-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
1 Октябрь , 17:01

Быуаттарҙан күскән ҡомартҡы

Бейек ҡапҡалы, өс яҡтан – таш ҡойма, алғы яҡтан ғына таҡта менән уратып алынған ҙур ихата. Борон, колхозлашыуға тиклем, Сәлимйәновтарҙың берҙәм нәҫеле өс йорт булып, бөтә туғандарын берләштереп, гөрләтеп донъя көткән унда. Һәр ғаиләлә балалар тыуған, өрлөккә олатайҙар ҡулы менән эшләнгән сәңгелдәктәр эленгән...

Быуаттарҙан күскән ҡомартҡы
Быуаттарҙан күскән ҡомартҡы

Минең атайым Фирғәли Мырҙағәли улы Сәлимйәнов шул  нигеҙҙә тыуып үҫкән. Дәһшәтле репрессия йылдарында ғаиләләге ир туғандарынан бер үҙе иҫән ҡалған атайым, Бөйөк Ватан һуғышының данлы-шанлы юлдары аша үтеп, тыуған йортона ҡайтҡан. 

Һуғыш бөткәндә әсәйебеҙ Гөлсирә Баязетдин ҡыҙына саҡ

17 йәш тулған була. Сағыу сибәрлеге менән айырылып тора. Иптәш ҡыҙҙары кеүек, яҡты, бәхетле киләсәк тураһында хыяллана. Уларға йәр булаһы яугир егеттәр арып, яраланып, күкрәктәрендә орден-миҙалдар сыңлатып һуғыштан ҡайта башлай. «Бынау Фирғәли бигерәк йонсоу, ҡап-ҡара, уға кем кейәүгә сығыр икән, тиешәбеҙ ҡыҙҙар менән», – тип һөйләй торғайны әсәйем. Шул егеттең тап үҙенә тәғәйен кейәү булырын кем уйлаған?!

Гөлсирәнән ете йәшкә өлкән Фирғәли уны һоратып килгәс, 1945 йылдың декабрь айында никах уҡытып, йәштәрҙе башлы-күҙле итәләр. Шулай башлана ғаиләбеҙ тарихы. Бөтәһе лә һуғыш, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар менән бәйле. Ҡаты яралары, өс тапҡыр контузия алыуы ныҡ яфалауға ҡарамаҫтан, атайыбыҙ иртәнән кискә тиклем колхоз эшендә – һуғыш ваҡытында ҡаралмаған ауылдың тормошон яйға һалырға кәрәк. Дошманды Еңеү ҡоралы тип йөрөтөлгән «Катюшалар» ярҙамында ҡыйратҡан атайым яуҙан һуң фиҙакәр рәүештә бригадир, колхоз рәйесе йөгөн тартты.

Бәләкәйҙән тормош көтөргә өйрәнгән әсәйҙең дә күңеле хәстәрлек менән тулы. Көтөп кенә алған тәүге сабыйҙары – улдары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үле тыуа. «Йөклө көйө төрлө ауыр эштәр башҡарырға тура килгәнгәлер», – тип хәтерләй әсәйем, көрһөнөп.

Хоҙайға шөкөр, йыуаныс булып бер-бер артлы ҡыҙҙары донъяға килә: 1947 йылда – Рәмилә, өс йылдан – Рәшиҙә, 1952-лә – мин, Рәйфә, 1955-тә Зифа һеңлебеҙ ауаз һала. Атайыбыҙ, әлбиттә, улым тыуыр, тип өмөтләнә. Ләкин барыбыҙҙы ла өҙөлөп ярата. «Атайым эштән арып ҡайтһа ла, беҙҙең менән уйнарға, һөйләшергә ваҡыт таба ине, – тип хәтерләй оло апайым Рәмилә. – Гел ҡыҙ балалары тыуғанға төрттөргән фронтовиктарға: «Ҡыҙҙарым-йондоҙҙарым һеҙҙең малайҙарҙан мең артыҡ!» – тип яуап бирә торғайны».

Шулай итеп, атайым һәм уға тиклем бер нисә быуын сабый тирбәлгән боронғо сәңгелдәк һис буш тормаған, ял итеп тә өлгөрмәгән хатта. Мәликә өләсәйем – атайымдың әсәһе үҙе белгән доғалар менән өшкөрөп, күҙ тейеүҙән, ауырыу-сырхауҙан һаҡлап бәүелткән беҙҙе. Әсәйебеҙ йәш кенә көйө дүрт балаға ғүмер биреүенә ҡыуанып, йүгерә-йүгерә донъя көткән. Өҫтөбөҙҙә – уның оҫта ҡулдары теккән, бәйләгән матур кейем, юҡсыллыҡҡа ҡарамаҫтан, ҡупшы йөрөнөк.  

Башҡалар кеүек, бер аҙ мал аҫрап (артыҡ тоторға ярамай), күп итеп бәрәңге сәсеп көн итәбеҙ. Көҙөн сөгөлдөр, көнбағыш башағы йыябыҙ. Әсәйебеҙ донъя мәшәҡәте менән булғанда олораҡтарыбыҙ сәңгелдәк янынан китмәйенсә, бәләкәстәрҙе тирбәтә, тамағын туйҙырып, өҫтөн алмаштырып тора.

Кесе йәштән хужалыҡта ярҙамлашып үҫтек. Һәр кемгә бәләкәй генә булһа ла эш ҡушыла, яуаплылыҡ, тәртип, таҙалыҡ – иң мөһиме. Беҙҙе тик торғоҙмаған апайыбыҙ Рәмиләне, арып китһәк, үпкәләп, «бригадир!» ти торғайныҡ. Бала саҡтан һалынған шул һыҙаттар бөгөн дә беҙҙе уңған, йылдам итеп, нәҫел ҡотон һаҡларға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә көс өҫтәй.

Атайыбыҙға һуғыш яралары тынғы бирмәй. 32 йәшендә йөрәк ауырыуы көсәйә. «Йөрәк тибешенән хатта күлдәк яғалары һелкенеп торҙо», – тип иҫенә төшөрөр ине әсәйем. Ул заманда медицина ла көслө булмаған шул. Бер йыл эшләй алмай ауырып ята. Шул ваҡытта ике йәшлек мин дә, үпкәм шешеп, сирләп киткәнмен. Күрше урыҫ ауылынан шәфҡәт туташы 45 көн буйы беҙҙә йәшәп, икебеҙгә лә көн һайын уколдар һала. Атайым, ҡыҙым үлә инде, тип ныҡ ҡайғыра. Әммә мин, йәшәргә тырмашып, терелеп китәм.

1955 йылдың 25 майында атайыбыҙ мәңгелеккә күҙҙәрен йома. 28 йәшлек әсәй итәгендә өс айлыҡ Зифа, ике йәш ярымлыҡ мин, бише тулған Рәшиҙә, һигеҙ йәшлек Рәмилә ҡала. Артабан нисек йәшәргә? Балаларҙы нисек кеше итергә? 1957 йылда Федоровка районында, артта ҡалған колхоздарҙы берләштереп, «Пугачев» совхозына нигеҙ һалына. Халыҡҡа игенселек, малсылыҡта эшләү мөмкинлеге тыуа. Әсәй Яңы Яуыш ауылы фермаһында яңы тыуған быҙауҙарҙы ҡараусы булып урынлашып, оҙаҡ йылдар, хаҡлы ялға киткәнсе, шунда  тырышып хеҙмәт итте. Быҙауҙар күбәйеп китһә, беҙ ҙә ярҙамлаша инек.

Кисен аш табыны артында көнгә йомғаҡ яһайбыҙ: ҡушылғандың бөтәһе лә башҡарылғанмы, өйҙә тәртипме? Шунан «нәрәд» бирелә: иртәгә кем нимә эшләй? Бына шулай бәләкәй һалдаттар кеүек үҫтек. Юҡты бушҡа ауҙарып йөрөмәй, уйын тип сапмай, бер-беребеҙҙе ҡарашып буй еткерҙек. Ауыр эштәргә байрам төҫө бирелә ине, оло мәшәҡәттәр туғандар менән бергә өмә итеп үткәрелә торғайны.

Өҫтәл артында һәр ризыҡты ҡәҙерләп, тигеҙ итеп бүлешеп ашауыбыҙ, урындыҡта теҙелешеп йоҡлап китеүебеҙ, әсәйҙең башыбыҙҙан һыйпап, өҫтөбөҙгә ябып йөрөүе күңелдә һаҡлана...

Әсәйем үҙе килен булып төшкән боронғо нигеҙҙе һыуытмайынса, беҙҙе шунда үҫтереп, оло юлға сығарҙы. Фани донъялағы барлыҡ бурыстарын теүәлләп, 93 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Бында әле лә бөтә нәмә үҙ урынында, тәртиптә, хужалары ғына мәңгелек йорттарында.

Беҙ, сал сәсле ҡыҙҙары, ҡайтып, зыярат ҡылып, Ҡөрьән аштары уҙғарып, моңһоу күңелдәргә тыныслыҡ табып китәбеҙ. Бәләкәй саҡта бәүелгән сәңгелдәгебеҙ өй башында һаҡлана ине. Быуаттарҙан күскән бишек тип, үҙемә алдым. Ырыуҙағы нисә быуын сабыйҙың геүелдәп, ауаз һалып ятыуына, тәтелдәп теле асылыуға, күпме әсәй-өләсәйҙең, иң илаһи мәлдәрен кисереп, бишек йырын көйләүенә, нәҫел үҫеүенә, ишәйеүенә шаһит изге ҡомартҡы ул.

Рәйфә ВӘЛИЕВА,

мәғариф ветераны.

Өфө районы Шамонино ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе.

Быуаттарҙан күскән ҡомартҡы
Быуаттарҙан күскән ҡомартҡы
Быуаттарҙан күскән ҡомартҡы
Автор:
Читайте нас: