Мәләүез ҡалаһында химия заводында эшләй Зөлфиә апай. Ауыр замандарҙа аҡсаһыҙ илап ултырмай ул, ҡыш сыҡҡансы 20–25 шәл бәйләй – шулай өс баланы аяҡҡа баҫтыра. Сәйләндән иҫ киткес матур гөлләмәләр, лампа-яҡтыртҡыстар яһай. Тыуған ауылына ҡайтҡас, балаҫ һуғыу теләге уяна. Зәкирә апаһына барып, үлсәмдәрен ала ла, үҙе станок ҡороп ҡуя. «Уның бер нимәһе лә юҡ – таҡта алып ҡайттым да быстым, ҡаҙаҡлап эшләнем дә ҡуйҙым», – ти, иҫе лә китмәй.
«Төҫтәрҙе күп ҡулланыу – эш мәлендә күңелле, ә мин үҙем ике төҫлө балаҫтарҙы хуп күрәм. Апайым менән бергә һуғып, туғандарыбыҙға ла бүләк итәбеҙ», – тип бүлешә ул. Йәйге каникулға килгәндәрендә ейәндәрен дә ошо боронғо шөғөлгә өйрәтә – үҙҙәре һуҡҡан ултырғыс ябыуҙарын ғорурлыҡ менән өйҙәренә алып ҡайтып, йәйеп ҡуйған улар. Өләсәләре белә: ижади хыялдан башҡа түҙемлек тә, көс тә кәрәк. Кешелә зауыҡ, егәрлелек тәрбиәләй был матур шөғөл.