Мин өс нәнәйҙең йыһандай сикһеҙ һөйөүенә иркәләнеп буй еткерҙем. Уларҙың өсөһө өс төрлө ине: береһе – ут, икенсеһе – һыу, ә өсөнсөһө һулар һауам булды.
Шәмсениса нәнәй – әсәйемдең әсәһе, Хәтижә нәнәй – атайымдыҡы, ә өсөнсөһө – Хәтижә нәнәйемдең бер туған һеңлеһе Нәсихә нәнәй (уны ла бик яратып, шулай тип йөрөттөк).
...Бәпес сағымда мин ныҡ илағанмын. Илаҡ ейәнсәренең сәңгелдәге эргәһенән китмәйенсә, гел тирбәтеп ултырған кеше Хәтижә нәнәйем булған. Ул беҙҙең менән бер ауылда – Дәүләкән районы Яңы Аҡҡолай ауылында йәшәне.
Мин тыуғас та ҡот ҡойған, бетеү эшләп таҡҡан, башлығыма көмөш тәңкә теккән дә – ул. Көслө им-томсо ине үҙе. Баш ауырта тиһәң, йүкәне маңлай тирәләй уратып, дүрт яҡлап ҡором менән билдәләй ҙә, мейең төшкән тип, тиҙ генә мейене ултырта торғайны. Эс сәнсеп торһа, доғаларын уҡый-уҡый ҡулы менән ҡағылыуы була, ауыртыу һыпырып алғандай, юҡҡа сыға.
Нәнәйемдең Тимербай туғаныма көйләй торған сәңгелдәк йыры һаман ҡолағымда ишетелгәндәй. Шул уҡ йырҙы ул беҙгә лә йырлағандыр, тип уйлайым:
Ҡашҡайҙарың ҡыйғас-ҡыйғас,
Ҡарлуғас ҡыйҙымы әллә?
Яҙҙар еткәс ҡайтыр улар
Һин тәпәй киткән мәлдә.
Гөлдөр-гөлдөр бергенәм,
Хәҙер йоҡларға кәрәк.
Үҫеп еткәс, үҙ илеңә
Булырһың оло терәк.
Ҡара ҡашым, ҡарлуғасым,
Берҙән-берем, бөртөгөм,
Күңелемде һайратыусы
Баҡсамдағы гөлөм һин.
Апалы-һеңлеле Хәтижә һәм Нәсихә нәнәйҙәрем Әлшәй районы Ташлы ауылынан ине. Икеһе лә ғәрәпсә һыу кеүек эсте, бушыраҡ саҡтарында ҡулдарынан Ҡөрьән-Кәрим төшмәне. Нәсихә нәнәйҙең улы – республикабыҙҙағы күренекле ғалим-фольклорсы Ниғмәт Шоңҡаров менән осрашыуҙарҙы бигерәк тә көтөп ала торғайныҡ. Өфөлә йәшәүсе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләүсе Ниғмәт бабай тыуған яҡтарына йыш ҡайтты. Ял ваҡытында ла тынғы белмәне, микрофон, магнитофон тотоп, ололарҙан ауыҙ-тел ижадын йыйып йөрөнө. Бабайыбыҙ баһалап бөткөһөҙ бай ғилми мираҫ ҡалдырҙы – бының менән бик ғорурланабыҙ.
Нәсихә нәнәйем китап, гәзит-журнал уҡырға яратты. Оло ғилемгә ынтылышты үҙ балаһына ғына һалып ҡалмайынса, беҙҙе лә: «Белемгә талпынығыҙ, китап менән дуҫ булығыҙ!» – тип өндәне, йә бер, йә икенсе йыйынтыҡ тоттороп. Әллә ниндәй тартып торған тылсымлы көс бар ине үҙендә – рухи нур тип атаясаҡмын уны, йылдар үткәс. Баҡһаң, шул ҡеүәтте беҙгә лә һалып ҡалырға тырышҡан нәнәйем!
Әлшәй районы Ибрай ауылында ғүмер итеүсе Шәмсениса нәнәйем иһә тирә-яҡта иң шәп емешсе-еләксе, һағыҙ яһау оҫтаһы булараҡ дан алғайны. Ҡартатайым Зиннәт Зиннәтулла улы Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала.
27 йәшендә тол ҡалған нәнәй өс балаһын яңғыҙы үҫтерә. Тормошто өҙөлөп, ялҡынланып яратыуы олоғайғас та һүрәнәймәне. Тәбиғәтте тын алышынан тойоп, һәр ағастың, сәскә-үләндең, хатта таштың да йәне бар, тип өйрәтә торғайны ул беҙҙе ялан-ҡырҙарға алып сыҡҡан сағында. Урманға барған һайын ҡайын туҙы алып ҡайта ла, оло суйын сүлмәккә һалып, һағыҙ ҡайната. Һағыҙҙың бөтә урамға таралған хуш еҫенә бала-саға йыйылып китә – тирә-яҡтағы иң тәмле һағыҙҙы тәмләргә.
Әсәйем Шәмсиә Зиннәт ҡыҙының ут булмышы Шәмсениса нәнәйемдән килә. Атайым менән уның өйләнешеүен иһә бер тарих итеп һөйләрлек. Беҙҙең яҡтарҙа һаҡланып ҡалған боронғо йола буйынса, атайым Суфиян Мөьмин улы Вәлиев уны урлап алып ҡайта. Әсәйемә әле ун һигеҙ ҙә тулмаған була. Ошоғаса бер ҡасан да күрешмәгән егет менән ҡыҙ, ике яҙмышты бер итеп, тормош һуҡмағы буйлап атлап китә. Баҫҡан ерендә осҡон сәсрәткән әсәйемде атайым иплелеге, йомшаҡ әҙәбе менән ҡаратҡандыр, тием.
1957 йыл – һуғыштан һуң байтаҡ ваҡыт үтһә лә, көнитмеш һаман еңел булмаған дәүер. Йорт төҙөп, башҡа сығалар. Үҙҙәренең бала сағы ауыр заманға тура килгәнгәлер, беҙҙе мохтажлыҡһыҙ йәшәтеү өсөн бөтә көсөн һалдылар. Әсәйем «Салауат» колхозында һауынсы, атайым мал ҡараусы булып эшләне – гел алдынғы һаналдылар. Баҡса тултырып, йәшелсә үҫтерҙеләр, күпләп мал, йөҙәрләгән ҡош-ҡорт аҫранылар – үҙебеҙҙән ҡалғанын баҙарға сығарҙылар. Умарта тотоп, феләк-феләк бал айырттылар. Тормош йәмле, етеш булһын өсөн уңғанлыҡ кәрәклеген беҙгә бәләкәйҙән һеңдерҙеләр. Өҫтөнә ҡырылмаһа ҡырҡ эш ауып торғанда әсәйем күңеленең матурлыҡҡа ихтыяжын да һүрелтмәй – күҙҙең яуын алырлыҡ балаҫтар һуға.
Әсәйем әйтеүенсә, балаҫтағы аҫаларҙың тәрән мәғәнәһе бар. Уны һуға башлар алдынан ептәрҙе бергә оҙата торғайныҡ. Ҡылысын оҫталарҙан барып алып ҡайтыр ине. Көрөһөн атайым үҙ ҡулы менән юнып бирә. Ә йөндө төрлө төҫкә бергәләп буяйбыҙ. Әсәйемдең балаҫтары бөгөн дә өйөбөҙгә йәм биреп тора, һәр биҙәгенән серле моң түгелә һымаҡ. Оҫталығын беҙгә мираҫ итте – өс ҡыҙы ла балаҫ һуғабыҙ. Ырыҫ-бәрәкәткә килтереүсе серен дә әсәйем аманат итеп ҡалдырҙы: «Иман, тәртип булған ерҙә ҡот артыр», – тип ҡабатлар ине яйы сыҡҡан һайын.
Күктәрҙән баҡҡан ғәзиз кешеләребеҙҙең рухтары беҙҙән ризалыр, моғайын: ғүмер юлдарынан дүртебеҙ ҙә иман, тәртип, матурлыҡтан айырылмайынса атлайбыҙ. Гөлфиә апайым, «Башнефть» компанияһында оператор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Донъя көтөүҙе сәнғәт кимәленә күтәргән апайымдың ҡулдарынан гөл ҡойола. Гөлнур апайым ғүмерен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында эшләүгә арнаны. Ә булмышы менән иҫ киткес аш-һыу оҫтаһы ул: ауырыуға – сихәт, көсһөҙгә – ҡеүәт, күңелһеҙҙең йөрәгенә дәрт бирерлек ризыҡтар әҙерләй. Тимербай, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итеп, подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡан туғаным, тәбиғәте менән рәссам. Бар гүзәллекте семәрләп ҡойған ҡапҡаларҙа, биҙәкле ағас әйберҙәрендә сағылдыра. Мин иһә оҙаҡ йылдар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек етәксеһе булдым, әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына ҡараған хеҙмәттең – 112 телефоны операторымын. «Эске эштәр министрлығында яҡшы хеҙмәт өсөн» II һәм III дәрәжә, «Ватанға хеҙмәт өсөн» миҙалдары, Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгәнмен. Яҙмышымды етди өлкә менән бәйләүем йәнемдең ижадҡа тартылыуын һис кенә лә баҫа алмай. Бәпембәле яланда бәпкә көткәндә урғылып сыҡҡан шиғри юлдарын ашыға-ашыға дәфтәр битенә төшөрөүсе ҡыҙ булып ҡалам. Бала саҡ дуҫым, күренекле композитор Альфред Яҡшембәтовтың 30-ҙан артыҡ шиғырымды йырға һалыуы, уларҙың Светлана Хәкимова, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Рөстәм Асаев, Филүс Ҡаһиров, Гөлдәр Ишҡыуатова кеүек билдәле йырсылар башҡарыуында халыҡҡа барып етеүе менән бәхетлемен. Альфред менән берлектәге ижад емешебеҙ – «Үкенмәйем үткәндәргә» тигән йырыбыҙҙың «Болғар радиоһы» премияһына лайыҡ булыуына бик ҡыуандым.
Тал бишектә ятҡан сағымда ишеткән көй, нәнәйемдәрҙең йырлы күңеленән, әсәйемдең матурлыҡҡа ғашиҡ йөрәгенән күскән моң, ҡайтауаз булып яңғырап, яңы һулыш алып йәшәүен дауам итә: «...Гөлдөр-гөлдөр бергенәм...»
Сажидә ӘХМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.