+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
6 Февраль , 10:57

КОНКУРС- 2025!

Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы “Башҡортса уйнайыҡ!” тигән яңы конкурс иғлан итә!  

КОНКУРС- 2025!
КОНКУРС- 2025!

Бәйге ике номинацияла үткәрелә:

- “Башҡорт уйынсығы” –  уйынсыҡтарҙың фотолары ҡабул ителә; 

- “Милли уйын” – башҡорт уйыны, уйынсығы күрһәтелгән видеояҙмалар ҡабул ителә.  

 

Талаптар:

-уйынсыҡтар ҡулдан эшләнергә тейеш;

-заманса техника (теген машинаһы һәм башҡа ҡул эше өсөн ҡорамалдар, компьютер, принтер һ.б.) ҡулланырға мөмкин;

-ҡул эштәрен төрлө ракурстан, улар тулыһынса күренерлек һәм аңлашылырлыҡ итеп фотоға төшөрөргә кәрәк;

-балалар менән бергә төшкән художестволы фотолар ҙа хуплана;

-фотолар һәм видеояҙмалар яҡшы сифатлы булырға тейеш;

- бер ҡатнашыусы биш төрлө әйбер ебәрә ала.

- был уйынсыҡ балала ниндәй сифаттарҙы үҫтерә, нисек һәм нимәнән эшләнгәнлеген аңлатҡан мәғлүмәт яҙырға.

 

Кемдәр ҡатнаша ала:

- Башҡортостанда һәм республиканан ситтә йәшәүселәр;

- йәш, һөнәр, вазифа буйынса сикләүҙәр юҡ.

- уҡыу йорттары, ижади коллективтар, клубтар, йәмәғәт ойошмалары эштәре лә ҡабул ителә.

 

Ҡайҙа ебәрергә:

- “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы адресына (450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7-се ҡат);

- “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһының электрон адресына ([email protected]);

- “Башҡортостан ҡыҙы” журналының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә хәбәр итеп ебәрергә.

 

Ҡатнашыусының тулы исемен, йәшен, адресын, бәйләнеш өсөн телефонын күрһәтеү мотлаҡ. Шулай уҡ ирекле формала үҙе, шөғөлдәре тураһында хат та бик урынлы булыр.

Конкурс 2025 йылдың 1 ғинуарынан башланып, 2025 йылдың декабрь айына тиклем дауам итә.

Иң ҡыҙыҡлы, матур һәм үҙенсәлекле эштәр йыл дауамында “Башҡортостан ҡыҙы” журналы биттәрендә донъя күреп барасаҡ.

Бәйгелә ҡатнашыусы эштәрҙе редакция билдәләгән жюри баһалай. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә.

Ойоштороусылар йыл дауамында бәйге шарттарына үҙгәреш индерергә хоҡуҡлы.

 

Автор:Регина Камалова
Читайте нас: