-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
30 Декабрь 2024, 12:05

Еңеүселәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ!

Башҡорт халҡында сабый тыуыу менән өй түренән урын алған сәңгелдәк, изге ҡомартҡы һаналып, быуындан-быуынға тапшырыла килгән. «Моңло сәңгелдәк» конкурсында ҡатнашыусылар уға бәйле иң ҡәҙерле иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, йәнле бишек образы аша ғаиләһенең, нәҫеленең яҙмышын һүрәтләй. Ил тарихы ла, шул дәүер кешеләренең кисерештәре лә, бөгөнгөнөң, үткәндәрҙең ҡайнар һулышы ла сағыла был яҙмаларҙа.

Еңеүселәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ!
Еңеүселәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ!

«Сабыйҙың рухи үҫеше сәңгелдәк йырынан, әсә теленән, туған өн һәм ғәзиз моңдан башлана» – Әлшәй районынан Люциә Аҙнағолованың «Дим буйында талдар бар...» тигән мәҡәләһендәге (№5) был юлдар конкурс йөкмәткеһен бик сағыу аса. «Балаларҙы тирбәткәндә шул мәлдә күргән матурлыҡты ла бишек йырына һалып көйләй инем. Ауыл эргәһенән аҡҡан Дим дә, яр буйындағы бөҙрә талдар ҙа, тау битендә йәшел үлән көйшәгән аҡ бәрәсле кәзәләр ҙә «инеп китә» шул йырға. Айһылыу, үҫә төшкәс, өйөбөҙҙән күренеп торған Дим буйындағы тауҙарға ҡарап: «Мин бәпес саҡта анауында үлән ашап йөрөгән кәзәләр тураһында йырлай  инең бит, эйеме?» – тип һүҙһеҙ итте. Тәпәй ҙә китмәгән, теле лә асылмаған баланың төпкөл аңына һеңеп ҡала икән әсә моңо һәм ғүмер буйы изге доға булып һаҡлана! Бишек көйө аша зирәк зиһен, миһырбанлы аҡыл, мәңгелек ҡиммәттәргә һөйөү һалына», – тип яҙа ғүмер буйы уҡыусыларға әсә теле аһәңен еткереүсе Люциә Зәйнулла ҡыҙы. Уның илһамлы ижадын беренсе урын менән билдәләнек.

«Бөтәһе лә сәңгелдәктән башлана» яҙмаһы авторы – Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Игелекова (№4) һәм «Бишек йырын һуҙған атайым» тигән эшен тәҡдим иткән Әлшәй ра-йонынан мөғәллимә-ветеран Наилә Фәйзуллина (№11) икенсе урынды бүлеште. Сәңгелдәктә сағынан биш өләсәй һәм өс ҡартатайҙың ҡәҙерендә буй еткергән Айгөл Иршат ҡыҙы уларҙан күскән мәңгелек моңдо бөгөн балаларға һала. Наилә Ғәлимйән ҡыҙының тетрәндергес яҙмаһы иһә – бишек йырын көйләүсе оло йөрәкле атайға мәҙхиә, уны тапҡанда әсәһенең ҡаты сирләп китеүе һәм үтә сибек, йәшәү менән үлем араһындағы  бәпестең фронтовик атаһының йыһандай һөйөүе менән генә иҫән ҡалыуы хаҡында.

Өсөнсө урын өс бәйгесегә бирелде:  Өфө ҡалаһында йәшәүсе үҙешмәкәр йырсы Әнисә Вахитова-Иҫәнғужинаның – «Донъя йәме» (№2), Өфө районы Шамонин ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Рәйфә Вәлиеваның – «Быуаттарҙан күскән ҡомартҡы» (№9), Мәскәүҙәге милләттәшебеҙ Нәфисә Юлсуринаның – «Бишек үрҙем изге доға ҡушып» (№12) тигән мәҡәләләренән ағылған илаһи бишек көйө күңелдәрҙә яҡты ҡайтауаз булып яңғырай.

Тағы ла дүрт ижадсыбыҙҙың һоҡланғыс эше лауреат дипломдарына лайыҡ булды. Мәсетле районындағы дуҫыбыҙ Сажиҙә Фәйзрахманованың –  «Иң ҡөҙрәтле көй» (№1), Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Гөлназ Камалиеваның – «Өнһөҙ генә тарих һөйләй туҙ бишек» (№6), Өфөлә ғүмер итеүсе йырсы-шағирә Сажиҙә Әхмәтованың – «Гөлдөр-гөлдөр бергенәм...» (№7), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Раушания Солтаҡаеваның «Бишектең илаһи сере» (№8) тигән мәҡәләләре улар тасуирлаған заманға алып ҡайтып, мөлдөрәмә ихласлығы, тәрән халыҡсанлығы менән әсир итә.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: