+22 °С
Облачно
Беҙҙең бәйгеләр
19 Августа , 09:54

Бәйге Үҙебеҙ бешереп ашайыҡ

Борон ата-бабаларыбыҙҙың сараһыҙлыҡтан ашаған тәғәмдәре ысын мәғәнәһендә иң яҡшы аҙыҡ-түлек булғанлығын хәҙер аңлайбыҙ. Мәҫәлән, ҡурмас ҡурып, ҡатыҡҡа болғап эсһәләр, хәҙер нутрициологтар ана шул кефирға көрпә-оторбо ҡушып эсергә тәҡдим итә. Кеше магазин кәштәләрендәге ялтырауыҡ ярлыҡтарҙан туйҙы, тәбиғилеккә ынтыла, дөрөҫ туҡланыуға тартыла. Мин дә ғаиләмде үҙем бешергән ризыҡтар менән генә һыйларға яратам.

Бәйге Үҙебеҙ бешереп ашайыҡБәйге Үҙебеҙ бешереп ашайыҡ
Бәйге Үҙебеҙ бешереп ашайыҡ

Ҡулға икмәк

 

1 литр ойоған һөткә балғалаҡ менән аш содаһы һалабыҙ ҙа күпергәнсе туғыйбыҙ. Самалап тоҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ. 100 грамм самаһы аҡ май (маргарин да ярай), он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡабарып сыҡҡанын көтәбеҙ. Шунан баҫып, тағы ҡабартабыҙ. Бер нисә тапҡыр шулай итергә була.

Ҡулға икмәкте майлы табаға һалып, өҫтөн үткер бысаҡ менән биҙәкләйбеҙ. Табала ҡабарғас, эҫе мейестә ярты сәғәт бешереп алабыҙ.

 

Йыуаса

 

1 литр һөткә 1 литр ҡайнаған һыу ҡушабыҙ. 1 балғалаҡ сүпрә, самалап тоҙ, шәкәр һалабыҙ, көнбағыш майы ҡоябыҙ. Он ҡушып, ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Ҡалҡҡас, тағы баҫабыҙ, иренмәйенсә, өс мәртәбә шулай итәбеҙ (ҡамыр өлгөрөргә тейеш, хикмәте шунда). Артабан йәйеп, шаҡмаҡлап ҡырҡабыҙ. Ҡырҡҡас та бер аҙ ҡалҡып сығырға тейеш. Ҡыҙыу майлы сөгөндә бешерәбеҙ. 

 

Мәрүәт Баймырҙина.

Әбйәлил районы,

Асҡар ауылы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас