Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартайым тын юлы ауырыуы (астма) менән ауырый һәм баҡыйлыҡҡа күсә. Ҡәрсәйем ике балаһын алып тыуған яҡтарына, Башҡортостандың Күгәрсен районы Ялсы ауылына ҡайта.
Әтейем Хоҙайбирҙин урта дөйөм белем биреү мәктәбенә 5‑се синыфҡа укырға бара. Уға башта бик ауыр була: сит мөхит, сит тел. Ауырлыҡтарға бирешмәй, ул башҡорт телен бик тиҙ өйрәнеп ала, дуҫтар ҙа табыла.
11‑се синыфты тамамлағандан һуң, Мораҡҡа СПТУ-ға укырға инә, һуңынан әрме сафтарына саҡырыла.
Әтейем Балтик диңгеҙендә 1994-1996 йылдарҙа (90194-се хәрби часть) "Беспокойный" исемен йөрөткән кораблдә хеҙмәт итә. Ябай матрос булып хеҙмәт юлын башлаған егет баш командующий булып тамамлай . Төркмәнстанда тыуып, сүллек ерендә үҫкән егеткә әрме хеҙмәте бик ҡыҙыҡлы була. Бала саҡта үҙен корабль капитаны итеп күҙ алдына килтермәгән малайҙар юҡтыр ул. Сит урында, яңы танышыуҙар, иптәштәр таба.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әтейем 2019 йылда беҙҙе ташлап, гүр эйәһе булды. Һәр кеше күргән һайын, уның нисек армия сафынан ҡайтҡанын һөйләй: «Ап-аҡ фуражкала, ап-аҡ формала баһадир егет автобустан килеп төшкәнен нисек онотаһың».
Әтейем тураһында шундай матур иҫтәлек ҡалыуына мин бик шатмын.
Ҡыҙы Әлфинур Әмәкәсова.
Автор фотолары.