Ябай бишек түгел икән ул. Билдәле моң эйәһе – Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, сәнғәт фәндәре кандидаты, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, шулай тағы ла бик күп премиялар лауреаты, һандуғас тауышлы йырсы Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев тирбәлеп үҫкән унда. Музей директоры Рита Мәзитова әйтеүенсә, бишекте ҡасандыр ауылдар буйлап экспонаттар йыйып йөрөгәндә Иҙрис Ғәзиевтың атаһы Мөҙәрис Харис улы Ғәзиев үҙ ҡулдары менән тапшырған. Бына шулай килеп эләгә Ҡорманайҙан Талбазы ауылы музейына был бишек. Әлбиттә, уның тураһында күберәк белгебеҙ, ишеткебеҙ килде. Шуға ла экспедициябыҙҙы уңышлы тамамлап Өфөгә ҡайтыу менән тиҙерәк Иҙрис Мөҙәрис улының үҙе менән күрешергә ашыҡтыҡ.
Күренекле сәнғәт әһеле бик ябай, яғымлы, кеселекле уҙаман булып сыҡты. «Ауырғазы районы Талбазы ауылының Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында беҙ бәүелгән бишектең һаҡланыуы – барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ та, ҡыуаныс та. Ул, ниндәйҙер күҙгә күренмәгән еп һымаҡ, бөтәбеҙҙе лә йәнтөйәккә тартып, тыуған еребеҙ менән бәйләп тора», – тип һүҙен башланы Иҙрис Ғәзиев. Ул ихлас күңелдән бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште: «Әнейебеҙ Мәрйәм Әхмәтғәли ҡыҙы менән атайыбыҙ Мөҙәрис Харис улы Ғәзиевтар ғүмер буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләне. Атай 47 йыл Ҡорманай мәктәбендә уҡытты. Һигеҙ балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өйҙә һәр ваҡыт йыр-моң яңғырап торор ине. Ул бишектә мин генә түгел, Роза апайым, Әлмира, Әлфиә, Фәнзилә һеңлеләрем дә тирбәлде.
Бала менән әсә араһындағы иң нескә һәм ныҡлы бәйләнеш, шул арҡылы тормошто танып белеү бишек моңонан башланалыр. Әнейебеҙ халыҡ йырҙарын, Туҡай һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы көйләп сәңгелдәк тирбәтер ине. Уның тәрән моңо, атайҙың гармунда, баянда өҙҙөрөүе, иң нескә ҡылдарҙы тирбәтер тылсымлы көй булып, йәнгә һеңеп ҡалған.
Бәләкәй бәпес – ярҙамға мохтаж, самими йән эйәһе. Бишек иһә уның өсөн үҙенә күрә кескенә донъя. Баланың йәшәйеште тойомлауы, еҫ һиҙеүе, йылмайыуы, көлөүе, ҡулын һелтәүе, кешене таныуы, донъяға тартылыуы, йәшәргә ашҡыныуы бишектән башлана. Беҙҙең өсөн сәңгелдәк ана шундай изге ҡурсаулыҡ булды».
«Бишекте кем яһаған һуң?» – тигән һорауҙы бирмәй түҙә алманыҡ. «Уны киптерелгән йүкә ағасынан атай үҙ ҡулы менән эшләгән. Атай абруйлы кеше булды, «шәп балта оҫтаһы» тигән даны бар ине, – тип яуап бирҙе Иҙрис Мөҙәрис улы. – Йорт-ҡаралты әйберҙәрен ул үҙ ҡулы менән яһаны. Уға кемдәр генә ярҙам һорап килмәне, берәүгә лә «юҡ» тимәне.
Атайым да, әнейем дә кешелекле, намыҫлы инеләр, беҙҙе лә үҙ өлгөһөндә тәрбиәләнеләр. Балта эшенә ул үҙенең атаһы – беҙҙең Харис ҡартатайҙан өйрәнгән. Харис ҡартатай ҙа ағасҡа йән өрөүсе оҫта булған. Аслыҡ йылдарында (1921–1922 йылдар) ул улдары менән төрлө ауылдарға йөрөп, йорттар, мунсалар һалған. Ҡулы эш белгәс, ас ҡалмағандар.
Беҙ шулай сәңгелдәк моңон көйләп, бер-беребеҙҙе ҡарашып үҫкәнбеҙ. Миңә алты-ете йәштәр самаһы булғандыр, ошо бишектә бәләкәй һеңлемде йырлап бәүелткәнем хәтеремдә.
Сәңгелдәк менән бәйле икенсе ҡыҙыҡ хәл дә иҫтә һаҡланған. Минән дүрт йәшкә өлкән Роза апайым мин бәүелгән бишек янына ултырғыс ҡуйған да эргәмә менеп ятырға уйлаған. Беҙ шулай икәүләшеп иҙәнгә осоп төшкәнбеҙ», – тип бишек менән бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләрен бәйән итте йырсы.
Әсәйҙәр көйләгән бишек йырының илаһи көскә эйә икәнен Иҙрис Ғәзиев яҙмышында ла күрәбеҙ. Уның йөрәгендә халыҡ моңона оло һөйөү тап сәңгелдәктә ятҡан сағында һалына бит! Тәпәй баҫып атлап киткәс, һәр күҙәнәгенә һеңгән ул көйҙәрҙе һеңлеләренә, апаһына, ағаларына, әсәһенә, атаһына йырлап ишеттерә. Ғүмер һуҡмаҡтары буласаҡ халыҡ артисын Өфө ҡалаһының 2-се музыка педагогия училищеһына, артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына, унан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына илтә. Институтта Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаның класында уҡыуы менән уғата бәхетле була Иҙрис Ғәзиев. «Яҙмышым менән ҡәнәғәтмен. Бик күп ауырлыҡтар, һынауҙар үтергә тура килде. Эргәмдә һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙыусы уҡытыусылар булды. Тормошта һайлаған юлыма бер ҡасан да хыянат итмәнем. Ошо юлдан барырға тырыштым. Миләүшә Ғәли ҡыҙын беҙ, шәкерттәре, икенсе әсәйебеҙ кеүек күреп яраттыҡ. Асҡар Абдразаҡов, Илфак Смаков, Радик Гәрәев кеүек күренекле йырсылар тәрбиәләгән профессорҙан йыр сәнғәте серҙәрен төшөнөү насип булды. Бөгөнгө көндә Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал кафедраһы профессоры булыуыма, ошо дәрәжәгә етеүемә, әлбиттә, Миләүшә Ғәлиевнаға рәхмәтлемен. Мине был юғары уҡыу йортона эшкә ул саҡырҙы», – ти Иҙрис Мөҙәрис улы.
Йырсы хаҡлы рәүештә үҙенең уҡыусылары менән дә ғорурлана. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигән бик матур мәҡәл бар халҡыбыҙҙа – Иҙел Аралбаев, Заһир Иҫәнсурин, Марат Сәйетов, Ирина Остина кеүек беҙ яратып тыңлаған билдәле опера һәм эстрада йырсылары халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт итә, юғары үрҙәр яулай, башҡорт моң сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөшөн индерә.
Бына шулай, ҡарашыбыҙҙы тартҡан сәңгелдәктән башланып киткән сәйәхәтебеҙ бик ҡыҙыҡлы, матур яҙмыш тарихы менән таныштырҙы. Иҙрис Мөҙәрис улының да бишектән башланған матур тормошо оло моң даръяларына илткән, сикһеҙ серле сәнғәт ғаләменә ишек асҡан!
Раушания СОЛТАҠАЕВА,
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы
факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты.