-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
4 Ғинуар , 12:00

Бишек үрҙем изге доға ҡушып

«Борон миләш, ҡайын, тал һәм башҡа төрлө ағастарҙан, туҙҙан эшләгән бишектәрҙән тыш, тал сыбығынан үрелгәне лә булған бит. Бөтә яңы әйбер – ҡасандыр онотолған иҫке нәмә», – макраме алымы менән сәңгелдәк үрергә дәрт иткәндә шулай тип уйланым. Сихри биҙәкле сәңгелдәктә бәүеләсәк бала тик бәхеткә сорналып үҫер, тип юраным. Был бишекте тирбәтер әсә иһә наҙ һәм һөйөүҙең үҙе булып күҙ алдыма баҫты.

Бишек үрҙем изге доға ҡушып
Бишек үрҙем изге доға ҡушып

Йәнтөйәгем – Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы ожмахтың бер мөйөшөн хәтерләтә, был ерҙәрҙә тыуып үҫкән һәр кем ижадсы – күңелгә бәләкәйҙән һеңгән матурлыҡты сағылдырырға ынтылыуым да шунандыр.

Йырҙа йырланғанса, атайым Әхмәт Нурғәли улы ҡара ҡашлы, ҡара күҙле Бөрйән егете ине. Әсәйем Һәҙиә Фәтҡулла ҡыҙы иһә – һөттәй аҡ йөҙлө, һары сәсле һылыу. Атайым колхозда – мал табибы, әсәйем быҙау ҡараусы, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне.

Әсәйем бик оҫта бейеүсе була торғайны. Бейегән саҡтарында уны һәр ваҡыт тымыҡ күлдә йөҙөп барған гүзәл аҡҡошҡа оҡшаттым. Ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем бейеүен ташламаны, һылыулығын юғалтманы. «Заман икенсе булһа, бейеүсегә уҡыр инем!» – тип ҡабатланы йыш ҡына.

Йөрәгенә ял биргән йәнә бер шөғөлө шәл бәйләү ине. Мин, төпсөк ҡыҙы, уның йәшкелт-күгелйем күҙҙәрен ҡыҫа биреп, энәләрҙе уйнатып ҡына шәл ситенә биҙәк һалыуын тын да алмай күҙәтәм. Серле биҙәктәрҙе күңеленең иң тәрән төпкөлөнән сыҡҡан моңға ҡушып оҙата. Боронғо йырҙарының һәр бөгөлө хәтеремдә. Әсәйем, шәлдәрҙе Белорет баҙарында һатып, сервант, шкаф, башҡа өй кәрәк-ярағы алды, хатта атайымды мотоцикллы итте.

Атайым да бер минут тик тора белмәне. Бигерәк тә ағас эшенә оҫта булды. Беҙ, ете бала, бәүелгән сәңгелдәкте лә үҙе яһаған. Оҙон ҡыш дауамында саналар, дуғалар эшләп, арҡан, дилбегә ишеп, ат өҫтөнә яба торған септәләр һуғып, йәйен ялан яҡтарында игенгә алмаштырып ҡайта. Мин уның иҫке йортобоҙҙа септә һуҡҡанын ҡарап ултырырға ярата инем. Септә һыуға батырып әҙерләнгән һалабаштан үрелә. Был еңел булмаған хеҙмәтте атайым ҙур маһирлыҡ менән башҡара – ҡулына күҙ эйәрмәй, йүкәне нәҙек итеп һыҙырып, бауҙы бауға семәрләп ялғай-ялғай һуға септәне – һап-һары кескенә келәм кеүек килеп сыға. Мәктәп йылдарында макраме стилен үҙләштереп, гөл һауыты, сумка үрә башлауыма шул этәргес яһағандыр ҙа.

Атай менән әсәй беҙгә ҡаты түгел, әммә талапсан инеләр. Бәләкәйҙән эшләп үҫтек. Кәртәлә кәмендә өс-дүрт һыйыр, шунса уҡ башмаҡ, 20-30 һарыҡ-кәзә, ат тоттолар, эргәләге тау битләүе йәйен ҡаҙ көтөүе менән тулы булды. Ауылыбыҙҙа ул дәүер бөтә ғаиләләр ҙә шулай йәшәне. Дәрес әҙерләп, мал ҡарап, үҙебеҙгә йөкмәтелгән мәшәҡәтте бөтмәйенсә, уйнарға ла сыҡмайбыҙ, киноға ла бармайбыҙ. Ә ул заманда клубта фильм ҡарау көтөп алған иң ҙур ҡыуанысыбыҙ ине.

Иҫкә төшөрәм дә: ата-әсәбеҙ беҙҙе сабыр һәм аҡыллы, һәр йәһәттән самалы боронғо халыҡ педагогикаһы буйынса тәрбиәләгән бит, тием. Уҡы, тип тылҡып тормаһалар ҙа, етәүебеҙ ҙә юғары белем алды. Күккә сөймәнеләр, әммә барыбыҙҙың да ынтылышын хупланылар. Мәҫәлән, мин макраме менән шөғөлләнә башлағас, атайым барған һәр еренән ырғаҡ-энә, төрлө еп алып ҡайта торғайны.

Ә сәңгелдәгебеҙгә килгәндә, апай-ағайҙарымдың бер-бер артлы тыуған балаларына ла тырышып хеҙмәт иткәндән һуң, ул «хаҡлы ялға оҙатылды» – ғаиләлә иң ҡәҙерле ҡомартҡыға әйләнде. Атай менән әсәйҙең тәүге ейәнсәре Айгөл менән булған бер хәлде һаман мәҙәк итеп һөйләйбеҙ: туғаныбыҙ тирбәлгәндә сәңгелдәктең төбө һүтелеп киткән дә ул аяҡтары иҙәнгә һәленгән килеш, уянмайынса, өйҙәгеләр күреп ҡалғансы тып-тыныс йоҡлауын дауам иткән – нисек йығылып төшмәгән.

Беҙҙең Айҙар менән Айбулат улдарыбыҙ Бөрйәндең шифалы һауаһын һулап, иремдең бабаһы Әҙелгәрәй Хәлиуллин яһаған ҡош кеүек еңел миләш бишектә рәхәтләнеп үҫте. Өсөнсө улыбыҙ Айгизәр тыуғанда Өфөлә йәшәй инек, уны үҙе тирбәлә торған заманса карауатта йоҡлаттыҡ. Айгизәр менән декрет ялында ултырғанда өйҙө матурлаусы әйберҙәр ижад итеү йән талабына әйләнде. Тәүҙә бәләкәйерәктәрен эшләһәм, яйлап ҙурыраҡтарына күстем – ҡупшы кәнәфиҙәр, эленмәле бәүелсәктәр үрә башланым.

Бишек үреү иһә күптәнге хыялым ине – балаларым унда ятыр йәштән үтһә лә, ейәндәрем тирбәлер тип, был эшкә илһамланып тотондом. Улар бәләкәй саҡта «Сәңгелдәк» тапшырыуында кис һайын ишеткән йыр үҙенән-үҙе телемә килде:

«Әбейҙәр ҙә бабайҙар

Тәмле итеп йоҡлайҙар.

Йоҡлай бесәй, йоҡлай эт,

Йоҡламай бары өмөт.

Яҡты өмөт саҡырҙы

Ҡыйыу Ҡамыр батырҙы

Хыялдағы йондоҙға:

Айҙағы Зөһрә ҡыҙға...»

Нәфисә ЮЛСУРИНА.

Мәскәү ҡалаһы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Бишек үрҙем изге доға ҡушып
Бишек үрҙем изге доға ҡушып
Автор:
Читайте нас: