-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
25 Декабрь 2025, 16:48

"Мәңге яна хәтер уты" бәйгеһе еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ!

Халҡыбыҙ хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырған Бөйөк Ватан һуғышын һәм әсе күҙ йәштәре аша яуланған Еңеүҙе һис оноторлоҡ түгел. Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуҙы билдәләне. Ошо айҡанлы йыл башында журналыбыҙҙа «Мәңге яна хәтер уты»  тигән бәйге иғлан иткәйнек. Уҡыусыларыбыҙҙың әүҙемлеге, берҙәмлеге һоҡландырҙы, рәхмәт! Йөҙгә яҡын хат алдыҡ. Барыһы ла йылылыҡ һәм оло хөрмәт менән яҙылған. Һәр автор маҡтауға лайыҡ, әлбиттә. Иң-иңдәрен һайлап алыу еңел булманы. Журналға бирелгәндәрен дә ҡыҫҡартып ҡына баҫтырырға тура килде. Тыныслыҡ өсөн көрәшкән батырҙарҙы, тыл ҡаһармандарын, ветерандарҙы ололап иҫкә алыуҙан әрүахтар рухы ла ҡыуанғандыр, моғайын.  

"Мәңге яна хәтер уты" бәйгеһе еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ!
"Мәңге яна хәтер уты" бәйгеһе еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ!

Беренсе урынға мәғариф ветераны, шағирә Миңлегөл Хисамованың «Күңел һағышын баҫырлыҡ та түгел» (№ 4) тигән мәҡәләһен лайыҡлы тип таптыҡ. «Әсәйемдең һаҡлап ҡуйған «секретный» ҡағыҙҙары араһынан алдыммы, ҡайҙан табылғандыр ул дәфтәр, латин хәрефтәрен бөртөкләп уҡый башлағас ҡына был яҙмаларҙың атайымдың шиғырҙары икәнен аңланым», – тип яҙа әҙибә. Авторҙың фронтовик атаһы хаҡындағы иҫтәлектәре, ябай һалдаттың һуғыштан һуңғы кисерештәре, әрнеүҙәре, хафалары, тыуған төйәгенә тоғролоҡ һәм яратҡан кешеһенә, яҡындарына һөйөү хистәре менән һуғарылған шиғри юлдары бәйге йөкмәткеһен бик сағыу аса.

 

Әбйәлил районы Теләш ауылынан Зөһрә Бәшәрованың «Өйрә» (№ 3) яҙмаһы икенсе урын менән билдәләнде. Бер нәҫел тормошо аша һуғыш йылдарындағы әсе ысынбарлыҡты һутлы тел менән тасуирлаған ул. «Бер аҙҙан инде Мостафаның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килде. Хәбәрһеҙ юғалғандар ғаиләһенә ярҙам ҡаралмаған. Ҡара ҡайғы йөрәктәрен өттө... Мәрйәмдең тиңдәштәренең күбеһе балалар йортона китте. Ғәйшә апай балаларына йоҡа табанлы булһа ла быйма баҫты, һарыҡ-кәзә малдарының ас эсәктәренә тиклем эҫе һыуҙа бешекләп, тоҙлап, киптерҙе, картуф ҡабыҡтарын сәсеп, картуфын, ҡыр йыуаларын, хатта эремсек-ҡоротона тиклем йомарлап киптерҙе. Бөтмөр ҡатын алты балаһын да үҙе янында тотто», –  тигән юлдары ғына ла тетрәтә. Юғалтыу ғазабы ла, балаларҙың ҡайғылы яҙмышы ла, мөхәббәт тә бар унда.

 

Һуғыш балаларының көндәлек ауыр тормошо, башҡорт егеттәренең батырлығы хаҡындағы «Сонтор бала саҡ» (№ 9) яҙмаһы өсөнсө урын яуланы. Йылайыр районынан әүҙем йәмәғәтсе һәм мәғариф ветераны Гөлшат Зөлҡәрнәева яугир яҡташтары тураһында бер китап хәтлем итеп яҙып килтергәйне. Һыҙланыуҙар, әсәйҙәрҙең ҡайғы-хәсрәттәре, ир-егеттәрҙең ҡаһарманлығы тарихи ерлектә тәфсирләп бирелгән был мәҡәләлә кешеләрҙең күңел донъяһы ла тәрән сағыла.

 

...Был бәйгелә еңелеүселәр була алмайҙыр ул. Һеҙ яҙып ебәргән, һөйләгән һәр ваҡиға, сағыу ялҡын кеүек, беҙҙең йөрәктәрҙе баҙлатып торасаҡ. Конкурс тамамланды, әммә быуындар диалогы дауам итәсәк әле. Сөнки үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ. Атай-олатайҙарҙың был еңеүе – берҙәмлегебеҙгә, дөйөм көсөбөҙгә ышанысыбыҙҙы нығытҡан тере хәтер ул. Киләсәктә әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың яҙмышы яҡты булһын, тип теләйек!

Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас