Һәр ҡатын-ҡыҙ бәхетле булырға теләй. Нимә һуң ул бәхет? Нисек бәхетле булырға? Быны һәр кем үҙенсә хәл итә. Хыялы артынан барыуҙы тормош маҡсаты итеп алған, донъяға рәссам күҙҙәре менән һоҡланып баҡҡан Рита Абдулхаҡ ҡыҙы Кутяндың (Иҫәнғолованың) саялығы, сәме, эске йөкмәткеһе бәхет ялына йәбешергә теләгәндәр өсөн өлгө бирер, дәрт өҫтәр, тип ышанғы килә.
Ританың атаһы Абдулхаҡ Ғәбделхәй улы Иҫәнғолов – Федоровка районы Оло Сытырман ауылынан. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡығанда үҙенә ғүмер буйына тоғро йәр булыр, биш бала бүләк итер Ишембай ҡалаһы һылыуы, филолог һөнәрен үҙ иткән Роза Ғаяз ҡыҙы Кирәева менән таныша. Бергәләшеп ауыл клубтары сәхнәһендә спектаклдәр ҡуйып йөрөгәндә дуҫлыҡ нығына, ғаиләгә нигеҙ һалына. Юғары белем алып, ирҙең тыуған яғында, Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында, төпләнгән йәштәр мәғариф эшенә баш-көллө егелә. Ҡыҙҙары Гөлназ, Гөлфиә тыуғас, өсөнсөгә балаға уҙған ҡатынынан атай кеше һорай ҡуя: «Йә, был юлы ул менән һөйөндөрөрһөңмө, кәләш?» Роза уға бер түгел, ике ҡыҙ алып ҡайтасағын әйтә. Шулай итеп, Рита, Рима тигән игеҙәк ҡыҙҙар өйҙәренә, тормоштарына йәм өҫтәй. Ғаилә башлығы күп йылдар мәктәп директоры, ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. Роза рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә. Игеҙәк ҡыҙҙарға дүрт йәш тигәндә малай алып ҡайтып ҡыуандыра ул һөйөклөһөн. Улдарына Азат тип исем ҡушалар.
Бәхет нигеҙе – татыу ғаиләнән
Атаһы яңы мәктәп һалдыра. Икеһе лә үҙ балаларын башҡа уҡыусыларҙан айырып ҡарамай, әммә бишеһе лә үҙҙәренә талап юғары икәнен тойоп үҫә. Туғыҙынсынан һуң игеҙәк ҡыҙҙар Өфөгә юллана. Рита Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатына уҡырға инһә, Рима Өфө иҡтисад лицейын һайлай. 15 минут арауығы менән тыуған ҡыҙҙар бер-береһен иҫ киткес тойомлаһалар ҙа, төҫтәре менән генә түгел, холоҡ-фиғелдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары менән дә айырылғандары асыҡлана. Рита сәнғәткә тартыла, күңеле яңы хистәрҙе татып ҡарауҙы көҫәй, яңылыҡтарға асыҡ. Римаға теүәл фәндәр оҡшай.
43 йыл бергә бәхетле ғүмер итә Абдулхаҡ менән Роза. Араларына ел-ямғыр, яттар һүҙен үткәрмәйҙәр. Бер-береһенә тоғро булырға ҡуйышҡан вәғәҙәләренән тайпылмайҙар. Биш балам – биш бармағым, ти торған була әсәһе, һәр береһенә яратып ҡарап. Ата-әсәләренең, юғары белем алығыҙ, тигәнен барыһы ла тота. Гөлназ ҡыҙҙары – фән кандидаты, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының тел кафедраһында эшләй, Гөлфиә Салауат ҡалаһының «Салауат» гәзите редакцияһында хеҙмәт итә, Рита Өфө кейем технологияһы һәм дизайны колледжынан һуң, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында уҡып, рәссам-стилист һөнәрен үҙләштерә, Рима – юғары белемле филолог һәм юрист, Азат БДУ-ның география факультетын тамамлай.
Көтмәгәндә ғаиләгә ҡайғы килә: атай кеше 71 йәшендә вафат була. Роза һөйгәненең рухына тоғро, уның менән ҡорған донъяһын ташлап китеүҙе өнәмәй, баҡса үҫтереп күңел йыуата, ейәнсәре Дилара һәм Карина, ейәне Ринатҡа бауыр баҫҡан.
Йән йылыһын матурлыҡҡа арнап
Ританың 2006 йылда йәш дизайнерҙар араһында үткәрелгән «Factor vostoka» бәйгеһендә ҡатнашҡан эштәре махсус диплом менән билдәләнә. 2007 йылда «Евро-Өфө-Азия» йәштәрҙең мода форумында «Ҙур ҡаланың стиле» номинацияһында «прет-а-порте» коллекцияһы (магазиндарға күпләп һатыуға сығарыла торған кейемдәр) өсөн диплом менән бүләкләнә. 2008 йылда ла ошо уҡ форумдың дипломын ала. Шул йылда «New fashion Ufa» дипломына лайыҡ була. Зауыҡлы кейем булдырыу өлкәһендә уңышлы ғына аҙымдар яһаған ҡыҙҙы үҙен яңы өлкәлә һынап ҡарау, яңы илдәр, ҡитғалар асыу теләге ҡыҙыҡтыра. 2008 йылда Италияла булыу, 2011 йылда Канадаға сәйәхәт сит илдә белем алыу теләген көсәйтә. Мәктәптә немец телен өйрәнгән һылыуға инглизсәне үҙ аллы үҙләштерергә тура килә. Унда үткән өс айын һаман да һағынып һөйләй ул. Ванкувер ҡалаһындағы колледжда уҡыу хаҡын түләгәс, виза мәсьәләһе килеп тыуа. Ябыҡ ишектәрҙе дөмбөрләткәнсе, асыҡтарынан үтә Рита. Сит илдә белем алыу теләген киләсәккә ҡалдырып, тел өйрәнә. Рухи үҫешкә көйләүсе тренингтарға йөрөй. Шул ваҡытта танышып китә ул үҙенең буласаҡ ҡәйнәһе Роза менән.
«Испанияла, Барселона ҡалаһында, булғайным. Дуҫ ҡыҙҙарым менән ял итергә барҙыҡ. Ҡайтып бер аҙ хәл алғас, унда эшкә юлланырға тейеш инем. Шул ваҡытта буласаҡ ирем менән танышыуым тормошомдо икенсе йырҙаға борҙо», – ти Рита. Килен ҡәйнә тупһаһынан ярала, тиҙәр. Оҡшашлыҡты, бер-береһен өнһөҙ аңлауҙы, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәүен инде нисек аңлатаһың? Рита уға ла «әсәй» тип өндәшә. Уның бер ҡасан да тауыш күтәреү түгел, ҡырын да ҡарап ҡуймауын, барлыҡ ғәмәлдәрҙе үҙ өлгөһөндә аңлатыуын килен кеше юғары баһалай, ышанысын аҡларға тырыша. «Рухи үҫеш буйынса төркөмгә килеп эләктем. Маҡсаттар ҡуйып, бәләкәй генә арауыҡ эсендә уларға өлгәшергә өйрәтәләр. Арттырып әйтмәйем, шул ваҡытта билдәләп ҡуйылған бөтә теләктәрем дә үтәлде. Беренсеһе – профессиональ фотоаппарат алып, шул өлкәлә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү, икенсеһе – үҙемә тиң, миңә үҫешергә ҡамасауламаған тормош иптәшен табыу, өсөнсөһө Өфөлә өс бүлмәле фатирҙа йәшәү ине. Һәр кешегә үҙенең ҡурҡыуы һәм ялҡаулығы ҡамасаулай. Үҙаңы менән эшләгәндән һуң, рухи көстәренә ышана башлайҙар. Шундай яҡынайҙыҡ, әле булһын бер-беребеҙҙең тормошо, уңыштары менән ҡыҙыҡһынып торабыҙ. Ҡәйнәм менән дә шул төркөмгә йөрөгәндә дуҫлаштыҡ. Уның аша буласаҡ тормош иптәшем менән танышып киттем. Никита фатирҙарға тарттырылған түбә яһау менән мәшғүл. Ул да үҙенә күрә ижади эш», – ти Рита.
Йәштәр өйләнешеп ике йыл йәшәгәс, ҡәйнәһе ер-һыу күреп, эшләп ҡайтырға тип Испанияға юллана. Тап-таҙа ҡалаларында кешеләре йылмайып ҡына торған, саф диңгеҙ һауаһы иҫкән, салт ҡояшлы илдә ҡәҙерле кешеләре төйәк табыуы хыял елкәндәрен елберләтә.
«Ныҡ теләһәң, мөмкинлек килеп сыға, Йыһан үҙе булышлыҡ итә кеүек уның тормошҡа ашыуына. Иң мөһиме – маҡсат ҡуйырға, ниәт ҡылырға. Рәхәтләнеп, тормоштоң тәмен татып йәшәүҙе өҫтөн күрәм. Күңел көсөмдө насар уйҙарға бағышлағым килмәй. Ғүмер үтә лә китә. Атай-әсәйемә, гел изге теләктә торған Рима, Роза ҡәйнәләремә, яҙмышыма рәхмәтлемен. Ҡәҙерлеләрем беҙгә матур тәрбиә биреүгә күңел көсөн йәлләмәгән. Юлымда осраған изге йәндәргә рәхмәтлемен. Ҡайҙа ғына бармайым, һәйбәт кешеләр осрай», – ти Рита. Тышҡы донъя – эске кисерештәрҙең сағылышы. Ҡайһы ваҡыт беҙ эске донъябыҙ менән иҫәпләшһен өсөн төрлө һынауҙар алдына ҡуйылабыҙ. Гел яҡшы ғына кешеләр осрап тормай. Уларға ла рәхмәтле булырға кәрәк, тип һанай уңған ханым.
Заман ниндәй – заң шундай. Ҡатын-ҡыҙҙар матур булырға теләүҙән нимәләр генә ҡыланмай! Яһалма керпек, ҡаш, сәс – бик йылдам үҫешә матурлыҡ индустрияһы! Кемгәлер оҡшар өсөн дә түгел, үҙенең күңел торошон көйләргә теләүҙән, ауыр, йонсоу уйҙарынан гүзәллек донъяһына ҡасырға ынтылыштан да килеп сығалыр был тартылыу. Рита шуны асыҡ тоя һәм бар һәләтен һалып ҡатын-ҡыҙҙың тырнағына матур рәсемдәр төшөрөү менән мауығып китә. Тырнаҡҡа гүзәл күренештәр төшөрөп тә эске ҡәнәғәтләнеү алып була икәнен Рита күҙҙәре янып һөйләй. Бәләкәй генә майҙанда тотош тарих, гүзәллекте һыйҙыра алһын әле! Башҡорт орнаменттары, төрлө сәскә, хатта Башҡортостанда йәшәгән һәр кемгә яҡын Салауат Юлаев һәйкәлен дә алған мауыҡтырғыс сихри донъяны тыуҙыра ул. Фантазияһы төрлө ҡитғаларҙы байҡай, төҫтәрҙән кәйеф булдыра. Күренештәрҙең асылына үтеп инергә, бөтөн бер образды күҙаллатырға ярҙам итә.
Йән һөйгәне Никита-Нурулланың холҡон атаһына оҡшатып үҙ итә. Бер йондоҙлоҡ вәкилдәре – буға икеһе лә. Хәйер, мөхәббәткә аңлатма бар микән? Күңел тартыуы, бер йүнәлештә хәрәкәт итеү парҙарҙы берләштерә, бер бөтөн яһай. Һөйгәненең атаһы белорус милләтенән, Рита, шулай итеп, Кутян фамилияһын ала. Башҡорт, татар, белорус ҡандары ҡатнашынан яралған Никита мосолман динен, милли йолаларыбыҙҙы үҙ итә. Ҡатынына иҫ киткес хөрмәт, яратыу менән ҡарай. Ҡәйнәһе традицион булмаған медицина – рэйки менән мауыға, мастер дәрәжәһен алған. Улы ла шул юл менән ҡыҙыҡһына. «Ышаныслы мөнәсәбәт ҡороуҙың нигеҙе – алдашмау, бер-берең өсөн йән атыу. Мин уға ышанам. Уның менән үҫештән туҡтамайым. Үҙеңдең кешең булыуын күңелең менән тояһың бит ул», – ти Рита Абдулхаҡ ҡыҙы.
Ауырлыҡтарҙың сыныҡтыра ғына икәнен Ритаға тормош яҡшы төшөндөргән. «Һәр әҙәмдең үҙ ауырлығы, үҙ йөгө. Ҡыйынлыҡ килә икән, тимәк, кеше уны еңеп сығырға әҙер. Аллаһы Тәғәлә бәндәһенә күтәрә алған тиклемен генә ебәрә. Көсөргәнеште, күңелгә ябырылған һағышты күтәрә белергә лә кәрәк. Юҡ, тип ҡаршы килергә ярамай. Үҙемә йыйналырға билдәле генә ваҡыт бирәм дә артабан китәм, алға ынтылам. Сәй эскәндә уның тәмен тойорға, һәр минуттың ҡәҙерен белеү мөһим. Талаш-тартышҡа, хәбәр һатып ултырырға, тормошо ҡыҙыҡлы икән, кешенең ваҡыты булмай. Ҡыйын тип зарланғандарҙы аңламайым. Үҫергә, хыялдарыңды тормошҡа ашырырға күпме мөмкинлек бар! Юҡҡа ҡайғырып, һағышҡа бирелергә түгел. Үҙем һайлаған тырнаҡ биҙәү буйынса ниндәй генә йүнәлеш юҡ! Күптәрен әле үҙләштерәһем бар», – ти ул йылмайып.
Сит илдә йәшәп ҡарау, үҙебеҙҙең милли мәҙәниәтте ныҡлап өйрәнеү, башҡа халыҡтарҙың йолаларына төшөнөү, яңы һөнәрҙәр үҙләштереү – Ританың маҡсаттарының бер өлөшө генә.
Әгәр ҙә кешенең хыялдары бар икән, тимәк, ул йәшәй. Үҫешкә ынтыла. Үҙен эҙләй. Ританың да илһамланып эшләр, күкрәп ижад итер, балҡып яныр һәм башҡаларҙы ла тоҡандырыр сағы. Хыял әйҙәй, хыял алға саҡыра. Булмышыңды бәхет яҡтыртҡанда, офоҡта һәр көн һағынып ҡаршылаған ҡояш барында, йәшәп, йәшнәп ҡалырға ашҡына ул. Ғүмер – бер мәл генә. Ҡәҙерҙәрен беләйек!