-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
29 Август 2025, 11:00

Бәйгегә Был донъянан кем ҡала?

– 1942 йылдың йәйе. Беҙ, бала-саға, Таулы йылғаһы буйында уйнап йөрөйбөҙ. Шул саҡ атайым саҡыра, ә мин уйындан айырылғым килмәй, балсыҡ сынаяҡтарымды теҙеп, «сәй табыны» әҙерләйем. Атайым ат арбаһынан һикереп төшөп, үҙе килде эргәмә. Мине күтәреп алды ла, ҡыҫып ҡосаҡлап, арҡамдан тупылдатып һөйҙө. Атайымды һуңғы күреүем... Ошо күренеш ғүмер буйы күҙ алдымдан китмәне... – 92 йәшлек әсәйем хәтирәләре был. Баймаҡ районының Байым ауылында тыуып үҫкән, шунда тормош ҡороп, атайым Рәсүл Фәрүҡ улы менән бәхетле ғүмер кисергән, балалар үҫтергән. Донъяға асыҡ ҡарашлы, төплө фекерле, ҡыҙыҡһыныусан әсәйем миңә ошо хәтирәләрҙе һөйләп ҡалдырҙы: «Әсәйем, Зөлхизә Үҙәнбаева, бик сос, эшкә әрһеҙ булды. Өс йәшендә үҙе әсәйһеҙ ҡала. Атаһы Алтынбай көтөү көткәндә, күл ситенә йыуынырға килеп, шунда төпһөҙ күлгә батып үлә. Көтөүсе таяғы һәм таяҡ осона эленгән түбәтәйе генә тороп ҡала. Шунан аҙаҡ был төпһөҙ күлде «Алтынбай күле» тип йөрөтәләр. Байым менән Ҡуяндар ауылдары араһында бәләкәй генә күл ул.

Бәйгегә Был донъянан кем ҡала?
Бәйгегә Был донъянан кем ҡала?

Шулай әсәйем етемлектә генә үҫеп буй еткерә, 17 йәшендә үҙе кеүек үк етем Фазулла атайыма кейәүгә сыға. Үҙ донъяларын ҡороп, матур итеп йәшәп китәләр. Бер-бер артлы биш ҡыҙ бала донъяға килдек. Атай һуғышҡа киткәндә иң кесе ҡыҙы Яңылбикә бишектә генә ҡала.

Атайым, Фазулла Абдулҡадир улы Үҙәнбаев, 1903 йылғы ине. Һуғышҡа тиклем йылҡы малы көтә. Йылҡысылыҡта өлгәшкән уңыштары өсөн 1936 йылда Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәһендә ҡатнаша. Районда иң беренселәрҙән булып, М.Калинин ҡулынан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены алған кеше булараҡ билдәле. Күңеле күтәрелеп, дәртләнеп ҡайта атайыбыҙ Мәскәүҙән. Ошо уңайҙан колхозға «Ҡыҙыл Байраҡ» исеме бирелә. Атайым колхоз рәйесе ярҙамсыһы булып эшләй башлай. Һуғыш башланғас, бер йылға бронь менән ҡалдыралар. 1942 йылдың йәйендә, береһенән-береһе бәләкәй биш ҡыҙ баланы ҡалдырып, яуға китә. Шул китеүҙән әйләнеп ҡайтмай ғәзиз кешебеҙ. 1944 йылдың 20 авгусында Молдавияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн ҙур наступление башлана. Бөтәһе ун көн дауам итә был ҡанлы һуғыш. Ҡатмарлы һәм масштаблы операцияла 67 мең совет һалдаты башын һала. Шул иҫәптән беҙҙең атайыбыҙ. Ошо яҙыу ғына унан иҫтәлеп булып тороп ҡала:

«Уҙәнбаев Фазулла Абдулҡадир улы.

1903 йылғы, рядовой.

3-сө Украина фронты, 19-сы уҡсылар дивизияһы, 315 СП уҡсылар полкы.

1944 йылдың авгусында һәләк булды. Молдавияла. Кишинев өйәҙендә, Божарский р-ны, Менжир ауылында ерләнгән».

Һуғыш осоро балалары... Бер кемгә лә еңел булмаған, әммә 11–13 йәшлек балаларға аслы-туҡлы көйө ҡара таңдан тороп эшкә китеүҙәре. Ил күргәнде күрҙек инде. Колхоз йөгөн ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тартты. Һәнәккә көс еткәндән, колхоз эшенә йөрөнөк. Эшләмәгән эш ҡалманы. Сәсеүҙә, урыуҙа, фермала бәрәс ҡарау тиһеңме, бөтөн тармаҡта ла эш ҡайнай. Йәй бесән өҫтө бигерәк күңелле лә, ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта бик ойошҡан үтә ине. Ике бригада ярышып, сәмләнеп эшләйбеҙ. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә бергә. Ярышта еңеүселәргә колхоздан бер һарыҡ, 20 литр ҡымыҙ бирелә. Кис ҡаҙан аҫып, ит бешерелә. Ҡыуыш янында ит ашап, ҡымыҙ эсеп йырлашып ултыра торғайнылар. Кеше әүәле зауыҡлы, зиһенле булды, һис моңайманы. Үҙҙәрен-үҙҙәре әүрәтеп, таҡмаҡ сығарып, йырлаштылар, бейештеләр. Тайба ҡайынбикә, Файза апай, Әминә апай Тажетдинова, Ғәшүрә, Таһира апайҙар, әсәйем таҡмаҡҡа бик оҫта булды. Бына иҫтә ҡалғандары:

«Һауаларҙа осҡан аҡҡоштарҙың

Осар юлдарында ҡая бар.

Ҡайтыр микән иркәм, ҡайтмаҫ микән?

Яу баҫылды, тигән хәбәр бар.

Таулы һыуы аға, эй төнбатлап (болотлап),

Раһай тауы буйлап, көн битләп.

Ҡайтыр көнө тулһа, ҡайтыр әле.

Аяҡтары талһа, имгәкләп.

Германия-Болғария

Болғаны бит донъяны.

Болғамаһалар донъяны

Күрмәҫ инек нужнаны.

Германдарҙың аттары

Аҡ ала ла, күк ала.

Быйыл тағы һуғыш булһа,

Был донъянан кем ҡала...»

Оҙон-оҙаҡ көтөп алған Бөйөк еңеү килгән яҙ мәңге хәтерҙә уйылып ҡалған. Беҙ күрше ҡыҙы әхирәтем Әсмә Ғәлина менән эшләнек. Ул көндө ҡырҙа сәсеүҙә йөрөй инек. Ауыл яғынан һөрән һалып, һыбайлы сабып килә.

– Һуғыш бөттө, һуғыш бөттө! Әсмәнең дә, минең дә атайҙарҙың үле хәбәре килгәйне инде, ә шулай ҙа йүгерҙек ауылға.

Әсмә менән һыуға барған булып, Ҡойсаҡ башында тәгәрәп йөрөп иланыҡ. Йәм-йәшел үлән, күк умырзаялар үҫә ине.

– Башҡаларҙың атайҙары ҡайта, беҙҙекеләр ҡайтмай инде...

Ҡәһәрле һуғыш. Күпме ҡанлы күҙ йәштәрен түктерҙең... Ҡанлы һуғыш әле һаман әсе шаңдау булып йыраҡтарҙан ауаз һала».

Мәстүрә Дәүләтбаева, Баймаҡ ҡалаһы.

Бәйгегә Был донъянан кем ҡала?
Бәйгегә Был донъянан кем ҡала?
Автор:
Читайте нас