

Ыуыҙ ҡоймағы
Ҡоймаҡ өсөн мин бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш һеркәһендә һүндерелгән аш содаһы, тәменсә шәкәр (һалмаҫҡа ла була), ярты сынаяҡтай йылы һыу, бер аш ҡалағында көнбағыш майы, он һалып ҡаймаҡ ҡуйылығындай ғына итеп туғыйым. Һыу ҡушмаһаң, ҡоймаҡ ҡаты була. Бер аҙға ултыртып торам. Табынға биргәндә майлайым.
Мин көнбағыш майына һыйыр майы (аҡ май) ҡушып ҡулланам. Ингредиенттарҙы ла грамлап йә ҡалаҡлап үлсәп торғансы, ҡулымдың тойомо менән алһам, ризығым уңып бешә.
Әсәйем дә, өләсәйҙәрем дә ыуыҙ ҡоймағы ҡойоп, күрше-тирәне сәйгә саҡыра ине. Бала саҡтан ҡыуаныслы көн булып иҫтә ҡалған ул. Үҙем дә, уларҙан күреп үҫкәс, йыл да ыуыҙ ҡоймағына табын ойошторам. Быйыл да тәүге ыуыҙ ҡоймағын таратып, икенсе көнө бәләкәс күршеләремде ҡоймаҡлап сәй эсерҙем, таҡмаҡ әйтеп бейеттем, һөйөнөсөмдө уртаҡлаштым. Боронғоса иҙәндә, сергетышлы кейеҙҙә ултырҙыҡ. «Сәйҙәр тәмле, ашаған ризыҡтарыбыҙ татлы булһын!» – тип теләктәр әйттек. Уларҙың күңелендә лә был күркәм йолабыҙ шулай йылы хәтирәләр булып һаҡланһын.
Ҡәмәриә Йәғәфәрова.
Бөрйән районы, Яңы Монасип ауылы.
Фото авторҙың ҡаилә архивынан