Төрлө ҡул эштәре күргәҙмәләрендә йөрөү күңелен йылыта. Бигерәк тә балаҫтар сағыу, үҙенсәлекле биҙәктәре менән һоҡландыра. Ғафури районында йәшәгән ҡоҙағыйы балаҫ һуғыу станогы һатылғанын хәбәр итә. Сәйетбабаға барып, станок ала, еп оҙатыу, һуғыу нескәлегенә өйрәнә. Яйлап оҫтара шулай. «Хәҙер тәбиғи һарыҡ йөнөн буяп һуғылған балаҫтар юғары баһалана. Мин дә йөн, буяу алып ҡуйҙым, киләсәктә күҙ яуын алырҙай иҫ китмәле балаҫтар һуғырға теләгем бар», – тип бүлешә хыял-ниәттәре менән Гөлсирә Миңлеғәли ҡыҙы.
Тормош иптәше Әүхәт Ишғәли улы менән бергә йәшәүҙәренә – 54 йыл. Ул һалдатҡа киткәнсе өйләнәләр, Тыуған иле алдында бурысын атҡарып ҡайтҡандан һуң йәш ғаилә башлығы ҡалала эшләп йөрөгән хәләл ефетен үҙе янына, ауылға саҡыра. Кассир ҙа, ашнаҡсы ла, идарала белгес тә булып эшләй Гөлсирә апай. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн ете ейәненең, өс ейәнсәренең, ике бүләренең уңыштарына ҡыуанып йәшәйҙәр.