-8 °С
Болотло
«Онотолған ризыҡ»
«Башҡортостан ҡыҙы» журналында «Онотолған ризыҡ» тип аталған конкурс башлана. Маҡсаты – боронғо аш-һыуҙарыбыҙҙы тергеҙеү, онотҡанды иҫкә төшөрөү, ололарҙан отоп алған оҫталыҡ менән уртаҡлашыу. Ошо ризыҡ менән бәйле ҡыҙыҡлы йә фәһемле ваҡиғалар тураһында ла яҙығыҙ. Уны әҙерләү этаптарын күрһәтеп, үҙегеҙ менән бергә төшөргән фотоһын да ебәрегеҙ.
Иң шәп мәҡәләләрҙе, хаттарҙы, үҙенсәлекле ризыҡ төрҙәрен йыл дауамында журнал биттәрендә баҫтырып барасаҡбыҙ. Декабрь айында йомғаҡтар яһала. Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә!
Фото Р. Нишанова.