҡарт өләсәһе Хәснинур Абрар ҡыҙы Мозафарова Илгизә иҫ белгәндә инде байтаҡ йәштә була. Ҡыҙ әсәһе һәм өләсәһе менән Төркмәнстандың Красноводск (хәҙерге Төркмәнбашы) ҡалаһынан йыл да йәйгеһен Нөркәгә, ҙуринәйҙәренә ҡайта. Ҡыҙҙар менән күрше-тирә апайҙарға эйәреп фермаға барыуҙарын, улар һыйыр һауғансы муйыл ашап, сәскә йыйып, һөт эсеп, болонда иркен уйнауҙарын һағынып иҫенә төшөрә актриса. Олоғара машинаға тейәлеп барғанда эсендә ятҡан ҙур тәгәрмәскә баҫып йырҙар йырлап, концерт та ҡуйып өлгөргәндәр. Ҙуринәйе «кем булаһың» тигәнендә, бер уйлап тормай «һауынсы» тип яуап биргән ул. Хәснинур әбей хөрмәтле кеше була, ауылдаштары уға һәр саҡ хәйер индереп, сәй эсеп сыға, соландағы кәштәгә теҙелгән күстәнәс сәйҙәрҙең ҡаптарын ҡарарға ярата ҡыҙсыҡ. Ә кискеһен, йомошҡа килеүселәр таралышҡас, яҡындарын теҙеп ултыртып, көндөҙ килеп киткәндәрҙе эләкләп таяҡҡа таянып йөрөй, шулар булып хәбәр һөйләй, әртисләнеп мәж килә. Вәт, килештерә, тип унан күҙ алмаусыларҙың ҡупайтыуына ҡыуанып, концертын хәлдән тайғансы дауам итә. Актриса булам тигән уй башына инеп сыҡмаһа ла, биш-алты йәшенән үк үҙе лә аңғармай театрға әҙерләнгән, күрәһең. Бигерәк тә телевизорҙан балет күрһәтеүҙәрен көтөп ала ҡыҙ. Шунан сәғәттәр буйы Кармен булып уйнай. Ҡартөләсәй, өләсәй тәрбиәһендә үҫеү уға ҙур тормош мәктәбе була. «Ҙурәнкәйем 93 йәшкәсә йәшәне. Бер яҡлап Аллаһҡа ышанған, икенсе яҡлап коммунизм идеяларына тоғро ҡатын ине. Йыш ҡына уға, коммунист кеше шулай динле була аламы инде, ти торғайнылар. Ундайҙарға, дин дә, партия ла мине насарға өйрәтмәне, тип яуап бирҙе. Ни ҡәҙәрем идеологияларға, Сталинға ышанып йәшәүе ҡыҙына ҡушҡан исемдә лә сағылған. Өләсәйем Сталиә Нурмөхәмәт ҡыҙы Вәлиева ине. Исеменән ҡорос сыңы яңғырап торһа ла, ул да тормоштоң һәр һынауын йылмайып үтә белгән ябай, матур ҡатын булды. БДУ-ла география факультетын бөтөргән ине. Әммә шул тиклем иҫәп-хисапты, мәсьәләләр сисергә яратты. Тәүҙә йүнәлтмә буйынса Учалы районы Ахун ауылында эшләгән. Һаулығы насарайғас, климат алмаштырырға Төркмәнстанды һайлаған. Унда эшкә урынлашҡанда «математикмын» тигән дә ҡуйған. Ике йыл эшләп, уҡыусылары математиканан олимпиадаларҙа еңеүсе булып бөткәс кенә, географ булыуы асыҡланғас, директор өҫтәп үҙ фәнен дә йөкмәткән. Кем белә, бәлки, мин дә берәй ҡасан уҡытыусылыҡҡа тотонормон», – ти әңгәмәсем. Илгизәгә өс йәш тирәһендә әсәһе лә уны алып Красноводскиға китә. Көнсығыштың ҡарбуз-ҡауын теҙелгән баҙарҙары, төркмән, рус ҡыҙҙары менән уйнап үткән бала сағы актрисаның күңел түрендә матур хәтирә булып һаҡлана. Бығаса Салауат ҡалаһында актриса булған әсәһе лә Төркмәнстанда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломы алып, мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итә.
Үҙгәртеп ҡороу башланғас, улар өсәүләп Учалыға ҡайта. Сталиә өләсәһе менән гел бергә йәшәйҙәр. Ул ейәнсәренә бер ҙә «шуны эшлә, быны былайт» тип йомош ҡушмай, йомшаҡ, әммә зирәк ҡыҙ унан күреп, барыһын да ота бара. Ә әсәһе һәр ваҡыт ни ҡылһаң да, һин уға яуаплы тип, үҙаллылыҡҡа өйрәтә. Әсәһе Гөлназ Ғилманова инде байтаҡ йылдар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында актриса булып эшләй, балаларҙы ҡыуандырыуҙан, йәш быуынға тәрбиә биреүҙән ҡәнәғәтлек таба. «Әсәйем ныҡ хисле, ҡыуанысты ла, борсолоуын да йәшерә белмәй. Ҡайһы саҡ ҡурсалағым килеп, үҙемде уның әсәһе итеп тойоп китәм. Ул үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла ғәҙел. Беҙгә, балаларына, һәр ваҡыт шәхес итеп ҡараны, иркебеҙҙе сикләмәне. Холҡон, арабыҙҙағы мөнәсәбәттәрҙе тойомлатҡан бер ваҡиға һөйләп китәйем. Үҫмер сағымда йоҡо аралаш әсәй менән өләсәйҙең һөйләшеүен ишеттем. Өләсәй әсәйемә, Илгизә портфелендә көндәлеген йөрөтә, әйҙә, алып уҡыйыҡ, был йәштә уларға күҙ-ҡолаҡ булыу хәйерле, тине. Әсәйем тыныс ҡына итеп, юҡ, ҡыҙым бит уны кешегә уҡытыр өсөн яҙмай, уҡымайым, һин дә теймә, ярамай, тип ҡырт киҫте. Ошо һөйләшеүҙе ишеткәс, үҙемде шул тиклем яҡлаулы тойҙом, береһе минең өсөн борсолһа, икенсеһе ҙур ышаныс белдерҙе бит», – тип Илгизә араларындағы бөгөнгө йылылыҡтың нисек нығыныуын тасуирлай. Үҙе лә ҡыҙына лайыҡлы әсәй булырға ынтыла ул. «Ҡыҙым тыуғас, бөтөнләй үҙгәрҙем, ҡәҙерле кешеләремде нығыраҡ аңлай башланым. Бала – сабырлыҡты сыныҡтырыусы ла ул. Бәхетте лә башҡаларҙан эҙләмәйем, ул кешенең үҙендә, эсендә. Донъяларҙың тыныслығы, туғандарымдың һаулығы, иремдең балаһы өсөн өҙөлөп тороуы, ашарға ризыҡ, кейергә кейем булыуы – бына шундай ябай нәмәләргә шөкөр тип йәшәй белеүҙер бәхет. Ә иң ҙур ҡыуаныс – балаң хаҡында маҡтау һүҙҙәре ишетеү. Үҙем дә Арианаға йышыраҡ «һин матур, һөйкөмлө, аҡыллы» тип ҡабатларға тырышам. Икәүләп әкиәт һөйләшергә яратабыҙ, ҡайһы берҙә мин башлайым да ул дауам итә, хәҙер тулыһынса үҙе уйлап сығара башланы. Йырларға ярата, үҫкәс, актерка булам, ти. Минең менән түрбашта булышып кинәнә, атаһы эштән ҡайтыуға бутербродтар әҙерләй. Уҡлау тотоп ҡамыр йәйергә лә ярата. Ул яҡлап, моғайын да, Зәлифә өләсәһенә тартҡандыр. Ҡәйнәм Зәлифә Ғиндулла ҡыҙы һымаҡ уңған ҡатын-ҡыҙ донъяла һирәктер, уның белмәгән эше юҡ: тәмле бешерә, матур бәйләй, дәртле, уңған, бөтә яҡтан да килгән. Мин унан күп нәмәгә өйрәнәм. Ҡайным-ҡәйнәмә улдарына һәйбәт, дөрөҫ тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәтлемен», – ти Илгизә килен булып төшкән ғаилә хаҡында.
Ғөмүмән, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙер итеп йәшәргә тырыша улар. Йыл һайын яңы йылда, артистар аҡса эшләй торған ҡыҙыу мәлдә лә улар өйҙә яҡындары менән булыуҙы өҫтөн күрә икән. Илгизә тормош иптәшенең ике өләсәһе – Фәрбизә һәм Роза инәйҙәр хаҡында ла матур тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уның өсөн нәҫел бәйләнешен, алдағы быуындарҙың аҡылына таянып, рухын тойоп йәшәү бик мөһим.


Ижадкәр күңелле бер бөртөк ҡустыһы бар Илгизәнең. «Арабыҙ ун ике йәш, уға үҙем әсәй һымаҡ булдым, ҡурсалап үҫтерҙем. Бала саҡта берәй нәмәне бүлешә алмай талашып та китә инек, әммә уны шул тиклем яратам, һағынам хәҙер», – ти актриса. Артур Абраров – бөгөн Мәскәүҙә, консерваторияла фагот тип аталған тынлы инструмент буйынса белем алған өмөтлө музыкант.
«Сәхнә кешеһе булып китеүем осраҡлы килеп сыҡҡан һымаҡ тойолдо. Журналистика, психология, медицина ла ылыҡтыра ине мине. Атайым да, әсәйем дә актерҙар булғас, был юҫыҡҡа, бәлки, мине яҙмыш алып килгәндер. Уйламағандан барып ингән актерҙар бүлегендә уҡый башлағас ҡына, бығаса ынтылған һөнәрҙәремдең бөтә үҙенсәлеге (мәҫәлән: журналис­тикалағы кешеләр менән аралашыу, психологиялағы башҡаларҙы аңларға тырышыу) ошонда тупланғанын аңланым», – ти Илгизә. Мәктәпте тамамлағас, тарих факультетына әҙерләнгән ҡыҙ имтихан бирергә Стәрлетамаҡҡа юллана. Кис әсәһенең курсташы – билдәле актриса Шәүрә Дилмөхәмәтоваларға баралар. Шәүрә ханым уға күҙ һирпеп алғас, был ҡыҙға сәхнә килешер ине, уҡытыусыға уҡырға өлгөрөр, Өфөгә сәнғәт институтына барып ҡараһын, имтихандар унда ошо арала үтә ахыры, тип Рәми Ғариповтың шиғырын тоттороп, ятларға ҡуша. Юғары ҡатта йәшәгән актриса ҡунаҡтарын оҙатҡанда ҡыҙға, минең менән ҡысҡырып тыштан һаубуллашырһың, ти. Уны-быны уйламаған һылыу урамға сыҡҡас, тәҙрәнән ҡарап торған Шәүрә апайына «хуш булып тороғоҙ!» тип ҡысҡыра. Яуапҡа өҫтән, тауышың көр, уҡырға инәһең, тигән һүҙҙәр яңғыраһа ла, быны шаяртыу тип ҡабул итә. Театр йондоҙоноң юрауы юш килә. Илгизә студент йылдарында уҡ үҙен потенциалы тәрән уҡыусы итеп таныта. Мауыҡтырғыс актерлыҡ сәнғәтен өйрәнеү донъяһына ул башкөллө сума. Мөғәллимдәрҙән дә уңа, бигерәк тә сәхнә оҫталығына өйрәткән Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, Римма Тәлғәт ҡыҙы Харисова, сәхнә теле серҙәренә төшөндөргән Суфия Шәрәфулла ҡыҙы Ҡорбанғәлиева, курстарын етәкләгән Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғоловтарҙы ҙур ихтирам менән телгә ала. Тәүге танылыу, йондоҙло минуттарҙы һылыуға билдәле режиссер Р. Исхаҡовтың «Ғашиҡтар әйтеше» тигән клибында төшөү килтерә. Курстарының диплом эше булған У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һында Джульетта ролен уйнап, остаздарының юғары баһаһын ала. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ун йыл эшләү дәүерендә бик күп ролдәр башҡарып, үҙен күп планлы сәхнә оҫтаһы булараҡ раҫлай. Йәштәр театрында йәнә лә үҙенә Джульеттаны ышанып тапшыралар. Унда эшләгәндә яратып уйнаған К. Чуковскийҙың «Сыңҡылдаҡ себен»ендә себен, ҡырғаяҡ, һағыҙаҡ, Р. Миңнуллиндың «Йәнкиҫәккәйем» комедияһындағы Шүрәле, М. Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт» спектаклендәге Зәмзәгөл һәм башҡа ролдәрен дә һағына ул.
Ә хәҙер баяғы телгә алған, яҙмыштары юл менән бәйле булған геройҙарына әйләнеп ҡайтайыҡ. Илгизәгә сценарист Зөһрә Бураҡаева менән режиссер Роман Пожидаев ижад иткән ҡыҫҡа метражлы «Карусель» фильмында төшөргә яҙа. Унда сит ил кешеһенә кейәүгә сығып, ире артынан ҡитғанан ҡитғаға күсенеп йөрөгән, ә күңеле, мөхәббәте тыуған яҡтарында ҡалған Айгөл образын тыуҙыра ул. Урын кешене биҙәмәй, кеше урынды хозурлай, тигән матур әйтем бар бит. Был кинотаҫма ла тәү ҡарашҡа ябай ғына. Әммә автор, режиссер һәм актерҙарҙың таланты фильмды юғары сәнғәт әҫәренә әйләндерә алған, уны күҙ йәштәрһеҙ ҡарап булмай. Бигерәк тә Айгөлдөң ғазап тулы ҡарашы, үҙенән-үҙе таяныс эҙләгәндәй бер ҡулын икенсеһенә йомоп ултырыуы фильмдың кульминацияһын тетрәндергес иткән. Әңгәмәсем унда образды оҫта асыуға ирешкән.
«Ролде тотоп ҡына уйнап булмай, геройыңдың халәтен тойорға, нисек фекер йөрөтөүен, донъяны ҡабул итеүен аңларға тырышырға, ул йәшәгән замандың үҙенсәлектәрен белергә кәрәк», – ти үҙ һөнәре хаҡында Илгизә Ғилманова. Тап шул инаныуы үҙе әле эшләгән сәхнәлә – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында быйылғы иң ҡайтауазлы премьерала ла йәш актрисаны өр-яңы баҫҡысҡа күтәрҙе. Гүзәл Яхинаның шул уҡ исемдәге әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған спектаклдә Илгизә төп ролде – Зөләйханы уйнаны. Зөләйха – XX быуат башында ауылда ҡәйнәгә буйһоноп йәшәгән ябай мосолман ҡатыны. Ире Мортаза ҡыҙылдар тарафынан үлтерелеп, ике ҡыҙы ла ҡазаланып ҡуйғас, үҙе лә кулак бисәһе булараҡ Себергә һөрөлә. Сикһеҙ ауырлыҡтар аша уҙҙырған каторжан юлы, унан инде хыял ғына булып күккә һыҙылған, тыуған яҡҡа, иреккә алып ҡайтыр һуҡмаҡ, яңынан әсәлеккә илткән ғазаплы һөйөү бураҙнаһы һәм эсендә йәшенеп йәшәгән ҡоралайҙай өркәк киленде еңеү юлы – уның бар көнитмеше шунан ғибәрәт. Үҙенсәлекле, заманса ҡыйыу итеп ҡуйылған был драмала героиняның эске трагедияһын күҙ ҡараштары, ым-ишара, хатта кәүҙәһен тотошо аша таш йөрәктәрҙе лә иретерлек итеп сағылдыра алған йәш актриса оло хеҙмәте аша республиканың төп театрында яңы йондоҙ ҡабыныуын иҫбат итте. Игнат ролен башҡарған Азат Вәлитов менән көслө тандем тыуҙырыуҙары тамашасыны миҙгел дауамында яңы спектаклгә ылыҡтырып торҙо. «Зөләйха күҙҙәрен аса»ны хатта репертуарҙан тыш, әллә нисә тапҡыр өҫтәлмә рәүештә лә уйнанылар быйыл. Әлбиттә, ролдең шундай ҙур уңыш килтереүе бер бөгөнгө тырышлығына ғына бәйле түгел. Илгизәнең быға тиклем уйнай килгән образдарындағы кисерештәре, ҡатын, әсә булып үҙен яңынан асыуы – барыһы ла берәм-берәм хыялына илткән юлға һалынған кирбестәр.

«Ҙур тарихы булған театрҙа ле­гендар шәхестәр менән эшләүемә һөйөнәм. Бигерәк тә тәжрибәле, оло актерҙар менән аралашыу ҡиммәт миңә, ә улар тормошта шул тиклем ябай һәм ярҙамсыл», – ти Илгизә Исмәғил ҡыҙы. Йәш актриса әле оло юлдың башында ғына. Киләсәктә лә уға ар­тылыш артынан артылыш алып, оҙон, мәғәнәле сәхнә яҙмышын үтеп, ниндәй ролде лә яратып уйнарға, затлы нәҫеленә бәҫ өҫтәп, бәхетле ҡатын һәм әсәй ҙә булып йәшәргә яҙһын!
Читайте нас: