1-се урында – Өфө ҡалаһынан Руфиә Ханова. Ул уйынсыҡтарҙы башҡортса «һөйләштереү» ысулын уйлап тапҡан.
2-се урын – «Белермән» өҫтәл уйындары клубы ағзаларында. Сәлимә Таһирова, Баныу Астанова һәм Резидә Шәйәхмәтова эшләгән «Һабантуй» өҫтәл уйыны балаларға милли байрамыбыҙ үҙенсәлектәрен асыуы менән ҡиммәтле.
3-сө урын – Сибайҙан Гүзәл Ноғманова, Әлфиә Дауытова, Минзилә Ғәйнуллинала. «Этнотирмә» уйынсығы милли мәҙәниәткә өйрәтә һәм ҡул хәрәкәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Уйын ғына, тиһәк тә, бала өсөн ул ҙур әһәмиәткә эйә. Тап уйнағанда бала дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә, үҙ-ара мөнәсә-бәттәр ҡорорға, сослоҡҡа, етеҙлеккә, таһыллыҡҡа өйрәнә. Сабыйҙың тәүге «милке» ул – уйынсыҡ, ә уйын – донъяны танып-белеү ысулы. Башҡорт уйындары нигеҙендә халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кәсептәре, хеҙмәт ҡоралдары ята. Боронғолар балаларын тәбиғәт биргән «тәтәйҙәр» (таштар, орлоҡтар, сәтләүектәр, һөйәктәр...) менән әүрәтһә, хәҙер бәләкәстәр өсөн ниндәй генә уйынсыҡ юҡ! Шулай ҙа иң ҡәҙерлеһе – әсәй менән атай үҙ ҡулы менән эшләп биргәнелер.