-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең тышлыҡта
25 Апрель 2018, 14:02

Өфө һөйләй, Өфө күңел көйләй!

Ул һүҙ ҡеүәһен нескә тоя. Уның тылсымы менән кешене терелтеп тә, әсеһе менән үлтереп тә була икәнен яҡшы белә.

Ул һүҙ ҡеүәһен нескә тоя. Уның тылсымы менән кешене терелтеп тә, әсеһе менән үлтереп тә була икәнен яҡшы белә. Радиожурналист, Рәсәй һәм Башҡортостан Журна­листар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева дөрөҫ һүҙгә тоғролоғон өс тиҫтә йылға яҡын иҫбатлай. Был радио 90 йыл эшләһә, шуның өстән бер өлөшөндә уның да бер туҡтауһыҙ хеҙмәте, өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәре, яныуҙары, табыштары бар тигәнде аңлата. Ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр һәм әхлаҡи ҡиммәттәр тураһында «Шәмсыраҡ», «Даирә» радиотапшырыуҙары авторы һәм алып барыусыһы булараҡ та уны таныған һәм яратҡан, сығыштарын көтөп алғандар өсөн уның тауышы яҡын, үҙ.


Ҡыпсаҡ ҡыҙы Тәнзилә

Ҡыҙыу ҡанлы ҡыпсаҡ ҡыҙы ул. Мәрәүешле йылғаһын һыулаған Күгәрсен районы Әлмәс ауылында тыуған. Холҡондағы ҡәтғилек, фе­керен төйнәһә, һүҙенән кире ҡайтмауы, әммә нескә күңелле булыуында ана шул ҡан ярһыуылыр. Тирә-яҡта абруй ҡаҙанған атаһы – мал йәнле зоотехник, аҫау айғырҙарҙы юртаҡ итеп һабантуйҙарға әҙерләүсе, район етәкселәре лә уның менән бәхәсләшеүҙән тыйыла, юҡҡа ғынамы ул клубта үткән һәр партия йыйылышына иң алғы рәткә килеп ултыра. Уны тыңлайҙар, фекеренә ҡолаҡ һалалар. Кирза итеге ҡуңысында «Роман-газета» журналы, ҡолағына тәмәкеһе ҡыҫтырыулы. Абдулла рус ҡыҙы Марияға өйләнһә лә, башҡортса тетеп һөйләшкән, мосолман динен ҡабул итеп, Мәрйәм исемен алған ҡатынды кем сит йыныстан тиһен? Ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән Тәнзилә лә ҙураймайынса тороп уның шулай икәненә төшөнмәй. Әсәһе – шаян, ябай ауыл ҡатыны. Аш-һыуға оҫта. Атаһына береһе-бер ҡырын һүҙ әйтһәсе. Хатта район етәкселәре шөрләй. Ул өйрәткән юртаҡтарға ҡайҙа яҡын барыу ти ул! Тәнзилә бәләкәйҙән икмәк һала, өй эштәрен бөтөрә. Атай ҡыҙы үҙ һүҙле. Әйткәненән ҡайта белмәй. Бөгөн тышта ҡунам тиһә, һүҙенән һис кире ҡайтыр тимә! Тағы ла бер кинәнесе бар: рәхәтләнеп әҙәби китаптар уҡырға ярата. Бәләкәйҙән иншаны ҡойоп ҡуйғандай яҙа. Шуғалыр ҙа уҡытыусыһы Гөлшат Закир ҡыҙы Нуриева унан бынамын тигән яҙыусы сығасаҡ, тип күҙаллай. Прокуратура, милиция тирәһендә эшләр инем, тип ҡыҙыҡҡан ҡыҙыҡайға атаһы ирек ҡуймай, ана, Фәрхиямал апайың кеүек уҡытыусы булырһың, ти. Ә Фәрхиямал Рәхмәт ҡыҙы Киленбаева – өлгө, маяҡ ҡына түгел, яҡты бер ынтылыш, маҡсат. Уны кешенең камиллығы итеп ҡабул итәләр. Мөғәллимә балаларға һәйбәт тәрбиә биреү өсөн тырыша. Ире эшләгән умарталыҡҡа алып сығып китһенме, башҡа берәй шөғөл уйлап тапһынмы, балаларҙың рухи үҫеше, белемгә ҡыҙыҡһыныуын һүндермәү өсөн барыһын да эшләй.

Ике яҡлы бәләкәй ауыл өйөнөң эсендәге сағыу балаҫлы урындыҡта Мәрзиә ҡарсәһенең әкиәт, бәйеттәрен тыңлап иҙрәп йоҡлап киткәне, күҙҙәре күрмәгән ҡәҙерлеһенә сәскәле күлдәген, ситеген, ялтыр калушын кейҙереп, етәкләп ҡунаҡҡа йөрөткәне үҙе бер байрам кеүек хәтерендә һаҡлана Тәнзилә Абдулла ҡыҙының.

Мәктәпте тамамлағандың тәүге йылы ҡыҙыҡай өсөн уңышһыҙ була: юл фажиғәһенә осрап, имтихандарға өлгөрмәй ҡала. Уны «Хеҙмәткә дан» район гәзитенә тәржемәсе итеп эшкә алалар. Икенсе йылына юғары уҡыу йорттарына имтихандар осоро башланғас, мөхәррир үҙенә саҡырып, уҡырға инергә кәрәклеген әйтеп, баш ҡалаға юллай. Имтихандар тапшырғас, эшләп йөрөүе лә иҫәпкә алынып, ҡыҙыҡай БДУ студенткаһы булып китә. Әхмәт Сөләймәнов кураторлыҡ иткән бик көслө төркөмгә эләгә. Лидерлыҡ сифаттары шунда ла үҙен һиҙҙерә. Өсөнсө курста уҡығанда инде Тәнзилә – төркөм комсоргы. Мәскәүгә уҡырға ебәрәләр икән, тигән һүҙ сыҡҡас, үҙенең дә ошо теләге барлығын әйтә. Шулай итеп, улар Рәшиҙә Мәһәҙиева менән М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт универ­ситетының журналистика факультетында белем эстәү бәхетенә өлгәшәләр.


«Радио – яҙмышым!»

«Минең өсөн ул – эш урыны ғына түгел, бар булмышым, ғүмеремдең бер өлөшө. Радио – коллектив хеҙмәт, идеология, дәүләт менән халыҡты тоташтырыусы күпер, сәнғәтте, мәҙәниәтте халыҡҡа еткереүсе, һәр ваҡыт һөйләп торған тауыш. Кешегә әхирәт, серҙәш, фекерҙәш. Тыңлаусы алып барыусы менән һөйләшә, фекерләшә, уға ҡушылып киткән осраҡтарына үҙебеҙ ҙә шаһитбыҙ», – уның бөтә баҫҡыстарын берәмләп үткән, хәбәрсенән алып мөхәррир, бүлек, ижад берекмәһе етәксеһе, радионың баш мөхәррире, хәҙер инде «Башҡортостан» дәүләт телерадио­компанияһының радиотапшырыуҙар буйынса директор урынбаҫары йөгөн тартҡан ханымдың ошолай тип әйтергә тулы хоҡуғы бар.

Тура эфирҙа яһалмалыҡтан ҡаса. Сығыш тәбиғи булырға тейеш. Хәбәрсе көндәлек тормоштағы кеүек итеп тигеҙләп, пафосһыҙ һөйләшә алһа, тыңлаусы күңеленә лә хуш килә. Аҫтыртынлыҡ та ҡабул ителмәй. Бынан утыҙ йыл элек, 1988 йылда, Мәскәү дәүләт университетын тамамлап эшкә килгән Тәнзилә Абдулла ҡыҙы элекке менән хәҙергенең ер менән күк араһындағы айырмаһын яҡшы тоя: «Эфирға сығыу мотлаҡ сценарий буйынса ине. Табаҡ-табаҡ биттәрҙе яҙма студияла өтөрөн, нөктәһен, логик баҫымдарын ҡуйып алдан уҡырға тейешһең. 90-сы йылдарҙа иреккә ҡапыл сыҡтыҡ. Бөтә нәмә рөхсәт ителгән ваҡыт ине. Ул заманды ла үтә ныҡ дөрөҫтөр тип һанамайым. Эфирҙа йәмғиәт ҡанундары, халыҡ тәрбиәһе иҫәпкә алынырға тейеш. Ауыр осорҙо кисерҙек тә киренән кешелекле журналистикаға ҡайттыҡ. Ил күргәнде күрҙек. Журналист заманынан алыҫ тора алмай. Шул уҡ ваҡытта берәүҙең дә ауыҙын шаҡарып асмайҙар. Ҡәләм оҫтаһы әйткән һүҙе өсөн үҙе яуап бирергә тейеш», – ти радиотап­шырыуҙар студияһы директоры. Әле кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тормауын, талантлы йәштәрҙең килеүен билдәләй.

«Журналист һөнәре аҡсалы ла, рәхмәтле лә эш түгел. Һәр ҡәләм оҫтаһы мәҡәләләре, сығыштары аша үҙенең стилен, исемен булдырырға тейеш, – тип дауам итә ул. – Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ әтмәләп алған журналистар. Тырышып-тырмашып тәүге 15 – 20 йылыбыҙҙы исем булдырыуға һалабыҙ. Инде генә ул булды тиһәң, хаҡлы ялға китергә ваҡыт».

...Баһалы, һеңдереп биргән белем алыуға арналған Мәскәүҙәге өс йыл тиҙ үтеп китә. Аралашыу даирәһе киңәйә. Йүнәлтмә буйынса киткән ҡыҙға эш табыу ҡыйын була. Ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сыға ла юғала, тип йонсотҡандан һуң, ярҙам ҡулы һуҙыусы табыла. Шәүрә Ғилманованың «беҙгә килһен» тигән сәләмен алғас, ҡанаттары үҫәме ни! «Йәмғиәттә барыбер ҙә ир-атҡа өҫтөнлөк бирелә. Ир-егет тауышына нығыраҡ ышаналар. Эй йөрөнөм урам буйлап, ауылға ҡайт, ти ҙә ҡуялар. Йәшәргә урын да, аҡса ла юҡ, йәшлек дыуамаллығы менән уйлауымса, барыбер ҙә һыйып китермен, яйы сығыр кеүек», – тип ул ваҡыттағы кисе­рештәрен бәйән итә етәксе. Шулай итеп, Тәнзилә Үлмәҫбаева «Совет төҙөү бүлеге»ндә хәбәрсе булып эш башлай. Социаль мәсьәләләр, сәйәсәт йүнәлешендә ун йылдан ашыу тура эфирҙа эшләй. Практик журналистика сәйәсәт менән бәйле. Көндәлек проблемалар, йәшәйеш хаҡындағы фекерҙе халыҡҡа еткереү, үҙеңде кәрәкле итеп тойоу алға этәрә. Шул уҡ ваҡытта тәртиптә тота. Ошонда йәнле журналистика. Бәхәс. Һынылыш. Яңылыҡтар сәғәте-минуты менән үҙгәреүе мөмкин. Хәбәрсе шуға әҙер булырға тейеш. Сөнки һин дәүләт кимәлендәге структуранан. Драйф, кайф та ошонда. Тәнзиләгә эше оҡшай. Үҙенән алдағы быуын журналистарынан күсәги­лешлекте ҡабул итеп, журналистикала бер йондоҙ булып балҡый.


Бәғер итен телеп сыҡҡан бала...

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – балала. Ир – таяныс, ул – ҡалҡан. Ғәҙәттә, ҡапма-ҡаршы холоҡло кешеләр һы­йышып йәшәүсән. Икебеҙ ҙә ҡыҙыу ҡанлы, тиҙәр», – тиһә лә, сабыр­һыҙланып, тыпырсынып бер нәмә сығара алмаҫын яҡшы аңлай ҡатын. Тормошта ла, ғаиләлә лә төплө аҡыл менән аҙым яһарға, фекерҙе әйтер алдынан бер тәрән итеп тын алырға өйрәнгән. Башҡорт Левитаны, Баш­ҡортостандың алтын тауышы булып тарихҡа ингән Әхәт Мортазин менән уларҙы береһенең йондоҙлоғо һауа стихияһына ҡарауы, береһе мәңге шыма, әммә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан азат түгел балыҡ булыуы нығыт­ҡандыр?! Уларҙың ғаиләһен рухи берҙәмлек, бер йүнәлештә ҡарау, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәү берләштергән. Студент саҡтан яралған дуҫлыҡ Тәнзилә баш ҡалаға уҡырға күскәс тә дауам итә, мөхәббәт хистәре көсәйә генә. Тәүге баланы көтөп алалар. Исемде Шәүрә Ғилманова ҡуша. Әлеге көндә Салауат Өфө дәүләт нефть институтының төҙөлөш факультетын тамамлап, эшләп йөрөй. Хәҙер инде ике ҡыҙҙың атаһы. Уға ике йәш тулғанда донъяға килгән Гүзәлиә лә, Мәскәүҙә белем алып, үҙ эшен булдырырға ең һыҙғанған.

«Әхәт тормошта шаянлығы менән алдырҙы. Ҡырҡа боролоштарҙы еңел генә үтә белде. Килеп тыуған хәлде, үҙ ҡулына алып, яйлап ебәрергә һәләтле ине ул», – тигәнендә ирен һанлауы, уға балаһылай сикһеҙ яратып, йән дуҫылай аңлап ҡарауы һиҙелә.

«Совет заманының яҡшы яғы – йәш белгестәргә фатир бүлеү бар ине. Салауат ағай Килдин юллауы буйынса, ике бүлмәле фатирлы булдыҡ. Дим биҫтәһендә ун дүрт йыл ғүмер иттек. Кешеләрҙең бер-береһенә мөғәмәләһе йылы, балаларыбыҙ ишек алдында рәхәтләнеп йүгереп үҫте, дуҫтар тапты. Иртән уянһаң, әтәс ҡысҡыра торғайны, ял көндәре ауыл мунсаһының төтөнө тарала...» – үткәндәрҙе иҫләү ҡыуаныслы, сөнки унан бит киләсәккә ныҡлы күпер һалынған. Балаларының бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуын күреү, үҙ телдәрендә иркен аралаша алыуҙары – үҙе бер һөйөнөс. Салауаттың ҡыҙҙары – Камилла менән Мәҙинә ейәнсәрҙәрендә уларҙың сағылышы, дауамы.

...Бер-бер артлы донъяға килгән сабыйҙары менән декрет ялынан сыҡҡанында, заман шаҡтай үҙгәргән. Телевидениеға күсеп эшләп ҡарау теләгенән дүндерәләр, радиола ҡырҡа үҙгәрештәр китә, яңы «Юлдаш» йыр-моң һәм мәғлүмәт каналы асыла.

2002 йылдан – баш мөхәррир, 2010 йылдан Башҡортостан радиоһы айырылып сыға, Тәнзилә Абдулла ҡыҙы «Башҡортостан» телерадио­компания­һының баш мөхәррире булып ҡала. 2013 йылдан радиотапшырыуҙар студияһында директор йөгөн тарта.


Йәшәү – үҙе бәхет!

«Тормош шыма ғына бармай. Әгәр ғаиләмде тотам, эшемде башҡарам, балаларға өлгөлө әсәй булам, ирҙең туғандары менән мөнәсәбәттәрҙе йылы ҡорам, дуҫ-иш булдырам тиһәң, нескә аҡыл кәрәк. Күп хаталар аҡылһыҙлыҡтан, амбицияларҙан килә. Киҫкен хәрәкәттәр яһаған ваҡытта ла, башҡаларға зыян итмәүҙе уйлау мөһим. Мәлендә ғәфү үтенә белеү ҙә батырлыҡҡа тиң. Килеп тыуған хәлде көйләр өсөн. Борсолам, әлбиттә, әммә ул ҡурҡыу түгел. Ҡыйынлыҡ – хис менән бәйле. Әгәр үҙемде ҡатын-ҡыҙға индерәм икән, тимәк, мин хисле. Эштә хәлде яйлай алмаһаң, ҡыйын. Ғаиләлә лә, ашығыс булып китеп, көйләй алмауың мөмкин. Әммә барыбер аҙағына еткереп яйлап ҡуяһың. Миңә рәхәт булһа, барыһына ла рәхәт кеүек. Туғандарым, балаларым, эшем өсөн янам. Берәй заман журналистарҙың көнкүреш мәсьәләләре хәл ителеп, туғарылып ижад менән генә шөғөлләнә алырҙар икән? Шул хәлде көйләрлек мөмкинлек, заман тыуһын ине. Журналист бер ҡасан да рәхәт йәшәмәгән. Ҡәләмдәштәремә, ауыл кешеләренә еңелерәк тормош теләр инем. Ауылдарҙағы эшһеҙлек, түбән эш хаҡы борсоуға һала. Ниәттәрем, теләктәрем ғәҙәти кешенекенән айырылмай. Ғүмер ҡыҫҡа, ваҡыт тиҙ үтә. Йәшәгән ваҡытта рәхәт булырға тейеш», – был да Тәнзилә ханымдың фекерҙәре.

Дүрт радио – «Спутник FM», «Юлдаш», «Ашҡаҙар», «Юлдаш +» интернет каналдары бер-береһен тулыландырып килә, ихласлыҡ менән бер-береһенән күреп, өйрәнеп, сәмләнеп ижад итә. Һәр хәлдә, коллектив үҙен бер команда итеп тоя. Бынан тыш «Юлдаш йыры» концерттарын ойоштороп, яңы исемдәр аса. Тыңлаусыһы менән күҙгә-күҙ ҡарап аралаша.

Тәнзилә Абдулла ҡыҙының яҙмышы, йәшәйеше Башҡортостан радиоһы менән айырылғыһыҙ. Ҙур, ҡеүәтле көс булып ойошҡан коллективта ул етәксе вазифаһын намыҫ менән, сәмләнеп башҡара. Көсөн, үҙе, ғаиләһе, туғандары, туған коллективы бәхетле булһын өсөн, тигеҙ бүлә. Ҡатын-ҡыҙҙың һоҡландырғаны, ғәжәпләндергәне ошо түгелме һуң?

Ахырғы һүҙ. Материалды әҙерләп, уға нөктә ҡуйған ваҡытта, халҡыбыҙҙың һөйөклө улы, алтын тауышы Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың ҡапыл беҙҙең аранан ваҡытһыҙ китеүе мәғлүм булды. Аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир иткән был хәбәр бөтә республика халҡын шаңҡытты. Тәнзилә Абдулла ҡыҙының, уның ҡәҙерле балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: