Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
30 Ғинуар , 14:10

Башҡортса уйнайыҡ!

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы «Башҡортса уйнайыҡ!» тип аталған бәйге иғлан итә.

Башҡортса уйнайыҡ!
Башҡортса уйнайыҡ!

Бәйге ике номинацияла үткәрелә.
– «Башҡорт уйынсығы» – уйынсыҡтарҙың фотоларын ебәрегеҙ.
– «Милли уйын» – башҡорт уйыны, уйынсығы күрһәтелгән видеояҙмалар ҡабул ителә.


Уйынсыҡтар милли тематикала булырға тейеш. Уларҙы:
– башҡорт уйындарына йәки уйынсыҡтарына нигеҙләнеп башҡарырға,
– билдәле уйынды йәки уйынсыҡты башҡорт ерлегенә яраштырып эшләргә,
– яңы уйынсыҡ уйлап табырға мөмкин.


Уйынсыҡ ҡулдан эшләнергә тейеш, шулай уҡ заманса техника (теген машинаһы һәм башҡа ҡул эше өсөн ҡорамалдар, компьютер, принтер һ. б.) ҡулланырға була. Әйберҙәрҙе тулыһынса күренерлек һәм аңлашылырлыҡ итеп төрлө яҡлап фотоға йә видеоға төшөрөрөү мөһим. Фото һәм видеояҙмалар яҡшы сифатлы булырға тейеш. Балалар
менән бергә төшкән художестволы фотолар ҙа хуплана.


Был уйынсыҡ балала ниндәй сифаттарҙы үҫтерә? Нисек һәм нимәнән эшләнгән? Үҙегеҙҙең ғаилә миҫалында мәғлүмәтте ирекле рәүештә яҙырға тырышығыҙ.
Бәйгелә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Уҡыу йорттары, ижади коллективтар, клубтар, йәмәғәт ойошмалары эштәре лә ҡабул ителә. Бер ҡатнашыусы һәр номинацияла биш төрлө әйбер ебәрә ала.


Ҡул эштәренең фотоларын, үҙегеҙ һәм уйынсыҡ тураһындағы мәғлүмәтте түбәндәге адрестар буйынса көтәбеҙ:
– «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы адресына (450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы,
Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7-се ҡат);
– «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһының электрон почтаһына: [email protected];
– «Башҡортостан ҡыҙы» журналының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнә хәбәр итеп ебәрергә.


Ҡатнашыусының тулы исемен, йәшен, адресын, бәйләнеш өсөн телефонын күрһәтеү мотлаҡ. Шулай уҡ ирекле формала үҙе, шөғөлдәре тураһында хат та бик урынлы булыр.
Бәйге 2025 йылдың 1 ғинуарынан башлана. Бәйгегә йомғаҡ 2025 йылдың декабрь айында яһала. Иң ҡыҙыҡлы, матур һәм үҙенсәлекле эштәр йыл дауамында журналыбыҙ биттәрендә, интернет селтәрендәге төркөмдәребеҙҙә донъя күреп барасаҡ.


Бәйгелә ҡатнашыусы эштәрҙе редакция билдәләгән жюри баһалай. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.


Ойоштороусылар йыл дауамында конкурс шарттарына үҙгәреш индерергә хоҡуҡлы.


Тулы шарттары менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сайтында танышырға мөмкин.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: