-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
8 Ноябрь , 11:05

Маҡсатлының юлы уңа

Гөлсәсәк Өмөтбаева Әбйәлил районының Айғырбатҡан утарында йәшәй. Үҙе Бөрйән районының Тимер ауылынан. Һеңлеһе Таңһылыу әйҙүкләй торғас, 2021 йылда тәүге балаҫын һуғып ҡарай. «Ошо көндән алып был «ауырыу» йәбеште лә ҡуйҙы миңә. Бәләкәй балаҫтар, паннолар ғына һуғырмын, тип башлағайным да, туҡтай алмайым хәҙер. Әйтерһең, икенсе һулышым асылып, бығаса баҫылып торған ижади асылым тышҡа бәреп сыҡты», – ти ул.

Маҡсатлының юлы уңа
Маҡсатлының юлы уңа

Учалыға тәүге тапҡыр күргәҙмәгә барыуы, рухташтары менән осрашыу уға тағы дәрт өҫтәй, үҙенең дөрөҫ юлда икәнен аңлай. Хәҙер уның биш төрлө станогы булыуы ла – ниәтенең ныҡлы икәненә дәлил. Әле күлдәклек тә һуға башлаған.

Бала саҡтан күлдәктәрен ҡырҡып, ҡурсаҡтарына сиған кейемдәре тегергә ярата ул. Һаплы энә күреп ҡалһа, шул еп бөткәнсе тегә, төйнәй ҙә белмәгән була әле. Үҫә төшкәс, иҫке кейемдәрҙе үҙенсә яңыртып алыу оҡшай. Шунан тегенсегә уҡый. Кейемдәрҙең ниндәйен генә текмәй ул. «Өләсәйем дирүгә һуҡты, 17 ейән-ейәнсәренә лә әҙерләп бирҙе. Тик ул беҙҙең кеүек ваҡ бала-сағаны станокҡа яҡын ебәрмәй ине. Балаҫты бит «урлап» һуғалар, эшләгән саҡта кеше күҙенә күрһәтмәйҙәр. Мин үҙем дә социаль селтәрҙәргә тамамланған эштәремде генә ҡуям, – тип бүлешә оҫтабикә. – Буласаҡ балаҫтың һыҙмаһын алдан әҙерләһәм дә, эштең аҙағына тиклем ниәттәрем үҙгәреп, һөҙөмтә бөтөнләй икенсе төрлө сығырға мөмкин. Ҡайһы саҡ кешенең холҡона ҡарап та ята биҙәктәр. Идеялар көтөлмәгән ерҙән килә: урамда йөрөгәндә лә, телевизор ҡарағанда ла, ниндәйҙер төҫтәрҙең ярашыуын күреп ҡалғанда ла... Башҡаларҙың эшен ҡабатламайым. Үҙемә оҡшаған сағылыштарҙы ғына ҡулланам. Һарыҡ йөнөн эшкәртеп, буяп һуға башлағас, синтетик ептәргә тотонғо ла килмәй».

Ниәт ҡуйып, ихлас тырышһаң, юлдар уңа ул. Гөлсәсәк тә быйыл Әлшәйҙә үткән «Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп» бәйгеһендә Гран-при алған. Был еңеүҙең ҡыуаныс менән бергә ҙур яуаплылыҡ та өҫтәгәнен аңлай ул. Артабан үҫешергә, икенсе техникалар өйрәнергә маҡсат ҡуйған үҙенә.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: