+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
18 Май 2018, 13:34

Йөрәгемде бирәм балаларға

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты мөғәллимәһе Зифа Зыя ҡыҙы Искәндәрованың әҙәбиәт дәрестәре уҡыусылар өсөн – тормош һабаҡтары. Юҡҡа ғына 2012 йылдағы «Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы» республика бәйгеһендә ул еңеүсе булмаған. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу – ул да ошо белем усағына эшкә алыныуы хаҡында. 22 йыл һайлаған һөнәренә тоғро остаздың йылдар үткән һайын тәжрибәһе арта, ижад ҡомары уяна. 2016 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡытыусылар династияһы» республика конкурсы еңеүсеһе лә ул. Уҡыусыларын ғына түгел, үҙен дә рухи һәм һөнәри үҫешкә көйләгән алдынғы ҡарашлы уҡытыусының абруйы һәм хөрмәте ҙур.

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты мөғәллимәһе Зифа Зыя ҡыҙы Искәндәрованың әҙәбиәт дәрестәре уҡыусылар өсөн – тормош һабаҡтары. Юҡҡа ғына 2012 йылдағы «Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы» республика бәйгеһендә ул еңеүсе булмаған. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу – ул да ошо белем усағына эшкә алыныуы хаҡында. 22 йыл һайлаған һөнәренә тоғро остаздың йылдар үткән һайын тәжрибәһе арта, ижад ҡомары уяна. 2016 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡытыусылар династияһы» республика конкурсы еңеүсеһе лә ул. Уҡыусыларын ғына түгел, үҙен дә рухи һәм һөнәри үҫешкә көйләгән алдынғы ҡарашлы уҡытыусының абруйы һәм хөрмәте ҙур.


Олатай һүрәте

Өй түрендәге фотоһүрәттән баҡҡан 23 йәшлек уйсан ҡарашлы яугирҙең Хажимөхәмәт ҡартатаһы икәнен белеп үҫә балалар. Зөбәйҙә өләсәһе һуғыш башланғас та яуға алынған иренең фронттан латин хәрефтәре менән яҙған тәүге һәм һуңғы хатын ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай. Ә уны иһә тетрәнмәйенсә уҡып булмай: «Сәләм һуңынан бер ни ҡәҙәр үҙемдең хәлде яҙып үтәм. Хәҙергә үҙем һау-сәләмәт кенә. Ашау һаман шул – 800 грамм әпәй. Бер өйрәнгәс, үтә аптырамайһың. Анан килеп үәт нимә: бик һағындырҙығыҙ, исмаһам, төшкә лә кермәйһегеҙ, төштә күрһәм, арыу булыр ине. Ни хат алып булмай. Әгәр ҙә ошолай этләнеп йөрөп, ятып ҡалһаң – бик бәхетһеҙлек була инде. Шулай ҙа өмөт итәм: иҫән ҡайтырмын тигән булып. Һәр ваҡыт теләп тә тороғоҙ. Зыя улымдың бәхетенә иҫән-һау ҡайтырға яҙһын инде. Үҙ ҡулым белән тәрбиәләп үҫтереп, изгелеген күрергә насип булһын. Кеше ҡулдарына ҡалдыра күрмәһен Хоҙайым берҙән-бер баламды – атлаған һайын минең теләк шул. Үәт нимә, Зөбәйҙә, һиңә үтенес: бик ҡаҡма, арыу ҡара, илатма, рәнйетмә». Мартта фронтҡа алынған Хажимөхәмәт декабрҙә вафат була. Тол ҡатын Зөбәйҙә Әхтәм ҡыҙы Баязитова, «ҡара ҡағыҙ»ы килһә лә, ҡәҙерлеһенең тыуған ил тупрағын һаҡлап шәһит китеүенә ышанмай, уның «баламды кеше ҡулдарына ҡалдыра күрмәһен» тигән теләк-васыятын тотоп, ҡабат тормошҡа сыҡмай. Көсөн берҙән-бер улы Зыяһын уҡытып кеше итеүгә, уның балаларын ҡарашыуға һала. Дүрт ейән-ейәнсәрен «алтындарым» тип, йәнен бирерҙәй булып тәрбиәләй. Зифаға «олатайың йырҙары» тип тотош дәфтәр яҙҙыра.

Зыя һуғыш михнәттәрен, аслыҡ-яланғаслыҡты, атайһыҙлыҡты кисерһә лә, ҙур йөрәкле, кешелекле ир-уҙаман булып буй еткерә. Атаһының һөйәктәре сит тупраҡта ятыуы тынғылыҡ бирмәй. Эҙләп табып, исемен ул һәләк булған ауылдағы обелискка яҙҙырыуға өлгәшә. Бына уның яҙмаһынан юлдар: «Атайым Хажимөхәмәт Ишмөхәмәт улы Юлмөхәмәтов Калининград фронты алыштарында (хәҙер Ржев йүнәлеше тип атайҙар) һәләк була. 2009 йылда, 66 йылдан һуң, атайымдың ерләнгән еренә сәйәхәт ҡылдыҡ. Быны Санкт-Петербургта йәшәүсе өлкән ҡыҙым Зөһрә, интернет аша эҙләп, эҙәрмәндәргә сығып, ойоштора алды.

Ундағы туғандар ҡәберлегенә 1200 кеше күмелгән. Ләкин 420-һенең исеме араһында атайымдың һәм башҡа башҡорт, татар яугирҙәренең фамилиялары мәрмәр ташта урын алмаған.

Оленин районының ветерандар советы рәйесе Григорьевтан: «Нишләп атайымдың исеме юҡ?» – тип һораным. Уның аңлатыуынса, Ҡырмыҫҡалы районының хәрби комиссариатынан «ҡара ҡағыҙ» алыныуы хаҡында справка кәрәк икән. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек барған осорҙа ошо ҡағыҙҙы юллап, тейешле адрес буйынса ебәрҙем. Атайыма килгән «похоронка»ла Калининград өлкәһенең Молодотуд районы Мишуково ауылы тип күрһәтелә. Хәҙер өс районды бергә ҡушҡандар. Ҡасандыр ҡаты һуғыштар барған ерҙәрҙә ауылдар ер менән тигеҙләнгән. Бөгөн ул Оленин районы тип йөрөтөлә. Элекке ауыл исемдәре ҡағыҙҙа ғына һаҡлана. Ана шул Оленин районы етәксеһе, атайымдың исемен мәңгеләштереү мәсьәләһенең ыңғай хәл ителәсәге тураһында белдереп, хат ебәрҙе». Диуарҙа элеүле торған һүрәттәге олатайҙың ҡарашы талапсан да, йылы ла. Зифаға ла ул һәр ваҡыт тере, уның хәтере аша һеңгән тәрбиә ейәнсәрен мәңге оҙатып йөрөй, һаҡлай кеүек.


Ғаилә һөнәре

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылы һылыуы Мәбүрә Мырҙахан ҡыҙы Дәүләкән педагогия училищеһын тамамлағас, бер йыл эшләгән дә БДУ-ның тарих-филология факультетына уҡырға ингән. «Әсәйем, йәйәү йөрөү үҙәгемә үткәйне, йүнәлтмә алғанда, ошонан тимер юлы үтә, ҡайтыу өсөн дә уңайлы, тип Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбен һайлаған. Шунда табышҡандар улар бер-береһе менән. Атайым, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан, химиянан курс­тар үтеп, уҡытып йөрөгән бөҙрә сәсле, бит остарын соҡорайтып йылмайған егет, әсәйемдең күңеленә ятҡан. Әсәйем дә, йәтеш кенә кәүҙәле, ҡара күҙле һылыу, атайымды төн йоҡоларынан яҙҙырған. Шулай итеп улар бергә булырға һүҙ ҡуйыша. Өйләнешкәс, ике йылдан тәүге бәпестәре донъяға килә. Уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында Фрунзе исемендәге колхоз үҙәге тотошлайы менән Һәүәләй ауылына күсерелә. 1962 йылда яңы урта мәктәп төҙөлә, ғаиләбеҙ шунда 1965 йылда төпләнә. Атайым Бөрө дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә», – тип тамырҙарын барлай Зифа Зыя ҡыҙы. Ошо мәктәптә Азамат ағаһы, Зөһрә, Зөлфиә апайҙары һәм Зифа үҙе лә урта белем алып сыға. Азамат Зыя улы хәҙер Ҡырмыҫҡалы үҙәк дауаханаһында хирург булып эшләй, өйләнгән, ҡатыны – теш табибы. Зөһрә Зыя ҡыҙын яҙмыш Санкт-Петербург ҡалаһына ташлаған, шунда тормошҡа сыҡҡан, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Зөлфиә лә табип һөнәрен үҙ иткән, тормош иптәше менән Благовар районы Языково ауылында төпләнеп, икеһе лә үҙәк дауаханала ауырыуҙарҙы дауалай.

«Бәләкәй саҡтан балалар уҡытыуҙы ғаилә эше һымаҡ ҡабул иттем. Атай мәктәп янында баҡса үҫтерҙе. Август кәңәшмәләренә әҙерләгән күргәҙмәләре өсөн призлы урындар алып ҡайтыр ине. ВДНХ-ға, Мәскәүгә тиклем барып етеп, «Йәштәрҙең кәңәшсе-тәрбиәсеһе» тигән билдә менән бүләкләнде. Август кәңәшмәләренә беҙ ҙә ең һыҙғанабыҙ: абзыйым плакат ҡауырый ҡәләме менән атамаларын яҙа, беҙ, ҡыҙҙар, матурлайбыҙ, абзыйым фото төшөрә. Әсәйҙең бөтә һыҙмаларын да ул ҙур яуаплылыҡ һәм оҫталыҡ менән башҡарҙы. Зөһрә апайым инша ижад итеүгә маһир, ҡайһылары гәзиттә баҫылды. Үҫә төшкәс, мин дә ҡул араһына индем, атайҙың класына вожатый булдым, бөтә сараларын үткәрешә инем. Шулай итеп уҡытыусылыҡ тыуғандан уҡ беҙҙең эш булды ла китте, яратып башҡарған һөнәргә әйләнде. Зөбәйҙә нәнәйем йорт ҡараны. Ҡәйнәһе бәлеш бешерһә, әсәйгә һынатмаҫҡа бит инде – ул ятыраҡ аш-һыу әҙерләп һыйлай. Нәнәйем матур һауыт-һаба алһа, әсәй шаршау, ҡорған һымағыраҡ әйберҙәрҙе яңырта. Ҡәйнә менән килендең уңғанлыҡта ярышыуын беҙ, балалар, ҡыҙыҡһынып күҙәтәбеҙ», – тип Зифа Зыя ҡыҙы бала саҡ хәтирәләренә бирелә.

38 йыл педагогик стажы булған мөғәллимдә бөтә республикаға билдәле шәхестәр тәрбиәләнеүе бер ҙә ғәжәп түгел. Филология фәндәре кандидаты, доцент Фәнзил Санъяровтың мәктәптең 50 йыллығына арнап яҙған мәҡәләһенән: «Уҡытыусыларым артабанғы тормошомда гел юлдаш булды миңә. Биология фәненән остазым Зыя Юлмөхәмәтов – шуларҙың береһе. Үҙ предметын йәне кеүек һөйҙө Зыя Хажиәхмәт улы. Мәктәп яны баҡсаһы ялт итеп торҙо, шунда хеҙмәткә өйрәндек. Зыя ағай 1975 йылда республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып уҡыусыларҙың етештереү бригадаларын булдырҙы, стационар ял һәм хеҙмәт лагеры эшләне. 1980 йылда ошо лагерҙа республика ярышы уҙғарылды хатта. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн уҡытыусым «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» исеменә лайыҡ булды. Йәмәғәте Мәбүрә Мырҙахан ҡыҙы иһә үҙен көслө рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп танытты, СССР уҡытыусылары съезы делегаты, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры булды. Оҙаҡ йылдар мәктәбебеҙҙә директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы».

Иншаларҙы матур яҙған, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған Зифаға республикаға билдәле уҡытыусыһы Рим Исхаҡов башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына уҡырға барырға фатиха бирә, әммә ҡыҙ рус филологияһын һайлай.


Яҙмышыма яҙғаны

Айрат менән бер ятаҡта йәшәгән саҡта яҡташтар булараҡ бер-береһен күреп-белеп йөрөйҙәр. Диплом алып, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатҡа конкурста ҡатнашырға килгәс, өлгө рәүешендә Айраттың каллиграфик яҡтан камил, төҙөк почерк менән яҙылған ғаризаһын алып килеп тотторалар. Ҡыҙҙың күңеле ниҙер һиҙенеп, талпынып ҡуя. Аҙаҡ поезда бергә аралашып килергә лә, өс йыл Үтәгән мәктәбендә эшләп тәжрибә туплаған яҡташ егеттең дәрестәренә инеп ултырырға ла тура килә Зифаға. Көтмәгәндә Айратты Юлдаш ауыл мәктәбенә ебәрәләр. Зифа уны бик һағына. Тик сер бирмәй. Ниһайәт, уны кире Өфөгә Зәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһына эшкә саҡыралар. Зифаның тыуған көнөндә, 13 майҙа, йәштәр айырылышмаҫ булып берегә. Ҡырмыҫҡалы районы һабантуйына бергә ҡайталар. «Буласаҡ ҡайнымды, бөтә тирә-яҡҡа билдәле педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, фән кандидаты, директор Рим Сәйетбаттал улы Искәндәровты Айрат менән танышҡанға тиклем дә белә, хөрмәт итә инем. Уның тирмәһендә ҡунаҡ булдыҡ», – тип иҫләй Зифа ул саҡтарҙы. Кейәү буласаҡ егет тап бесән өҫтөндә ҡыҙҙың ҡулын һорарға килә. Уның эшкә тилберлеген һынап ҡарағас, буласаҡ ҡайны ниндәй ниәт менән йөрөүен белешә. «Зифа менән беҙҙең уйҙар бер», – тигәс, һоратырға килергә рөхсәт алына. Яусылар түрҙән уҙып, ҡаралды өҫтөндәге яҫтыҡты алып ултыра. Йола шулай ҡуша, имеш. Туй мартҡа тәғәйенләнә. Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып буй еткергән Зифа шундай уҡ ғаиләгә килен булып төшә. Ҡәйнәһе Зәкирә Бәхтигәрәй ҡыҙы Хөсәйенова (билдәле ғалим Ғайса Хөсәйеновтың һеңлеһе) уны үҙ ҡыҙылай ҡабул итә, хатта «килен» тимәй, исеме менән өндәшергә ғәҙәтләнә. Уның ҡайнатмалары, үҫтергән гөлдәре, баҡсаһы, донъяны бөхтә тотоуы, аш-һыуға оҫталығы килен кешене хайран итә. Зифа ла ҡайныһына «атай» тип өндәшергә ғәҙәтләнә. Ике йылдан улдары Асҡар тыуа. Хәҙер инде ул буй еткереп, урта мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Азамат бабаһы һымаҡ хирург булырға хыяллана. Нәркәс тыуыуы ғаиләгә һөйөнөс кенә түгел, яңы төҫмөрҙәр алып килә. Тағы ла ҡыуаныс өҫтәлә: ғаилә ике бүлмәле фатирға күсенә. Әле ҡыҙыҡай ағаһы тамамлаған 27-се мәктәптә белем ала. Аккордеонда уйнай, махсус музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Бейеү ансамбленә йөрөй.

Атай-әсәһе мәрхүм булғас, балалары ҡәҙерлеләре көс һалып булдырған донъяны тарҡатмаҫҡа, атай йортон һаҡлап ҡалырға ҡарар итә. Йыш ҡына Зифа менән Айрат Һәүәләйгә ҡайтып йөрөй. Йәй баҡса үҫтерә. Бигерәк тә ҡарбуз өлгөртөргә дәртләнгәнбеҙ, ти хужабикә.

Айрат ҡатынын АҠШ китапханаһы конгресы саҡырыуы менән, Вашингтон ҡалаһында «Асыҡ донъя» программаһы сиктәрендә үткән «Ҡатын-ҡыҙ лидерлығы» оҫталыҡ дәрестәренә ебәреп уҡытып ала. Был сәйәхәт Зифаға тормошта, белем усағында илһамланыбыраҡ эшләргә дәрт-дарман өҫтәй.

Тағы ла Искәндәровтар Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡылырға ярата. Айрат һөйөклө ҡатынына гөлләмәләр бүләк итеүҙе ҙур ҡыуаныс менән башҡара. Уҡыусыларым да байрамдарҙа сәскәләргә күмә, ләкин иремдеке барыһынан да ҡәҙерлерәк, матурыраҡ кеүек миңә, мөхәббәт менән бүләк ителгәнгәме, улар оҙаҡ һулымай, тип йылмая Зифа. Яратып һәм яратылып йәшәгән ҡатындың йөҙөнән нур һирпелә.


Һайлап алған һөнәр

Зифа Зыя ҡыҙы әҙәбиәт, донъя мәҙәниәте дәрестәрен балаларға ижади эҙләнеүҙәр, бәхәс аша еткерергә күнеккән. Балалар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, уларҙың фекер ағышын кәрәкле йырҙаға бороуға, камил шәхестәр итеп тәрбиәләүгә күҙгә күренмәгән күңел көсө, йөрәк йылыһы һалына.

«Баланың белеме, хатаһыҙ яҙыуы китап уҡыуынан тора. Күреү хәтерен үҫтереү мөһим. Был осраҡта, ҡағиҙәһен белмәһә лә, иҫләп ҡалып дөрөҫ яҙыуы мөмкин. Китап уҡытыу өсөн уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Үҙенсәлекле, башҡаларға оҡшамаған бала насар өлгәшеүе лә ихтимал, уның һәләте баҫылып тора тигән һүҙ. Ундайҙар менән яҡындан аралашып, айырым эшләйем», – ти мөғәллимә.

Зифа Зыя ҡыҙы фән менән дә ҡыҙыҡһына. Юҡҡа ғына уны гимназиялағы Бәләкәй фәндәр академияһына етәксе итеп ҡуймағандарҙыр. Ғилми эште бергә башҡарып, республика, Рәсәй буйынса үткәрелгән фәнни конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә лә призлы урындар, рәхмәт хаттары алып ҡайта ул уҡыусылары менән. Үҙен эшкә өйрәткән остаздары Зөһрә Абдулла ҡыҙы Шаһиева, Нәзирә Нәжми ҡыҙы Сәлиховаларҙы «алтын йөрәкле кешеләрем» тип, айырыуса бер йылылыҡ менән иҫкә ала. Яңыраҡ ҡына Нәзирә Нәжми ҡыҙы, гимназияның хөрмәтле ветераны булараҡ, уҡыусылар менән осрашыуға саҡырылған, уларға тормошта уңышлы булыу серҙәрен асып биргән. Балалар уны тәүге тапҡыр күреүҙәренә ҡарамаҫтан, айырым-айырым килеп һорауҙар биреп, кәңәшләшеп, хатта уҡытыусыларына асмаған серҙәре менән бүлешкән.

Ә Зифа Зыя ҡыҙы өсөн нимә ул бәхет? «Ғаилә, балаларҙың иҫән-һау булыуы. Эш тә бәхет, кинәнес таба белһәң», – тигән һүҙҙәренән уның күңел бөтөнлөгө, рух ныҡлығы тойола.
Читайте нас: