Бар республикала билдәле Әлшәй оҫтаһы Зәкирә Воронцованың (№4) юғала барған иң боронғо аҫаларҙы тергеҙеп, өр-яңыса балҡытыуы ҙур һоҡланыу уята. Уны 1-се урын менән баһаланыҡ.
2-се урынға ике балаҫсы сыҡты. Әбйәлил районынан Гөлсәсәк Өмөтбаеваның (№10) күҙҙе ҡамаштырырлыҡ эштәре дәүерҙәрҙән күскән йөкмәткеле биҙәктәр менән арбай. Миәкә районында йәшәгән Зәлифә Йәнешева (№7) ижад иткән балаҫтарҙан әлмисаҡтан килгән ҡабатланмаҫ сер бөркөлә.
3-сө урында – өс маҡтаулы оҫта. Бөрйән районынан Таңһылыу Ҡарағолованың (№6) балаҫтары тыйнаҡ зауыҡлы биҙәлеше менән әсир итә. Ишембай районынан Гөлсирә Дәүләтованың (№9) ижады сағыу матурлығы менән таң ҡалдыра. Салауат ҡалаһынан Гөлнара Йәнешеваның (№2) эштәре заманса балҡышы менән үҙенсәлекле.
Бәйгебеҙҙә ҡатнашҡан йәнә лә дүрт балаҫ һуғыусыны лауреат итеп билдәләп китәбеҙ. Оҫталарға бай Әлшәйҙән Зәлиә Сәмиғуллина (№8), Зилә Татлыбаева (№11), Зөлфиә Бикбулатова (№12), Йылайыр райо-нынан Миңһылыу Мырҙабаеваларҙың (№5) быуаттан-быуатҡа күскән ҡәҙерле традицияларҙы һаҡлап, ижадтарында шуларҙы бөтә тулылығында сағылдырыуы – оло мәртәбә.
Ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен, ҡулдарығыҙ арыу-талыуҙы белмәһен, хөрмәтле оҫталар!
Бәйгеселәрҙең бөтәһенә лә оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!