Әлшәй районы Иҫке Сәпәш ауылында тыуып үҫкән атайым Ғәлимйән Ниғәмәтйән улы Фәйзуллин да, әсәйем Сания Байбулат ҡыҙы ла үкһеҙ етем була. Ауылдың оло апайҙары, бер-береһенә терәк булһындар тип, уларҙы йәшләй генә димләп өйләндерә.
Фронтҡа юлланған атайым йыл ярым алғы һыҙыҡта алыша. Ауыр яралана, госпиталдә алты ай ятып, тыуған яҡҡа ҡайта. Арҡаһында – йоҙроҡ һыйырлыҡ, өңөрәйеп торған йәрәхәт, күкрәгендә – орден-миҙал. Ул яуҙа саҡта донъяға килгән Асия апайым тәтелдәп йүгереп йөрөй.
Атай яһаған сәңгелдәктә беҙ ете бала бәүелеп үҫәбеҙ. Һуғыш бөтөр алдынан, 1945 йылда, икенсе сабыйҙары – Тәлғәт ағайым, ҡалғандарыбыҙ – Салауат, Гөлнәфисә, Гөлсимә, мин һәм Земфира һуғыштан һуң тыуғанбыҙ.
Ғаиләлә алтынсы баламын. Мине табыр алдынан әсәйем ныҡ итеп ауырып китә. Табиптар, мине тапмаҫҡа ҡушып, уға укол эшләйҙәр, ләкин иҫән ҡалам һәм ете айлыҡ булып донъяға ауаз һалам. Кендек инәйем Мәғрифә әбей, мине ҡулына алғас: «Мөгәрәп серәкәйе кеүек кенә был бәпес йәшәмәҫ инде, Сания ғына иҫән булһа ярар ине», – тигән. Әсәйем һуңынан: «Тыуғанда шешә буйлыҡ ҡына инең», – тип көлә торғайны.
Кендек инәйемдең улы Йосоп бабай ауыл советы рәйесе булып эшләгән. Әсәһе ҡайтып минең турала һөйләгәс, ул атайыма тыуыу тураһында таныҡлыҡ килеп алырға ҡушҡан һәм йәшемде ҙурайтып яҙып биргән. Атайымды йәлләгәндер инде, быныһы үлһә лә, биш сабый менән ҡала тип. «Әҙ булһа ла, бала аҡсаһы алырһығыҙ», – тигән. Мин тыуғас та атайым үҙе аҙан әйтеп, Сафия тип исем ҡушҡан, исемһеҙ үлмәһен тип. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға барғас иһә исемемде Наилә тип яҙҙырып алып ҡайта.
Ә әсәйемде ауыр хәлдә дауаханаға һалалар. Атайым алты бала менән өйҙә ҡала. Бигерәк тә мине ҡарауы ҡыйын булғандыр инде. «Һыйыр һөтө эсерә башлағайным, эсеңә килешмәне», – тип иҫкә төшөрә торғайны. Күрше әбей бейә һөтө эсерергә ҡуша, сөнки һыйыр һөтө сабый ашҡаҙанына ауыр икән. Үҙебеҙҙең бейә булмағас, атайым көн дә фермаға барып, бейә һөтө һауып алып ҡайта. Шунан һуң күҙгә күренеп үҫә башлағанмын.
Әсәйем дауаханала булғанда мине төндә атайым, көндөҙ оло апайым Асия ҡараған. Шунлыҡтан ул етенсе синыфтың ярты йылын уҡымаған. Әсәйем аҙаҡ, апайыңа бурыслыһың тип, йыл һайын мине каникулда уның балаларын ҡарашырға ебәрә ине, сөнки еҙнәм ситтән тороп институтта уҡыны.
Әсәйем һигеҙ ай бер кереп, бер сығып дауаханала ята. Аҙаҡҡыһында табиптар атайыма уны алып ҡайтырға ҡушалар, йәшәһә, бер аҙна йәшәр, балалары күреп ҡалһын, тигәндәр. Әсәйем һөйләүе буйынса, ул өрөп тултырған һымаҡ шешенгән булған. Атлау түгел, ултыра ла алмаған. Ул ваҡытта миңә һигеҙ ай була. Атайым әсәйемде лә бала урынына ҡараған. Нимә ашағыһы килһә, шуны табып, бешереп ашатҡан. «Тәүҙә көлгә күмеп бешергән картуф ашағым килде. Атайың бешереп биргәс, бармаҡ башындай ғына ҡаптым да туйҙым да ҡуйҙым», – тип һөйләгәне хәтерҙә. Әсәйемдең тәнендәге шеш көндән-көн кәмегән. Башта ултыра башлаған, шунан атлап киткән. Аяҡҡа баҫҡас, атайым уны дауаханаға күренергә алып барған. Әсәйемде табиптар хатта ҡосаҡлап алған. Атайымды кабинеттарына саҡырып: «Нисек дауаланың?» – тип һорайҙар икән. Атайым: «Бер нисек тә дауаламаным», – тигәс, ышанмайҙар, ти. Шунан һуң әсәйем тағы бер һылыу ҡыҙ таба әле.
Наилә ФӘЙЗУЛЛИНА,
мәғариф ветераны.
Әлшәй районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.