Инәйем шул тиклем егәрле булды, ауырығанында ятҡан килеш бәйләп ятты, ти. «Инәйем, өләсәйем, башҡа туғандарым да балаҫ һуҡты. Мин улар араһында йөрөп, ҡыҙыҡһынып, бер аҙ үҙем дә тотоноп ҡараным. Унынсы синыфта уҡығанда әсәйем балаҫын һуға башланы ла ауырып китте. Мин уның башлағанын тамамлап ҡуйҙым – тәүге ҙур эшем шул булды. Артабан балаҫ һуғыуға ышаныслыраҡ тотондом», – тип хәтерләй оҫта. Кейәүгә сығып, донъя көткәндә, балалар үҫтергәндә был шөғөлө онотолоп тора. Бригада хисапсыһы, кибеттә һатыусы булып эшләй ул. Тормош иптәше Марислам ағай менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр, барыһына ла юғары белем бирәләр. Балалары аяҡҡа баҫып, үҙҙәре пенсияға сыҡҡас, йәш саҡтағы шөғөлө иҫенә төшә. Уйҙарын хәләле менән уртаҡлашҡас, ул иҫке ағас карауаттан урындыҡ яһап бирә. Шығырҙап торһа ла, бик матур балаҫтар һуғыла был станокта. Аҙаҡ кейәүҙәре замансараҡ итеп яңырта. Хәҙер ауыл ерендәге ҡырҡ төрлө эштән саҡ ҡына бушаһа ла, йүгереп барып ултыра урындыҡ артына. Бына әле «Батмус» аҫаһы менән балаҫ һуға башлаған. Киләһе эштәре өсөн һарыҡ йөнө, буяу хәстәрләй. Кәңәше шул: тәбиғи йөндән һуғылған балаҫтарҙың төҫө уңмаһын өсөн тәҙрәнән ҡояш нурҙары төшөп тормаған урынға ҡуйыу хәйерле.
Әлфирә ҡыҙы әсәһенең был шөғөлөн үҙ иткән. Кескәй ейәнсәрҙәре лә ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй, шуға, уларҙы хуплап, өҫтәлгә ҡуйып ҡына эшләй торған бәләкәс станок бүләк итергә ниәте өләсәйҙең. Белгәнен башҡалар менән дә йомарт бүлешә ул, ҡыҙыҡһыныусы ҡатын-ҡыҙҙар өйөнә килеп балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнә.