0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
1 Сентябрь , 18:50

Егәрленең ҡулы ете

Зәлиә СӘМИҒУЛЛИНА – Әлшәй районының Яңы Ҡыпсаҡ ауылынан. Әсәһе балаҫ һуҡҡанда гел  эргәһендә була ул. Бала саҡтан ошо шөғөлдөң нескәлектәрен һеңдереп үҫә шулай. «Әсәйем бигерәк ҡул эшенә оҫта булды. Әллә күпме кешегә күлдәк тегеп кейҙерҙе. Балаҫ һуғырға ул да үҙенең әсәһенән өйрәнгән. Ул саҡта һарыҡ йөнөнән һуға инек. Ике өләсәйем йөндө эшкәртеп, иләп тора, әсәйем һуға», – тип иҫләй ул.

Егәрленең ҡулы ете
Егәрленең ҡулы ете

Әсәһенең урындығын үҙенә ҡомартҡы итеп алып ҡайта. Был станокта нисә  балаҫ һуҡҡандыр? Әле бына улдары яңыһын яһар өсөн кәрәк-яраҡ алып ҡуйған. Биҙәктәрҙе үҙе лә уйлап таба, төрлө ерҙә матур һүрәт күреп ҡалһа, шуны ла ҡабатлай. Хәҙер оҫта һарыҡ йөнөнә ҡарағанда күберәк әҙер еп тотона.

Зәлиә апай почтала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Тик һис кенә эшһеҙ ултырмай ул. Тормош иптәше Сабит – фермер. Һыйырҙарҙың һөтөн һауып, эшкәртеп, ҡаймағын, эремсеген, ҡоротон, ҡатығын, ҡыҙыл эремсеген баҙарға алып сығыу – хужабикә иңендә. Ауыл, район        байрам сараларында бағыусы булараҡ та ярҙам итәләр. Күпләп ҡош-ҡорт тоталар. Был эштәрҙә ике улы, ҡыҙы, килендәре – уң ҡулдары. Ошо мәшәҡәттәрҙән бушаған арала күңелен йылытҡан эшкә тотона уңған ҡатын – балаҫ һуға. Балаларына, туғандарына бүләк итә, ейән-ейәнсәрҙәренә лә әҙерләп ҡуйған. Ейәнсәрҙәре Әлфинә менән Самира, әле өләсәһе янында уралып, балаҫ һуғырға өйрәнә – тимәк, быуындар бәйләнеше дауам итә.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: